Дипломная работа
«Психологизм в прозе мажита гафури»
- 62 страниц
ИНЕШ.3
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. «ҠАРА ЙӨҘҘӘР» ПОВЕСЫНДА ЯҘМЫШ ТРАГЕДИЯҺЫ.8
1.1. ҒӘЛИМӘ – МИЛЛИОН ҠОРБАНДАРҘЫҢ БЕРЕҺЕ.11
1.2. «ҠАРА ЙӨҘҘӘР» ПОВЕСЫНДА ОБРАЗДАР СИСТЕМАҺЫ.20
ИКЕНСЕ БҮЛЕК. «ТОРМОШ БАҪҠЫСТАРЫ» ӘҪӘРЕНДӘ ХАЛЫҠ АҢЫНДАҒЫ ҮҘГӘРЕШТӘРПРОЦЕССЫ ҺҮРӘТЛӘНЕШЕ.24
2.1. ӘҪӘРҘӘ КЕШЕЛӘРҘЕҢ РЕВОЛЮЦИОН АҢҒА ЭЙӘ БУЛА БАРЫУҘАРЫН КҮРҺӘТЕҮ.26
2.2. ВӘХИТ ЙӘҒӘФӘРОВ ҺӘМ НУРЫЙ СӘҒИТТӘРҘЕҢ РЕВОЛЮЦИЯ ЮЛЫНА БАҪЫУҘАРЫН ҺҮРӘТЛӘҮ.29
ӨСӨНСӨ БҮЛЕК. . МӘЖИТ ҒАФУРИ ПРОЗАҺЫН МӘКТӘПТӘ ӨЙРӘНЕҮ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ.39
3.1. ПРОЗАҺЫН УҠЫТЫУ МЕТОДИКАҺЫ.44
ЙОМҒАҠЛАУ.52
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ.56
Мәжит Ғафуриҙең егерменсе йылдар ижадында проза жанры ҙур урын биләй. Ул революцияға тиклем дә «Фәҡирлек менән үткән тереклек», «Аслыҡ йыл йәки һатлыҡ ҡыҙ», «Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын», «Үгәй балалар», «онотолған енәйәт», «Һалдат ҡатыны Хәмиҙә» кеүек реалистик хикәйәләрен ижад итте. Ә инде һуңғы йылдарҙағы прозаһы тәрән эпик дөйөмләштереүҙәр, тулы ҡанлы художество образдарын тыуҙырыу, халыҡ тормошон киңерәк полотноларҙа күрһәтеүе менән характерлеләр. Айырыуса «Ҡара йөҙҙәр», «Шағирҙең алтын приискеһендә», «Тормош баҫҡыстары» повестәре башҡорт прозаһын үҫтереүҙә әһәмиәтле роль уйнанылар. М. Ғафури прозаһының реалистик көсө шунда: ул үткән тормоштоң ҡәһәрле яҡтарын, тупаҫ, наҙан, ҡомһоҙ, ике йөҙлө эксплуататор синыф вәкилдәренең башҡорт халыҡ культураһының үҫеүенә кәртә булып торған ислам дине әһелдәренең ысын йөҙҙәрен фашлай. Шуныһы характерле: үрҙә һаналған әҫәрҙәрҙең күбеһенең нигеҙендә реаль тормошта булып үткән, шағир үҙе кисергән ваҡиғалар алына, улар әҙәби дөйөмләштерелә һәм типикләштерелә. Уның прозаһының бөтә әҫәрҙәре лә үткән тормошто һүрәтләүгә арналғандар. «Ҡара йөҙҙәр» һәм айырыуса «Шағирҙең алтын приискеһендә» повестәрендә яҙыусы капиталистик тормош хөкөм һөргән мәлдәге ике синыф араһындағы социаль ҡаршылыҡтарҙы, ябай халыҡтың иң кешелекле сифаттарын типик характерҙәрҙә, типик шарттарҙа һүрәтләй.
М. Ғафури башҡорт культураһы үҫешендә ифрат әһәмиәтле урын тота. Партиялылыҡ, халыҡсанлыҡ, гуманизм һәм патриотизм менән һуғарылған уның тәрән йөкмәткеле, юғары художестволы әҫәрҙәре уҡыусыларҙы эстетик тәрбиәләүҙә, коммунизм төҙөүсе совет халҡына ысын идеологик ҡорал ролен үтәйҙәр. М. Ғафури ижадының иң яҡшы традициялары башҡорт әҙәбиәтен артабан үҫтереүҙә көслө йоғонто яһаны.
М. Ғафури ижадында «Тормош баҫҡыстары » повесе ҡатмарлы революцион ваҡиғаларҙы күрһәтеүе менән характерле. Вәхит Йәғәфәровтың тормош баҫҡыстарын үтеп, революционер булып өлгөрөүе был әҫәрҙә уңышлы бирелә. Яҙыусы Сәғитов, Марков образдарында комунистәрҙең халыҡ массаһын тәрбиәләүҙәге ролен, яңы кешеләрҙең формалашыуын, халыҡ массаларының революцион юлға баҫыуҙарын мауыҡтырғыс картиналарҙа оҫта һүрәтләй.
Тикшеренеүҙәрҙең актуаллеге. Бөгөнгө көндә уҡытыуҙың йөкмәткеһен, ысулдарын замана күҙлегенән ҡарау, яңыртыу, дәрестәрҙә эш һөҙөмтәһенең сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре мөһим бурыстарҙың береһе булып ҡала килә. Шуға күрә лә мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙа проза әҫәрҙәрҙе заманса, яңы технологиялар ҡулланып уҡытыу актуалләшә.
Башҡ орт әҙәбиәте прозаһында уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған, заманаға ярашлы әҫәрҙәрҙе билдәләү мөһим. Сөнки үткән быуат әҙәбиәте йәмғиәттең тарихи үҫешен үҙенә һеңдергән, был осор әҙәбиәтендә киләсәк быуынды тәрбиәләү буйынса мөмкинселектәр күп.
Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу буйынса мәктәп программаһында башҡорт классиктары араһында М. Ғафури ижады айырым урын алып тора. Әҙиптең ижады тематикаһы, жанры буйынса бай. Укыусыларға М. Ғафури ижады социаль мәсьәләләрҙе генә хәл итеүгә ҡоролмағанлығын еткереү мөһим. Уның мөхәббәт лирикаһы, дуҫтарына арнап яҙылған ижад емештәре, ғәжәйеп пейзажды һүрәтләгән әҫәрҙәре, психологизм менән һуғарылған тормош күренештәре лә иҫ киткес күп. Яҙыусының ижадында XX быуат башы тормошоноң ғына һүрәтләнмәй, әҙиптең халыҡ, ил яҙмышы, йәшәү мәғәнәһе, тормошта кешенең тотҡан урыны тураһындағы философик уйҙары сағыла.
XXI быуат башында ла М. Ғафури әҫәрҙәре ижад ителгән осорондағы кеүек актуаль булып ҡала, сөнки әҙиптең ижадында намыҫ, ышаныс, кешене аңлау кеүек төшөнсәләр төп мотив булып тора.
Өйрәнелеү кимәле. Мәжит Ғафури ижады төплө өйрәнелгән. Айырым монографиялар баҫылып сыҡҡан, күпләп мәҡәләләр яҙылған, уҡытыусылар өсөн ҡулланмалар бар, биобиблиографиялары донъя күргән, фотоальбомы төҙөлгән, интернет селтәрендә Мәжит Ғафури ижады буйынса айырым сайт булдырылған.
