Дипломная работа

«Стилистические особенности башкирской радиорекламы»

  • 63 страниц
Содержание

ИНЕШ

I бүлек. БАШҠОРТ РАДИОРЕКЛАМАҺЫНЫҢ СТИЛИСТИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕН ӨЙРӘНЕҮҘЕҢ ТЕОРЕТИК НИГЕҘҘӘРЕ

1.1 Стилистика тураһында төшөнсә уның өйрәнелеү кимәле

1.2 Функциональ стиль булараҡ публицистик стиль

1.3 Тел ғилемендә публицистик стилде өйрәнеү кимәле

1.4 Публицистик стилдең тәғәйенләнеше һәм төп һыҙаттары

II бүлек. БАШҠОРТ РАДИОРЕКЛАМАҺЫНЫҢ ПСИХОЛИНГВИСТИК НИГЕҘҘӘРЕ

2.1 Радиореклама һәм уның үҙенсәлектәре

2.2. Радиорекламаның төрҙәре һәм уларҙың ҡулланылышы

2.3. Рекламаны төҙөү психологияһы

2.4 Башҡорт радиорекламаһына психолингвистик анализ

III бүлек. БАШҠОРТ РАДИОРЕКЛАМАҺЫНЫҢ ТЕЛ-СТИЛЬ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ ҺӘМ УНЫ МӘКТӘПТӘ ӨЙРӘНЕҮ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ

3.1. Башҡорт радиорекламаһында һүрәтләү саралары

3.2. Башҡорт радиорекламаһының морфологик үҙенсәлектәре

ЙОМҒАҠЛАУ

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

Введение

Яңы һәм заманса технологиялар көндән-көн нығыраҡ үҫешеүенә ҡарамаҫтан, радионың ҡулланыу даирәһе кәмемәй, ә тик арта ғына бара. Хәҙер уны радиоалғыстар аша ғына түгел, кеҫә телефонынан да тыңларға мөмкин. Шуға күрә лә тыңлаусылар аудиторияһы ла төрлө – был пенсионерҙар ҙа, йәштәр ҙә. Рекламаны радиоға биреү – бөтә эшҡыуарлыҡ төрө өсөн дә табышлы. Был, әлбиттә, рекламаның ниндәй аудиторияға бәйле булыуынан да тора. Рекламаға заказды йәштәр каналына бирергә мөмкин, йәки өлкәндәр һәм ҡарт кешеләр тыңлаған каналдарға, шулай уҡ автомобилистәр һәм хужабикәләр өсөн каналдарға ла тапшырырға була. Шулай итеп, радио тыңлаусыларҙың географияһы бик киң, социаль яҡтан да улар төрлө-төрлө.

Диплом эше темаһының актуаллеге Радио беҙҙең көндәлек тормоштоң алмаштырғыһыҙ өлөшө булып тора. Масс-медиа саралары араһында иң тәүгеләрҙән сыҡҡан, халыҡты солғап алыуы менән дә элемтә саралары араһында беренсе булып тора. Әйҙәгеҙ уйлап ҡарайыҡ: бер юлы рәсми ҡағыҙҙар тултырырға һәм автомобиль йөрөтөргә, түтәл эшләргә һәм гәзит уҡырға, йәки телевизор ҡарарға мөмкинме? Әлбиттә, юҡ. Ә бына радио тыңларға мөмкин. Беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙҙә радиорекламаны тикшереп үтәсәкбеҙ.

Радиола реклама телевидениеға ҡарағанда арзаныраҡ, ә тыңлаусылар аудиторияһы күберәк, сөнки телевизорҙа реклама башланһа, ҡараусылар йыш ҡына икенсе каналға күсерәләр, ә бына радиола дөрөҫ итеп төҙөлгән рекламалар нервыларҙы ҡаҡшатмай һәм тыңлаусылар икенсе каналға күсерергә лә ашыҡмайҙар. Фән күҙлегенән ҡарағанда башҡорт радиорекламалар стилистик яҡтан бөтөнләй тикшерелмәгән тип әйтһәң дә була. Шуға күрә беҙҙең дипломыбыҙҙың темаһы бик актуаль булып тора.

Проблеманың өйрәнелеү кимәле. Тәүгеләрҙән булып А.З.Звиновьев стилистикаға иғтибар бүлә: ул художестволы әҫәрҙең телен өйрәнә, тикшерә башлай.

Үткән быуаттың һуңғы илле йылы эсендә стилистикаға ҡағылышлы байтаҡ китап, уҡыу әсбаптары донъя күрә, тиҫтәнән ашыу кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлана. Был өлкәлә рус, украин, белорус һәм эстон ғалимдары айырыуса активлыҡ күрһәтә. А.С.Орлов, Б.В.Томашевский, Н.В.Черемисина, А.Киселев, В.Г.Костомаров, М.Кожинин, Д.Э.Розенталь, А.В Степанов, П.Я.Хавин, Н.Г. Листвинов, И.К.Белодед, Н.И.Тоцкая, И.И.Дацюк, И.З.Петличный, А.М.Адамович, Л.А.Ванкович, А.Кииндюк кеүек лингвистарҙың хеҙмәттәрен миҫалға килтерергә мөмкин. 1954 йылда “Вопросы языкознания” журналында стилистика буйынса фәнни дискуссия булып үтә, унда элекке СССР-ҙың күп лингвистары ҡатнаша. Аҙаҡтан академик В.В.Виноградов был дискуссияға йомғаҡ яһаған. Төрки тел ғилемендә стилистика һәм художестволы әҫәрҙең теле асылда ошо дискуссиянан һуң ғына тикшерелә башлай. Бында Я.Чунгаев, Ж.Хамдамов, А.Ш.Шамаксудов, М.Джакинбеков, С.Н.Муртузаев, А.Рөстәмов, М.Хөсәйенов, А.А.Кямилева, Б.К.Манасбаев, А.Әхмәтов, В.Х.Хаков, А.Ҡорбанов, С.Турабекова, Г.Х.Ахунйәнов, М.Мамедов, А.Аннамамедов, С.Байлиев, Д.Мамедкулиев, М.Рахматуллаева, И.Кучкартаев, М.Я.Турабова һәм М.А.Бельбаеваның хеҙмәттәрен күрһәтергә була.

