Отчет по практике

«Отчет о прохождении диалектологической практики»

  • 45 страниц
Содержание

Инеш:.3

Бүлек 1. Көйөргәҙе районы тарихы.4

1.1 Билдәле кешеләре

1.2 Иҫтәлекле урындар

1.3 Урындағы һөйләш

Бүлек 2. Яҡшымбәт ауылы тарихы һәм һөйләштәре

2.1. Яҡшымбәт ауылы тарихы.13

2.2. Информатор :Саттарова Асия Биктимер ҡыҙы

Бүлек 3. Кинйәабыҙ ауылы тарихы һәм һөйләштәре.18

3.1.Кинйәабыҙ ауылы тарихы

3.2.Информатор: Харрас Сәлмән улы Биктимеров

3.3.Кинйә Арыҫланов музейы тарихы

Бүлек 4. Яҡуп ауылы тарихы һәм һөйләштәре.18 – 21

4.1.Яҡуп ауылы тарихы

4.2.Информатор: Зөбәржәт Әхмәт .

Бүлек 5. Абдул ауылы тарихы һәм һөйләше.21 - 23

5.1.Абдул ауылы тарихы.

5.2.Информатор: Ряжапова Мәрйәм Мингажева

Бүлек 6. Ҡотлоюл ауылы тарихы һәм һөйләштәре.23 - 24

6.1.Ҡотлоюл ауылы тарихы

6.2.Информатор: Ямансарова Рая

Бүлек 7. Урта бабалар ауылы тарихыһәм һөйләштәре.25 - 27

7.1.Урта бабалар ауылы тарихы

7.2.Информатор: Яманһарова Фәниә Заһир

Ҡушымта 1. Һүҙлек.28 – 2

Ҡушымта 2. Яҡшимбәт ауылы(фото)

Ҡушымта 2. Кинйә абыҙ ауылы.

Ҡушымта 3. Абдул ауылы.

Ҡушымта 4. Яҡуп ауылы.

Ҡушымта 5. Ҡотлоюл ауылы.

Ҡушымта 6. Видеофайл: Абдул ауылы Мәрйәм инәй.

Ҡушымта 7. Видеофайл: Кинйә Абыҙ ауылы.

Ҡушымта 8. Видеофайл: Ҡотлоюл ауылы 1 – 12.

Введение

Мин - Ҡалысбаева Эльвира Минифаровна, Күгәрсен районының Теләуембәт ауылынан, 2014 йылдың 7 июленән 13 июлгә тиклем Көйөргәҙе районында диалектологик практика үттем.

7 июлдә беҙ, Башҡорт даүләт педагогик университетының , башҡорт филология факультетының студенттары, Яҡшембәт ауылына килеп еттек. Беҙҙе Гульнур Кутдусовна, мәктәптең директоры, ҡунаҡсыл итеп ҡаршы алды. Мәктәп интернатына урынлаштыҡ. Интернат ике этажлы һәм матур. Бөтәбеҙҙә бер бүлмәгә яттыҡ. Һуңынан беҙ мәктәптең столовыйына барҙыҡ. Ашарға бешкән ине. Ҙур рәхмәт ашнаҡсыбыҙга Зилә апайыбыҙға. Сәғәт 12 беҙ мәсеткә барҙыҡ. Миңә бик ныҡ оҡшаны.

8 июль беҙ Яҡшимбәт ауылының мәктәбенә барҙыҡ. Беҙгә Зиля Дамировна Яҡшимбәт ауылының тарихын, шәжәрәһен ентекләп һөйләп бирҙе. Шулай уҡ укыусыларҙа беҙгә үҙенең бай шәжәрәһен һөйләнеләр.Һуңынан беҙ бүленешеп апай, инәйләргә юлландыҡ. Мин Асия инәйҙа булдым.

9 июль без Кинйәабыҙ ауылының Кинйә Арыҫланов музейында булдыҡ. Бик матур һәм бай музей булып сыҡты. Беҙгә Харас абзый күп кенә мәғлүмәттәр һөйләне. Шулай үҡ беҙ Абдул, Яҡуп ауылында булдыҡ.

10 июль беҙ Ҡотлоюл ауылына юлландыҡ. Күп кенә йырҙар, шиғырҙар ишетеп ҡайттыҡ беҙ.