Сығарылыш квалификация эшенең темаһы буйынса материалдарҙы өйрәнеп, беҙ шундай һығымтаға килдек: М. Ғафури ижадын өйрәнеү уҡыусыларҙа уҡыу оҫталығын үҫтереү менән бер рәттән рухи, әхлаҡи тәрбиә сығанағы ла. Шулай уҡ М. Ғафури ижадын өйрәнеүҙә әҙәбиәт ғилемендәге, методикала, психология, педагогикалағы ҡаҙаныштарҙы ла иҫәпкә алынырға тейеш.
М. Ғафури әҫәрҙәрен системалы өйрәнеү уҡыусыларға әҙип ижадына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ.
Тикшеренеү проблемаһының ҡуйылышы. Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә әҙәбиәт дәрестәрендә М. Ғафури ижадын өйрәнеүҙә әҙәбиәт прогаммаһы ҡуйған яңы бурыстар һәм уҡытыуҙағы элекке ысулдар араһында билдәле бер айырылмалыҡтар барлыҡҡа килә. Бының сәбәбе: М. Ғафури ижадын мәктәптә өйрәнеү буйынса заманаға ярашлы яңы методик тикшеренеүҙәрҙең булмауы; уҡытыусыларҙың М. Ғафури ижадын өйрәнеү буйынса замана талаптарына ярашлы яңы юлдар, ысулдар эҙләүе.
Тикшеренеү маҡсаты – М. Ғафури мәктәп программаһына ярашлы М. Ғафури ижадын өйрәнеүҙе фәнни нигеҙҙәрен билдәләү; М. Ғафури ижадын системалы өйрәнеү методикаһын эшләү.
Тикшеренеү объекты - М. Ғафури ижадын өйрәнеү процысы.
Тикшеренеү предметы – М. Ғафури ижадынөйрәнеүҙең методик системаһы.
Тикшеренеү гипотезаһы. М. Ғафури ижадын системалы өйрәнеү эффектлы буласаҡ, әгәр:
– М. Ғафури ижады дәрестәрҙә лә, дәрестән тыш та системалы өйрәнелһә;
– М. Ғафури ижадының поэтик үҙенсәлектәре мәҙәни традициялар контексында ҡаралһа;
– дәрестәге һәм кластан тыш эштәр уҡытыу һәм тәрбиәнең бөтөн бер процесына буйһондоролған булһа.
Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү һәм гипотезаны тикшереү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
1. XX быуат башы баҡорт әҙәбиәтендә М. Ғафури ижадының тотҡан урынын билдәләү;
2. Тикшерелгән проблема буйынса әҙәбиәт ғилеме, методик, психологик, педагогик хеҙмәттәрҙә анализ яһау;
3. М. Ғафури ижадын бөгөнгө көндә мәктәптә өйрәнеү торошон билдәләү;
Ҡуйылған бурыстар түбәндәге методтар ярҙамында хәл ителә:
– М. Ғафуриҙың XX быуат башы башҡорт әҙәбиәтендә М. Ғафури ижадының тотҡан урынын билдәләү;
– тикшеренеү проблемаһы буйынса әҙәбиәт ғилеме, психология, педагогика буйынса сығанаҡтарҙы өйрәнеү;
– уҡыу программаһы, дәреслектәрҙе, башҡорт әҙәбиәте буйынса хрестоматияларҙы анализлау.
Тикшеренеүҙең фәнни яңылығы:
1. М. Ғафуриҙың XX быуат башы башҡорт әҙәбиәтендә М. Ғафури ижадының тотҡан урынын билдәләнде;
2. М. Ғафури ижадын өйрәнеүҙең методик системаһы эшләнде.
3. М. Ғафури ижадын өйрәнеү буйынса дәрес һәм кластан тыш уҡыу материалдарын һайлау критерийҙары тәҡдим ителде.
Тикшеренеүҙәрҙең практик әһәмиәте. Тикшеренеүҙәр материалы мәктәптә әҙәбиәт дәрестәрен өйрәнгәндә, М. Ғафури ижады буйынса лекциялар уҡығанда, филолог-студенттар практика үткәндә, дәрескә әҙерләнгәндә, яҙыусының ижадын өйрәнгәндә индивидуаль, кластан тыш эштәр буйынса материаль булараҡ ҡулланыла ала.
Эштең структураһы. Сығарылыш квалификация эше инеш, өс бүлектән, йомғаҡлау, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.
I БҮЛЕК. ҠАРА ЙӨҘҘӘР ПОВЕСЫНДА ЯҘМЫШ ТРАГЕДИЯҺЫ
Башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы яҙыусыларҙың береһе, башҡорт һәм татар әҙәбиәттәренең классигы Мәжит Ғафуриҙың үлемһеҙ ижады мәктәптәрҙә лә, юғары уҡыу йорттарында ла киң өйрәнелә. Халыҡ шағирының бигерәк тә Совет власы йылдарында яҙған проза әҫәрҙәре ҙур идея эстетик әһәмиәткә эйә. Улар яңы тормошҡа актив мөнәсәбәт һәм ғорурланыу пафосы менән һуғарылған. Шул уҡ ваҡытта Совет осоронда ла М. Ғафури яңы заман юғарылығын үткәндең серек әхлағын, капиталистик мөнәсәбәттәрҙең ябай хеҙмәт кешеһен социаль яҡтан ғына түгел, милли һәм дини яҡтан да иҙеүен, кәмһетеүен, кеше рухын емереүен, хатта уны аҡрынлап физик йәһәттән дә юҡҡа сығарыуын тәрән реалистик картиналарҙа күрһәткән. «Ҡара йөҙҙәр» повесы – яҙыусының ошо йәһәттән иң әһәмиәтле әҫәрҙәренең береһе. Дин бында кешене рухи иҙеү ҡоралы итеп күрһәтелә. Ул – капиталистик йәмғиәттең серек әхлағын яҡлаусы, хеҙмәт кешеһенең яҡты һыҙаттарын юҡҡа сығарыусы. М. Ғафури был повесен 1923 йылда уҡ яҙа башлай, әҫәрҙең күләме артыҡ ҙур булмауға ҡарамаҫтан, яҙыусы уны 1926 йылда ғына тамамлай. Әҙип уны ҡат-ҡат төҙәтә, айырым главаларын яңынан яҙа.
«Ҡара йөҙҙәр» – идея-эстетик йәһәттән дә, әҙәби-художестволы эшкәртелеүе яғынан да М. Ғафуриҙең иң күренекле проза әҫәре. Ул яҙыусының ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышына арналған күп кенә әҫәрҙәренең («Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын» (1907), «Татар ҡатыны» (1908), «Болгар ҡыҙы Айһылыу» (1910), «Йәш ҡыҙҙар» (1010), «Зәйнәп сабыр иткән ине, ахырҙа сабыр итә алманы» (1911), «Һалдат ҡатыны Хәмиҙә» (1915), «Ила» (1915)) һығымтаһы, синтезе булып тора.
М. Ғафури был әҫәрен үҙенең бала сағындағы хәтирәләргә, үҙе күргән ваҡиғаларға таянып, уларҙы яңы сюжеткә ҡойоп, Сафия исемле апаһының бәхетһеҙ яҙмышынан сығып, был яҙмышты үҙ фантазияһы нигеҙендә үткерләштереп яҙа. Быны автор үҙенең «Тәржемәи хәлем» тигән автобиографик очерегендә асыҡлап та китә.
