Дипломная работа
«Местоимения в башкирском языке»
- 55 страниц
ИНЕШ.
I. ТЕЛ БЕЛЕМЕНДӘ АЛМАШТАРҘЫҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮ ТАРИХЫ
1. Алмаштар тураһында дөйөм төшөнсә…
2. Төрки телдәрҙә һәм башҡорт телендә алмаш төркөмсәләре
2.1. Зат алмаштары
2.2. Һорау алмаштары
2.3. Билдәләү алмаштары
2.4. Билдәһеҙлек алмаштары
2.5. Күрһәтеү алмаштары
2.6. Юҡлыҡ алмаштары
II. АЛМАШТАРҘЫҢ ТАРИХИ ҠОМАРТҠЫЛАРҘА БИРЕЛЕШЕ
1. Орхон-Йәнәсәй яҙма ҡомартҡылары телендә алмаштар
2. Шәжәрәләрҙә алмаштарҙың ҡулланылыу үҙенсәлектәре
3. Әҙәби ҡомартҡыларҙа алмаштарҙың сағылышы
III. УҠЫТЫУ ПРОЦЕСЫНДА АЛМАШ ҺҮҘ ТӨРКӨМӨНӨҢ ФУНКЦИОНАЛЬ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕН ӨЙРӘТЕҮ
1. Зат алмаштарының «йәшерен» килештәрҙе асыҡлау функцияһы.
2. Алмаштарҙың киҫәксә һәм мөнәсәбт һүҙҙәр функцияһын башҡарыу осраҡтары
3. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреү осраҡтары.
ЙОМҒАҠЛАУ…
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ…
Алмаштар дөйөм тел белемендә үҙенсәлекле урын алып тора. Был һүҙ төркөмөн үҙ аллы тип һанарғамы, әллә ярҙамсы һүҙ төркөмөнә индерергәме, уларҙың нисә төркөмсәһе бар һәм ошондай башҡа һорауҙарға әлегә тиклем нөктә ҡуйылмаған. Башҡорт телендә был һүҙ төркөмөн өйрәнгән С. Кәримованың фекеренсә, алмаштар, грамматиканың ҡатмарлы бер проблемаһы булараҡ, үҙҙәренә һәр ваҡыт тикшеренеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итеп торҙо һәм тора (Кәримова).
Алмаш һүҙ төркөмөн рус ғалимдарынан М.В. Ломоносов, Ф.И. Буслаев, В.В. Виноградов, Д.Э. Розенталь кеүек ғалимдар өйрәнһә, төркиәт тел белемендә был өлкәлә Н.А. Баскаков, Н.К. Дмитриев, Э.В. Севортян, М. Исламов, Л. Жәләй кеүек ғалимдар эшләне. Башҡорт теленә килгәндә, алмаштар тәүҙә М. Өмөтбаевтың тел буйынса китаптарында ҡарала. Ә инде был һүҙ төркөмө ентекле тикшеренеүҙәргә Н.К. Дмитриевтың һәм Ж. Кейекбаевтың хеҙмәттәрендә дусар була. Артабан алмаштар башҡорт телен өйрәнгәндә морфология бүлегендә ҡаралды. Бында М.В. Зәйнуллин, М.Х. Әхтәмов, А.А. Юлдашев, К.Ғ. Ишбаев, Н.Х. Ишбулатовтарҙың хеҙмәттәрен билдәләп үтер инек. 2002 йылда был һүҙ төркөмө буйынса “Башҡорт телендә алмаштарҙың структур-семантик һәм һүҙъяһаусы үҙенсәлектәре” тигән темаға кандидатлыҡ дәрәжәһенә бер диссертация яҡланды (Каримова).
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: быға тиклем алмаш һүҙ төркөмө күберһенсә синхроник планда өйрәнелде. Алмаштарҙың тарихына ҡарата тикшеренеүҙәр фәҡәт Н.К. Дмитрив, Ж. Кейекбаев һәм Ә.М. Аҙнабаевтың хеҙмәттәрендә генә урын алды. Башҡорт тел белеменә нигеҙ һалыусы булараҡ, Н.К. Дмитриев алмаштарҙың этимологияһына ҡарата фекерен күп осраҡта гипотеза формаһында ғына әйтте. Шуға күрә лә хеҙмәтендә күрәһең, булһа кәрәк, бәлки тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡуллана. Уның уҡыусыһы профессор Ж.Кейекбаев алмаштарҙың тарихын дөйөм, йәғни урал-алтай телдәре масштабында ҡарай. Шул сәбәпле айырым башҡорт телендәге алмаштарға урын әҙерәк бирелгән һәм был һүҙ төркөмөнөң ҡайһы бер төркөмсәләре бөтөнләй тикшерелмәгән. Тағы ла башҡорт телендә ғәрәп теленән үҙләштерелгән алмаштар бар. Ҡыҙғанысҡа күрә, был алмаштар әлеге көнгә тиклем тарихи планда бөтөнләй ҡаралмаған. Әйткәндәрҙән сығып, башҡорт телендә алмаштарҙың тарихи үҫешен тикшереү мөһимлеге тыуа һәм алмаштарҙы диохроник планда ҡарау әлеге башҡорт тел белеменең актуаль бурыстарының береһе.
Сығарылыш эшенең объекты булып башҡорт телендәге алмаштар торһа, ғилми эштең маҡсаты түбәндәгегә ҡайтып ҡала: алмаштарҙың тарихы үҫешенә анализ. Тикшеренеүебеҙҙең нигеҙенә Н.К. Дмитриев, Ж.Ғ. Кейекбаев, Л.Ж. Жәләй, Ә.М. Аҙнабаевтың хеҙмәттәре ятты. Эш барышында беҙ сағыштырма, статистик, дифференцаль методтарҙы ҡулландыҡ.
Сығарылыш эшенең структураһына килг әндә, беренсе бүлек “Тел белемендә алмаштарҙың барлыҡҡа килеү тарихы” тип аталып, бында алмаштар тураһында дөйөм аңлатма бирелә, төрки телдәрҙә һәм башҡорт телендә алмаштарҙың төркөмсәләре ҡаралып, башҡорт телендәге һәр бер алмаштың тарихы тикшерелә. Киләһе бүлек “Алмаштарҙың тарихи ҡомартҡыларҙа бирелеше” тигән атама ала. Был бүлектә боронғо төрки ҡомартҡыларҙа осраған алмаштар ҡарала. Бында Орхон-Йәнәсәй яҙмаларынан алып, башҡорт шәжәрәләре һәм боронғо әҙәби әҫәрҙәрҙә тикшерелгән һүҙ төркөмөнөң бирелеше анализлана. Һуңғы бүлек “Уҡытыу процесында алмаш һүҙ төркөмөнөң функциональ үҙенсәлектәрен өйрәтеү” тип атала һәм бында алмаштарҙың төрлө функция башҡарыу осраҡтары һүрәтләнә.
1-СЕ БҮЛЕК. ТЕЛ БЕЛЕМЕНДӘ АЛМАШТАРҘЫҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮ ТАРИХЫ
1.2. Алмаштар тураһында дөйөм төшөнсә
Алмаштарҙы тикшергәндә иң беренсе был атаманың тарихынын ҡарау фәһемле. Күп телдәрҙә был һүҙ төркөмө бышҡорт телендәге мәғәнәне, йәғни алмаштырыу тигәнде белдерә. Татар телсеһе Л.Жәләй үҙенең “Татар теленең тарихи морфологияһы” хеҙмәтендә был атаманың бик боронғо булыуын телгә алып, былай тип яҙа: “Алмаш һүҙ төркөмөн таныу һәм билгеләү мәсьәләһе антик филология тарафынан уҡ көн тәртибенә ҡуйылған була. Унда был төр һүҙләрҙе прономен (лат. рronomen – исем өсөн) тип атағандар, йәғни исем урынына йөрөтөлә торған һүҙҙәр булып сыға” (тттм 117).