Ғөмүмән алғанда, төркмән, үзбәк һәм әзербайжан телселәре художестволы әҫәрҙәренең теле менән стилистика мәсьәләләренә күберәк иғтибар итә. Был – ыңғай күренеш. Шулай ҙа А.Демирчизаде менән М.Балаҡаев, Е.Жанпеисов, М.Томанов, Б.Манасбаевтарҙың китаптарын иҫәпкә алмағанда, төрки телдәренең стилистикаһы әле булһа ла яҙылмаған.

Башҡорт тел ғилемендә лә стилистика кәрәгенсә өйрәнелмәгән. Ҡ.Даян менән Ә.Харисовтың, Ғ.Ғ.Сәйетбатталовт һәм профессор Ж.Ғ.Кейекбаевтың хеҙмәттәрен иҫәпкә алмағанда, башҡорт лингвистикаһында стилистика мәсьәләләренә арналған махсус монографиялар бик аҙ.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты. Диплом эшенең маҡсаты булып радиорекламаларҙы стилистик яҡтан анализлау тора. Алда әйтелгәндәрҙән сығып, донъя күргән хеҙмәттәргә таянып һәм үҙебеҙҙең күҙәтеүҙәребеҙҙе барлап, түбәндәге бурыстар билдәләнде:

- стилистиканың фән булараҡ өйрәнелешенә күҙәтеү яһау;

- публицистик стилгә күҙәтеү яһау;

- радиорекламаларҙы анализлау;

- мәктәптә стилистиканың өйрәнелеү кимәлен тикшереү

Тикшереүҙең теоретик һәм методологик нигеҙе. Хеҙмәттең методологик нигеҙен ғалимдарҙың ғилми хеҙмәттәре тәшкил итте. А.С.Орлов, Б.В.Томашевский, Н.В.Черемисина, А.Киселев, В.Г.Костомаров, М.Кожинин, Д.Э.Розенталь, А.В Степанов, П.Я.Хавин, Н.Г. Листвинов, И.К.Белодед, Н.И.Тоцкая, И.И.Дацюк, И.З.Петличный, А.М.Адамович, Л.А.Ванкович, А.Кииндюк Я.Чунгаев, Ж.Хамдамов, А.Ш.Шамаксудов, М.Джакинбеков, С.Н.Муртузаев, А.Рөстәмов, М.Хөсәйенов, А.А.Кямилева, Б.К.Манасбаев, А.Әхмәтов, В.Х.Хаков, А.Ҡорбанов, С.Турабекова, Г.Х.Ахунйәнов, М.Мамедов, А.Аннамамедов, С.Байлиев, Д.Мамедкулиев, М.Рахматуллаева, И.Кучкартаев, М.Я.Турабова һәм М.А.Бельбаеваның хеҙмәттәрен ҡараныҡ.

Башҡорт лингвистары. Ҡ.Даян менән Ә.Харисовтың, Ғ.Ғ.Сәйетбатталовт һәм профессор Ж.Ғ.Кейекбаевтың монографияларына айырым иғтибар бирҙек.

Тикшеренеүҙең материалдары һәм сығанаҡтары. «Радирекламаның стилистик үҙенсәлектәре темаһын өйрәнгәндә уларҙы фактик материалдар менән иҫбатлар өсөн миҫалдар радионан материалдар йыйҙыҡ, Н. Сәлимовтың «Башҡорт теленең публицистик стиле» исемле китабын ҡулланыҡ һәм бик күп гәзит-журналдарға байҡау яһаныҡ.

Тикшеренеү методтары. Диплом эшен яҙғанда тел ғилемендә йыш ҡулланылған, традицион булған тикшеренеү алымдары, атап әйткәндә сағыштырыу, күҙәтеү, эҙләнеү, тасуирлау методтары ҡулланылды.

Тикшеренеү эшебеҙҙең ғилми яңылығы. Ғөмүмән алғанда стилистика фәне яҡшылап өйрәнелмәгән, ә радиорекламаларҙың стилистикаһына арналған хеҙмәттәр, айырым мәҡәләләрҙе һынамағанда бөтөнләй юҡ тиерлек.

Тикшеренеү эшенең теоретик һәм практик әһәмиәте. Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре был өлкәлә алып барыласаҡ артабанғы хеҙмәттәрҙә ҡулланыла ала.

Диплом эшенең структураһы. Сығарылыш квалификация эше инештән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора. Өс өлөштән торған был эш төрлө ғалимдарҙың ҡараштары, фекерҙәре менән һуғарылып, асылда бер ҡалыпҡа тупланып, тулыһынса диплом темаһын аса. Яҙма хеҙмәтебеҙ, төрлө ғилми сығанаҡтарға, шулай уҡ башҡорт һәм рус ғалимдарының хеҙмәттәренә таянып яҙылды.