Повесть тыныс ҡына аҡҡан ауыл көнкүрешендә көтөлмәгән бер ваҡиға, ғәҙәттән тыш бер хәл булыуын, уның мәҙрәсәне генә түгел, бөтә ауылды ҡуҙғытыуын хикәйәләү менән асыла. Көндәгесә шәкерттәр һабаҡ тыңлай, мулла дәрес бирә, мәҙрәсә һәүетемсә үҙ тормошо менән йәшәй. Ошо атмосфера ҡапыл боҙола: ғауға ҡуптарып, моштомдар килеп тула. Яҙыусы повестә һүрәтләгән ситуацияның ана шулай бик һирәк осрай торған хәл икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Әммә ошо һирәк осрай торған хәлдең ул осор өсөн типиклеген автор ҡыҙ мненән егеттең һөйләшеп кенә тороуын да оло гөнаһҡа һанап хөкөмгә килтереүҙә күрә. Ваҡиғаның ошо яғына баҫым яһай. Һәм, ысынлап та, Ғәлимәнең яҙмышы аяныс фажиғә менән бөтә. Повестең сюжете төҫкә һылыу, эшкә егәрле һәм яҡты күңелле Ғәлимәнең драматик кисерештәрен уның ике туған энеһенән һөйләтеүгә ҡоролған. Саф күңелле, шул уҡ ваҡытта бер ҡатлы шәкерт тарафынан һөйләнгәнгә күрә лә повесть бер планлы. Ул Ғәли шәкерт ни күрә, ни белә, нимәне хәтерләй, нисек кисерә, нимә уйлай, шуларҙы тасуирләүҙән тора.
Яҙыусы социаль-психологик анализде оҫта файҙалана. Ғөмүмән, повесть ҙур социаль йөкмәткеле ваҡиғаны һүрәтләй. Бында ҡыҙ яҙмышын психологик планда анализләй һәм һығымталар яһай барып, аҙаҡ килеп, «миллион ҡорбандарҙың береһе ул» тип синтезләп ҡуйыу бик тәбиғи яңғырай. Социаль-психологик планда һүрәтләү өсөн, автор Ғәлиҙең йәш сағында, «бынан утыҙ йылдар элек» күргәнен хәҙер килеп, йәғни 1923 – 1926 йылдарҙа, инде күпте күргән, ҙур тормош тәжрибәһе булған совет кешеһенән хәтерләтеү алымын ҡуллана. Тимәк, повестә һөйләнгән ваҡиғалар менән уның яҙылыу датаһы араһында утыҙ йыл ятыуы автор өсөн ябай бер хәл генә түгел. Ул – әҫәр композицияһын, сюжетен, уның реалистик асылын һәм, иң мөһиме, идея-художество концепцияһын формалаштырыуҙа билдәле роль уйнаусы бер фактор. Автор өсөн бындай ситуацияның реаллеге ҡиммәт. Шуға ла ул повестәге ваҡиғаларҙың ысынлығын үҙенең автобиографияһында билдәләп үтә лә инде. Яҙыусы ошо нигеҙҙә үҙе ижад иткән әҫәрҙең реалистик асылын ғына түгел, типиклеген дә асыкларға ынтыла. Был йәһәттән Ғәли шәкерттең образы ҙур урын тота. Сөнки повестәге бөтә ваҡиғалар, Ғәлимәнең күңел драмаһы Ғәлиҙең күҙ алдында, дөрөҫөрәге, уның уй-кисерештәре аша үтә. Саф күңелле, яҡты ҡарашлы, эскерһеҙ, ихлас характерле Ғәли яҙыусыға ул осорҙағы ауыр, ғазаплы тормошто, халыҡтың бөтә йәһәттән дә иҙелеп йәшәүен тағы ла конкретерәк, тағы ла асығыраҡ итеп күрһәтеү өсөн бик уңайлы тойола.
М. Ғафури үҙенең бөтә проза әҫәрҙәренән ошо повесть өҫтөндә айырыуса ҙур тырышлыҡ менән эшләгән һәм уның тураһында, минең иң яҡшы хеҙмәтем, тип һөйләй торған булған. «Ҡара йөҙҙәрҙең» – геройҙары Закир менән Ғәлимәнең яҙмышы уның үҙен дә бик ныҡ тулҡынландырған. Язаланыуҙан һуң аҡылынан яҙып, ҡыш көнө мәкегә ташланып һәләк булған, «иҫке тормоштоң миллиондарса ҡорбандарҙың береһе» Ғәлимә менән М. Ғафури ҙур ҡайғы кисереп хушлаша.
1.1. ҒӘЛИМӘ – МИЛЛИОН ҠОРБАНДАРҘЫҢ БЕРЕҺЕ
Мәжит Ғафури «Ҡара йөҙҙәр» повесында иҫке тормоштоң барлыҡ кире яҡтарын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуймай. Уны бер генә әҫәрҙә сисергә мөмкин дә түгел, әлбиттә. М. Ғафури был повесында иҫке тормоштоң бер яғын – синфи йәмғиәттә диндең, шәриғәттең һәм дин менән нығытылған иҫке ғөрүф-ғәҙәттәрҙең физик яҡтан ғазапланған хеҙмәт эйәһе, халҡы өсөн рухи иҙеүҙең бер төрө булып торғанын һәм хеҙмәт эйәләрендә был ауыр иҙеүгә ҡаршы көрәш сатҡылары ҡабына башлауын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ала.
Татар һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының йәмғиәттәге ролдәре, ғайләләге тормоштары иҫкиткес бер аяныс хәлдә була. Уларҙың бәхетһеҙлеге, хоҡуҡһыҙлығы ҡөрьән һәм дин менән беркетелә. Ә татар һәм башҡорт муллалары ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҙеүҙе тағын да көсәйтәләр. Бына шуға ла М. Ғафури повесть үҙәгенә Ғәлимәнең ҡыҙғаныс яҙмышын һүрәтләүҙе ала һәм уны төп образ итеп бирә. Ғәлимә трагедияһының типиклығы аша синфи йәмғиәттә диндең ысын ҡара йөҙө асыла. [Н. Юзеев, 1955: 102.]
М. Ғафури «Ҡара йөҙҙәр» повесында, Ғәлимәне, «иҫке тормоштоң миллион ҡорбандарының береһе» тип атай. Унда иҫке тормоштоң ҡурҡыныс бер күренеше – муллаларҙың ҡатын-ҡыҙҙарҙы оятһыҙ рәүештә мәсхәрәләүҙәре, кешене мораль һәм физик яҡтан бөлгөнлөккә төшөрөп һәләк итеүҙәре реалистик алымдар менән һүрәтләнелгән. Ул һылыу ауыл ҡыҙы, «тау шишмәһе» кеүек саф күңелле Ғәлимәнең фажиғәле тормошон ҡот осҡос картиналар менән тасуир итә. Уның йәш ғүмерен шағир уҫал кешеләр ҡулы өҙөп ташлаған ялан сәскәһе менән сағыштыра. Ғәлимә үҙе йәшәгән ауылдың Закир исемле бер егетен ярата. Ләкин ислам дине һәм шәриғәт тарафынан ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән һөйләшеү-күрешеүҙәре тыйылғанға күрә, улар бер-береһе менән асыҡтан-асыҡ осраша алмайҙар, тик кистәрен, кеше юҡ саҡта ғына, келәт артында ҡасып-боҫоп ҡына күрешергә мәжбүр булалар. Бына шундай күрешеүҙәрҙең береһендә динселәрҙең бер нисә ҡуштаны уларҙы тотоп алалар, Закирҙе бик ныҡ ҡыйнайҙар һәм икеһен бергә ауылдың муллаһы янына мәҙрәсәгә алып киләләр.
Был ваҡиға Ғәлимәнең атаһы Фәхригә лә бик насар тәьҫир итә. Ҡыҙыу ҡанлы һәм хөрәфәттәргә ныҡ ышаныусы Фәхри ҡарт ҡыҙы артынан мәҙрәсәгә килеп инә лә Ғәлимәнең битенә төкөрә һәм ҡыйнай башлай.
