Дипломная работа

«Изучение жанровой природы поэзии раиса туляка рӘйес тҮлӘк поэзияҺыныҢ жанр тӘбиҒӘтен ӨйрӘнеҮ»

  • 92 страниц
Содержание

Инеш. 4

I Бүлек. Хистәр сүкеш миндә, аҡыл – һандал.

(Рәйес Түләктең лирик шиғырҙарында поэтик образлылыҡ)

1.1. Поэтик образлылыҡ. 11

1.2. Мең дә икенсе кис.

(Рәйес Түләктең лирик әҫәрҙәренә дөйөм анализ). 14

1.3. Хаҡ һәм Ялған араһы ҡылдан да нәҙек.

(Рәйес түләк поэзияһында көнсығыш жанрҙарының сағылышы). 25

II Бүлек. Һәм мин сәфәр сығам сал тарихҡа.

(Рәйес Түләк поэмаларының композицияһы). 31

2.1. Осоп ҡына мендем мин атыма.

(«Зөлхизә» романға повесының композицияһы). 32

2.2. Өҙөлөп оса тәңкәләр.

(«Ҡашмау» поэмаһының композицияһы). 41

2.3. Утлы һарай килә тарих буйлап.

(«Яныу» поэмаһының композицияһы). 47

III Бүлек. Рәйес Түләк ижадын мәктәптән тыш сараларҙа ҡулланыу

3.1. Әҙәбиәттән кластан тыш уҡыу дәрестәрен ойоштороу. 53

3.2. Мәктәптә поэзияны өйрәнеү үҙенсәлектәре. 57

3.3. «Яныу» поэмаһын кластан тыш уҡыу дәресендә өйрәнеү. 62

Йомғаҡлау . 66

Ҡулланылған әҙәбиәт. 70

ҠУШЫМТА. 73

Введение

Рәйес Түләк көслө рухлы, милли үҙаңлы, киң ҡарашлы, тапҡыр һүҙле, фекер йөрөтөү ҡөҙрәте менән уҡыусы күңеленә үтеп ингән поэмалары, балладалары, шиғырҙары, йырҙары (композиторҙар көйгә һалған шиғырҙары ла бар) менән башҡорт шиғырын байытыусы, төрләндереүсе арҙаҡлы шағир. Рәйес Түләк – биш китап авторы. Үҙе иҫән саҡта уның «Ирәндек таңдары» (1988), «Ҡашмау» (1992), «Ҡәҙер төнө» (1997), «Хыял менән хәтер араһы» (2002) исемле дүрт шиғри йыйынтығы донъя күрә.Авторҙың бишенсе китабы «Мең дә икенсе кис» исеме аҫтында бары тик үлеменән һуң 2007 йылда ғына баҫылып сыға[1; 5-се б.].

Ошо йыйынтыҡтарға ингән шиғри әҫәрҙәр яңы осор әҙәбиәтенең аҫыл өлгөһө булып тора. Бөгөнгө көнгә тиклем Рәйес Түләк ижадының жанр үҙенсәлектәрен һәм идея- тематикаһын өйрәнеүгә йүнәлтелгән хеҙмәттәр юҡ. Һикһәненсе йылдар аҙағынан икемеңенсе йылдар башына тиклемге дәүерҙе алып торған был шағирҙың ижадын өйрәнеү, әҙәбиәт тарихында һуңғы йылдар эсендә барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырырға булышлыҡ итер ине.

Республика гәзит-журналдары биттәрендә уның заман проблемаларына ауаздаш шиғырҙары, әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре баҫылып торҙо. Шағирҙың тормош юлын ҡыҫҡа ғына арауыҡ алып тора. Ә бына уның ижады хаҡында фәнни эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр бөгөнгө көн әҙәбиәт ғилемен ҡатмарлы һәм бер үк ваҡытта актуаль мәсьәләләр менән байытырға һәләтле.

Ул тыуған еребеҙҙең, халҡыбыҙҙың уҙғаны һәм бөгөнгө тормошо хаҡында берсә ғорурланып, берсә һыҙланып яҙыусыларҙың береһе. Шағир башҡорт халыҡ ижадын һәм донъя әҙәбиәтен ентекле өйрәнә, әҫәрҙәрендә традиция менән новаторлыҡтың тәбиғи берҙәмлегенә өлгәшеп, башҡорт поэзияһының үҫешенә өр-яңы тауыш, моң алып килде[7; 4-се б.].

Күңелендә ата-бабаларының рухын йәшәткән шағирҙың бөгөнгө тормоштоң аяуһыҙ ысынбарлығына яраҡлаша алмауы уның шиғриәтенең халыҡсанлығын тағы ла көсәйтә төшә. Ауыр яҙмышлы быуын шағиры төшөнкөлөккә бирелмәне, тормошона ла зарланманы, зарлана ла белмәне, ә уның бар ауырлығын үҙ иңендә татып, халыҡҡа хеҙмәт итеүен белде.