Инештә теманың актуаллеге күрһәтелде, маҡсат һәм бурыстар ҡуйылды, объектты өйрәнеү методтары билдәләнде, фәнни яңылыҡ булараҡ хеҙмәттең әһәмиәте асылды.

Эшебеҙҙең тәүге бүлегендә стилистикаға байҡау яһаһаҡ, икенсе бүлектә, дөйөм радиорекламаға күҙәтеү яһалды, йыйылған материалға анализ эшләнде. Өсөнсө бүлектә

Фрагмент работы

I бүлек. БАШҠОРТ РАДИОРЕКЛАМАҺЫНЫҢ СТИЛИСТИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕН ӨЙРӘНЕҮҘЕҢ ТЕОРЕТИК НИГЕҘҘӘРЕ

1.1 Стилистика тураһында төшөнсә уның өйрәнелеү кимәле

Cтилистика – тел ғилеменең бер бүлеге. Ул – уй фекерҙе сағылдырыу, тасуирлау саралары системаһын өйрәнеүсе фән. [1:5] Стиль һүҙе хәҙерге башҡорт теленә Көнбайыш Европа телдәренән урыҫ әҙәби теле аша килеп ингән. Ул латин телендәге stylus, гректарҙағы stylos һүҙенән алынған һәм яҙыу өсөн тәғәйенләнгән таяҡты белдергән Тора – бара был һүҙҙең мәғәнәһе үҙгәргәнт һәм киңәйгән. Ваҡыттар үтеү менән, айырым бер эпоханың, билдәле бер тарихи осорҙоң, сәнғәт мәктәбенең стиле хаҡында һөйләй башлағандар. XVIII-XIX быуаттарҙа “стиль” һүҙе күберәк әҙәбиәткә ҡарата ҡулланылған. Ул, бер яҡтан, художестволы ижадтың үҙенсәлеген күрһәтеү өсөн хеҙмәт итһә, икенсе яҡтан, билдәле бер яҙыусының яҙыу маныраһын белдерә. Мәҫәлән: Мәжит Ғафури стиле, Рәшит Ниғмәти стиле, Дауыт Юлтый стиле һәм башҡалар.

Дөйөм тел ғилемендә, шул иҫәптән тюркологияла ла стилистика тейешле кимәлдә өйрәнелмәгән. Стилистиканың тикшерелеү, өйрәнелеү тарихына килгәндә, шуны әйтергә кәрәк: 1917 йылғы революцияға тиклем лингвистар уны әҙәбиәт фәненең, бигерәк тә поэтиканың бер бүлеге итеп ҡаралған. Профессор А. Пешковскийҙың фекеренсә, стилистика, тел менән эш иткәнлектән, әҙәбиәттән бигерәк тә тел ғилеменә яҡын тора.

Тәүгеләрҙән булып А.З.Звиновьев стилистикаға иғтибар бүлә: ул художестволы әҫәрҙең телен өйрәнә, тикшерә башлай.

Үткән быуаттың һуңғы илле йылы эсендә стилистикаға ҡағылышлы байтаҡ китап, уҡыу әсбаптары донъя күрә, тиҫтәнән ашыу кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлана. Был өлкәлә рус, украин, белорус һәм эстон ғалимдары айырыуса активлыҡ күрһәтә. А.С.Орлов, Б.В.Томашевский, Н.В.Черемисина, А.Киселев, В.Г.Костомаров, М.Кожинин, Д.Э.Розенталь, А.В Степанов, П.Я.Хавин, Н.Г. Листвинов, И.К.Белодед, Н.И.Тоцкая, И.И.Дацюк, И.З.Петличный, А.М.Адамович, Л.А.Ванкович, А.Кииндюк кеүек лингвистарҙың хеҙмәттәрен миҫалға килтерергә мөмкин. 1954 йылда “Вопросы языкознания” журналында стилистика буйынса фәнни дискуссия булып үтә, унда элекке СССР-ҙың күп лингвистары ҡатнаша. Аҙаҡтан академик В.В.Виноградов был дискуссияға йомғаҡ яһаған. Төрки тел ғилемендә стилистика һәм художестволы әҫәрҙең теле асылда ошо дискуссиянан һуң ғына тикшерелә башлай. Бында Я.Чунгаев, Ж.Хамдамов, А.Ш.Шамаксудов, М.Джакинбеков, С.Н.Муртузаев, А.Рөстәмов, М.Хөсәйенов, А.А.Кямилева, Б.К.Манасбаев, А.Әхмәтов, В.Х.Хаков, А.Ҡорбанов, С.Турабекова, Г.Х.Ахунйәнов, М.Мамедов, А.Аннамамедов, С.Байлиев, Д.Мамедкулиев, М.Рахматуллаева, И.Кучкартаев, М.Я.Турабова һәм М.А.Бельбаеваның хеҙмәттәрен күрһәтергә була.

Ғөмүмән алғанда, төркмән, үзбәк һәм әзербайжан телселәре художестволы әҫәрҙәренең теле менән стилистика мәсьәләләренә күберәк иғтибар итә. Был – ыңғай күренеш. Шулай ҙа А.Демирчизаде менән М.Балаҡаев, Е.Жанпеисов, М.Томанов, Б.Манасбаевтарҙың китаптарын иҫәпкә алмағанда, төрки телдәренең стилистикаһы әле булһа ла яҙылмаған.