Ғәлимә менән Закиргә ниндәй яза биреү тураһында шау-шыу ҡуба. Аңлыраҡ шәкерттәр, бигерәк тә Күгәрсен Сәлим тигән йәш хәлфә, уларҙы яҡлай, улар ғәйепһеҙ тип сыға. Ләкин дөрөҫлөктө яҡлап сығыусы йәш хәлфәнең һүҙе үтмәй. Ауылдағы кулактарҙың ҡуштандары Закир менән Ғәлимәне аҡлауға ныҡ ҡаршы торалар. Кис менән Закирҙе ҡара мунсаға бикләп, өҫтөнән ҡарауыл ҡуялар, ә Ғәлимәне Абдрахман исемле кешенең өйөнә килтереп ябалар.
Икенсе көндө иртә менән хәҙрәт хөкөмө сыға. Закир менән Ғәлимәне биттәренә ҡором һөртөп, иҫке биҙрәләр ҡағып, урам буйлап мәсхәрәләп йөрөтөргә ҡуша. Хәҙрәт хөкөмөн үтәйҙәр. Был хурлауҙар Ғәлимәгә бигерәк тә ауыр тәьҫир итә. Иҫке тормоштоң, дини закондарҙың ҡәһәре әле бының менән генә тамамланмай. Ауылда Ғәлимә тураһында кәмһетеүле һүҙҙәр тарала, был хәлдәргә ҡарата бәйеттәр, йырҙар сығарыла. Ғәлимәнең ата-әсәләре төрлөсә өшкөртөү, ишанға алып барып «дауалау» сараларын күрәләр. Был дини хөрәфәттәр ауырыу ҡыҙҙың нервыларын тағы ла ҡаҡшаталар, ауырыуҙың йәрәхәтенә тоҙ һибәләр. Бына ошолар бөтәһе лә Ғәлимәне аҡрынлап мораль һәләкәткә алып баралар, аҙаҡта Ғәлимә ҡыҙғаныс хәлдә һыуға ташланып һәләк була. [Н. Юзеев, 1955:103]
Мәжит Ғафури Ғәлимәне тормоштоң төп ике осоронда күрһәтә. Беренсе осорҙа – Ғалимәнең иҫкелек менән бәрелешкә кергәнсе, ҡараңғы тормош менән имгәтелгәнсе булған осоро. Ғәлимә – ауылдағы иң матур ҡыҙҙарҙың береһе. Әммә яҙыусы төп иғтибарҙы уның эске мутурлығын асыуға йүнәлтә. Ғәлимә, патриархаль, феодаль һәм капиталистик иҙеүгә лә ҡарамаҫтан, кешелектең матур хистәрен юғалтмайынса һаҡлап килгән хеҙмәт эйәләрендәге ыңғай сифаттарҙы үҙендә туплаған. Бертөрлөлөккә, йәмһеҙлеккә дусар ителгән иҫке тормошло ауылда ул ҡараңғылыҡ батшалығында ялтыраған яҡты нур кеүек булып тора. Шәхси милләтселек тамырын киң йәйгән осорҙағы күңелһеҙлекте лә ул, бер аҙ булһа ла, үҙенең шат тәбиғәте менән емереп тора. Ғәлимә – эште, хеҙмәтте ярата. Ул – урта тормошло крәҫтиән ҡыҙы. Үҙенең сибәрлеге, уңғанлығы һәм эшкә һәләтле булыуы менән ауылдың бөтә халҡы алдында дан тота; шат күңеллелеге, асыҡ йөҙлөлөгө һәм кешегә яғымлылығы, яҡшы мөғәмәләле булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Мәжит Ғафури бик матур детальдәр менән уның өлгөрлөгөн, етеҙлеген, көслөлөгөн, эштә оҫталығын күрһәтә. (Мәҫәлән, бесән йыйыу күренеше). Яҙыусы кешелекле, ҡыйыу, тапҡыр Ғәлимәнең, кеше булараҡ, ирҙәрҙән бер ҙә кәм түгел икәнлегенә баҫым яһай. Нәҡ бына шул сифаттар, уның һәр эштә үҙен ирҙәр менән бер-тигеҙ дәрәжәлә итеп күрһәтеүе, көрьән туҙаны менән томаланған кешеләр йөҙөндә уны күрә алмаусыларҙы тыуҙыра. Был дошманлыҡты тыудырыусы сәбәп – Ғәлимәнең ҡатын-ҡыҙҙар өсөн шәриғәт һәм дин билдәләгән рамкаларҙан ситкә сығыуы, үҙенең рухына ирек талап итеүе, үҙенең тормош миҫалы менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән тигеҙ дәрәжәлә йәшәргә тейешле һәм йәшәй алыуын раҫлап күрһәтеүе. Ғәлимәнең күңелле ҡыҙ сағын һүрәтләүҙе Мәжит Ғафури уның фажиғәле яҙмышы менән сағыштырып ҡарау өсөн, фажиғәһенең тәрәнлеген асыр өсөн ҡуллана. Автор Ғәлимәнең беренсе осорҙағы торошон, бер яҡтан, Ғәлимәнең үткәнде иҫкә алыуы рәүешендә, ә икенсе яҡтан, Ғәлимәнең аҡылына зарар килгәс, элекке мөхәббәтенә бәйләнешле детальдарҙы һөйләүе аша бирә. Был антитеза – Ғәлимәнең шул ваҡыттағы трагик хәле менән уның һөйләгән һүҙҙәре араһында күҙгә асыҡ ташланған тәңгәл килмәү – Ғәлимәнең хәлен тағын да аяныс итеп күрһәтә. М. Ғафури Ғәлимә тормошоноң икенсе осорон – элекке моңһоулыҡ тойғоларының хәҙер ҙур әсе ҡайғыға әйләнеп, Ғәлимәнең тормош күген ҡара болот ҡаплауын һүрәтләй. Ғәлимә үҙенә ташланған нахаҡ бәләгә актив ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Ул пролетар средала тәрбиәләнгән Нәсимә, Саимәләр кеүек (К.Нәжми. «Яҙғы елдәр») иҫкелеккә актив ҡаршы сығыу дәрәжәһенә күтәрелмәгән әле. М. Ғафури Ғәлимә характерының пассивлығын реалистик итеп һүрәтләй, быға героиняһының патриархаль-феодаль ғайләлә тәрбиә алыуы, шәхси милләтселек психологияһы һәм дин закондары тәрән тамыр йәйгән средала үҫеүе ғәйепле икәнен аса. Ғәлимә, йыртҡыслыҡ закондары йәшәй торған йәмғиәттең ҡорбаны булараҡ, аҡрынлыҡ менән рухи һәм физик һүнеүгә, тышҡы донъя менән һиҙемләүен юғалтыуға табан бара. М. Ғафури Ғәлимәнең рухи ауырыу диалектикаһын күрһәтеүгә ҙур әһәмиәт бирә һәм уны ҙур психологик оҫталыҡ менән сағылдыра. Ғәлимәләге рухи ауырыуҙы көсәйтеүсе сәбәптәр итеп, автор дин идеологияһын һәм дин менән нығытылған иҫке ғөрүф-ғәҙәттәрҙе ала. Ҡулланылған дарыуҙар, өшкөрөүҙәр Ғәлимәләге ауырыуҙы тағын да көсәйтәләр генә. [Н. Юзеев,1955:104]
«Ҡара йөҙҙәр» әҫәрендә йәшлек мөхәббәтенең, кешелек хистәренең дини ғөрөф-ғәҙәттәр, шәриғәт законы, наҙанлыҡ һәм үҙ-ара дошманлыҡтар аҫтында тупаҫ рәүештә тапталыуы реаль картиналар һәм йәнле типик образдар аша күрһәтелгән.