Алмаштар һүҙ төкөмө М. Өмөтбайывтың хеҙмәттәрендә киңәйә термины менән телгә алына, аҙаҡ алмаш исеме аҫтында ул Н.К. Дмитриевтың, Ж. Кейекбаевтың хеҙмәттәрендә сағыла. Шулай уҡ профессор Л. Жәләй күрһәтеүенсә, бер осорҙа был һүҙ төркөмө замир йә исмү замир тип тә йөрөтөлгән (тттм 117). Был иһә ғәрәп теленән үҙләштерелгән термин. Ғөмүмән, XX быуат башына тиклем башҡорт һәм татар телдәренә ғәрәп теленең йоғонтоһо көслө булған. Терминдарҙы ла ғәрәп теленән күсереү йыш күҙәтелгән. Аҙаҡ, ваҡыт үтә барыу менән, был терминдар төрки сығанаҡлы һүҙҙәр менән алмаштырылған.
Алмаштың билдәләмәһенә килгәндә, телсе ғалимдар араһында төрлө фекерҙәр бар. .РУС ТЕЛСЕЛЁРЕ, тюркологи
Татар телсеһе М. Зәкиев фекеренсә, алмаш.
Ф.М. Хисамова “Татар теле морфологисы” хеҙмәтендә “лексик-семантик яҡтан ул (алмаш - А.К.) ысынбарлыҡ күренештәрен туранан тура атамай, ә ғөмүми рәүештә уларға күрһәтә, ишаралай һәм һөйләмдә башҡа һүҙ төркөмөн алмаштырып килә, тип яҙа, 142 (Ф.М. Хисамова, Татар теленең морфологиясы: югары уку йортлары өчөн дәреслек Казан Мәгәриф , 2006 – 335 б.)
Башҡорт тел белемендә алмаштарҙың билдәләмәһе түбәндәгесә:
“Алмаштарҙың үҙенсәлеге шунда: улар телмәрҙә исемдәрҙе, сифаттарҙы, һандарҙы, рәүештәрҙе алмаштырып киләләр һәм шул арҡала айырым һүҙ төркөмөн тәшкил итәләр”, В. Псәнчин (Хәҙерге башҡорт телеПедагогия институның башланғыс кластар факультеты студенттары өсөн дәреслек.Өфө башҡортостан китап нәшриәте 1986, 194б).
Кейекбаев
Ишбулатов
Беҙҙең фекеребеҙсә, зат һәм күрһәтеү алмаштары был һүҙ төрөкөмөнә исем биреүсе булып тора. Шулай уҡ үрҙә телгә алған билдәмәләр ҙә ошо ике төркөмсәгә генә ҡарата бирелгән. Сөнки тап улар ғына башҡа һүҙ төркөмөн алмаштыра ала, тимәк, был алмаштарҙың үҙҙәрен дә башҡа һүҙ төркөмө менән алмаштырып була. Ҡалған алмаштарҙың төрөнә килгәндә, улар һөйләмдә башҡа һүҙҙе алмаштыра алмай. Мәҫәлән, һорау алмаштарын башҡа һүҙ төркөмө менән алмаштырып булмай, тик улар аша ғына һорау интонацияһын тыуҙырып була. Шуға күрә лә әгәр ҙә беҙ алмаш һүҙ төркөмөнә зат һәм күрһәтеү алмаштарынан тыш тағы ла һорау, билдәләү, билдәһеҙлек һәм башҡа алмаштарҙы ла индерәбеҙ икән, тимәк, был билдәләмәне киңәйтеү кәрәк. Ошонан сығып, беҙҙҙең ҡарамаҡҡа алмаш һүҙ төркөмөнөң билдәләмәһе түбәндәгесә:
Үҙемдең билдәләмәм
Ж. Кейекбаев билдәләүенсә, алмаштар морфологияла айырым бер урын биләп тора, башҡа һүҙ төркөмдәренән конкрет айырым мәғәнәләре булмауы һәм кешеләр, предметтар тураһында дөйөм мәғәнә белдереүҙәре менән айырыла (основы 179). Алмаш исемдәрҙең, сифаттарҙың, һандарҙың һәм рәүештәрҙең мәғәнәһен дөйөмләштереп килә.
Үҙҙәренең лексик мәғәнәләре һәм грамматик билдәләре буйынса төрки телдәрҙә алмаштарҙың берәүҙәре исемдәр, икенселәре сифаттар, өсөнсөләре һандар, дүртенселәре рәүештәр менән мөнәсәбәттәш булалар һәм, шул һүҙ төркөмдәренең морфологик синонимдары булараҡ, һөйләмдә уларҙың функцияларын үтәп йөрөйҙәр (Хәҙерге башҡорт телеПедагогия институның башланғыс кластар факультеты студенттары өсөн дәреслек.Өфө башҡортостан китап нәшриәте 1986, 194б).
Рус ғалимы В.В. Колесов алмаштарҙы рәүештәр менән бер рәттән иң боронғо һүҙҙәргә индерә. Ғалим фекерен былай аңлата: тәүтормошта исем урынына алмаштар, ә ҡылым урынына рәүештәр ҡулланылған. Мәҫәлән, Һин ҡайҙа, Һеҙгә тегендә һ.б. (Колесов, В.В. История русского языка. Учеб.пособие. – Спб: академия, 2005- 672 с.) . Ысынлап та, был телсе ғалимдың фекере хаҡлыҡтыр тип уйлайбыҙ. Быны алмаштарҙың ҡыҫҡа формала ла булыуы ла иҫбатлай. Был турала ғилми эштә тағы телгә алыныр.
Сағыштырма планда һүҙ төркөмдәрен тикшергәндә иң беренсе нәүбәттә алмаштар (бигерәк тә зат алмаштары) телселәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Бөтә телдәрҙә лә был һүҙ төрөкөмөнең үҙенсәлеге шунда: алмаштар бер йәки иң күбендә бер нисә өндән торған ҡыҫа лексик берәмекте тәшкил итә. Түбәндәге таблицала был асыҡ күренә:
Телдәр Зат алмаштары Күрһәтеү алмаштары Һорау алмаштары
Башҡорт Мин, һин, ул Был, теге Кем, нимә
Рус Я, ты, он Это, тот Кто, что
Инглиз Ай, юу, һи, һиз,
Ғәрәп Әнә,әнтә, һүә Һәҙә, ҙәкә Мән, мә
Иврит
Фарсы
Ҡытай
Тимәк, борон дөйөм бер тел булған һәм ул үҫә бара, төркөмдәргә тарҡалған, күрәһең. Шуға күрә лә бөтә телдәрҙең дә тиерлек оҡшаш яҡтары күп. Шулар араһына алмаштарҙың ҡыҫҡа формаһын да индерергә була.
Ш. Нафиҡов билдәләүенсә, сағыштырма-тарихи тел белеме төрки сығанаҡлы мин алмашы, законлы рәүештә, һинд-европа, урал, картвель һәм башҡа тел ғаиләләре менән бәйле булғанын раҫланы (Ш.В. Нафиҡов, Тамыры уғата боронғо башҡорт. Һайланма яҙмалар. 1 том ваганат 2009 133) тигән фекер әйткәндән һуң ғалим Баскаковтың да был күренешкә иғтибар иткәнен һәм уның һүҙҙәрен килтерә: “категории лица и личной принадлежности, связанные с местоимением, имеют некоторые общее корреспонденции не только между родственными языками, но и языками, не имеющими прямых генетических связей.” (Н.А. Баскаков, Алтайская семья и ее изучение. М., 1981 57б).