Рәйес Ғоссам улы Түләков 1959 йылдың 14 октябрендә Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуа. Башланғыс белем алғандан һуң Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый, IX–X кластарҙы Беренсе Этҡолда тамамлай. 1977–1979 йылдарҙа һауа десанты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Колхозда эшләй. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Сибай педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында уҡытыу эше менән шөғөлләнә. 1990 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1993 йылда Сибай яҙыусылар ойошмаһы ойошторолғас, уның яуаплы сәркәтибе булып эшләй. Артабан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының пропаганда бюроһы етәксеһе була. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләй, матбуғат биттәре аша шиғырҙар, поэмалар, проблемалы мәҡәләләр менән сығыш яһай. «Ҡашмау» исемле поэма һәм ошо уҡ исемдәге шиғырҙар йыйынтығы өсөн 1996 йылда Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ була. 1996 һәм 1999 йылдарҙа «Йәшлек» гәзитенең, 1998 йылда «Шоңҡар» журналының, 2004 йылда «Башҡортостан» гәзитенең, 2005 йылда «Ағиҙел» журналының йыллыҡ лауреаты булараҡ таныла. «Урал моңо – 2001» халыҡ-ара йыр-моң фестивале өсөн үткәрелгән сценарийҙар конкурсында уныҡы иң яҡшыһы тип табыла һәм сәхнәләштерелә.Рәйес Түләктең исемен тағы ла мәңгеләштереү маҡсатында«Йәшлек» гәзите 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы, Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә шағир исемендәге йәш ижадсыларға бирелә торған премия булдырҙы. 2010 йылдаЗ. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә күренекле шағир, журналист, ҡәләм оҫтаһы Рәйес Түләктең “Йырлы йәндә ҡояш байымай” исемле китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа әҙиптең төрлө йылдарҙа яҙылған әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, әңгәмәләре, шулай уҡ уның менән һөйләшеүҙәр һәм ҡәләмдәштәренең автор хаҡында яҙмалары тупланған. Баҫманың төҙөүсеһе Флүрә Түләкова.

Рәйес Түләк ижады тулы кимәлдә өйрәнелмәгән, әммә шулай ҙа шағир ижадына дөйөм рәүештә күҙәтеү, йәки айырым бер аспектын өйрәнеүгә йүнәлтелгән фәнни эштәр бар. Был йүнәлештә эшләгәндәрҙән Р. Бикбаев, Р. Аҙнағолов, З. Әлибаев кеүек авторҙарҙы атап үтергә мөмкин.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Рәйес Түләк менән Әхмәр Үтәбайҙың шиғырҙары тупланған «Буранбайҙың яҙған хатын уҡып.» китабына яҙған «Йәшәй ерҙә ике ауылдаш, ике шағир» инеш һүҙендә: «Рәйес – тос фекерле шағирҙарыбыҙҙың береһе. Шиғырҙарында кинәйә, подтекст көслө. Һүҙгә бик талапсан, күп һөйләп, һүҙҙең бәҫен ебәреүҙән ныҡ һаҡлана. Ҡайһы саҡта ҡырыҫыраҡ та булып китә, әммә тупаҫлыҡҡа, һөмһөҙлөккә юл ҡуймай. Уның әҫәрҙәрендә еңел-елпе кисерештәр юҡ, һыҙланыу күп, һағыш күп. Уны иң ныҡ хәүефләндергәне – Башҡортостан яҙмышы, милләттең бөгөнгөһө һәм киләсәге», – тип билдәләй.

Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов, шағирҙы хәтерләп: «Башҡорт шиғриәтен аңлаған һәм һанлаған һәр кем өсөн Рәйес Түләк исеме ныҡ көтөп алынған бала һымаҡҡәҙерле ине. Ундайҙар йыш тыумай. Халыҡтың инде, тыуһа ла тормай, тигән һүҙе йәнә йәнде өтөп ала. Рәйес күптәрҙе ҡыуандырып килде, күптәрҙе илатып китте», – тип яҙа.

Педагогия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Рафаэль Аҙнағолов бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә билдәле автор Әхмәр Үтәбай ижадына Рәйес Түләктең рухи мираҫы булараҡ ҡарай.

Әхмәр Үтәбайҙың ижадында эске көс, поэтика, моң, зауыҡ тойола. Күренекле шағир Рәйес Түләк менән бер ауылда үҫеп, бер мәктәптә уҡығас, шиғырҙарының ижад сәме, образлы фекерләү ҡомары йоҡҡандыр тип фараз итергә була. Әлбиттә, бер яҙыусының ижады икенсеһенекенә оҡшамай. Яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бер-береһенән стиле, телмәр ҡалыптары, композицияһы, һүрәтләнеше, мәғәнәһе, характерҙарҙың рухи булмыштары менән ныҡ айырыла [35].

Филология фәндәре кандидаты Айһылыу Вахитова шағирҙың мөхәббәт лирикаһын өйрәнеп, уның ҡыҙыҡлы үҙенсәлектәрен билдәләп үтә.

Рәйес Түләктең мөхәббәт лирикаһы бик үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡ та. Ир менән ҡатынды бер бөтөнгә берләштергән матур хистәрҙе, тойғоларҙы, йә, киреһенсә, уларҙың һүрелеүен, беҙ уҡып өйрәнгән мөхәббәт шиғырҙарындағы кеүек түгел, ә бөтөнләй көтөлмәгәнсә асып һала. “Ир” һәм “ҡатын” тигән индивидуумдарҙың үҙ-ара бәйләнешен тәбиғәт донъяһындағы күренештәр араһында булған мөнәсәбәт менән сағыштырып ҡарай. Мөнәсәбәттәр ҡатмарлығы тәбиғәт образдары аша күрһәтелә [37].

Әҙиптең ижады менән бер рәттән биографияһына ла ҡағылышлы мәғлүмәттәр Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, шағирҙың яҡташы Әхмәр Үтәбай мәҡәләләре аша яҡтыртыла. Улар аша Рәйес Түләк шәхесе менән яҡындан танышырға була.