Повестаге башҡа образдар икенсе дәрәжәләге урында торалар һәм Ғәлимәне солғап алған тирә-юнде, уға булған мөнәсәбәтте күрһәтеп, төп типты асыҡларға ярҙам итәләр. Бындай образдарҙан Закир, Бәҙри, Фәхри ҡарт образдарының характерле яҡтары менән таныштырып үтергә кәрәк. Ауылдың муллаһы – дингә, шәриғәткә ышыҡланып, кешеләрҙе йәберләүсе, хеҙмәт эйәләренең дошманы итеп бирелеүен ҡарап китмәйенсә булмай.
«Ҡара йөҙҙәр» повесендә Мәжит Ғафури иҫке мәҙрәсә тәртиптәрен һәм шәкерттәр тормошон да асып һала. Мулла шәкерттәрҙең баштарын схоластика менән томалағанлыҡтан, улар аңһыҙҙар, бер нәмә тураһында ла төплө фекер йөрөтә белмәйҙәр, ғүмерҙәрен талашыу һәм ыҙғышыу менән бушҡа үткәрәләр. Мәҙрәсә шәкерттәре араһында дөрөҫлөктө яҡларға теләүсе, йәбер-золомға ҡаршы сығыусылар ҙа бар. Шуларҙың берәүһе итеп, повестә Күгәрсен Сәлим исемле йәш хәлфә бирелә. Ул Ғәлимәне ғәйепләүҙе урынһыҙ һанай һәм шул фекерен асыҡтан-асыҡ әйтеп сыға. Ләкин иҫке традицияларҙы, фанатизмде емерерлек көс унда булмай әле, шуға күрә Ғәлимә өҫтөнә килгән ҡара бәләне ул алып ташлай алмай. Шуны ла әйтергә кәрәк: был ыңғай образ әҫәрҙә бик аҙ урын ала һәм схематик рәүештә генә бирелә. Уның һүҙҙәрендәге дөрөҫлөк башҡаларға барып етмәй, ул яңғыҙ ҡала.
Тимәк, «Ҡара йөҙҙәр» повесендә беҙ иҫке тормоштоң иҫ киткес ҡараңғы картинаһын йәш ҡыҙ Ғәлимәнең ҡыҙғаныслы трагедияһында күрәбеҙ. Әҫәр шулай уҡ халыҡтың аңын томалап тороусы динде, дин һәм шәриғәтбитлеге аҫтына йәшеренгән боҙоҡ уйлы ҡәбәхәт мулланы, иҫке фекерле хәлфәләрҙе лә рәхимһеҙ рәүештә фаш итә. Быларҙың бөтәһен дә Мәжит Ғафури типик һәм реалистик картиналар, йәнле образдар аша һүрәтләгән.
«Ҡара йөҙҙәр» әҫәрен яҙғанда, Мәжит Ғафури геройҙың хәлен тормошта булған тәртиптә күрһәтә барыуҙы теләк итеп алмаған, бәлки геройҙың яҙмышындағы иң ҡуйы бер ваҡиғаны, конфликттең кульминацион моментен беренсе итеп ҡуйған. Шуға бәйләп, герой тормошондағы элекке һәм был ваҡиғанан һуңғы хәлдәрҙе һөйләп биргән. Мәҫәлән, повесть Ғәлимә менән Закирҙең йөҙҙәренә ҡором һөртөп, урам буйында мәсхәрәләп йөрөтөүҙәре күрһәтелә. Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Ғәлимәнең элекке нормаль хәлдәге яҡшы сифаттарын күрһәтеү өсөн, артҡа сигенеү яһала, ә һуңынан инде Ғәлимәнең ауырыуы, аҡылдан яҙыуы, уның сәбәптәре ваҡ деталдәренә тиклем күрһәтеп бирелгән. Закир менән Ғәлимәнең яратышып йөрөүҙәре лә, киләсәк тормош тураһындағы уй һәм пландары ла ауырыу Ғәлимәнең үҙ теле менән һөйләтелә. Бындай алым Мәжит Ғафуриҙең «Ҡара йөҙҙәр» повесы өсөн үҙсәнлекле алым булып тора, сөнки ул башҡа әҫәрҙәрендә был алымды ҡулланмай.
Әҫәр көслө лиризм менән һуғарылған. Тормош деталдәре геройҙың тирә-яғын, психологик кисерештәрен асыуға ярҙам итерлек күләмдә килтерелгәндәр. Бына былар уның бөтөнлөгөнә, аныҡлығына һәм аҙағына саҡлы ҙур тулҡынланыу менән уҡыла торған әҫәр булыуына ныҡ ярҙам итә.
«Ҡара йөҙҙәр» әҫәрендә Мәжит Ғафури кеше психологияһын, эске кисерештәрен тәрән аңлап тасуирләй белеүсе яҙыусы икәнлеген күрһәтте. Бының асык миҫалын әҫәрҙә Ғәлимәнең ата-әсәһе өйөнә ҡайтыу моментендә (XI бүлек) һәм, Закир ситтән йөрөп ҡайтҡас, Закир менән Ғәлимәнең һыу буйында осрашыу күренешендә (XX бүлек), айырыуса оҫта нескәлек менән, тәрән кисерешле итеп яҙылыуынан күрәбеҙ.[Сәмиғүллин И., 1954:38]
«.Уның шул һүҙенән һуң Хәмиҙә әбей артыҡ йомшап, күҙҙәренән йәштәре ағып төштө һәм Ғәлимә апайҙың янына уҡ барып:
- Балам, үҙебеҙгә ҡайт, беҙ атайың менән һине алырға килдек. Әйҙә, балам, әйҙә. – тип, арҡаһынан һөйҙө.
Уның был һүҙҙәренә ҡаршы Ғәлимә апай күҙҙәрен тултырып ҡараны ла, бер аҙ һүҙһеҙ торғандан һуң:
- Әй, ҡайтмайым да, атайым асыулана, ул мине туҡмар, мине ҡыуыр.Ул бит мине балам түгел, ти.Юҡ, ҡайтмайым. – тине.
Хәмиҙә инәй тағы уның арҡаһынан һөйөп бик йомшаҡлыҡ менән:
- Балам, ана атайың үҙе килде, ул үҙе һине саҡыра.Әйҙә, балаҡайым, үҙебеҙҙә әйбәт булыр, – ти һәм Ғәлимә апайҙы йәш балаларҙы иркәләгән кеүек иркәләй.
Фәхри бабай, Ғәлимә апайҙың һүҙҙәрен ишеткәс, артыҡ йомшап китте, әйтәһе һүҙҙәрен әйтә алмай торған кеүек ҡыҫылды, тик бик көсәнеп кенә:
- Балам, үҙем әйтәм, ҡайт, балам.Һин минең балам, хәҙер мин һиңә асыуланмайым, яңылыш ҡына асыуланғанмын. Әйҙә, балам, әйҙә. – тигән һүҙҙәрҙе саҡ-саҡ әйтте лә, үҙе икенсе яҡҡа әйләнеп күҙендәге йәшен һөрттө.» (XI бүлек).
Ата-әсәнең балаға булған эскерһеҙ, яғымлы һуҙҙәрҙе, эске кисерештәрҙә кәүҙәләндерелеп, шундай образлы һүҙҙәр менән күрһәтелгән. Тағы ла XX бүлектән эпизодты ҡарайыҡ.
«.Закир ағай беҙҙең янға килеп етеп, Ғәлимә апайҙы күргәс, баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Ғәлимә апай, уны күргәс, төҫөн бөтөнләй үҙгәртте. Ҡалтыранып, курҡып киткән кеүек булды.
Закир ағай ағарынып, һис бер һүҙһеҙбер аҙ торғас, Ғәлимә апай алдына килеп баҫып, ҡалтыранған бер тауыш менән:
- Ғәлимә!.Был һинме, Ғәлимә?. – тип, ике генә һүҙ әйтеп, яуап көткән кеүекҡарап тик торҙо.