Нафиҡовтың бындай һығымталар эшләүенә дәлилдәр ҙә етәрлек. Мәҫәлән, рус теленең тарихын тикшергән В.В. Колесов борон рус телендә ҡыҫҡа алмаштар булған һәм улар ми, ти, си формаһында булған тигән фекер әйтә. Аҙаҡ шул уҡ хеҙмәтендә ҡ-сө затты белдергән -и алмашын да телгә ала. Ә боронғо алтай телендә был алмаштар би, си, у (и) формаларында булған. Тимәк, боронғо славян телдәрендә лә, боронғо алтай телдәрендә лә бер үк алмаштар ҡулланылған тип иҫбатлап була.
1. Төрки телдәрҙә һәм башҡорт телендә алмаш төркөмсәләре
Төрки телдәрҙә алмаштарҙы төрлө төркөмсәләргә бүлеп ҡарайҙар. Иң күп төркөмсә яҡут теленә тура килә. Был телдә алмаштарҙың зат, күрһәтеү, һорау, билдәләү, билдәһеҙлек, дөйөмләштереү-кире ҡағыу, дөйөмләштереү, тартым, йыйыу, ҡайтым төркөмсәләрен билдәләйҙәр ().Башҡорт теленә килгәндә, күп телселәр бөтәһе 7 төркөмсәне билдәләй: зат, күрһәтеү, һорау, билдәләү, билдәһеҙлек, юҡлыҡ, эйәлек. Әммә беҙҙең фекеребеҙсә, күп ғалимдар айырым ҡараған эйәлек алмаштары бары зат алмаштарының эйәлек затындағы формаһы ғына: минеке, һинеке. Күреүебеҙсә, зат алмаштары исемдәр кеүек эйәлек заты ялғауын ҡабул итә. Шуға күрә лә минеке тибындағы алмаштарҙы беҙ айырым төркөмсәгә туплау яғында түгелбеҙ. Артабан эшебеҙҙә башҡорт телендәге алмаштарҙың тарихи үҙешен һүрәтләйбеҙ.
2.1. Зат алмаштары
1-се зат алмаштары һөйләүсене белдерә һәм улар башҡорт телендә берлектә мин, күплектә беҙ формаһында бирелә. Мин алмашының тарихы үҫешен тикшергәндә сағыштырма ысул ҡулланыу, беҙҙең фекеребеҙсә, бик ҡулай. Шул сәбәпле мин алмашының этимологияһын өйрәнеү өсөн иң беренсе нәүбәттә төрки телдәрҙә был алмаштың бирелеүе менән танышыу кәрәк тип таптыҡ. Шулай итеп, мин алмашы төрки телдәрҙә түбәндәгесә:
башҡорт мин
татар мин
ҡаҙаҡ мен
төрөк бен
әзербажан мән
ҡумыҡ мен
ҡараҡалпаҡ мен
ҡараим мен
ҡарасәй-балҡар мен
сыуыш эпе
нуғай мен
тува мен
алтай мен
ҡырғыҙ мен
шор мен
хаҡас мин
уйғыр мән
төркмән мен
яҡут мин
Үрҙәге таблицанан сығып, шуны әйтергә була: бөтә төрки телдәрҙә лә 1-се заттың берлеге бер үк яңғырай тип әйтергә була. Бында сыуаш теле генә айырым урын биләп тора. Был телдәге 1-се зат алмашының башҡаларҙан айырылып тороу мәсьәләһенә эшебеҙҙә тағы ла айырым туҡталып үтербеҙ. Тимәк, төрки телдәрҙә, сыуаш теленән тыш, мин алмашы бер үк яңғырай, ә был иһә улар барыһы ла бер үк ҡалып менән яһалған тигәнде аңлата. Был сағыштырыуҙан сығып шуны аңлайбыҙ: алмаш өс элементтан (хәрефтән) тора һәм һуңғы күрһәткесе –н хәрефе менән бирелә. Тағы ла беренсе элементҡа килгәндә, ул күбеһенсә –м, ә ҡайһы саҡта –б хәрефе менән бирелгән. Бында иһә айырма юҡ тип иҫбатлай алабыҙ, сөнки төрки телдәрҙә б-м күсеше йыш күҙәтелә. Мәҫәлән, башҡорт телендә менән, татар телендә белән.һ.б. Тимәк, беренсе элементы ла бер үк тип фаразлай алабыҙ. Ике тартыҡы араһында урынлашҡан икенсе элементы һуҙынҡы өндән: башҡорт, татар, хаҡас, яҡут телдәрендә –и, уйғыр телендә –ә булһа, башҡа телдәрҙә –е. Артабан был алмаштың тарихына асыҡлыҡ индерер өсөн төрки телдәргә ҡәрҙәш һаналған башҡа телдәрҙә лә мин алмашының яңғрайышын ҡарайыҡ:
уғыр телдәрендә
Коми-пермяк мэ
удмурт мон
тунгус-манжур телдәрендә
Күреүебеҙсә, тунгус-манжур телдәрендә был алмаш төрки телдәргә ҡарағанда ҡыҫҡа. Был факт иһә үҙ иҫәбендә тунгус-манжур телдәрендәге форма боронғораҡ тип һанарға этәрә. Беренсенән, урал-алтай телдәрендә ҡыҫҡа формалар боронғораҡ булып, уларға өҫтәлмә күрһәткестәр ҡушылыу юлы менән оҙонораҡ формалар барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, профессор Кейекбаетың фекеренсә, күплек аффиксы башта –т формаһында ғына булған һәм ул .телендә һаҡланып ҡалған. Аҙаҡ был күрһәткескә киң һуҙынҡы ҡушылған һәм был төр ялғау (-ла, -лә) әле лә ҡарасай-балҡар телендә ҡулланыла. Икенсенән, төркиҙәрҙең тәүге йәшәү урыны ла әлеге көндә тунгус-манжур телле халыҡтар ғүмер иткән ерҙәрҙә булған тип фаразлай алабыҙ. Тимәк, тунгус-манжур телдәрендә ҡулланылған би формаһына –н күрһәткесе ҡушылып бин (мин, мен, бен, мән) алмашы барлыҡҡа килгән. Артабан был алмашҡа өҫтәлгән –н күрһәткесе, Кейекбаев билдәләүенсә, ғалимдар тарафынан бер быуат дауамында тиерлек тикшерелә. Сөнки был күрһәткес бөтә урал-алтай телдәренә лә хас. Шулай уҡ ғалим –н күрһәткесен тикшергән телселәрҙең дә исемләрен иҫкә ала: венгер ғалимдарынан Й. Синней, Й. Буденц, М. Жираи, Э. Вертиш, финдар араһынан был мәсьәлә менән Х. Оянсуу, М. Лиимола һәм башҡалар шөғөлләнгән (осигуая 189). Шулай уҡ был күрһәткескә ҡарата Кононов кеүек төркиәтселәр ҙә үҙ фекерҙәрен әйткән. Профессор Кейекбаев үҙе иһә –н элементын билдәлелек күрһәткесе тип һанай. Бына нимә тип яҙа ул: “Билдәлелек күрһәткесе –н башта алмаштарҙың составына инмәгән.аҙаҡ төрки, мордва, балтик буйы фин телдәрендә берлектәге алмаштарҙың төп килешендә ҡулланыла башлаған.”(оигуая 190-191). Был күрһәткестең билдәлелек мәғәнәһе менән бәйле булыуына шик юҡ, сөнки сосотавында –н булған !-се һәм ө-се зат алмаштарының берлеге һәр ваҡыт телселәр тарафынан билдәле һанала. Мәҫәлән, һөйләмдең эйәһе булмай, ә хәбәре !-се заттың йә икенсе заттың берлеген белдерһә, был конструкциялар билдәле эйәле һөйләм термины менән атала. Шулай итеп, борон урал-алтай телдәренә дөйөм би элементына билдәлелек күрһәткесе –н ҡушылып төрки телдәрҙә мин алмашы барлыҡҡа килгән.