Рәйес Түләк, талантлы шағир булыуҙан тыш, оҫта ҡәләмле журналист та. Һуңғы йылдарында “Башҡортостан” гәзитендә эшләгәндә баҫылып сыҡҡан, төрлө темаларға яҙылған күп һанлы ҡыҙыҡлы мәҡәләләре ана шул хаҡта һөйләй. Тәү ҡарашҡа ғәҙәти гәзит материалдарында ла беҙ әҙиптең тормоштағы һәр күренешкә, һәр кешегә тик үҙенсә генә баһа биреүен, һәр нәмәне тик үҙенсә аңлауын тоябыҙ.

Уның ошо сифаты ҡәләмдәштәренең ижады, ғөмүмән, әҙәби ижад тураһындағы мәҡәләләрендә бик тә асыҡ сағылыш таба. Бына, мәҫәлән, ул “Бер һүҙ хаҡында мең һүҙ” тигән мәҡәләһенә “Тимер Йосоповтың бер шиғыры тураһында” тигән билдәләмә һуғып ҡуйһа ла, авторҙың бик оҫта фекер йөрөтөүе аша беҙ шағирҙың үҙенсәлекле ижадын тулыһынса күҙ алдына килтерәбеҙ. Ғөмүмән, был мәҡәләне шиғри оҫталыҡ тураһындағы фәнни хеҙмәт тип атарға ла мөмкин.

Рәйес Түләк проза йәки драматургия хаҡында яҙамы, һәр жанрға, һәр әҫәргә үҙенә генә хас ҡарашы бар. Йыйып әйткәндә, беҙ уның ижад кешеһе алдына ҡуйған, һәр әҫәрҙең билдәле бер тәғәйенләнеше булырға тейеш, тигән талабын аңлайбыҙ. Йәғни автор, шәхси тойғоларына ғына бикләнеп ҡалмайынса, нимә хаҡында һәм ни өсөн яҙғанлығын аңлап эш итергә тейеш [39].

Был мәҡәләһендә Ноғман Мусин шағирҙы оҫта тәнҡитсе һәм әҙәбиәт белгесе булараҡ күрһәтә. Яҙыусы оҙаҡ йылдар әҙәбиәттең барлыҡ төрҙәрен яҡтыртып, публицистика өлкәһендә эшләгән әҙиптең бик күп тәнҡит мәҡәләләрен телгә алып китә, уларҙың үҙенсәлектәрен билдәләй.

Рәйес Түләктең яҡташы, дуҫы, ҡәләмдәше Әхмәр Үтәбай әҙиптең бала сағы, йәшлеге, уның яҡындары хаҡында сағыу һәм ҡыҙыҡлы биографик материал туплаған мәҡәлә баҫтыра. Был материал 2009 йылда шағирҙың илле йыллыҡ юбилейына «Ағиҙел» журналының 10-сы һанында баҫылып сыға. «Ауылдашым» исеме аҫтында сыҡҡан был мәҡәлә эсенә шағирҙың үҙе яҙып ҡалдырған көндәлегенән юлдар ҙа ингән.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Рәйес Түләк «Зөлхизә» тип аталған ҙур күләмле поэтик проза әҫәре өҫтөндә эшләне. Был әҫәренең жанрын автор «Романға повесть» тип атаған, йәғни йөкмәтке менән форма араһындағы айырманы ошо рәүешле тигеҙләргә теләгән. Әммә, минеңсә, башҡа бик күптәр ҙә ошо фекерҙе яҡлай: Рәйестең был әҫәре – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының, улай ғына ла түгел, башҡорт халҡының фажиғәле яҙмышын һүрәтләүсе роман. Халыҡ романы. Был әҫәрҙе Александр Пушкиндың «Евгений Онегин» әҫәре менән бер рәткә ҡуйырға була. Үкенескә ҡаршы, «Зөлхизә»не авторы тамамлап өлгөрмәне [36].

Рәйес Түләктең «Зөлхизә» әҫәре ысынлап та хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең сиселмәгән бер мәсьәләһе булып тора. Был «Романға повесть» тип аталған жанрҙың тәбиғәтен тулыһынса асҡан хеҙмәттәр бөгөнгө көндә юҡ. Шағир ижадында ошоға хас сиселеүҙе талап иткән һорауҙар бихисап. Рәйес Түләктең ижадын дөрөҫ һәм аныҡ яҡтыртыр өсөн уларҙың барыһын да ентекле өйрәнеп анализларға кәрәк.

Актуаллеге: Бөгөнгө көнгә тиклем Рәйес Түләк ижадының жанр үҙенсәлектәрен һәм идея-тематикаһын өйрәнеүгә йүнәлтелгән хеҙмәттәр юҡ. Һикһәненсе йылдар аҙағынан икемеңенсе йылдар башына тиклемге дәүерҙе алып торған был шағирҙың ижадын өйрәнеү, әҙәбиәт тарихында һуңғы йылдар эсендә барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырырға булышлыҡ итер ине.Уның ижады хаҡында фәнни эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр бөгөнгө көн әҙәбиәт ғилемен ҡатмарлы һәм бер үк ваҡытта актуаль мәсьәләләр менән байытырға һәләтле. Ошоларҙан сығып, Рәйес Түләк поэзияһын өйрәнеү актуаль йүнәлештәрҙең береһе булып тора тигән һығымта яһарға була.

Проблема:Рәйес Түләктең поэзияһы XXI быуат шиғриәтендә иң ҙур күренештәрҙең береһе. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан шағирҙың эшмәкәрлеге бөгөнгө көндә тейешле кимәлдә баһаланмаған, ижады ентекле тикшерелмәгән һәм махсус хеҙмәттәр яҙылмаған.

Маҡсаттар:Диплом эшенең төп маҡсаты булып, Рәйес Түләк поэзияһына дөйөм күҙәтеү яһап, уның жанр тәбиғәтенең үҙенсәлектәрен билдәләү тора.