Ғәлимә апай, Закирҙең һорауын ишеткәс, башта күҙҙәре мөлдөрәп ҡыҙғаныс булып китте, шунан тиҙ генә төҫө үҙгәреп, йылмайып ҡуйҙы ла бик еңеләйеп:
- Әй, Закир, һин ҡайттыңмы ни? Һине көтә-көтә аптырап бөттөм. Бына был ҡаҙҙарҙың бер ояһы беҙҙең ҡаҙҙар бит.Ҡаҙ өмәһе яһарбыҙ.» (XX бүлек).
«Ҡара йөҙҙәр» повесе телэшләнеше яғынан да Мәжит Ғафуриҙең башҡа прозаик әҫәрҙәренән айырылып тора. Ҡыҫҡа, конкрет һәм йыйнаҡ тәрән фекерле һөйләмдәр, һүрәтләү сараларының байлығы һәм эмоциональ көслө булыуы – «Ҡара йөҙҙәр» повесе теленең яҡшы эшләнгәнлеген характерләйҙәр.
«.Бер яҡтан Фәхри бабайҙар уны үҙ ҡыҙҙары булғанға яратһалар, атайым менән әсәйем уны үҙ ҡыҙҙары кеүек күрәләр, мин уны бер туған апайым кеүек кенә түгел, бәлки унан да артыҡ күрә торғайным. Ул ошо ике өй, ошо ике ғайлә араһында иркә лә, уларҙың ҡыҙҙары ла, матурлыҡ биргән сәскә лә ине. » (V бүлек).
Бына ошондай йыйнаҡ һәм образлы һөйләмдәр менән тасуир ителә.
Дөрөҫ, күп кенә башҡа яҙыусылар һымаҡ, Мәжит Ғафури ҙә ғәрәп, төрөк телдәре йоғонтоһон кисерҙе. Ләкин был күренеш уның ижадының баштағы осоронда ғынабула. Һуңғы әҫәрҙәрендә ғәрәп, фарсы, төрөк һүҙҙәре һирәк осрай.
Бигерәк тә «Ҡара йөҙҙәр» әҫәренең теле теле йәнле, образлы эмоциональ буяуҙарға бай тел. Уның сағыштырыуҙары, эпитет һәм метафоралары, бик урынлы һәм образлы итеп, эҙмә-эҙ тасуирләнеп бирелгән.
«Ҡыш үтеп, яҙ етте. Көлөп ҡарай торған нурлы ҡояш аҫтында, яңы сыҡҡан йәшел үләнле ҡырҙар һәр кемде үҙенә тартып, саҡырып торған кеүек торалар. Ауыл янындағы, ҡыҙҙар уйынға сыға торған тау матурланды, уның тирә-яғындағы ваҡ ағаслыҡтар йәшәрҙе. Ҡыш буйына еп иләп, киндер һуғып, шул эштәр менән беләктәре талған еткән ҡыҙҙар, эштәренән бушап, йома көндәрҙе шул матур тауға сығып уйнай башланылар.
.Үткән йылдарҙа Ғәлимә апай ҙа шунда сыға торғайны. Ул бөтә ҡыҙҙар араһында айырым матурлыҡ бирә, ҡыҙҙар уйынының иң башында ул була торғайны. » (XIX бүлек).
Шулай уҡ сағыштырыу әм башҡа художестволы һүрәтләү сараларының үрнәктәрен башҡа бүлектәрҙән дә күрһәтеп, әҫәрҙең теле өҫтөндә эш алып барыла.
«.Бүреләр тырнағынан һарыҡ бәрәсен ҡотҡарып алған кеше кеүек, үҙендә ғәйрәт һәм еңелмәүселек һиҙә, «нахаҡҡа хур иткәндәре өсөн, үҙҙәренең йөҙҙәре ҡара булһын» тигән һүҙҙе ҡабатлай ине.» (V бүлек).
Мәжит Ғафури, халыҡ ижадынан киң файҙаланып, үҙ ижадын органик рәүештә халыҡҡа, уның фольклорына бәйләне. Халыҡ ижадының ыңғай традицияларын үҙенең әҫәрҙәрендә киң ҡулланды.
«.Элек ҡайһы бер кешеләрҙең: «Беҙҙең хәҙрәт бик мәкерле, хәйләкәр, бармағы үҙенә табан кәкере кеше, уға эшең төшмәһен », тип зарланған һүҙҙәрен ишеткәндә, мин ул кешеләрҙең һүҙҙәрен яратмай торғайным.» (IX бүлек).
Халыҡ мәҡәлдәренең һәм әйтемдәренең әҫәрҙәге эпизодтарға органик рәүештә бәйләнеп килеүен өйрәнеү мәсьәләһенә айырыуса ныҡ иғтибар итергә кәрәк. [Сәмиғүллин И., 1954:40]
Мәжит Ғафуриҙың һәр кемгә аңлайышлы , ябай, йәнле тел менән яҙылған әҫәрҙәре йәштәрҙә юғары мораль, иң яҡшы кешелек сифаттарынһәм ысын эстетик вкустар тәрбиәләйҙәр. Ул үҙенең әҫәрҙәре менән хеҙмәтте, тыуған илде һәм туған телде һөйөргә, белемле булырға, дуҫлыҡ, мөхәббәт хистәрен, халыҡ дошмандарына һәм иҙеүселәргә ҡаршы нәфрәт хистәрен тәрбиәләргә өндәй.
Революцияға тиклемге Россияла миллиондарса хеҙмәтсән ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмышы ауыр була. Ғәлимә – был повеста һәм Ғафуриҙың башҡа бөтә әҫәрҙәрендә генә түгел, бәлки башҡорт һәм татар әҙәбиәтендә ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрһәтеүҙә иң көслө образ ул. Бөтөнләй нахаҡҡа хур ителгән Ғәлимәнең образы был повесте уҡыған кешеләрҙең хәтерҙәрендә мәңгегә ҡала. Шәриғәттең һәм иҫке тормоштоң йыртҡыс закондары арҡаһында Ғәлимәнең ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлә. Ғәлимәнең атаһы Фәхри, дини ҡотортоуҙар менән ағыуланып, үҙенең ҡыҙынан бөтә кеше алдында ваз кисә. Ошо хәл былай ҙа бик ныҡ хурланған Ғәлимәгә тағы ла нығыраҡ тәсьир итә һәм икенсе көндө уның аҡылдан яҙыу билдәләре күренә башлай. Ләкин атаһы уны бик һуң кисерә. Ғәлимә бөтөнләй аҡылынан яҙа, өҙлөкһөҙ һаташа, йә илай, йә көлә башлай. Повестең аҙағында уҡыусы әйтелгән трагедиялы хәлде күрә.
Башҡорт әҙәбиәтен Мәжит Ғафуриҙан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Утыҙ ике йыл дауам иткән ижад ғүмерендә ул, ҡатмарлы юл үтеп, илебеҙҙә булған тарихи ваҡиғаларҙы, үҙгәрештәрҙе кисереп, бай һәм яҡты ижадында сағылдыра, бөтә ғүмерен халҡына арнай.
Мәжит Ғафури халҡы, иле һәм кешелек донъяһының уй-теләктәре, ынтылыштары һәм хәстәрлектәре менән йәшәп, эҙләнеп, көрәшеп, янып ижади эҙләнә-эҙләнә ҙур бейеклектәргә күтәрелгән мәшһүр ил ағаларының береһе.
XIX быуатының икенсе яртыһында башҡорт халҡы араһынан мәғрифәтселек фекеренең иң күренекле вәкилдәре М.Аҡмулла менән М.Өмөтбаев булһа, ә XX быуат башында мәғрифәтселек традицияларын яңы шарттарҙа дауам иттереп, уны артабан халыҡсан һәм демократик мотивтар менән байытыусы шағирҙарҙың береһе Мәжит Ғафури була.