Төрки телдәр араһында ла әлеге көнгә тиклем –н күрһәткесен ҡабул итмәгән телдәр бар. “Башорт теленең тарихи морфологияһы” авторҙары миҫалға сыуаш телен килтереп, быны Ф. Исхаҡовтың һүҙҙәре менән дәлилләй. Сыуаш телендәге үҙенсәлекле эпе (мин) алмашының этимологияһына ҡарата Исхаҡов бик ҡыҙыҡлы һәм ҡиммәтле фекер әйтә: Башта килгән –э күрһәткесен сағыштырмаса иң һуңғы өҫтәлмә тип ҡарараға кәрәк. Эпе һәм эсе (һин – А.К.) би, си формаларының фонетик варинаты ҡына ла булыуы мөмкин (Ф.Г. Исхаҡов, Местоимения. – ИСГТЯ, ч. 2, М. 1956 211-212-се биттәр ). Ысынлап та, был ғалимдың фекере ышандырырлыҡ, сөнки, беренсенән, төрки тел һаналған сыуаш телендә мотлаҡ 1-се заттың берлеге би нигеҙендә барлыҡҡа килергә тейеш, икенсенән, сыуаш халҡы йәшәгән территориялар төркиҙәрҙән тыш тағы ла фин-уғырҙар менән сиктәш, ә фин-уғыр телдәрендә лә беҙ ҡараған алмаш шулай уҡ би нигеҙенән яһала: эстон телендә ма, фин телендә минэ һ.б.
Беҙҙең фекеребеҙсә, борон 1-се заттың тағы ла икелек формаһы ла булған һәм был алмаш әлеге көндә һаҡланмаған. Икелеккә килгәндә, был алмаш беҙ икәү тигән мәғәнә белдергән булырға тейеш. Быға дәлил итеп беҙ башҡорт телендә ҡылым өлкәһендә һаҡланған ҡайһы бер икелек күрһәткесәтрен килтерәбеҙ: үткән заман ҡылымына өҫтәлгән һәм теләк һөйкәлешен белдергән –к элементы. Профессор Кейекбаев урал-алтай телдәренә ҡасандыр икелек хас булғанын яҙа: «В якутском и тувинском языках, сохранились только его остатки (двойственного числа – А.К.) в побудительно-желательной форме глаголов, например, якут. бар-ыа-х (давай пойдем вдвоем с тобой), тувин. ал-ыы-л и ал-ыы-л-ы (давай будем брать вдвоем с тобой)» [1;151]. Беҙҙең фекеребеҙсә, икелек борон бөтә телдәрҙә лә булған. Әммә ваҡыт үтә барыу менән икелек башта телмәрҙән, ә аҙаҡ инде бөтәнләй телдән юғалған. Икелектең юҡҡа сығыуының сәбәбе тип беҙ телмәрҙең ябайлашыуын атар инек. Шул арҡалы икелек урынына күплек ҡулланыла башлаған. Был процес әлеге көндә икелек һаҡланған телдәрҙә лә күҙәтелә, мәҫәлән, ғәрәп телендә икелек грамматикала нығынған булһа ла, һөйләшкәндә уның урынына күплек ҡулланылу күҙәтелә. Башҡорт теленә килгәндә, үткән заманды белдрегән килдек ҡылымында –к күрһәткесе күплек күрһәткесе түгел икәне асыҡ. Сөнки күплек күрһәткесе өс элементтан тора, сағыштырығыҙ:
Һеҙ килде г-е-ҙ
Улар килде л-ә-р
Беҙ килде –к
Тимәк, был осраҡта –к күрһәткесе күплекте белдермәй, ә икелекте белдерә, сөнки күплекте өс күрһәткестән торған ялғау белдерергә тейеш. Кейекбаев Арғаяш һөйләшендә килдебеҙ формаһы ҡулланылыуын билдәләй. Тимәк, күплекте килдебеҙ, ә икелекте килдек формалары бирә. Әйтелгәндәрҙән сығып, башҡорт телендә ҡасандыр икелек формаһы булғас (беҙ икәү килдек), икелекте белдрегән алмаш та булған. Ҡыҙғанысҡа күрә, был алмаш тарихи ҡомартҡыларҙа һаҡланмаған һәм уның ниндәй формала булыуы әлеге көнгә тиклем сер булып тора.
Беҙ алмашы күплекте белдергәнгә күрә, составында уның мотлаҡ күплек күрһәткесе булырға тейеш. Ысынлап та, һуңғы элементы –ҙ боронғо алтай телендә күплек күрһәткесе. Был турала Н.К. Дмитриев “–ҙ аффиксына килгәндә.ул күплектең иҫке (архаик) күрһәткесе булып иҫәпләнә”, тип яҙҙы (бтг 114). Ә тәүге элементы бе беренсе затты белдереүсе би нигеҙе икәне асыҡ күренә. Шулай итеп, беренсе затты белдергән би формаһына күплекте белдереүсе –ҙ өҫтәлеп, беҙ алмашы барлыҡҡа килә.
Ө-се затты белдереүсе һин-һеҙ алмаштары үрҙә телгә алған мин-беҙ алмаштарының яһалыу юлы менән барлыҡҡа килгән. Тик бында беренсе күрһәткесе генә айрыла - ул һи формаһында. Ә һи үҙ иҫәбендә боронғо алтай телендәге си элементыны. Бында –с өнөнөң –һ өнөнә күсеүен күҙәтәбеҙ. Ғөмүмән, боронғо төрки телендә һ өнө бөтөнләй булмаған, әле лә төрки телдәренең бик һирәктәрендә генә осрай. Башҡорт телендә һ өнөнөң барлыҡҡа килеү тураһында ғалимдар араһында төрлө фекерҙәр булды. Мәҫәлән, ҡайһы бер ғалимдар был өн башҡорт теленә фарсы теленән килеп ингән тигән гипотеза әйтте. Әлбиттә,был ғалимдар ниндәйҙер кимәлдә хаҡлы, сөнки башҡорт теле әйләнешендә йөрөгөн күп фарсы һүҙҙәре бар, ә улар составында һ өнө булғандары ла юҡ түгел. Әммә саф төрки һүҙҙәрҙә ҡулланылған һ өнө лә фарсы теленән килеп ингән тигән фекер хаҡлыҡҡа тура килмәй. Был өлкәлә билдәле ғалим Дж. Кейекбаевтың фекере үҙенсәлекле. Телсенең фекеренә ярашлы, башҡорт теленә һ өнө сит телдәрҙән килеп инмәгән, ә ошо тел эсендә формалашҡан. Әлбиттә, был өндөң тәү формаһы булып боронғо төрки телендәге с өнө тора. Ошо өн ике һуҙынҡы араһында ҡалған саҡта, ул һ өнөнә үҙгәргән. Профессорҙың билдәләүенсә, бындай сиратлашыу әле лә яҡут телендә күҙәтелә: бас – баһым, ҡыыс – ҡыыһым (217). Тимәк, һин-һеҙ алмаштары боронғо си формаһына –н һәм –ҙ күрһәткесәтре өҫтәлеү юлы менән барлыҡҡа килгән.
Әңгәмә ваҡытында ситтә булған кешене белдерер өсөн ул ҡ-сө зат алмашы ҡулланыла.
Үрҙә телгә алғанса, боронғо алтай телендә зат алмаштары ҡыҫҡа булғандар, шул иҫәптән, ҡ-сө зат алмаштары ла. Ө-сө заттың берлеген бер өндән генә торған о алмашы белдергән. Әзербайжан һәм төрөк телдәрендә был ҡыҫҡа форма әлеге көнгө тиклем һаҡланған (язык.н.р53).
Боронғо алтай теленән бороно төрки теле айырылып үҙ аллы йәшәй башлағас, ҡыҫҡа алмаштар ҙа үҙгәреүгә дусар булған. Ни өсөн? Беренсенән, был ҡыҫҡа алмаштарҙың мәғәнәһе конкрет булмаған; икенсенән, төркиҙәр башҡа телле халыҡтар менән аралашып йәшәй башлаған, ә был инде үҙ иҫәбендә телдең үҙгәреүенә килтерә.