Бурыстар: Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыр өсөн ғилми тикшеренеү эшенә дүрт этаптан торған бурыстар йөкмәтелә:1)жанр-стиль үҙенсәлектәрен системаға һалыу, 2)тупланған материалдар нигеҙендә дөйөм классификация булдырыу, 3) Шағирҙың әҫәрҙәрен структур йәһәттән тикшереп, поэтик кимәлен билдәләү, 4) Бай тәбиғәтле башҡорт шиғриәтенең традиция ерлегендә Рәйес Түләк поэзияһының тотоп торған үҙенсәлекле урынын билдәләү.

Практик әһәмиәте: Рәйес Түләк поэзияһын өйрәнеү мөһим практик әһәмиәткә лә эйә. Шағирҙың ижадына ҡағылышлы, системаға һалынған, тулы һәм юғары кимәлле теоретик мәғлүмәтте артабан методологик нигеҙҙә ҡуланырға була. Автор ижады уҡыусыларға башҡорт поэзияһының хис-тойғоларға, образдарға бай яңы үрнәктәре менән танышырға мөмкинселектәр аса.

Ҡулланылған методтар:Типологик, тасуирлау, сағыштырыу, анализ-синтез, практик материал өҫтөндә эш, филологик анализ, текстологик анализ, поэтик анализ.

Фрагмент работы

I Бүлек

Хистәр сүкеш миндә, аҡыл –һандал.

(Рәйес Түләктең лирик шиғырҙарында поэтик образлылыҡ)

1.1. Поэтик образлылыҡ

Поэтик образ хаҡында башҡорт әҙәбиәте ғилемендә Ким Әхмәтйәновтың ике китаптан торған «Поэтик образлылыҡ» тигән хеҙмәте бар. Автор образдың барлыҡҡа килеүе, әҙәбиәттә йәшәүе һәм башҡа үҙенсәлектәре хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирә.

Ошо хеҙмәткә нигеҙләнеп поэтик образдың ике төрөн билдәләргә мөмкин:

1. Традицион образдар

2. Новатор образдар

Традицион образдар дөйөм кешелек, айырым милләт тарафынан ҡабул ителгән ҡиммәттәргә нигеҙләнә, йәки мәңгелек фәлсәфәүи һорауҙарға нигеҙләнә. Уларға изгелек, яманлыҡ, әсәй, туған ер кеүек образдарҙы индерергә мөмкин.

Башҡорттарҙа боронғо замандарҙан уҡ ат ир-егеттең юлдашы һәм ярҙамсыһы булған. Шуға күрә лә инде халыҡ ижады әҫәрҙәрендә, ҡобайырҙарҙа һәм героик эпостарҙа, классик халыҡ йырҙарында һәм әкиәттәрҙә, ир-егеттең изге эшен тасуирлағанда ат образы киң урын алған.

Традицияға әйләнгән ат образын яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә лә бик күп осратырға була. Матур әҙәбиәттә, шулай итеп, халыҡтың йәнле һөйләү телмәрендә һәм фольклорҙа быуаттар буйы нығынған һәм традицияға әйләнгән образдар ҙа киң таралған. Улар рәтенә ат, бөркөт, арыҫлан, һандуғас, былбыл, ҡарлуғас образдарын индерергә була.

Новатор образ айырым шағир ижадында ғына барлыҡҡа килеп шиғриәттең үҙенсәлекле яҡтарын асыуға нигеҙләнә. Башҡорт әҙәбиәтенә, мәҫәлән, Рәми Ғарипов бал ҡорто, Мостай Кәрим ҡайын япрағы новатор образдарын индерәләр.

Поэтик образ һүҙҙең күп мәғәнәлеген ассоциатив рәүештә ҡулланып, фекер бөтөнлөгөнә йүнәлтелгән була. Поэтик образ һәр ваҡыт уҡыусыны уйландыра, яңы хис-тойғолар тыуҙыра. Шуға ла поэтик образды ниндәйҙер ваҡиғаға ишара тиеп тә ҡабул итергә мөмкин.

Поэтик образ тыуҙырыуҙа иң төп төшөнсәләрҙең береһе булып кинәйә тора. Кинәйә шағир ижадының төп материалы булып тора.

Кинәйә – һүрәтләү сараларының береһе: уратып, ситләтеп әйтелгән йәшерен мәғәнәле һүҙ. Кинәйә һөйләү телендә лә, әҙәбиәттә лә киң ҡулланыла. Мәҫәлән: ҡырҡҡа берәү тулмаған; мейеһен һайыҫҡан эскән; түбәһе һалам менән ябылған; ҡыҙыл ҡар яуғас һ.б.

Кинәйә ниндәйҙер образдар аша ла еткерелеүе мөмкин. Мәҫәлән: Хужа Насретдиндың торнаһы кеүек; Дон Кихотлыҡ ҡылығы бар; һуҡыр тауыҡҡа барыһы ла бойҙай; арала һаман әпкәләйҙәр бөтмәгән һ.б [31; 75-се б.].

Рәйес Түләк ижады XX быуаттың 80-се йылдарынан алып бөгөнгө көндәргә тиклемге әҙәби осорға ҡарай. Башҡорт әҙәбиәте тарихындағы был осорҙа постмодернизм стиле формалаша башлай.