Башҡорт тел ғилемендә лә стилистика кәрәгенсә өйрәнелмәгән. Ҡ.Даян менән Ә.Харисовтың, Ғ.Ғ.Сәйетбатталовтың һәм профессор Ж.Ғ.Кейекбаевтың хеҙмәттәрен иҫәпкә алмағанда, башҡорт лингвистикаһында стилистика мәсьәләләренә арналған махсус монографиялар бик аҙ.

1996 йылда СССР Фәндәр академияһының тел ғилеме институты Ашхабадта СССР халыҡтары телдәренең стилистикаһына арналған махсус ғилми конференция уҙғарыла. Был конференция стилистика мәсьәләләренә асыҡлыҡ индерә.

Башҡорт теленең стилистикаһы ике ҙур бүлектән – лингвистик стилистика менән функциональ стилистиканан тора. Лингвистик әҙәбиәттә “грамматик стилистика” тигән термин айырыуса киң таралған.Был термин үҙ эсенә морфология менән синтаксистың ғына стилистик үҙенсәлектәрен үҙ эсенә ала. Ә лексиканың стилистик үҙенсәлектәре грамматик стилистиканан ситтә тороп ҡала, шуға күрә лә “лингвистик стилистика” терминын дөрөҫөрәк, уңышлыраҡ тип иҫәпләнә.

Лингвистик стилистикала лексиканың, морфологияның һәм синтаксистың стилистик үҙенсәлектәре ҡарала, ә функциональ стилистикала халыҡтың йәнле һөйләү теле стиле, халыҡ ижады стиле, художестволы стиль, ғилми стиль, ижтимағи-сәйәси йәки публицистик стиль һәм рәсми йәки эш ҡағыҙҙары стиле тикшерелә.[1,6]

Лингвистик стилистиканың лексикаһы үҙ эсенә синоним, омоним, антоним, полисемия, эвфемизм, архаизм, неологизм, идиомаларҙы һәм фразеологизмдарҙың стилистик үҙенсәлектәрен ала: морфологияһы исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым, рәүеш, бәйләүес, теркәүес, киҫәксә һәм модаль һүҙҙәрҙең стилистик үҙенсәлектәрен өйрәнә; синтаксисында һүҙбәйләнеш, эйә менән хәбәрҙең ярашыуы, тиң киҫәкле һөйләмдәр, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе, айырымланған эйәрсән киҫәктәр, хәл әйтемдәре, кәм һөйләмдәр, бер составлы һөйләмдәр, теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр, синтетик (килеш ялғаулы), аналитик (бәйләүес йәки теркәүесле), аналитик-синтетик эйәртеүле ҡушма синтаксик конструкциялар, асыҡ (тиң) һәм ябыҡ (тиң булмаған) структуралы күп эйәрсәнле, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙең һәм теҙемдәрҙең (периодтарҙың) стилистик үҙенсәлектәре ҡарала.

Халыҡтың йәнле һөйләү теле стиле башҡорт теленең төп һүҙлек фонды менән грамматик төҙөлөшөнә таяна, был стилдә билдәле бер һөйләштең, диалектик үҙенсәлеге асыҡ сағыла, теркәүестәр бик һирәк ҡулланыла, кәм һөйләмдәр менән бер составлы һөйләмдәр өҫтәнлөк итә, һүҙҙәрҙең ҡәҙимге тәртибе эҙмә-эҙ һаҡланмай. Был стиль бүтән стилдәрҙән үҙенең “тәртипһеҙ” булыуы менән айырылып тора, сөнки кеше үҙенең туған телендә һөйләгәндә йәки һөйләшкәндә телмәренә талапсан булмай, уға артыҡ контроль яһамай. Һәр бер кешенең һөйләү стиле уның белем,дөйөм культура кимәленә тығыҙ бәйләнгән.

Халыҡ ижады стиле уның йәнле һөйләү стиленә нигеҙләнгән. Шул уҡ ваҡытта ул шымартылған, эшкәртелгән телдең иң беренсн өлгөһөн тәшки итә. Башҡорт әҙәби теле халыҡ ижады стиле нигеҙендә XII-XIV быуаттарҙа уҡ барлыҡҡа килгән. Был фекерҙе ҡобайырҙар менән эпостар дөрөҫләй. Халыҡ ижады стилендә әкиәт, йыр, бәйет, сеңләү, легенда, мәҡәл, әйтем, йомаҡ, эпос, ҡобайыр стилдәре бүленеп йөрөтөлә.

Художестволы стиль иң бай һәм ҡатмарлы стиль һанала. Бында, бер яҡтан, проза, поэзия, драма әҫәрҙәренең стилдәре тикшерелһә, икенсе яҡтан, һәр бер яҫҙыусының индивидуаль стиле өйрәнелергә тейеш.

Ғилми стиль, нигеҙҙә, рус теленән башҡортсаға тәржемә ителгән математика, физика, биология, география, химия фәндәре буйынса төҙөлгән дәреслектәргә һәм ваҡытлы матбуғатта баҫылып килгән төрлө фәнни мәҡәләләргә таянып үҫә. Башҡорт теленең ғилми стиленә рус теленең ғилми йоғонтоһо көслө.

Ижтимағи-сәйәси публицистик стиль тип тарих, политик экономия, философия, фәнни комунизм, газета һәм ижтимағи-сәйәси журналдар стиле йөрөтөлә.

Рәсми йәки эш ҡағыҙҙары стиленә төрлө ҡарар, указ, приказ, акт, договор, ғариза, танытма, справка, протокол, автобиография, характеристика стилдәре инә. Был стиль башҡа стилдәрҙән үҙенең даими һәм “консерватив” булыуы менән айырылып тора. Бында электән йәшәп килгән трафарет алымдар ҙур урын биләй.