Телгә алған о алмашына күплекте белдереүсе боронғо –л күрһәткесе өҫтәлгән. Был күрһәткес шулай уҡ билдәһеҙлекте лә белдерә, сөнки профессор Кейекбаевтың фекеренә ярашлы, күплек билдәһеҙлек менән, ә билдәһеҙлек күлек менән тығыҙ бәйле (). Шулай итеп ҡ-сө зат үҙенең тәбиғәте менән билдәһеҙ һанала, һәм был алмаштар, 1-се һәм ө-се зат алмаштарынан айырмалы, кешеләрҙән башҡа предметтарҙы ла белдерә: Был китап матур, сөнки ул ҙур яҙыусы тарафынан яҙылған.
-сө заттың күплеген белдергән улар алмашы төрки телдәрҙә төрлө яңғырайыш тапҡан. Мәҫәлән, башҡорт, үзбәк, уйғыр телдәрендә - улар; татар, ҡырғыҙ, ҡараим телдәрендә - алар; төркмән, ҡарағалпаҡ, ҡумыҡ, тува, нуғай, ҡаҙаҡ, хакас телдәрендә - олар; әзербайжан телендә - онлар; алтай телендә - олор(языки народов россии) .
Башҡорт теленә әйләнеп ҡайтҡанда шуны билдәләргә кәрәк: әҙәби телдә улар тип алынған, әммә бөтә диалекттарҙа ла тиерлек алар тип әйтелгән зат алмашы ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Профессор Аҙнабаевт та алар формаһының актив ҡулланыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала: мәктәп грамматикаларын төҙөүселәр улар формаһын нығытҡандар, әммә бер башҡорт та улар тип һөйләмәй. (Азнабаев БТТГ 33). Ысынлап та, йәнле һөйләү телендә алар тигән форма ҡулланыла. Был иһә алмаштарҙың тарихы менән тығыҙ бәйле. Ғөмүмән, алмаштарҙың тарихын тикшергәндә башҡорт теленең диалекттарын тикшереү бик мөһим. Сөнки, диалекттарҙа йыш ҡына бик боронғо формалар һаҡланып, әлеге көндә лә актив ҡулланыла. Мәҫәлән, башҡорт теленең урта һөйләшендә боронғо Орхон-Йәнәсәй яҙмаларында осраған формалар ҡулланыла. Мәҫәлән, анта, бынта. Беҙҙе ҡыҙыҡһындырған улар-алар алмашының серен сисеү өсөн уның тарихи үҫешен тикшереү кәрәк.
Үрҙә билдәләп үткәнсә, дөйөм алтай телендә алмаштар ҡыҫҡа булған һәм 3-сө затты белдрегән алмаш, Дж. Кейекбаевтың билдәләүенсә, о-а-у элементтарына барып тоташа. (ос.и.г.уая.228) Ысынлап та, төрки телдәре араһында боронғо формалар күберәк һаҡланған үзбәк, уйғыр телдәрендә был алмаш әлеге көндә лә у формаһында ҡулланыла. Шулай уҡ башҡорт теленең диалекттарында ла бындай форма осрай. Профессор Кейекбаев боронғо фоманы һаҡлаған үзбәк, әзербажан, уйғыр телдәренең бер үҙенсәлегенә лә иғтибар итә: был төрки телдәргә об-уғыр телдәренең (бигерәк тә ханты теленең) тәъҫире булмаған. (ос.игуая 228)
Тимәк, 3-сө затты белдергән ул, улар алмаштарының башланғыс фомаһын у тип ҡарау хаҡиҡәткә яҡын.
Был алмаштың күплек формаһының барлыҡҡа килеүе –лар дөйөм күплек аффиксының тарихы менән ауздаш. Хатта ҡайһы бер ғалимдар, мәҫәлән Н.К. Дмитриев, -лар аффиксы улар алмашынан килеп сыҡҡан тигән фекер әйткән. (азна.бттг 22). Ғөмүмән, төркиәт тел белемендә төрлө аффикстарҙың килеп сығышын, шул иҫәптән –лар ялғауының да, ниндәйҙер айырым һүҙгә ҡайтарып ҡалыу ҡалыплашҡан. Әммә профессор Дж. Кейекбаев был фекер менән килешмәне һәм аффикстарҙың тарихына ҡарата яңы фекер әйтте. Ул үҙенең Основы исторической грамматики урало-алтайских языков хеҙмәтендә тунгус-маньчжур һәм төрки телдәрҙә исемдең күплек ялғауы тамырға күплекте белдереүсе –л, -с, -т, -р күрһәткестәренең өҫтәлеүе менән яһала, тип яҙҙы (ос ис гр ур ал яз 168). Ялғауҙар составында булған һуҙынҡыларҙың тарихына килгәндә, ғалим үрҙә телгә алынған күплек күрһәткестәренә –а, -ә һуҙынҡыларҙың өҫтәүен телгә ала. Тик ғалим ниңәлер был киң һуҙынҡыны билдәлелек күрһәткесе тип атай. Сөнки, Кейекбаевтың үҙенең теорияһы буйынса, киң һуҙынҡылар билдәһеҙлекте белдерә (Киекбаев Дж.Г. Введение в урало-алтайское языкознание. – Уфа, 1972. С. 108.). Ғалимдың уҡыусыһы профессор Аҙнабаев та китапта хата китеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Тимәк, үрҙә телгә алынған күплек күрһәткестәренә билдәһеҙлеке белдергән киң һуҙынҡылар өҫтәлеп –ла, лә ялғауы барлыҡҡа килгән. Ысынлап та, профессор Аҙнабаевтың күҙәтеүенсә, -ла, -лә аффиксы һаҡланып ҡалған топонимик атамалар ҙа бар. Профессор Ғафури районында Оҙон Ҡырла тигән ер-һыу атамаһын миҫалға килтерә (бттг 23). Шулай уҡ ҡарасәй-балҡар телендә күплек аффиксы әлеге көндә лә –ла, -лә формаһында ҡулланыла. Тимәк, Дмитриевтың –лар күплек аффиксы улар алмашынан килеп сыҡҡан тигән фекер нигеҙһеҙ. Ә профессор Кейекбаевтың күплек ялғауына ҡарата әйтелгән фекерен улар алмашының килеп сығышына ла ҡайтара алабыҙ. Сөнки, үрҙә телгә алғанса, ҡ-сө заттың берлеген борон –у (-о) формаһы белдергән. Тап ошо нигеҙгә –л, -а, -р күрһәткестәренең өҫтәлеүе һөҙөмтәһендә улар алмашы формалашҡан.
3.2. Һорау алмаштары
Башҡорт телендә һорауған конкрет яуап алыр өсөн һорау алмаштары ҡулланыла. Әгәр ҙә раҫлауҙы талап итергә кәрәкһә, был осраҡта –ма-мә киҫәксәһе һорау һөйләм составында була.
Бөтә төрки телдәрҙә лә тиерлек ни һәм ки элементтары актив ҡулланыла. Мәҫәлән, башҡорт телендә улар теркәүес һәм раҫлау киҫәксәһе булып йөрөй. Беҙҙең фекеребеҙсә, башҡорт телендәге бөтә һорау алмаштары ошо ике элементтан барлыҡҡа килгән.
Боронғо алтай телендә был элементтар ҡыҫҡа формала булып, дөйөм мәғәнә белдергән. Боронғо алтай теленән төрлө телдәр айырылып, үҙ аллы үҫешә башлағас, был элементтарға төрлө күрһәткестәр ҡушылған.