11 июль беҙ Ырынбур ҡалаһына барҙыҡ. Тәрәнәйтеү, киңәйтеү маҡсатында беҙ Көйөргәҙе районы шәхестәре, уларҙың ижадттары менән бәйле төрлө урындарына сәйәхәт ҡылдыҡ. Аҡбуҙат эпосын һөйләүсе , шахес Ғәбйәтулла Биҡҡужин тоҡомдары менән осраштыҡ: Рәис һәм Марат. Кинйә Арҫлановтың яуҙашы , Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап барҙыҡ.

12 июль беҙ Урге һәм Түбәнге бабалар ауылнда булдыҡ. Бик күп мәғлүмәттәр булды ул ауылдарҙан. Мин үҙемә яңы асыштар ҙа эшләнем.

Шулайтып практиканың аҙағы ла килеп етте, һиҙелмәй ҙа ҡалды. Мин бик шатным Көйөргәҙе районына диалектологик практикаһына барғаныма. Ҙүр рәхмәт!

Фрагмент работы

Көйөргәҙе районы тарихы

Көйөргәҙе районы (урыҫ. Куюргазинский район) — Башҡортостан Республикаһы составындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ермолаево ауылы. Районда 26 259 кеше йәшәй.

Район 1935 йылдың 31 ғинуарында төҙөлгән, үҙәге Ермолаево ауылы. Эреләтеү сәйәсәте нигеҙендә 1962 йылда Мәләүез районы составына күсерелә. 1965 йылда район Күмертау районы составына индерелгән.Үҙәге Күмертау ҡалаһы. 1990 йылдан алып был район үҙәге киренән Ермолаево ауылына күсерелә. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 1992 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән Көйөргәҙе районы итеп үҙгәртелә.

Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сикләшә. Көйөргәҙе районының майҙаны 2 370 км² тәшкил итә. Район биләмәһе Дөйөм һырттың Төньяҡ тармағы сиктәрендә 400 метрға хәтле бейеклектә тора. Климаты йылы, ҡоро. Ағиҙел ҡушылдығы Мәләүез, Оло Юшатыр ҡушылдыҡтары Оло Көйөргәҙе һәм Кесе Юшатыр менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә. Һелтеләнгән ҡара ер өҫтөлөк итә. Имән, йүкә, ҡайын һәм башҡа төр япраҡлы ағастар урманы райондың 7% территорияһын биләй. Газ, нефть, һоро күмер һәм башҡа төр файҙалы ҡаҙылмалар киң таралған. Күмерҙең эйәрсәндәре — янған тоҡом (тәбиғи шарттарҙа үҙенән-үҙе янған балсыҡ) һәм кварц ҡомдары - бик ҙур ҡиммәткә эйә. Шулай уҡ гипс, ҡом, балсыҡ, суглинок, агроном рудалары ятҡылыҡтары бар. Был районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешкән. Ауыл хужалығы менән мәшғүл ерҙәр 190,8 мең. га (район биләмәһенең 80,5%-ты), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр— 124,7 мең. га, көтөүлектәр — 57,9 мең. га, сабынлыҡтар — 8,3 мең. га. Игенселек хужалығы бик үҫешкән. Сөгөлдөрсөлөк, көнбағыш игеү ит- һөт малсылығы һәм һарыҡсылыҡ.

Район территорияһы аша Өфө-Ырымбур һәм Яңы Мораптал - Түлгән тимер юлы, Өфө-Ырымбур һәм Ира- Мораҡ - Сибай - Магнитогорск, Ермолаево-Федоровка автомобиль юлдары үтә. Район 1935 йылдың 31 ғинуарында төҙөлгән, үҙәге Ермолаево ауылы .Эреләтеү сәйәсәте нигеҙендә 1962 йылда Мәләүез районы составына күсерелә. 1965 йылда район Күмертау районы составына индерелгән.Үҙәге Күмертау ҡалаһы. 1990 йылдан алып был район үҙәге киренән Ермолаево ауылына күсерелә. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 1992 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән Көйөргәҙе районы итеп үҙгәртелә.