Күп яҡлы талант эйәһе – шағир, прозаик, драматург, публицист, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағире Мәжит Ғафуриҙың ижады башҡорт әҙәбиәтендә ҙур урын биләй. Әҙиптең тормошо һәм ижады халҡына төплө фекерҙәр әйтелгән, ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр яһалған. Ул мәктәптәрҙә, махсус урта һәм юғары белем биреү йорттарында өйрәнелә. Айырыуса, уның башҡорт балалар әҙәбиәтен өйрәнеүҙәге һәм үҫтереүҙәге роле иғтибарға лайыҡ.
Тәүге халыҡ шағире Мәжит Ғафуриҙың ижади мираҫы яҡты яҙмышлы, халыҡ тормошонан айырылғыһыҙ. Шағирҙың ижад мираҫы замандың иң етди һынауҙарын үтеп, бөгөн дә кешеләрҙең эстетик аңын тәрбиәләүгә ҙур роль уйнай.
Мәжит Ғафури ошо идея-эстетик талаптарҙың асылына тәрән төшөнөп ижад иткән әҙиптәрҙең береһе. Балаларҙың нәҡ үҙҙәренә төбәп әҫәрҙәр традицияһы тап уның ижади эҙләнеүҙәренән көслө ҡеүәт ала. Ул әҙәби ижад донъяһына килеүенең тәүге мәлдәренән үк балаларҙың яҙмышы һәм киләсәге тураһында уйлана.
Башҡорт әҙәбиәте тарихында Мәжит Ғафури шиғриәте һәм прозаһы аша әллә нисә быуынды тәрбиәләгән, үҙе йәшәгән дәүерҙең һыҙланыуҙарын һәм ауырлыҡтарын һиҙгер йөрәге аша үткәргән әҙип – XX быуаттың сағыу күренештәренең береһе. Башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт әҙәбиәтенең классигы Мәжит Ғафури милли мәҙәниәт үҫешендә ғәйәт әһәмиәтле роль уйнаны. М.Ғафуриҙың әҙәби мираҫы беҙгә иң беренсе халыҡсанлығы менән яҡын. Хәҙер, уны күтәргән совет осоро ла артта ҡалғанда, уның күп әҫәрҙәре халыҡ араһында һаман классик образдар өлгөһө булып йәшәй.
Бына шулай поэтик, прозаик, драматургик жанрҙарҙағы күп төрлө һәм әҙәби мираҫы менән Мәжит Ғафури башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте үҫешендә ифрат әһәмиәтле урын тота. Халыҡсанлыҡ, гуманизм һәм патриотизм менән һуғарылған уның тәрән йөкмәткеле, юғары художестволы әҫәрҙәре уҡыусыларҙы эстетик тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнайҙар. М.Ғафури ижадының иң һәйбәт традициялары башҡорт әҙәбиәтенең артабан үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһаны.
Шулай итеп, М.Ғафури ижадын өйрәнеү методикаһында заманға ярашлы материалдарҙы һайлау, систематизациялау мәсьәләһе актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Әммә материалдарҙы һайлау мәктәптә башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу программаһынан айырылырға тейеш түгел. Мәктәп программаһына ярашлы бирелгән сәғәттәр, материалдар нигеҙендә М.Ғафури ижады бөгөнгө күҙлектән уҡытылырға тейеш. Әҙиптең тормош юлы, ижады уҡыусыларға белем биреү сығанағы ғына түгел, ә тәрбиәүи сығанаҡ та булып хеҙмәт итеүенә уҡытыусының ынтылыуы ыңғай күренеш буласаҡ.
Мәжит Ғафури ижадын мәктәптә уҡытҡанда әҙиптең ижады, тормош юлы буйынса материалдарҙы һайлау, систематизациялауға ныҡлы иғтибар бирелергә тейеш. Сөнки башҡорт әҙәбите тарихында М.Ғафури эшмәкәрлеге, ижады айырым урын алып тора.
I. КИТАПТАР, МОНОГРАФИЯЛАР
1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 2 т. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
2. Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте. / Төҙ. Р.Н.Байымов. – Өфө, 2003.
3. Ҡунафин Ғ. Замандарҙың рухи балҡышы. – Өфө, 2006.
4. Мажит Гафури : биобиблиогр. указ. / сост. Г.С.Ахмадиева ; отв. ред. С. Р. Бишева. – уфа : РИО НБ РБ, 2005.-177 стр.
5. Мәжит Ғафури = Мажит Гафури : тормошо һәм ижады : жизнь и творчество (1880-1934) : фотоальбом / төҙ. З.Шәрипова. – Өфө : Китап, 2005.-165 б. : ил. - Текст парал. Башк., рус.
6. Ниғмәтуллин Ә. Мәжит Ғафури : (эшмәкәрлеге, идея-эстетик революцияһы) : уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө : БМҮИ, 2005. – 84б.
7. Рамазанов Ғ. М. Ғафури : – Өфө, 1965.
8. Тычина П. Патриотизм в творчестве Мажита Гафури / П.Тычина. – Киев, 1955. -34 с.
9. Тычина П. Мәжит Ғафури ижадында патриотизм. – Өфө : Башгосиздат, 1942. -36 б.
10. Хөсәйенов Ғ. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө : Китап, 2006.
11. Әхмәҙиев В. Быуындар бәйләнеше. – Өфө, 1985.
12. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. – Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1971.
II. МӘҠӘЛӘЛӘР
1. Абдуллина Л. Шағир рухы ҡылыр тантана : [Башҡортостандың беренсе халыҡ шағире Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына – 125 йыл] // Йәшлек. – 2005. – 1 окт.
2. Александров И. Для человечества всего // Огонек. - 1980. - № 32. – С. 28.
3. Бикбаев Р. «Иҫке һүҙҙәрҙе йыйып, шунан яңы йырҙар теҙәм.» : [М. Ғафуриҙың «Юҡтырһың да, алла» тигән шиғыры тур.] // Башҡортостан. -2005. - 4 окт.
4. Бикбаев Р. Мәжит Ғафури. // Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алты томда. 2-се том. XIX-XX быуатбашы әҙәбиәте. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 399-434-се бб.
5. Бүләкова З. Беҙҙе Мәжит Ғафури осраштырҙы // Ядкяр. - 2000. -№ 3. -134-135-се б.
6. Бүләкова З. Шағир – халыҡ хәтерендә // Йәшлек. - 2000. 12 авг.
7. Гафуров М. Гордость двух народов : [10 янв. 2008 г. исполнилось 60 лет мемориальному дому-музею Мажита Гафури] // Истоки. -2008. -12 марта (№ 11). - С. 5.
8. Ғафури байрамдары // Ағиҙел. -2005. - № 10. -190-191- се б.
9. Ғафури Ә. Нимә ул бәхет? : [шағирҙың улы Әнүәр Ғафури атаһы тур.] // Йәншишмә. -2005. - 3 авг.
10. Ғафури уҡыуҙары : [Баҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 125 йыл тулыуға ҡарата] // Ағиҙел. - 2005. - № 8. – 191-се б.
11. Әҙиптең күп ҡырлы ижады : Бөгөн – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 125 йыл // Йәшлек. - 2005. - 2 авг.
12. Әминев М. Мәңгелек шиғриәт баҡсаһында : [М. Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда байрам байрам сараларына ентекләп әҙерләнеү тур.] // Башҡортостан. - 2005. - 4 окт.
13. Исламов Ф. Халыҡтарҙы берләштереүсе ижад : [Мәжит Ғафури – туғандаш башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәниәте, ижтимағи һәм педагогик фекере, халыҡ мәғарифы үҫешенә ҙур йоғонто яһаған шәхестәрҙең береһе] // Башҡортостан. - 2005. - 2 авг.