Постмодернизм (латинса post – һуңғы, немецса moderne – хәҙерге заман) – XX быуаттың уртаһынан Көнбайыш Европала, Америкала һәм сит илдәге рус әҙәбиәтендә, сәнғәтендә, философияла барлыҡҡа килгән ағым. Постмодернизм әҙәбиәттә яңы теоретик постулаттарҙы, стиль яңырышын, традицион әҙәбиәттән айырмалы рәүештә өр-яңыса художестволы фекерләүҙе, яңы поэтик системаларҙы алға ҡуя һәм классик әҙәбиәттең идея-эстетик нигеҙҙәрен инҡар итә [31;136-сы б.].

Дөйөм донъя әҙәбиәтенә хас булған был күренешкә теоретик яҡтан аныҡҡына ҡылыҡһырлама юҡ, әммә ғалимдар уның бер үҙенсәлеген нигеҙ итеп алған. Постмодернизм әҙәбиәтендә автор юҡ. Йәғни әҙиптәр үҙҙәренең әҫәрҙәрендә яңылыҡ менән эш итмәй, ә уларға тиклем ижад ителгән авторҙарҙың ижади үрнәктәрен цитата булараҡ файҙалана. Ошонан сығып, автор үҙе ижад иткән образдар, идея-тематика артҡы планда ҡала. Был критерийҙарҙан сығып Рәйес Түләк ижадына байҡау яһағанда, шағирҙың ижады юғарылағы талаптарға бөтөнләйе яуап бирмәй. Киреһенсә, Рәйес Түләк ижадының нигеҙен быға тиклем әҙәбиәттә бөтөнләйе булмаған образдар, индивидуаль стилистик һүрәтләү саралары тәшкил итә. Шағир ошондай образдар йыйылмаһы менән үҙенсәлекле идея-тематика ла тыуҙырыуға ирешә. Бөтә был һыҙаттар Рәйес Түләк ижадын постмодернизм түгел, ә модернизм күренеше булараҡҡарауҙы талап итә.

Модернизм (французса moderne – яңы, хәҙерге) – яңы һәм хәҙерге донъя әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә традицион реализмға ҡапма-ҡаршы тенденциялағы әҙәби йүнәлеш. Модернизм һәм уның ағымдары, реализм әҙәбиәте һәм сәнғәте принциптары менән ҡәнәғәтләнмәйенсә, күп осраҡта уларҙы кире ҡағып, ысынбарлыҡты яңыса аңлау һәм аңлатыу мөһим тип, образдар, һүрәтләү саралары, формалар буйынса эҙләнергә, төрлөсә фараз ҡылырға, күп төрлө әҙәби эксперименттар яһарға тотондо [31; 106-сы б.].

Әҙип ижадындағы образдар үҙенсәлеген өйрәнеү маҡсатында авторҙың шиғри йыйынтыҡтарына дөйөм күҙәтеү талап ителә. Рәйес Түләктең төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре барлығы биш йыйынтыҡҡа тупланған. Үҙе иҫән саҡта уның «Ирәндек таңдары» (1988), «Ҡашмау» (1992), «Ҡәҙер төнө» (1997), «Хыял менән хәтер араһы» (2002) исемле дүрт шиғри йыйынтығы донъя күрә. Авторҙың бишенсе китабы «Мең дә икенсе кис» исеме аҫтында бары тик үлеменән һуң 2007 йылда ғына баҫылып сыға. Был китап бигерәк тә үҙенсәлекле булып тора, сөнки йыйынтыҡҡа ингән шиғырҙар берлеге шағирҙың күңел көндәлеге формаһында бирелә. Йыйынтыҡҡа ингән һәр шәлкемлирик геройҙың билдәле бер осорҙа кисергән хис-тойғоларын сағылдыра.

Шағирҙың шулай уҡ ҡәләмдәштәре менән бергә баҫтырып сығарылған йыйынтыҡтары ла бар. 1997 йылда Ҡол-Дәүләттең, Әхмәр Үтәбайҙың, Рәйес Түләктең, Ғәбиҙулланың шиғри йыйынтыҡтары «Егет һүҙе» тигән бер китапҡа тупланып, баҫылып сыҡты.

2002 йылда Рәйес Түләк менән Әхмәр Үтәбайҙың шиғри әҫәрҙәре тупланған «Буранбайҙың яҙған хатын уҡып.» китабы сыҡты. Ауылдаш шағирҙарҙың бергә сығарған был китабында уларҙың һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары һәм поэмалары тупланған. Йыйынтыҡҡа инеш һүҙ (авторы Рауил Бикбаев) шиғриәт һөйөүселәргә Үтәбай менән Түләктең ижадын тулыраҡ күҙалларға булышлыҡ итә. Унда ике шағирҙың тормошо һәм ижади эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәғлүмәттәр бирелә, әҙиптәрҙең әҫәрҙәренә сағыштырма анализ, әҙәби тәнҡит күҙлегенән баһа бирелә.

1.2. Мең дә икенсе кис.

(Рәйес Түләктең лирик әҫәрҙәренә дөйөм анализ)