Билдәле кешеләре: Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы — Яҡшымбәт ауылынан табип-офтальмолог. Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы — Яманһары ауылынан, БАССР-ҙың беренсе мәғариф халыҡ комиссариаты рәйесе. Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы — Иҫке Мораптал ауылынан,беренсе профессиональ йырсы, композитор. Баязит Бикбай — Ҡалта ауылынан, шағир, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты. Шәмсетдин Зәки — Иҙәк - Ишмәт ауылынан, суфый-шағир. Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы — Таймаҫ ауылынан, яҙыусы,С. Юлаев исемендәге премия лауреаты. Йомағолов Илшат Хәлил улы — Тимербай ауылынан, актёр, драматург. Кинйә Арыҫланов — Беренсе Кинйәабыҙ ауылынан 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы полковнигы, башҡорт дворяны, абыҙ, философ, дин белгесе, старшина. Мәнди Ҡотош - Ҡыпсаҡи — Бесәнсе ауылынан, 18 быуат шағиры. Мөхәммәт Исҡужин- Урта Мотал ауылынан, мәғрифәтсе. Тамара Ғәниева-Кинйәбай ауылынан, шағирә. Алмира Бикҡолова- Ҡалта ауылынан, химия фәндәре профессоры, академик. Айрат Ҡобағошов- Таймаҫ ауылынан, копозитор, сәнғәт фәндәре кандидаты. Өлфәт Ҡобағошов- Таймаҫ ауылы, рассәм- скульптор, Кинйә Арыҫланов һәйкәле авторы. Раил Байбулатов- Яманғол ауылы, яҙыусы. Диҡҡәт Бураҡаев- Үрге Мотал ауылы, геолог. Сабир Кинйәкәй- Түбәнге Мотал ауылынан, шағир, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы (1915—1945), Икенсе Кинйәбыҙ ауылынан, башҡорттар араһынан беренсе Советтар Союзы геройы, 1939 йылғы Фин һәм Бөйөк Ватан һығыштары ҡаһарманы. Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы (1913—1970) — Икенсе Кинйәбыҙ ауылынан, Советтар Союзы геройы. Ғайсин Хәсән Назар улы — Икенсе Кинйәбыҙ ауылынан, Советтар Союзы геройы.

Иҫтәлекле урындар: Кинйә мәмерйәһе Урта Мотал ауылындағы ҡыҙыл еректәр. Улар \"Ҡыҙыл китап\"ҡа индерелгән. Бик һирәк ерҙәрҙә үҫә. Туғай Кинйәһе(Беренсе Кинйәабыҙ) ауылы тарихи- мәҙәни ҡурсаулығы. Ермолаевка ауылындағы 18 быуат ҡарағайҙары. Улар ауылға нигеҙ һалыусы Шотт баяры тарафынан ултыртылған. Бағырлы Усман (әүлиә) ҡәберлеге. Яманһары ауылы. Татырлы (тоҙло)шифалы батҡаҡлыҡ. Яҡут ауылынан 2 саҡырым алыҫлыҡта ята. Ҡуяныш йылғаһы һыуһаҡлағысы. Юшатыр йылғаһы һыуһаҡлағысы.

Башҡорт телендә өс диалект бар.

• Көньяҡ диалект

• Көнсығыш диалект

• Төньяҡ-көнбайыш диалект

Һәр бер диалект һөйләштәрҙән тора. Диалекттағы һүҙҙәрҙең күбеһен дөйөм башҡорт теленә хас һүҙҙәр тәшкил итә. Бер диалект вәкиле икенсе диалект вәкиле менән иркен аралаша ала. Шулай ҙа айырым диалектарҙа.

Көньяҡ диалектҡа ҡараған территория көнсығыш диалектынан өс мәртәбәгә ҙур. Көньяҡ диалектҡа Эйек-Һаҡмар һөйләше (Ейәнсура, Мәләүез, Баймаҡ районының көньяғы, Күгәрсен, Хәйбулла, Көйөргәҙе райондарында йәшәгән үҫәргән, ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер ырыуы башҡорттары инә), бөрйән һөйләше (бөрйән ырыуы башҡорттары — Бөрйән районы), урта һөйләш (Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Белорет, Ишембай, Ғафури, Нуриман райондарына ҡараған табын, ҡатай, юрматы, тәлтем ырыуы башҡорттары инә), Дим һөйләше (Ауырғазы, Дәүләкән, Миәкә, Әлшәй, Бишбүләк, Нуриман райондарының көнбайышы, Федоровка, Стәрлебаш, Шишмә, Иглин райондарындағы меңле, илкәй меңе, субы меңе, ҡырҡөйлө меңе һ. б. ырыу башҡорттары инә). Был диалектҡа Башҡортостандан ситтә Ырымбур өлкәһендә Александр, Гай, Красногвардейский, Ҡыуандыҡ, Новосергиевский, Октябрь, Переволоцк, Һарыҡташ, Төйлөгән райондарында, Һамар өлкәһенән Большечерниговский, Большеглушицкий, Һарытау өлкәһенән Перелюб һәм Пугачев райондарындағы Һайылмыш, Һаҡмар, Туҡ, Соран, Ырғыҙ, Кәрәлек һәм Кәмәлек йылғалары буйында йәшәгән башҡорттарҙың һөйләштәре инә. Көньяҡ диалекттың төп билдәләренән күплек һәм яһаусы ялғауҙар, һүҙҙең ниндәй өнгә бөтәүенә ҡарап, нигеҙҙә, ике төрлө килә. Шулай ҙа күп осраҡта ла һаҡлана. Мәҫәлән:

• маллар — әҙәби телдә малдар

• атлар — » — аттар

• ҡаҙлар — >> — ҡаҙҙар

• эшләу — >> — эшләу

• урманныҡ— » — урманлыҡ

• иңне иңле һ. б.