Башҡорт теленә килгәндә, составында ни һәм ки элементтары булған һүҙҙәр күп осраҡта һорау алмаштары функцияһын үтәй. Мәҫәлән, кем, нисә, ниңә, ниндәй, нимә, ниҙә, нисәү, нисәле, нисәне, нисәшәр, нисек, ни ҡәҙәр, ни саҡлым, ни тиклем, нишләп, ҡайһы, ҡайһыһы, ҡалай, ҡайҙа, ҡасан һ.б. Шулай уҡ, халыҡ телендә нәмә тигән һүҙ ҙә ҡулланыла. Был һүҙҙе беҙ исем төркөмөнә индерер инек. Билдәле профессор Ж. Кейекбаев урал-алтай телдәрендә ки элементынан барлыҡҡа килгән һорау алмаштарының таблицаһын бирә ( 251-252 б.):
Ки-м Күпселек төрки телдәрҙә
Ке-м Башҡорт һәм татар
Ҡы-м Тува
Ка-м Сыуаш
Кэ-с Эстон
Ки Венгр
Ки-н Удмурт һәм коми-пермяк
Кө Марий
Миҫалдарҙан күренерүенсә, ки элементы бөтә урал-алтай телдәрендә лә актив ҡулланыла һәм, иң беренсе нәүбәтттә, кем (кто) һорау алмашы функцияһында.
Боронғо алтай сығанаҡлы ни элементы хәҙерге башҡорт телендә, иң беренсе нәүбәттә, теркәүес формаһын үтәй. “Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге”ндә был теркәүес “ҡапма-ҡаршы ҡуйылған тиң киҫәктәрҙе берләштереү өсөн ҡулланыла”, тигән аңлатма бирелә (бта;14). Профессор М.В. Зәйнуллин ни теркәүесенең башҡорт һәм рус телдәрендә бер үк функция үтәүенә иғтибар итә. Сағыштырығыҙ:
Ни уҡытыусы, ни уҡыусылар килмәне.
Ни ученики, ни учителя не пришли.
Тимәк, был элемент, бик боронғо булып, ҡәрҙәш булмаған телдәр ҙә бер үк функцияла ҡулланыла. Был миҫал иһә үрҙә телгә алған бөтә телдәрҙең дә бер дөйөм телдән таралыу гипотизаһын нигеҙләй.
Хәҙерге башҡорт телендә кем һорау алмашы ла боронғо ки элементынан килеп сыҡҡан. Шулай уҡ һорау алмашынан тыш был элементтан яҡут телендә 3-сө зат алмашы ла барлыҡҡа килгән: кини – ул (). Әммә ки ҡыҫҡа формаһы әлеге көндә лә төрки телдәрҙә актив ҡулланыла. Мәҫәлән, төнъяҡ башҡорттар телендә ки раҫлау киҫәксәһе булып йөрөй: Килдем ки. Был киҫәксә әҙәби телдәге бит раҫлау киҫәксәһен алыштыра. Халыҡ телендә ни элементынан ҡылым да яһала: ниткәйнем, нитһә, һ.б.
Был элементтар билдәһеҙлек менән тығыҙ бәйле. Шуға күрә лә йыш ҡына улар билдәһеҙ кеше йә иһә предметтар тураһында барғанда ҡулланыла:
- нисә, ниңә, нисек һорау алмаштары билдәһеҙ кешенең йә предметтың һанын, самаһын, билдәһеҙ эш хәлдең сәбәбен, башҡарылыу рәүешен асыҡлауҙы талап итә;
- ни (ней) бит әле. теге ни (ней) киҫәксәләре һөйләүсе әйтергә теләмәгән, йә онотҡан, йә үҙе лә белмәгән әйбер тураһында барғанда ҡулланыла;
- нәмә һүҙе йыш ҡына башҡорт телендә билдәһеҙлек артиклен үтәүсе бер һаны менән бергә килеп, билдәһеҙ кешене йә әйберҙе белдерә.
Зат алмаштарының килештәрҙе асыҡлау функцияһы
Билдәле булыуынса, зат алмаштарының төп функцияһы исем һәм сифаттарҙы алмаштырып килеүгә ҡайтып ҡала һәм улар телмәрҙе тавтологиянан һаҡлай. Әммә башҡорт телендә был һүҙ төркөмө үҙенең төп функцияһынан тыш тағы ла башҡа ролдәрҙә лә сығыш яһай.
Беҙҙең фекребеҙсә, башҡорт телендә «йәшерен» килеш формалары ла бар. Мәҫәлән, Китап яҡшы, китап күрәм, китап бите. Бөтә миҫалдарҙа ла китап һүҙе бер үк формала, йәғни бер ниндәй ялғауһыҙ ҡулланылған. Әммә беренсе миҫалда ул төп килештә торһа, икенсеһендә билдәһеҙ төшөм килештә, ә өсөнсөһөндә билдәһеҙ эйәлек килештә. Ни өсөн бөтә килештәрҙә лә был һүҙҙәр нуль аффиксын ҡабул иткән? Беренсенән, төп килештең ялғауы юҡ, был бөтә телдәргә лә хас күренеш; икенсенән, эйәлек һәм төшөм килештәрҙең билдәһеҙ формаһы бар һәм был форма тап нуль аффиксы аша бирелә. Килештәрҙең билдәһеҙ формаһын (ғөмүмән, билдәлелек-билдәһеҙлек категорияһын) билдәле телсе ғалим Ж. Кейекбаев бик ентекле тикшергән.
Мәктәптәрҙә уҡыусыларға килештәрҙе өйрәткән ваҡытта, төп принцип булып һорау биреү алымы тора. Бер яҡтан был ысул килеште билдәлләүҙе тиҙләтә. Уҡыусыларға иһә килештәрҙең һорауҙарын ғына ятлап алаһы ҡала. Икенсенән, үрҙә телгә алған йәшерен килештәрҙе уҡыусылар йыш ҡына төп килеш тип билгеләй. Сөнки был йәшерен килештәргә төп килеш һорауын биреп була.Мәҫәлән, Китап күрәм һөйләмендә китап һүҙенә нимә күрәм тип, ә китап бите йыртылған һөйләмендә нимә бите йыртылған тип һорау биреп була. Шуға күрә лә килештәрҙе билдәләгәндә һорау биреү алымы менән генә сикләнеү был теманы уҡыусыларҙың аңламауына, килештәрҙе бутауына килтерә.
Нуль аффиксына бөткән һүҙҙәрҙең килешен белеү өсөн уларҙы зат алмаштары менән алмаштырып ҡарап тикшереп була. Мәҫәлән, китап һүҙен ул алмашы менән алмаштырабыҙ: һин яҡшы, уны күрәм (ул күрәм тип әйтеп булмай), уның бите (ул бите тип әйтеп булмай).
Шулай уҡ дәреслектәребеҙҙә йыш таралған менән, өсөн бәйләүестәре төп килештәге һүҙ менән килә тигән ҡарашты ла зат алмаштары менән тикшергәндә, уның хаталы икәне асыҡлана: Киләсәк өсөн тырышабыҙ, Машина менән килде. Һин өсөн тырышабыҙ, һин менән килде һинең менән, машина менән.тимәк, өсөн,
Был фекерҙе сыуаш телендәге миҫал менән дә раҫлап була. Сыуаш телендә һин алмашы эсе, әммә валли (өсөн) бәйләүесе менән килгәндә был алмаш сана формаһы менән алмаштырыла. Эш шунда: сыуаш телендә ө-се заттың берлегендә эсе формаһы фәҡәт төп килеш өсөн генә ҡулланыла, ә башҡа килештәрҙә был алмаш сана рәүешендә йөрөй. Тимәк, өсөн бәйләүесе был телдә лә төп килеш менән килмәй.