14. Камаева Л. Халыҡ шағирының ҡатыны // Башҡортостан ҡыҙы. - 2005. - № 7. - 20-се б.
15. Камаева Л. Муса Джалиль и Мажит Гафури // Истоки. - 2006. - 5 апр. (№ 14). - с. 5.
16. Ҡунафин Ғ. Ваҡыт һынауын үткән ижад // Ағиҙел. - 2005. - № 8. - 8-16-сы б.
17. Ҡунафин Ғ. Исемен тере тота Ер йөҙөндә һүҙҙәре : [Мәжит Ғафури ижады] // Замандарҙың рухи балҡышы. - Өфө, - Б.189-226.
18. Ҡунафин Ғ. Йыр һәм сатира менән. - Өфө : Баҡортостан китап нәшриәте, 1999.
19. Ҡунафин Ғ. Халҡың күңелендә ҡалдың мәңгегә // Башҡортостан уҡытыусыһы. - 2005. - № 9. - 32-36-сы б.
20. Мажит Гафури // Кунафин Г. Башкирская литература XIX - начала XX веков. - Нефтекамск, 2006. - С. 184-2002.
21. Мәжит Ғафури (1880-1934) // Баҡорт шиғриәте антологияһы. - Өфө, 2001. - 261-се б.
22. Мәжит Ғафури // Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте. - Өфө, 2003. - 74-78-се б.
23. Мәжит Ғафури юбилейына әҙерлек башланды // Башҡортостан. - 2002. - 23 нояб.
24. Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнөн ҡаршылап // Башҡортостан. - 2003. - 16 май.
25. Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 120 йыл // Йәшлек. - 2000. - 6 июль.
26. Мәргән К. Мәжит Ғафури һәм башҡорт халыҡ ижады / К. Мәргән // Совет Башҡортостаны. - 1980. - 26 июнь.
27. Мифтахов Р. Оло ғүмер йомғағы // Һәнәк. - 2005. - № 8. - 8-9-сы б.
28. Ноғоманов Б. Мәжит улы Әнүәр Ғафури // Башҡортостан. - 2004. - 28 сент.
29. Нургалин З. Начало было драматичным / З. Нургалин // Известия Башкортостана. - 1994. - 14 апр.
30. Нурғәлина И. Шағир иҫтәлегенә баш эйеп : [Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 125 йылтулыуға арналған тантаналы кисәгә республика етәкселәре, яҙыусылар, йәмәғәтселек йыйылды] // Башҡортостан. - 2005. - 4 окт.
31. Салауатова Ф. XX быуат башында М. Ғафури хикәйәләренең идея-йөкмәткеһе // Башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтендә, этнологияһында һәм антропологияһында Евразиялыҡ феномены. - Өфө, - 2009. - 225-227-се б.
32. Салимов Н. Мәжит Ғафури – ялҡынлы публицист – һүҙ оҫтаһы // Взаимопонимание культур и проблемы национальной идентичности : (к 125-летию М. Гафури) : сб. науч. ст. - Уфа, 2006. - с. 323-331.
33. Сафин Ф. Ҡаҙанда – Мәжит Ғафури кисәһе // Башҡортостан. - 2006. - 18 ғин.
34. Сәлимов Н. Мәжит Ғафури – ялҡынлы публицист – һүҙ оҫтаһы // Ватандаш. - 2001. - № 7. - 129-134-се б.
35. Сибәғәтов Ф. Күп ҡырлы талант // Ядкяр. - 2000. - № 3. - 130-133-сө б.
36. Сибәғәтов Ф. Мәжит Ғафури (1880-1934) // Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте. - Өфө, 2003. - 74-78-се б.
37. Сибәғәтов Ф. Мәжит Ғафури ижадына бер ҡараш // Ағиҙел. - 2005. - № 8. - 17-21-се б.
38. Сибәғәтов Ф. Мәжит Ғафуриҙың дини әҫәрҙәре // Ватандаш. - 2000. - № 4. - Б. 80-84.
39. Сибәғәтова Р. Мәжит Ғафуриҙың 1930 йылдар поэзияһында үҙләштерелгән һүҙҙәр // Ядкяр. - 2006. - № 1. - 143-145-се б.
40. Сибәғәтова Р. Мәжит Ғафуриҙың 30-сы йылдарҙағы поэзияһында үҙләштерелгән һүҙҙәр // Актуальные проблемы башкирской, русской и тюркской филологии : материалы науч.-практ. конф., посвящ. 95-летию БашГУ и 85-летию Мустая Карима. - Уфа, 2004. - С. 147-150.
41. Ситдикова Л. Әҙиптең күп ҡырлы ижады : [Мәжит Ғафуриҙың тормошо, ғайләһе тур.] // Йәшлек. - 2005. - 2 авг.
42. Ситдикова Л. Мәжит Ғафуриҙың 125 йыллыҡ юбилейын үткәреү хаҡында // Йәшлек. - 2005. - 2 авг.
43. Сөләймәнов Ә. Туҡай менән Ғафури : [ике халыҡтың ике бөйөк шағиры, тарихы, мәҙәниәте] // Башҡортостан. - 6-8 июнь. 2009.
44. Тычина П. Слово о Мажите Гафури // Гафури М. Избранная лирика. - Уфа, 1966. - с. 3-14.
45. Фәйзи Г. Мәжит Ғафуриҙың ейәне // Баҡортостан ҡыҙы. - 2003. - № 10. 10-11-се б.
46. Халыҡ шағиры // Ағиҙел. - 2000. - № 8. – 121-се б.
47. Хусаинов Г. Б. Мажит Гафури // Литература и наука. - Уфа, 1998. - с. 508-516.
48. Хәлилов М. Әҙәби бәйләнештәр йоғонтоһо // Ағиҙел. - 2000. - № 7. - 125-128-се б.
49. Хәлилов М. Мәжит Ғафури ижадында әҙәби бәйләнеш йоғонтоһон өйрәнеү тәжрибәһенән // Башҡортостан уҡытыусыһы. - 2000. - № 8. 38-39-сы б.
50. Хәлилов М. Шағирҙы яҡшы беләбеҙме? // Башҡортостан. - 2000. - 20 июль.
51. Шафикова Р. Мәжит Ғафури әҫәрҙәрендә үҫмер образы // Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 10 йыллығына һәм Еңеүҙең 55 йыллығына арналған студенттарҙың, аспиранттарҙың һәм йәш уҡытыусыларҙың республика фәнни-ғәмәли конференцияһы тезистары. - Өфө, 2000. - 167-168-се б.
52. Шәрипова З. Башҡорт әҙәби фекеренең илһам сығанаҡтары : [Ғафури яҙмышында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе] // Ағиҙел. -2005. - № 7. 138-149-се б.
53. Әхмәтйәнов К. Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури // Әхмәтйәнов К. Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт. - Өфө, 1982. - 196-207-се б.
Тема: | «Психологизм в прозе мажита гафури» | |
Раздел: | Литература и лингвистика | |
Тип: | Дипломная работа | |
Страниц: | 62 | |
Цена: | 2100 руб. |
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
- Цены ниже рыночных
- Удобный личный кабинет
- Необходимый уровень антиплагиата
- Прямое общение с исполнителем вашей работы
- Бесплатные доработки и консультации
- Минимальные сроки выполнения
Мы уже помогли 24535 студентам
Средний балл наших работ
- 4.89 из 5
написания вашей работы
У нас можно заказать
(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)
682 автора
помогают студентам
42 задания
за последние сутки
10 минут
время отклика
«племя младое, незнакомое» в прозе современного уфимского писателя и.в. савельева
Дипломная работа:
Лексика природы в прозе и.а. бунина
Дипломная работа:
Литературная сказка в прозе серебряного века
Дипломная работа:
Автопортрет в русской поэзии первой половины xx века