2007 йылда шағирҙың «Мең дә икенсе кис.» исемле шиғырҙар һәм поэмалары тупланған йыйынтығы донъя күрә. Китаптың инеш өлөшөн Рәйес Түләктең «Мәңге йәшәйем, тип донъя тупла, иртән үләм, тиеп доға ҡыл!» атамаһы аҫтындағы Башҡортостан яҙыусыларының XIV съезы алдынан бирелгән интервью тәшкил итә.Унда автор һуңғы йылдар шиғриәтенә һәм ғөмүмән әҙәбиәткә дөйөм күҙәтеү яһай. Хәҙерге шиғриәттә булған проблемаларға ҡағылып үтә, уларҙың хәл ителеү юлдарын килтерә. Артабан шағирҙың әҫәрҙәре идея-тематик йөкмәтке йәһәтенән дүрт бүлеккә бүленеп бирелгән: «Тыуған ерем, тыуған төйәгем», «Йылы менән һыуыҡ алмашҡанда», «Күбә менән кәбән араһы», «Аҡ фонтан». Был йыйынтыҡҡа ингән шиғри шәлкемдәрҙәге бер үк ваҡытта тәрән мәғәнәле лә, эстетик яҡтан камил да поэтик образдар шағирҙың талантына ишара ғына булып тора. Поэтик образ төшөнсәһен тулыһынса аңлап етмәйенсә, был китапҡа тулы кимәлдә баһа биреп тә булмай. Үрҙә һаналып киткән, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына, бүлек атамалары ла образлы фекерләү емеше булып торалар. Ғәҙәттә, бүлек атамаһынан унда барасаҡ идея-тематиканы шунда уҡ төҫмөрләп була. Рәйес Түләк йыйынтығына килгәндә, был законлылыҡ бөтөнләйе аҡланмай. Бүлек ниңә тап шулай аталғанын бары тик шәлкемдәге һәр әҫәррҙең идея-тематик йөкмәткеһен асҡас ҡына әйтеп була. Шағир өсөн образдар, йәки кинәйәле һүҙҙәр әҫәр тыуҙырыу өсөн иң мөһим материал. Ижади процесс барышында был образдар ярҙамында автор үҙенсәлеклерухи донъя барлыҡҡа килтерә. Уҡыусыға шағирҙың ижад донъяһына инер өсөн шифр кеүек һәр образдың кинәйәле мәғәнәһен асырға кәрәк. Бер бәләкәй генә шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыр өсөн дә, уҡыусы автор һәм уның ижады тураһында мәғлүмәттә булырға тейеш.

Заключение

Бөгөнгө көнгә тиклем Рәйес Түләк ижадының жанр үҙенсәлектәрен һәм идея-тематикаһын өйрәнеүгә йүнәлтелгән хеҙмәттәр юҡ. Һикһәненсе йылдар аҙағынан икемеңенсе йылдар башына тиклемге дәүерҙе алып торған был шағирҙың ижадын өйрәнеү, әҙәбиәт тарихында һуңғы йылдар эсендә барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырырға булышлыҡ итер ине.Уның ижады хаҡында фәнни эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр бөгөнгө көн әҙәбиәт ғилемен ҡатмарлы һәм бер үк ваҡытта актуаль мәсьәләләр менән байытырға һәләтле. Рәйес Түләк ижадының жанр тәбиғәте ошо нигеҙҙән сығып өйрәнелде һәм артабан системаға һалынды.

Тикшеренеү эшен башлар алда был проблеманың өйрәнелеү кимәле билдәләнде. Бының өсөн Рәйес Түләк ижадын өйрәнеүсе ғалимдарҙың хеҙмәттәренә дөйөм күҙәтеү яһалды. Күҙәтеү барышында түбәндәге проблема асыҡланды. Рәйес Түләктең поэзияһы XXI быуат шиғриәтендә иң ҙур күренештәрҙең береһе. Шағир ижадына дөйөм рәүештә күҙәтеү, йәки айырым бер аспектын өйрәнеүгә йүнәлтелгән фәнни эштәр бар. Был йүнәлештә эшләгәндәрҙән Р. Бикбаев, Р. Аҙнағолов, Ә. Үтәбай, А. Вахитова кеүек авторҙарҙы атап үтергә мөмкин. Ғилми эш барышында был авторҙарҙың хеҙмәттәре өйрәнелеп, ҡайһы бер фекерҙәр гипотеза сифатында алынып тикшерелде. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, шағирҙың эшмәкәрлеге бөгөнгө көндә тейешле кимәлдә баһаланмаған, ижады ентекле тикшерелмәгән һәм махсус хеҙмәттәр яҙылмаған. Был һығымта билдәләнгән теманың актуаллеген өҫтәмә рәүештә дәлилләне.

Диплом эше түбәндәге структура буйынса яҙылды: Беренсе бүлек – Рәйес Түләктең лирик шиғырҙарында поэтик образлылыҡ. Был бүлектә шағирҙың лирик әҫәрҙәренең идея-тематикаһы менән жанр үҙенсәлектәре анализланды. Бүлеккә өс параграф инде: 1. Поэтик образлылыҡ, 2. Рәйес Түләктең лирик әҫәрҙәренә дөйөм анализ 3. Рәйес Түләк поэзияһында көнсығыш жанрҙарының сағылышы. Тәүге параграфта теоретик мәғлүмәттәр булһа, икенсе өсөнсө параграфтарҙа автор ижадының материалы буйынса эш өҫтөнлөк итте. Икенсе бүлек – Рәйес Түләк поэмаларының композицияһы. Диплом эшенең был өлөшөндә авторҙың өс лиро-эпик әҫәренә анализ эшләнде. Бүлек шулай уҡ өс параграфтан тора: 1. «Зөлхизә» романға повесының композицияһы 2. «Ҡашмау» поэмаһының композицияһы 3. «Яныу» поэмаһының композицияһы. Өсөнсө бүлек – Рәйес Түләк ижадын мәктәптән тыш сараларҙа ҡулланыу. Был һуңғы бүлек Рәйес Түләк ижадын өйрәнеү барышында тупланған материалдың практик әһәмиәтен билдәләү маҡсатында яҙылды. Бүлек өс параграфтан тора. Тәүге икәүһе методология буйынса теоретик материал булһа: 1. Әҙәбиәттән кластан тыш уҡыу дәрестәрен ойоштороу, 2. Мәктәптә поэзияны өйрәнеү үҙенсәлектәре. Һуңғы параграф – «Яныу» поэмаһын кластан тыш уҡыу дәресендә өйрәнеү. Йәғни, был өлөштә өсөнсө бүлектең тәүге ике параграфы һәм икенсе бүлектең өсөнсө параграфы нигеҙендә методологик ҡулланма яҙылды.