Ваҡыт үтеү менән, һәр бер стиль камиллаша, ҡатмарлана һәм байый бара.

Ижад иткәндә аналитик фекерләү бик ҙур роль уйнай. Ул – асылда логик фекерләү менән образлы, художестволы фекерләүҙең үҙенсәлекле синтезы. Аналитик фекерләү телдә күберәк тиң киҫәкле, айырымланған эйәрсән киҫәкле, айырымланған эйәрсән киҫәкле, хәл әйтемле ябай тарҡау һөйләмдәр, асыҡ структуралы һәм ябыҡ структуралы ҡатмарлы синтаксик конструкциялар ярҙамында белдерелә. Был категорияларҙан тыш тасуирлауҙы, шул иҫәптән художестволы тасуирлауҙы, күҙ алдына баҫтырыу бөтөнләй мөмкин түгел. Стилистик яҡтан оҫта төҙөлгән бындай синтаксик конструкциялар әҙәби телдең үҫеше кимәлен билдәләй. Миҫал килтерәйек: Беҙ киләсәк быуынға, Ағиҙел һыуы мәңге аҡҡан кеүек, Урал тауҙары мәңге торған кеүек, әсәләр үҙҙәренең балаларын күкрәк һөттәре менән мәңг имеҙгән кеүек, бергә ҡойолған ҡан менән нығытылған, уртаҡ дан менән балҡыған дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ байрағына мәңге тоғро булығыҙ, тип васыят әйтәбеҙ. (М.Кәрим.) Был ҡатмарлы синтаксик конструкцияла образлы, художестволы тасуирлау ҙа, тәрән мәғәнә лә, аналитик фекерләү ҙә, ялҡынлы публицистика ла бар. Ошо уҡ публицистика жарынан йәнә бер һөйләм: Ә.Бикчәнтәев утыҙынсы йылдар башында Башҡортостанда нефть ятҡылыҡтарын асыуға бәйле ваҡиғаларҙы тарихи социаль һәм милли психологик ҡаршылыҡтарында кәүҙәләндереп, ә Кирәй Мәргән һуғыштан һуңғы осорҙа нефть сығарыусылар сафына яңы, профессиональ әҙерлекле милли кадрҙар килеүен шулай уҡ ғәйәт ҡыҙыҡлы һүрәтләп, улар тормошҡа юғарыраҡ баҫҡыстан, тотош бер “милли күҙлектән”, башҡорт халҡының социалистик милләт булып ойошоу яҡтылығынан ҡарайҙар, киңерәк күрәләр. (Н.Зарипов.) Күренеүенсә, был да – оҙон һөйләм, ләкин бында тасуирлау ҙа, тәрән мәғәнә лә, аналитик фекерләү ҙә бик самалы, тик һүҙҙәр теҙмәһе генә бар. Тимәк,һәр бер һөйләм аналитик фекерләүҙе сағылдыра алмай.

1.2 Функциональ стиль булараҡ публицистик стиль

Стиль күренеше тел ғәмәлгә ашырылған саҡта – телмәр ағышында – билдәле экстралингвистик фактар йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Шуға күрә функциональ стилдәрҙе һәм уларҙың эске бүленешен төркөмләгәндә, лингвистик үҙенсәлектәр бер ҡатар, экстралингвистик факторҙар (йәғни телмәрҙең маҡсаты, бурыстары, аралашыу урыны һәм даирәһе) нигеҙе рәүешендә алына.

М. Н. Кожина билдәләүенсә, функциональ стиль – ул ижтимағи эшмәкәрлектең билдәле бер өлкәһенә тура килгән телмәрҙең үҙенсәлекле характеры [Кожина, 49]

И. Б. Голуб функциональ стиль тип, тарихи ерлектә барлыҡҡа килеп, социаль йәһәттән аң-зиһен тарафынан ҡабул ителгән, кешеләр аралашыуының теге йәки был өлкәһендә ҡулланылған телмәр саралары системаһын атай. (Голуб, )

Функциональ стиль, ти И.Р. Гальперин, - ул телмәрҙә бер-береһенең ҡулланылыуын талап иткән һәм мәғлүмәт еткереү өсөн билдәле маҡсатта файҙаланылған тел саралары системаһы (Гальперин)

Күренеүенсә, функциональ стиль төшөнсәһен дә ғалимдар төрлөсә билдәләй.

Функциональ стилдәр – аралашыу процесында әҙәби телдең төрлөсә файҙаланыуынан килеп тыуған төрҙәре. Рәсми даирәләрҙә, ғаиләлә, йәғни үҙ-ара аралашҡанда, фән һәм башҡа өлкәләрҙә уй-фекерҙе тасуирлағанда, бер үк тел төрлөсә ҡулланыла. Улар (функциональ стилдәр), Б.Н. Головин билдәләүенсә, телмәр стилдәрендә ғәмәлгә ашырыла, шуға күрә уҡыусылар матур әҙәбиәт, публицистик, фәнни телмәр стилдәрен иркен айыра ала. (Головин)

Функциональ стилдәрҙе төркөмләү мәсьәләһе әле һаман бәхәсле булып ҡала килә. Бөгөнгө көндә функциональ стилдәрҙе бүлеү мәсьәләһенә ҡарата ике төрлө ҡараш йәшәй. (Кузнецов)