4. Алмаштарҙың киҫәксә һәм мөнәсәбт һүҙҙәр функцияһын башҡарыу осраҡтары
Алмаштар һөйләмдә бөтә төр киҫәктәрҙең дә функцияһын башҡара алалар. Мәҫәлән, эйә: Мин - заман кешеһе, аныҡлаусы: Был кеше Бохаранан килгәнгә оҡшай, хәбәр: , тултырыусы: Мин уны баш ҡалала күргән инем, хәл: Ул шулай ҡыуанды. Бынан тыш зат алмаштарының һөйләмдә үҙҙәренең төп функцияһынан тыш башҡа ролдә килеү осраҡтары ла бар. Тап шундай осраҡтарҙа уҡыусыларға, хатта студенттарға ла, составында алмаш булған һөйләмдәр ауырлыҡ тыуҙыра. Мәҫәлән, Уҡытыусыбыҙ институтта уҡыған ул тигән һөйләмдә ул алмашы һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә тигән һорау тыуа. Тағы ла Бөгөн бара алмайым шул һөйләмендә күрһәтеү алмашы ниндәй функция башҡара, Хәйри ағай үҙе килде тигән һөйләмдә үҙе алмашын нимә тип билдәләргә тигән һорауҙар йыш ҡына осрай.
Эшебеҙҙең тәүге бүлегендә телгә алып үткәнебеҙсә, алмаштарға ҡарата билдәләмә бик тар әйтелгән. Ғәҙәти билдәләмәгә ярашлы алмаштар исемде, сифатты һәм һанды алмаштырып йөрөй. Әммә, беҙҙең фекеребеҙсә, алмаштар йыш ҡына киҫәксәләр функцияһын да үтәй.
Билдәләү алмаштары төркөмсәһенә ингән үҙ алмашы йыш ҡына башҡорт телендә көсәйтеү мәғәнәһен бирә. Профессор М.В. Зәйнуллин да был фекерҙе хуплап, былай тип яҙа: “үҙ билдәләү алмашының эйәлек формалары һөйләмдә көсәйтеү функцияһын үтәй” (74). Беҙ иһә түбәндәге осраҡтарҙа үҙ алмашын көсәйтеү киҫәксәһе итеп билдәдәү яғында:
- әгәр ҙә һөйләмдә эйә менән бергә килһә: Бөгөн бригадир үҙе килеп инде. Күреүебеҙсә, был һөйләмдә үҙе бригадирға әйләнеп ҡайта, һәм көсәйтеү мәғәнәһен бирә.
Башҡорт телендәге ул алмашын уникаль тип атай алабыҙ. Сөнки был алмаш зат һәм күрһәтеү алмашы һәм киҫәксә булараҡ ҡулланыла. Уның зат һәм күрһәтеү алмашы функцияһын башҡарған осраҡтары үрҙә ҡаралды. Шуға күрә ла беҙҙе бында ул алмашының киҫәксә ролен үтәгән осраҡтары ҡыҙыҡһындыра. Был алмаш йыш ҡына һөйләм һуңында килеп, раҫлау киҫәксәһен белдерә: Директор был турала кисә үк әйтте ул. Бындай һөйләмдәрҙә эйә ҡ-сө заттан килгәнгә күрә йыш ҡына уҡыусылар директор менән бер рәттән ул алмашын да эйә тип билдәләй. Әммә был осраҡта ул алмашы бөтөнләй зат алмашы булыуҙан туҡтап һөйләмгә раҫлау интонацияһын бирә. Быны тикшерер өсөн һөйләмдең эйәһен !-се йә ө-се затҡа ғуйып ҡарау кәрәк: Мин был турала кисә үк әйттем ул. Һин был турала кисә үк әйттең ул. Был һөйләмдәрҙә ул һүҙен бер нисек тә эйә составына индереп булмай. Шуға күрә лә беҙ бындай осраҡтарҙа ул һүҙен раҫлау киҫәксәһе итеп ҡарау яҡлы. Бынан тыш ул һүҙе шаһитһыҙ үткән заман ҡылымы һәм –дер, -дыр,-ҙер, -ҙыр икеләнеү киҫәксәләренән һуң килеп, үҙе лә икеләнеү киҫәксәһе ролен башҡара. Мәҫәлән, Кисә ағайымдар ҡайтҡандыр ул. Шулай уҡ билдәһеҙ киләсәк заман ҡылымы менән дә йәнәшә килеп шул уҡ икеләнеү киҫәксәһе функцияһын үтәй: Иртәгә көн матур булыр ул.
Башҡорт телендә күрһәтеү алмаштары һаналған шул һүҙе үҙенең төп функцияһынан тыш тағы ла башҡа осраҡтарҙа ҡулланыла. Йыш ҡына ул ҡушма һөйләмдәрҙә мөнәсәбәт һүҙе ролен үтәй: Шул билдәле булды: урманда янғын сыҡҡан. Шуны белдек: теге ағай депутат булып һайланған,һ.б. Бындай осраҡта татар ғалимы М. Зәкиевтың фекеренсә, шул һүҙен мөнәсәбәт алмашы тип атай (). Бынан тыш йыш ҡына шул һүҙенең һөйләмдәрҙең аҙағында килеү ҙә күҙәтелә: Әсәйебеҙ кисә үк ҡайтып китте шул. Теге миҙалды үҙем менән алып килмәгәнмен шул. Был һөйләмдәрҙә үкенеү интонацияһы һиҙелә.
Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреү осраҡтары
Зат алмаштары исем һүҙ төркөмөнә хас булған күп кенә категорияларҙы ҡабул итә. Шулар араһында килеш категорияһы ла бар. Әммә исем һүҙ төркөмө менән сағыштырғанда зат алмаштарының килеш ялғауҙары башҡа. Ысынлап та, зат алмаштары килеш менән үҙгәргәндә зат алмаштарының ялғауҙары ҡыҫҡа. Түбәндәге таблицала беҙ зат алмашын исем менән паралелль рәүештә үҙгәртәбеҙ:
Зат алмашы Исем
Төп килеш мин Төп килеш тин
Эйәлек килеш мин-ең Эйәлек килеш тин-дең
Төбәү килеш миң-ә Төбәү килеш тин-гә
Төшөм килеш мин-е Төшөм килеш тин-де
Урын-ваҡыт килеш мин-дә Урын-ваҡыт килеш тин-дә
Сығанаҡ килеш мин-ән Сығанаҡ килеш тин-дән
Күреүебеҙсә, исемде килеш менән үҙгәргәндә уға башта -н, -д, -г өндәре өҫтәлә. Зат алмашына иһә был өндәр өҫтәлмәй. Бына ошо айырма уҡыусыларҙа ауырлыҡ тыуҙыра. Дәреслектәрҙә ниңә исемдәргә был өндәрҙең өҫтәлеүе, ә алмаштарҙың ялғауҙары ҡыҫҡа булыуы аңлатылмай. Шуға күрә лә уҡыусылар исем өсөн айырым һәм зат алмаштары өсөн махсус килеш ялғауҙарын яталу менән шөғөлләнергә мәжбүр. Был серле күренеште зат алмаштарын диохроник планда өйрәтеп кена аңлатырға була. Эш шунда: ниндәйҙер һүҙҙе килеш менән үҙгәртер өсөн уны башта билдәле формаға ҡуйыу мөһим. Шуға күрә лә исем һүҙ төркөмөн килеш менән үҙгәртәкән ваҡытта уға килеш ялғауы алдынан мотлаҡ билдәлелек күрһәткесәте (-н, -д, -г) өҫтәлә. Тимәк, килеш аффикстары дәреслектәрҙә бирелгәнсә –тың, -ның, -ҡа, -ға, -ты, -ды, - дан, -тан һ.б. түгел, ә алмаштарға өҫтәлгән –ең, -ың, -а, -ән һ.б. кеүек ҡыҫҡа формала тип әйтә алабыҙ. Ә һүҙҙең тамыры менән килеш аффикстары араһына -н, -д, -г кеүек билдәлелек күрһәткестәре өҫтәлгән. Ошонан сығып исем һүҙ төркөмөнөң килеш менән үҙгәреү схемаһы түбәндәгесә: тамыр + билдәлелек күрһәткесе + килеш аффиксы. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреүенә килгәндә, уларҙың схемаһы ябайыраҡ: тамыр + килеш аффиксы. Тимәк, алмаштарға билдәлелек күрһәткесе өҫтәлмәй. Был иһә мин һәм һин зат алмаштарының составында билдәлелек күрһәткесенең булыуы менән аңлатыла. Тәүге бүлектәрҙә телгә алғаныбыҙса, борон зат алмаштары ҡыҫҡа формала булған: би (ми), си (һи). Ошонан сығып һуңғы күрәткес –н билдәлеклекте белдереүсе элемент икәне беленә. Шуға күрә лә, бер билдәлелек күрһәткесе булған 1-се зат һәм 2-се зат алмаштарына икенсе билдәлелек күрһәткесен өҫтәү кәрәкмәй. Фәҡәт урын-ваҡыт килештә генә билдәлелек күрһәткесе –д (миндә, һиндә) ҡушыла. Был күренеште ғалимдар былай тип аңлата: «икенсе билдәлелек күрһәткесенең (-д) килеүе дөйөм законға ҡаршы һымаҡ, әммә ул килмәһә, урын-ваҡыт формаһы төбәү-йүнәлеш килеш менән тап килер һәм уларҙың мәғәнәһе менән бутала башлар ине» [:34].