Тикшеренеү эшенең төп маҡсаты – Рәйес Түләк поэзияһына дөйөм күҙәтеү яһап, уның жанр тәбиғәтенең үҙенсәлектәрен билдәләү. Был маҡсатҡа ирешер өсөн дүрт этаптан торған түбәндәге бурыстар башҡарылды: 1)жанр-стиль үҙенсәлектәрен системаға һалыу, 2)тупланған материалдар нигеҙендә дөйөм классификация булдырыу, 3) Шағирҙың әҫәрҙәрен структур йәһәттән тикшереп, поэтик кимәлен билдәләү, 4) Бай тәбиғәтле башҡорт шиғриәтенең традиция ерлегендә Рәйес Түләк поэзияһының тотоп торған үҙенсәлекле урынын билдәләү.

Был маҡсаттарға ирешер өсөн түбәндәге метод һәм алымдар ҡулланылды: Типологик, тасуирлау, сағыштырыу, анализ-синтез, практик материал өҫтөндә эш, филологик анализ, текстологик анализ, поэтик анализ.

Әҙип ижадының жанр һәм стиль үҙенсәлектәрен өйрәнеү барышында Рәйес Түләк ижады модернизм стиленә яҡын тороуы асыҡланды. Автор әҫәрҙәрендә новатор образдарҙың күплеге, был һығымтаға төп дәлил булып тора. Жанр яғына килгәндә, Рәйес Түләк поэзияһы ҡатмарлы һәм күп яҡлы. Шағир ижадында башҡорт әҙәбиәтенең күпселек классик жанрҙары менән бер рәттән көнсығыш әҙәбиәтенә хас робағи, ғәзәл кеүек жанрҙар ҙа осрай. Лиро-эпик жанрҙарға килгәндә авторҙың поэмалары, балладалары бар. Рәйес Түләктең «Ҡашмау», «Яныу» поэмалары хәҙерге әҙәбиәт тарихында ҙур ҡаҙаныш булып тора. Был өлкәлә шағирҙың эксперименттары ла билдәле. Шуларҙың береһе, «Зөлхизә» романға повесы. Әҙәбиәттәге лирик һәм эпик төрҙәрҙең ҡанундарын берләштереп, автор яңы жанр булдырған.

Һаналып киткән үҙенсәлектәр барыһы ла ентекле өйрәнелеп дөйөм система булараҡ теркәлде. Йыйылған мәғлүмәттәр нигеҙендә Рәйес Түләктең ижади портреты булдырылды. XX быуат аҙағы XXI быуат башына ҡараған башҡорт әҙәбиәте тарихында Рәйес Түләк ижады иң ҙур күренештәрҙең береһе. Уның үҙенсәлекле әҫәрҙәре, әҙәбиәтебеҙҙең башҡа классик вәкилдәре менән бер рәттән, артабанғы быуындарға тапшырыла килергә тейеш.

Рәйес Түләк поэзияһын өйрәнеү мөһим практик әһәмиәткә лә эйә. Шағирҙың ижадына ҡағылышлы, системаға һалынған, тулы һәм юғары кимәлле теоретик мәғлүмәтте артабан методологик нигеҙҙә ҡуланырға була. Тап ошо нигеҙҙә диплом эшенең өсөнсө бүлегендә кластан тыш уҡыу дәресенә методологик ҡулланма, ҡушымта өлөшөндә ике план-конспект төҙөлдө. Автор ижады уҡыусыларға башҡорт поэзияһының хис-тойғоларға, образдарға бай яңы үрнәктәре менән танышырға мөмкинселектәр аса.

Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, Рәйес Түләк поэзияһының жанр тәбиғәтен өйрәнеүгә арналған хеҙмәт күтәрелгән проблеманы хәл итте, тигән һығымта яһарға мөмкин. Әммә был билдәләнгән теманың актуаллеген бөтөрмәй. Әҙип ижады күп яҡлы һәм ҡатмарлы күренеш булып тора. Киләсәктә Рәйес Түләк шиғриәтен ошо уҡ осорҙа ижад иткән башҡа авторҙар менән берлектә сағыштырма йәһәттән өйрәнергә мөмкинселектәр бар. Рәйес Түләк ижади эшмәкәрлеге Ғәбиҙулла, Ҡол-Дәүләт, Әхмәр Үтәбай кеүек әҙиптәр менән тығыҙ бәйле. Ҡәләмдәш шағирҙарҙың әҫәрҙәре 1997 йылда «Егет һүҙе» тигән бер китапҡа тупланып сыҡты. Бер осорҙа, бер мөхиттә ижад иткән авторҙарҙы типологик күҙлектән өйрәнеү үҙ һөҙөмтәһен бирер ине. Был мәсьәлә Рәйес Түләк менән Әхмәр Үтәбай миҫалында бигерәк тә актуаль булып тора. Бер ауылдан сыҡҡан әҙиптәрҙең ижадында уртаҡ элементтарҙы табып өйрәнеү, шулай уҡ һөҙөмтәле эш булыр ине.

Ошоларҙан сығып һығымта яһағанда, түбәндәге фекергә килергә мөмкин. Рәйес Түләк ижады әлеге мәлдә тулы кимәлдә өйрәнелеп бөтмәгән. Киләсәктә әҙип ижадын сағыштырма йәһәттән өйрәнеү актуаль йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Список литературы

Китаптар

Художестволы әҙәбиәт:

1. Рәйес Түләк. Мең дә икенсе кис: Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө: Китап, 2007. – 5 - се б.