Функциональ стилдәрҙе тел функциялары нигеҙендә бүлеп ҡараған В.В. Виноградов “тел стиле” төшөнсәһе асылда тел функциялары һәм уларҙың реаль бүленеше теорияһы менән билдәләнелә, тип иҫәпләй. Ғалимдың тел функцияларын өс төргә – аралашыу, хәбәр итеү һәм йоғонто яһау – бүлеү нигеҙендә стилдәрҙе төркөмләүе киң таралыу тапты: көндәлек аралышыу-көнкүреш стиле (аралашыу функцияһы), эш ҡағыҙҙары, рәсми документаль һәм фәнни стилдәр (хәбәр итеү функцияһы), публицистик һәм художество – баллетристик стилдәр (йоғонто яһау функцияһы ) (Виноградов)

Хәҙерге ваҡытта функциональ стилдәрҙе ижтимағи аңдың билдәле өлкәләре менән уларға бәйле ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең үҙ-ара бәйләнешенә ҡарап бүлеү принцибына өҫтөнлөк бирелә. Стилгә ҡарата беренсел булараҡ, ижтимағи аң уның үҫешен, ғәмәли хәлен һәм үҫешен билдәләй. Ижтимағи аңдың һәр өлкәһе, теге йәки был уй-фекерҙе сағылдырыу айҡанлы, үҙенә генә хас тел сараларына эйә.

Ғөмүмән, функциональ стилдәрҙе ғалимдар төрлө позициянан сығып айыра. Һөҙөмтәлә стилдең тантаналы, рәсми, сатирик (Гвоздев) шулай уҡ ябай һөйләү, китап, фәнни, рәсми эш-ҡағыҙҙары, публицистик, матур әҙәбиәт (Розенталь) һ.б. төрҙәре барлыҡҡа килде.

Б.Н. Головин хәҙерге әҙәби телдәрҙә түбәнге төп стилдәрҙең урын алыуын билдәләй: художестволы (матур әҙәбиәт), публицистик, фәнни, эш ҡағыҙҙары, ябай һөйләү-көнкүреш (Головин)

Э.Г. Туманян функциональ стилдәргә матур әҙәбиәт стиле, фәнни-техник стиль, публицистик стиль, кәнсәләр –эш ҡағыҙҙары йәки рәсми стиль һәм ябай һөйләү телмәре ҡарай (Туманян)

И.В. Голуб хәҙерге рус телендә түбәндәге китап стилдәрен айырып күрһәтә: фәнни, публицистик, рәсми-эш ҡағыҙҙары. Телдән ғәмәлгә ашырылыуы менән уларға һөйләү телмәре ҡаршы ҡуйыла. Стилдәр системаһында ти ул, матур әҙәбиәт стиле айырым урын биләй. (Голуб)

Д.Э. Розенталь иһә, китап стилдәренә фәнни, рәсми-эш ҡағыҙҙары, публицистик һәм матур әҙәбиәт стилдәре ҡарай, ә ябай һөйләү телмәре телдән ғәмәлгә ашырыла, тигән фекерҙе ҡеүәтләй. (Розенталь)

Шулай итеп, функциональ стилдәрҙе бүлеүҙең экстралингвистик нигеҙе булып ижтимағи аң өлкәләре –фән , хоҡуҡ, сәйәсәт, сәнғәт һ.б. – хеҙмәт итә. Ошоға ярашлы, бөгөнгө рус тел ғилемендә түбәндәге функциональ стилдәр айырып йөрөтөлә: фәнни, рәсми-кәнсәләр, публицистик, матур әҙәбиәт стиле. Ябай һөйләү стиленең экстралингвистик нигеҙе булып көнкүрештәге мөнәсәбәттәр һәм аралашыу өлкәһе сығыш яһай.

Төрки телдәренең(төрөк, әзербайжан, үзбәк, төркмән, ҡаҙаҡ, татар, ҡырғыҙ һ.б.) функциональ стилдәрен А.Н. Баскаков, яҙма һәм һөйләү формаларын тыш, дүрт төркөмгә бүлеп ҡарай:

А) ике жанрҙағы – шиғри һәм проза –матур әҙәбиәт стилдәре;

Б) күп төрлө фәнни-публицистик стиль(фәнни, публицистик, махсус, гәзит һ.б.)

В) эш ҡағыҙҙары стиле(кәнсәләр, рәсми һ.б)

Г) культ стиле (динни, сиркәү һ.б.)

Хәҙерге төрөк телендә түбәндәге төп функциональ стилдәр айырып йөрөтөлә: матур әҙәбиәт стиле, публицистик стиль, фәнни-техник проза теле, эш ҡағыҙҙары һәм юридик стиль, киң аралашыу теле (Баскаков)

Төркмән телендә А. Аннануров әҙәби-ябай һөйләү стилен, матур әҙәбиәт стилен, фәнни стилде, эш ҡағыҙҙары (кәнсәләр) стилен һәм публицистик стилде билдәләй (Аннануров)

Үзбәк әҙәби телендә Т.И. Курбанов функциональ стилдәргә матур әҙәбиәт стилен, публицистик стилде, рәсми-эш ҡағыҙҙары стилен, фәнни һәм ябай һөйләү стилдәрен индерә.(Курбанов)

Килтерелгән фекерҙәрҙе дөйөмләштереп, шуны әйтергә була: хәҙерге рус телендә һәм күпселек төрки телдәрендә ғалимдар нигеҙҙә биш стилде билдәләй: матур әҙәбиәт стиле, публицистик стиль, фәнни стиль, кәнсәләр йәки эш ҡағыҙҙары стиле һәм ябай һөйләү стиле.