3 - сө зат алмашының берлеге ул һүҙеңдә килеш менән үҙгәреү парадигмаһы үҙенсәлекле: -л өнөн –н, -ғ өндәре алмаштыра. Түбәндә беҙ ул алмашын килештә үҙгәртәбеҙ, айырманы асыҡ күрер өсөн паралель рәүештә исеме һүҙ төркөмөнән булған ул һүҙенең дә килеш менән үҙгәреүен бирәбеҙ:
ул (зат алмашы, рус. “он”) ул (исем, рус. “сын”)
Төп килеш ул ул
Эйәлек килеш уның улдың
Төбәү килеш уға улға
Төшөм килеш уны улды
Урын-ваҡыт килеш улда улда
Сығанаҡ килеш унан улдан
Ошонан сығып йыш ҡына уҡыусыларҙа һорау тыуа: ни өсөн –л күрһәткесе башҡа элементтар менән алмаштырыла. Бының сәбәбен шулай уҡ алмаштарҙың тарихы аша ғына аңлатып була. Үрҙә, алмаштарҙың этимологияһын тикшергән ваҡытта, беҙ ул алмашының тәү формаһы –о (у) рәүешле булғанын әйткән инек. Шулай уҡ был алмашҡа билдәһеҙлек күрһәткесе –л өҫтөлгөненен дә телгә алғайныҡ. Тимәк, килеш менән үҙгәргәндә был билдәһеҙлек юҡҡа сығырға тейеш һәм, ысынлап та, -л урынына билдәлелекте белдереүсе –н, -ғ күрһәткестәре өҫтәлә. Мин һәм зат алмаштарындағы кеүек урын-ваҡыт килештә генә алмаштың тамыры һаҡлана, бының сәбәбен үрҙә аңлатҡан инек.
1. Аҙнабаев, Ә.М. Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы. Өфө: Ғилем, 2007. – 144 б.
2. Аҙнабаев, Ә.М. Латипова, Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. – Өфө: Китап, 2006
3. Аҙнабаев, Ә.М., Таһирова, С.А. Әсә теле. Урта мәктәптең ҙсе синыфы өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2005
4. Башҡорт теле урта мәктәптең 8-9 кластары өсөн дәреслек. /Ф.Ф. Абдуллина, В.Ш. Псәнчин/ Өфө: Китап, 1993
5. Әхмәр, Ҡ.З. Ҡушма һөйләм синтаксисы. 2-се баҫма. Өфө: БАШГОСИЗДАТ, 1945
6. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге. Өфө: РФА ТТӘИ, 2004. – 528 б.
7. Тикеев, Д.С. Хәҙерге башҡорт теле. Ябай һөйләм синтаксисы: юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек. Өфө: Ғилем, 2002. 178 б.
8. Башҡорт теле: педагогоя училищелары өсөн дәреслек [Текст] / Сәйетбатталов, Ғ.Ғ. һәм башҡалар - Өфө: Китап , 1997. – 352 бит
9. Аҙнабаев, Ә.М. Башҡорт теленең тарихи грамматикаһы [Текст] / - Өфө: БашДПУ, 2002. – 81 б
10. Кушма җөмлә синтаксисы: теоретик мәгълүматлар, күнегүләр, контроль эшләр, тестлар [элек.вар.]. Методик кулланма. Төзүче Нәбиуллина Г.Ә.— Казан: КГУ, 2006. — 91б.
11. Зәйнуллин, М.В. Хәҙерге әҙәби башҡорт теле (морфология). Өфө: БДУ 2002
12. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов, Р.Ғ. һәм башҡалар. Өфө: Китап, 1996. – 320 б.
13. Киекбаев, Дж.Г. Основы исторической грамматики урало-алтайских языков : – Уфа: Китап, 1996. – 368 с.
14. Баскаков, Н.А. Алтайский язык // Язык народов СССР том II Тюркские языки. М: 1966 – с. 515
15. Шәкүр, Р.З. Башҡорт диалектологияһы. уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 2012. – 240 б.
16. Дмитриев, Н.К. Категория принадлежности // ИСГТЯ, II часть , Морфология. – М., 1956.
17. Ишбулатов, Н.Х. Башҡорт диалектологияһы. Өфө: 1980.
18. Аҙнабаев, Ә.М. Башҡорт теленең тарихи грамматикаһы [Текст] / -Өфө: БашДПУ, 2002. – 81 б
19. Аҙнабаев, Ә.М. Төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы [Текст] / - Өфө: БашДПУ, 2011. – 224 б
20. Киекбаев, Дж.Г. Введение в урало-алтайское языкознание [Текст] / – Уфа: 1996.
21. Киекбаев, Дж.Г. Основы исторической грамматики урало-алтайских языков [Текст] / – Уфа: Китап, 1996. – 368 с.
22. Зәйнуллин, М.В. Хәҙерге әҙәби башҡорт теле. Морфология. [Текст] / - Өфө: БДУ, 2002. – 388 б.
23. Серебренников, Б.А., Гаджиева, Н.З. Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков[Текст] / – Баку: Маариф, 1979. – 303 с.
24. Плеоностическое использование аффиксов в тюркских языках в историческом освещении. / Благова Ф. Вопросы языкознания № 6 1968, 88-89 с.
25. Дмитриев, Н.К. Категория числа // Исследования по сравнительной грамматике тюркских языков. Часть II. Морфология. – М: 1965
26. Азнабаев, А.М., Псянчин, В.Ш. Историческая грамматика башкирского языка: учеб.пособие. - Уфа: БГУ, 1983. - 244 с.
27. Серебренников, Б.А., Гаджиева, Н.З. Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков[Текст] / – Баку: Маариф, 1979. – 303 с.
28. Баранов, Х. Арабско-русский словарь, Ташкент: Камалак, 1994
Тема: | «Местоимения в башкирском языке» | |
Раздел: | Иностранные языки | |
Тип: | Дипломная работа | |
Страниц: | 55 | |
Цена: | 2100 руб. |
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
- Цены ниже рыночных
- Удобный личный кабинет
- Необходимый уровень антиплагиата
- Прямое общение с исполнителем вашей работы
- Бесплатные доработки и консультации
- Минимальные сроки выполнения
Мы уже помогли 24535 студентам
Средний балл наших работ
- 4.89 из 5
написания вашей работы
У нас можно заказать
(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)
682 автора
помогают студентам
42 задания
за последние сутки
10 минут
время отклика
Концепт «дружба» в башкирских и русских народных пословицах и поговорках и его использование в учебном процессе
Дипломная работа:
Концепт «солнце» в русской и башкирской языковой картине мира
Дипломная работа:
Глагол движения в башкирском языке
Дипломная работа:
Пространственная модель мира в башкирской топонимии и её использование в лингвокраеведении
Магистерская работа:
Средства формирования идеала женщины в башкирском фольклоре и литературе