2. Рәйес Түләк. Ирәндек таңдары. – Өфө: Китап, 1988. – 220 б.

3. Рәйес Түләк. Ҡашмау. – Өфө: Китап, 1992. – 240 б.

4. Рәйес Түләк. Ҡәҙер төнө. – Өфө: Китап, 1997. – 250 б.

5. Рәйес Түләк. Хыял менән хәтер араһы. – Өфө: Китап, 2002. – 205 б.

6. Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай. Буранбайҙың яҙған хатын уҡып. – Өфө: Китап, 2002. – 256 б.

7. Рәйес Түләк. Йырлы йәндә ҡояш байымай: әҙәби тәнҡит, мәҡәләләр, әңгәмәләр. – Өфө: Китап 2010. – 4, 230-сы б.

Ғилми әҙәбиәт:

8. Бикбаев Р. Т. Замандың шиғри йылъяҙмаһы. – Өфө,1980.

9. Бикбаев Р.Т. Шағир һүҙе – шағир намыҫы. – Өфө: Башҡортостан китап нəшриəте, 1997.

10. Вахитов Ə.Х. Башҡорт прозаһының жанр һəм стиль ҡанундары. –

Өфө: Китап, 2009.

11. Ғафаров Б.Б. Мәктәптә әҫәрҙе йөкмәтке һәм форма берлегендә өйрәнеү. – Өфө: Китап, 1992.

12. Ғафаров Б.Б. Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү. – Өфө: Китап, 1996.

13. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008. – 106, 202, 298 -се б.

14. Әхмәтйәнов К. Ә. Әҙәбиәт теорияһы. – Өфө, 1985. – 203, 293-сө б.

15. Әхмәтйәнов К. Ә. Әҙәбиәт теорияһы. – Өфө, 2005.

16. Әхмәтйәнов К. Ә. Поэтик образлылыҡ. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1994. – 189 б.

17. Әхмәтйәнов К. Ә. Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. – 304 б.

18. Əхмəтйəнов К. Ә. Башҡорт поэмаларының композиция мəсьəлəлəре. – Өфө, 1962.

19. Әхмәтйәнов К. Ә. Шиғриəт иленə сəйəхəт. – Өфө, 1972.

20. Зиннәтуллина Х. Заман. Образ. Характер. – Өфө: Китап, 1977.

21. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. – Өфө: Китап, 2003. – 192 б.

22. Шәрипова З. Әҙәбиәт ғилеме һәм заман. – Өфө: Китап, 2001.

23. Хөсәйенов Ғ. Б. Заман һəм поэзия. – Өфө, 1964.

24. Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт поэияһының үҫеү юлдары. – Өфө, 1968.

25. Хөсәйенов Ғ. Б. Заман. Әҙәбиәт. Әҙип. Башҡорт әҙәбиәте тарихы, теорияһы һәм тәнҡит мәсьәләләре. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978. – 432 б.

26. Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт шиғыры. – Өфө: Ғилем, 2002.

27. Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт әҙәбиәте поэтикаһы. 1-се том. Теоретик поэтика. – Өфө: Ғилем, 2006.

28. Хөсəйенов Ғ.Б. Əҙəбиəт теорияһы. – Өфө: Китап, 2010.

Һүҙлектәр

29. Әхмәтйәнов К. Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1965.

30. Әхмәтйәнов К. Ә. Әҙәби терминдар һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1965.

31. Хөсәйенов Ғ. Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2006. – 43, 75, 79, 94, 106, 136, 150, 153, 222 -се б.

32. Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт шиғыры. Шиғриәт һүҙлеге. – Өфө: Ғилем, 2003.

33. Словарь литературоведческих терминов. – М.: Просвещение, 1974.

34. Квятковский А. Поэтический словарь. – М.: «Советская энциклопедия», 1966.

Мәҡәләләр

35. Аҙнағолов Рафаэль. Үрелеп алған алма тәме // Башҡортостан, 2011, 5 февраль

36. ӘхмәрҮтәбай.Ауылдашым // Ағиҙел, 2009, №10

37. Вахитова Айһылыу. Ир-егеттең мөхәббәт лирикаһында ҡатын-ҡыҙҙың символик образы // Башҡортостан, 2010 , 9 февраль

38. Ғафаров Б.Б. Мәктәптә әҙәби әҫәрҙәрҙең поэтикаһын өйрәнеү // Башҡортостан уҡытыусы, 2002, № 1.

39. Мусин Ноғман. Йырлы йән ине // Башҡортостан, 2011, 10 февраль

40. Хөсәйенов Ғайса. Башҡорт әҙәбиәтенең стиль поэтикаһына бер байҡау // Ағиҙел, 2005, №10

Электрон баҫма

41. Рәйес Түләк. Миҙгелдәр. – Өфө: Вагант, 2011. – 52 б.

Покупка готовой работы
Тема: «Изучение жанровой природы поэзии раиса туляка рӘйес тҮлӘк поэзияҺыныҢ жанр тӘбиҒӘтен ӨйрӘнеҮ»
Раздел: Разное
Тип: Дипломная работа
Страниц: 92
Цена: 2700 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы

У нас можно заказать

(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)

Контрольная на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Решение задач на заказ

Решение задач

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Лабораторная работа на заказ

Лабораторная работа

от 200 руб.

срок: от 1 дня

Доклад на заказ

Доклад

от 300 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

42 задания

за последние сутки

10 минут

время отклика


Возможно Вас заинтересует