Шулай итеп, беҙҙең тикшереү объекты булған публицистик стиль төрлөсә атап йөрөтөлһә лә (публицистик, ижтимағи-публицистик, журналистик-публицистик, гәзит-сәйәси, гәзит һ.б.) функциональ стилдәрҙең береһе булараҡ тел ғилемендә нығыраҡ таныла.

Телдең ижтимағи функцияһын билдәләү нигеҙендә уның стилдәрен, кесе стилдәрен (рус телендә: подстиль) һәм жанрҙарын айырып ҡарарға мөмкин.

Заключение

Беҙ, был сығарылыш квалификация эшебеҙҙә «Башҡорт радиорекламаһының стилистик үҙенсәлектәре һәм стилистиканың мәктәптә өйрәнеү » темаһын асыуҙы маҡсат итеп алдыҡ.

Тикшеренеү эшебеҙҙе яҙғанда өс өлөшкә бүлеп тикшереүҙе урынлы тип таптыҡ. Диплом эше инештән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

Өс өлөштән торған был хеҙмәт төрлө ғалимдарҙың ҡараштары, фекерҙәре менән һуғарылып, асылда бер ҡалыпҡа тупланып, тулыһынса диплом темаһын аса. Инештә теманың актуаллеге күрһәтелде, маҡсат һәм бурыстар ҡуйылды, объектты өйрәнеү методтары билдәләнде, фәнни яңылыҡ булараҡ хеҙмәттең әһәмиәте асылды.

Эшебеҙҙең тәүге бүлегендә дөйөм стилистикаға күҙәтеү яһаныҡ. Беҙҙе ҡыҙыҡһындырған публицистик стилгә айырым туҡталып киттек. Публицистик стилдек өйрәнелеү кимәлен, функциональ стилдәр араһында тотҡан урынын, уға ҡараған жанрҙарҙы тикшерҙек.

Публицистик стиль – хәҙерге рус һәм төрки тел ғилемендә киң танылған функциональ стилдәрҙең береһе. Уны барлыҡҡа килтереүсе кесе стилдәрҙе, беҙҙеңсә, кешеләргә тәьҫир итеү юлдары тип билдәләргә мөмкин. Һәр кесе стиль иһә уҡыусыға, тыңлаусыға йоғонто яһау ысулдарын кәүҙәләндерелгән жанрҙар (хәбәр, мөрәжәғәт, фельетон һ.б.) ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.

Башҡорт әҙәби теленең публицистик стилен ныҡлап өйрәнеү, башҡа стилдәр араһында уның урынын, әҙәби телде үҫтереүҙәге ролен билдәләү, стилистик үҙенсәлектәрен асыҡлау – башҡорт тел ғилемендә күптән өлгөрөп еткән проблема.

Публицистик стиль – ул гәзит-журналдарҙа, радио-телевидениела, ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби пропаганда(өгөт-нәсихәт) сығыштарында ҡулланыусы әҙәби телдең тарихи йәһәттән барлыҡҡа килгән бер функциональ төрө. Уның төп маҡсаты – уҡыусы йәки тыңлаусының аң-зиһененә, хис-тойғоһона йоғонто яһау, уй-фекерҙең логик дөрөҫлөгөнә ирешеү.

Ғөмүмән, телмәр публицистикаһы, беренсе сиратта, радио һәм телевидение жанрҙары, ораторлыҡ сәнғәте махсус төплө тикшереүҙе талап итә. Беҙ иһә был мәсьәләгә ҡыҫҡаса ғына туҡталып үтеү менән сикләндек. Артабан хеҙмәтебеҙҙең икенсе өлөшө “Башҡорт радиорекламаһының психолингвистик нигеҙҙәре” тип аталды. Был өлөштә беҙ үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған радиорекламаға ныҡлап туҡталып киттек. Радиорекламаның үҙенсәлектәрен билдәләнек, төрҙәрен һәм уларҙың ҡулланылышын ҡараныҡ, радиорекламаның етешһеҙлектәрен билдәләргә тырыштыҡ.

Радио һәр ваҡыт тыңлаусының эргәһендә булыуы уның һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә икәнен аңлатмай. Ғәҙәттә тапшырыуҙар көндәлек ығы-зығының фонында ғына тора. Шуға күрә, радиореклама иғтибарҙы үҙенә тартыр өсөн ябай эфир тулҡындарынан үҙенең ҡыҙыҡлығы, эмоционаллеге менән айырылып торорға тейеш.

Артабанғы параграфта реклама төҙөү психологияһын асыҡларға тырыштыҡ һәм рекламаны барлыҡҡа килтереүсе, аудиоспоттың эффектлығын тәьмин итеүсе түбәндәге факторҙарға туҡталдыҡ: реклама һәм станцияның форматы, эфирға сығыу ваҡыты, яңғырау оҙонлоғо, аудиоспоттың структураһы, роликтың оригиналлеге; эмоциональ тьәҫире, текст үҙенсәлеге. Ошо параграфта бирелгән теоретик белемгә нигеҙләнеп беҙ рекламаларҙы анализланыҡ һәм ул өлөшкә “Башҡорт радиорекламаһына психолингвистик анализ” тигән исем бирҙек. Анализ өсөн материалды, йәғни реклама өлгөләрен Башҡортостан телерадиокомпанияһының “Юлдаш” һәм “Ашҡаҙар” каналдарынан йыйҙыҡ. Анализ өсөн 21 рекламаны уңышлы тип таптыҡ. Икенсе бүлектә психолингвистик яҡтан анализлаһаҡ, хеҙмәтебеҙҙең өсөнсө бүлегендә бөтә иғтибарҙы рекламаның стилистик үҙенсәлектәренә йүнәлттек. Рекламаларға морфологик, синтаксик яҡтан ҡылыҡһырлама бирҙек, һүрәтләү сараларын таптыҡ.