Көньяҡ диалект үҙенең өндәре, грамматик үҙенсәлектәре, һүҙлек составы яғынан хәҙерге башҡорт әҙәби теленә бик яҡын тора.

Заключение

Әнәйем ике улын һуғышҡа оҙата. Ун һигеҙ тулғас һуғышҡа алалар бит инде бөтөн бала-сағаны. Шунан һуң ҡыҙыҡайҙы яратып йөрөй ҙә ул, гармунсы була. Әнәйем әйтә икән мин һуғышҡа барам ул ҡыҙҙы алып китәм, мин ҡайтҡанса уны кешеләр ала бит. Әллә иҫән ҡайтам әллә юҡ, алайым. Туй яһайлар былар. Заманынса инде умас бешерәләр инде. Эскелек булмағандыр инде булһа ла ары-бире генәлер инде. Шунан һуң ун һигеҙ генә көн тора ла абзыйымды алалар. Хәҙер һуғышҡа алаларҙа шунан һуң был элек йәшерәк уҫмер ҡыҙларҙы вербавать иткәндәр. Торф сығарырға мы, нимәгәлер инде мәжбүри рәүештә алып китергә булғандар. Шунан был ҡасаҡан бер ваҡыт. Урындыҡта ятабыҙ бит инде. Абзыйым һәндерәлә койка һымаҡ нәмәлә ята бит инде. Төндә килгән тегеләр, ҡайҙа ҡуйҙың тап. Һуғыш ваҡыты бит инде ҡурҡыталар.Баҙҙы ҡарайлар һике аҫтын ҡарайлар. Беҙҙеңсә урындыҡ ул һике аҫты. Шунан хәҙер был юҡҡа сыҡҡан бит инде. Шунан һуң хәҙер һуғыштан һуң ҡайтты был. Абзыйым ҡайтты ҡырҡ еденсе йыл.Ҡайтҡайны теге хатын юҡ бит инде.былда уже олоғайып ниндәй ут һыу араһында яраллар араһында һуғыш үткәреп йөрөп ҡайтты был. Ҡайтҡайны хәҙер теге юҡ шунан һүң димләп кенә элек бит ирләр дефецит тигән шикелле нейгә өйләндергәннәр инде. Еңгәм дә матур ине оҙон ҡара сәсле хатта зифа буйлы матур ине. Шан баллары тыуғас был ҡайтып килеп төштө бит теге ҡатынҡай.Шунан ул хатын ире менан ҡайтып килеп төштө. Ҡаҙағстанға урынлашҡанда, бер ҡаҙаҡ егетенә барып балалары булған. Хәҙер минем абзыйымдыңда балалары бар бит инде. Хәҙер осрашалмайҙар икән. Абзыйым ҡайтҡас та бригадир итеп ҡуйҙылар. Ауыл ерендә бригадир әйҙә сыҡ инде, әйҙә сыҡ инде тип йөрөй бит инде. Шунан был барып кергән бит быларға, өйләренә ҡосаҡлаштып илаштылар тей шунда бөтән кеше иланы тей. Мәхәбәт инде. Киттеләр былар еңгәм ҡыҙғана абзыйымды теге ҡаҙағы ҡыҙғана хатынды. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан кеше күпмегә генә ҡайта инде ул, киткәндәр инде. Шунан һуң күп йылларҙан һуң абзайымнар олоғайып еңгәмнәр менән балалары дүртәү булып китте, шунан быларҙың да алты балаһы буған. Ире үлгәс ҡайтты, унда илашманылар ужы. Тормошларына күнделәр. Һәр береһе айырым семья менән йәшәй бит инде. Икенсе абзыйым һуғышҡа, аныһы инде шул ҡырҡ өс китте микән аныһы илленсе йылларҙа ғына ҡайтты. Хәҙер ҡырҡ еденсе йыл ҡайтты абзыйым һуғыштан теге ҡырҡ бишенсе йыл еңеү тиһәләр ҙә бит инде һаман да шул аслыҡ һаман да шул уҡ. Хәҙер кейер кейем бөттө. Бөтөн нәмәне фронтҡа биреп торалар инде. Ул кейем алыу ҡайҙа. Ит бирәләр, күкәйҙә заданья тип бирәләр, әллә ниндәй заем бирәләр аныһына һыйырҙың майын һатып заемлап алалармы. Шунан һуң хәҙер әнәйем киндер, әргәлә генә бер соҡор тулы киндер үҫә торғайны шуның орлоғон мысайға ҡушып, әллә нимәгә ҡушып өшә бешереп ашата беҙгә. Өшә тигәне сөсө икмәк була, бәләкәй генә. Шунан һүң кәртүф ҡушып баҫып, хәҙерге ассарти тигән һымаҡтыр инде.Хәҙер был киндерҙе киптерә ҡырҡала ситәннек буйына һалып.Унан һыуға һалып торала тағын киптереп теге кәрәш була.Уаҡлайлар инде йүкәнең нейе һымаҡ көйөп сыға. Мамыҡ һымаҡ.Аҙак тәрәшләйҙәр, унан иләйҙәр аҙаҡ балаҫтың станогына ҡуя ла һуға инде. Хәҙер абзыйларға ыштан тегеп бирә, ашаулыҡ тегә һуҡҡан нәмәһенән. Беҙгә уҡырға барырға сумка тегеп бирә торғайны, матур ғына итеп. Шунан хәҙер тоҡлар тегә.Киндерләрләрҙән таҫтамал һуға торғайны. Ҡотлоюл ауылы тарихы Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл ауылына тәү башлап Ҡотлоюл исемле кеше нигеҙ һала. Ҡотлоюлдың 4 улы булған: Ибраһим, Боҫҡан, Аҡһары һәм Яманһары. Уның Ибраһим исемле улынан таралып киткән дә инде Ибраһимовтар фамилияһы, шулай уҡ Боҫҡонов, Аҡһаров, Яманһаровтар ҙә шул уҡ Ҡотлоюлдың нәҫеленән, уларҙың шәжәрәләре бер үк тамыр-тармаҡтарға барып тоташа. Ҡотлоюл ауылының икенсе исеме - Йыуасалы.

Тырыҫ - ағастан эшләнгән күнәккә оҡшаған.

Күлдәк – уҡып йөрөгән ваҡытта кейелә.

Күлмәк – уҡып бөткәс кейелә.

Апай – олораҡ кешегә әйтелә.

Бысаҡтар – ножи.

Мылтыҡ көбәге – ствол от охотнечьего оружия.

Кинжал – кинжал.

Суҡмар – кистень.

Ҡыңғырау – колокольчик.

Ҡаҙаҡ – гвоздь.

Тәпән – посуда для хлеба.

Күнек – ведро.

Көбө – посуда для сбивания кумыса.

Ағас ҡалаҡ – деревянная ложка.

Төрән – лемех от плуга.

Балта – топорище.

Бүре ҡапҡаны – капкан на волка.

Циркуль – циркуль .

Ҡыҫҡыс – клещи.

Балсыҡ көршәк – глиненая посуда.

Тирмән – мельница.

Ағас көрәк – лопата для хлеба.

Ураҡ – серп.

Һелкеүес – посуда для проветривания зерна.

Һәнәк – вилы.

Багор – багор.

Тораҡ – чесалка.

Эйәр – седло.

Сыбыртҡы – кнут.

Ауыҙлыҡ – удила.

Өҙәнге – стремена.

Ыңғырсаҡ- седелка.

Тышау – путы.

Ҡайсы – ножницы.

Ҡыңғырау- колокольчик для скота.

Йоҙаҡ – замок.

Хурман – арба.

Малаҡай – башҡа кейәләр.

Буырһаҡ – эре итеп бешерәләр , майҙа.

Сәк – сәк – вак, шәкәрләйҙәр.

Вәғдә – вәғәҙә.

Ведро-күнәк;

Самовар-самауыр;

Чай-шай.

Покупка готовой работы
Тема: «Отчет о прохождении диалектологической практики»
Раздел: Языковедение
Тип: Отчет по практике
Страниц: 45
Цена: 950 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы

У нас можно заказать

(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)

Контрольная на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Решение задач на заказ

Решение задач

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Лабораторная работа на заказ

Лабораторная работа

от 200 руб.

срок: от 1 дня

Доклад на заказ

Доклад

от 300 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

42 задания

за последние сутки

10 минут

время отклика