Список литературы

1. Амиров Р.К. На стержне жизни. Очерк и современность. – Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. – 236 с.

2. Античные теории языка и стиля. – М.-Л.:Огиз, 1936. – 274с.

3. Арнольд И. В. Стилистика современного английского языка. – Л.: Просвещение, 1973. – 303с.

4. Ахунзянов Т.И. Печать Советской Башкирии. Книга I. – Уфа: Башкирское книжное издательство, 1967. – 347 с.

5. Ахунзянов Т.И. Печать Советской Башкирии. Книга II. – Уфа: Башкирское книжное издательство, 1970. – 363 с.

6. Бабаева А. Газета тили хакида. – Ташкент: Фан, 1983. – 355б.

7. Баимов Р. Н. Шаг в зрелость. – Уфа: Башкирское книжное издательство, 1975. – 190с.

8. Байымов Р.Н. Ижади биҙәктәр. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1977. – 240 б.

9. Балли Ш. Французская стилистика. – М.: Издательство иностранной литературы, 1961. – 356 с.

10. Батырша – выдающийся идеолог и вдохновитель восстания башкир 1775 – 1756 гг. – Уфа: Исполком Всемирного курултая башкир, 2000. – 196 с.

11. Башкирская литература и литературный язык на современном этапе. – Уфа, 1979. – 122с.

12. Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1967. – 709 б.

13. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алты томда. VI том. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. – 582 б.

14. Башҡорт фольклоры: тикшеренеүҙәр һәм материалдар. 2-се сығарылыш. – Өфө: Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, 1995. – 205б.

15. Бейеш Ә. Ғ. Тел хикмәттәре. – Өфө: Китап, 1999. – 143 б.

16. Беззубов А.Н. и др. Современная газетная публицистика.Проблема стиля. – Л.: ЛГУ, 1987. – 235 с.

17. Беседы о русской стилистике. – М.: Знание, 1978. – 274 с.

18. Благова Г.Ф. Бабур-наме. Язык, прагматика текста, стиль. – М.: Восточная литература, 1994. – 403с.

19. Будагов Р.А. Литературные языки и языковые стили. – М.: Высшая школа, 1967. – 268 с.

20. Васильева А.Н. Газетно-публицистический стиль речи. – М.: Русский язык, 1982. – 198 с.

21. Вахитов Ә.Х. Офоҡтар киңәйгәндә. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. – 292 б.

22. Вахитов Ә. Х. Таланттың асылы. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1972. – 280 б.

23. Введенская Л. А. И др. Человеческое слово могучее. – М.: Просвещение, 1984. – 158 с.

24. Вилданов Ә.Х. Аҡмулла яҡтылыҡ йырсыһы. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. – 166б.

25. Вильданов А., Кунафин Г. Башкирские просветители – демократы ХIX века. – М.: Наука, 1981. – 271 с.

26. Виноградов В.В. Стилистика. Теория поэтической речи. Поэтика. – М.: Издательство АН СССР, 1963. – 255 с.

27. Виноградов В.В. Очерки по истории русского литературного языка XVII – XIX веков. – М.: Высшая школа, 1982. – 325с.

28. Вовчик Д.П. Типы и функции метафорических устойчивых словосочетаний в современной газете. – Пермь. 1973. – 261с.

29. Вомперский В.П. Стилистическое учение М.В. Ломоносова и теория трех стилей. – М.: МГУ, 1970. – 210 с.

30. Вопросы истории башкирского литературного языка. – Уфа: БФ АН СССР, 1985. – 89 с.

31. Гвоздев А.Н. Очерки по стилистике русского языка. – М.: Просвещение, 1965. – 408 с.

32. Головин Б.Н. Введение в языкознание. – М.: Высшая школа, 1977. – 274 с.

33. Головин Б.Н. Основы культуры речи. – М.: Высшая школа, 1980. – 341с.

34. Грамматика современного башкирского литературного языка. – М.: Наука, 1982. – 495 с.

35. Даян Ҡ., Харис Ә. Стилистика. – Өфө: Башгосиздат, 1941. – 74 б.

36. Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. – М.-Л., 1948.-276 с.

37. Дмитриев Н.К. Строй тюркских языков. – М.: Восточная литература, 1962. – 606 с.

38. Ефимов А. И. Стилистика русского языка. – М.: Просвещение, 1969. – 262 с.

39. Журбина Е.И. Теория и практика художественно – публицистических жанров. – М.:Мысль, 1962. – 234с.

40. Зайнуллин М.В. Модальность как функционально-семантическая категория: на материалах башкирского языка. – Саратов:Саратовский университет, 1986. – 123с.

41. Ибраһимов С.М. Газета теле. – Казан: Казан университеты, 1971. – 265б.

42. Ибраһимов С.М. Синтаксик стилистика. Студентлар өчен кулланма. – Казан: КДУ, 1989. – 150б.

Покупка готовой работы
Тема: «Стилистические особенности башкирской радиорекламы»
Раздел: Литература и лингвистика
Тип: Дипломная работа
Страниц: 63
Цена: 2200 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы

У нас можно заказать

(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)

Контрольная на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Решение задач на заказ

Решение задач

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Лабораторная работа на заказ

Лабораторная работа

от 200 руб.

срок: от 1 дня

Доклад на заказ

Доклад

от 300 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

42 задания

за последние сутки

10 минут

время отклика