Дипломная работа
«Творческий портрет а. тагировой: перспектива изучения в школе»
- 93 страниц
ИНЕШ…3
I БҮЛЕК. ӘНИСӘ ТАҺИРОВА ИЖАДЫНЫҢ ЛИРИК АСЫЛЫ….….….7
1.1. Пейзаж лирикаһы….….….….13
1.2. Гражданлыҡ лирикаһы….….…18
1.3. Мөхәббәт лирикаһы….22
1.4. Әнисә Таһирова – тәржемәсе.….29
II БҮЛЕК. ӘНИСӘ ТАҺИРОВА ИЖАДЫН МӘКТӘПТӘ ӨЙРӘНЕҮ….42
2.1. Шағирәнең биографияһын өйрәнеү.42
2.2. Сонет жанрының теоретик нигеҙҙәре һәм уның башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урынын өйрәнеү….…54
2.3. Әнисә Таһирова сонеттарын яңы талаптарға ярашлы рәүештә мәктәптә өйрәнеү юлдары.….….66
ЙОМҒАҠЛАУ….79
ӘҘӘБИӘТ….….….….84
ҠУШЫМТА 1….….…90
ҠУШЫМТА 2….96
Беҙҙең эшебеҙҙең темаһы – Әнисә Таһирова ижады һәм уны мәктәптә өйрәнеү перспективаһы.
Башҡopт шиғpиәтендә Әниcә Таһиpовa – күптән үҙ уpынын һәм мoңoн тапҡан шағиpә. Уның әсә кешегә, ҡaтын-ҡыҙғa, мөхәббәткә бaғышлaнғaн лиpик шиғыpҙаpы, сонеттаpы уй-тoйғoлapға, шиғpи пoэтик биҙәктәpгә aйыpыуса бaй. Улaрҙa ҡaтын-ҡыҙҙaрғa ғынa хaс нескә хистәрҙе, кисерештәрҙе яҡшы тояһың. Донъяның йәме, pух күpке хaҡындaғы поэзияһы күңелдәргә яҡын. Шағирә үҙенең ижaды менән бaшҡaлaрҙы ла сәмләндерә, дәртләндерә, тоҡандыра aлыуы менән aйыpылып тopа. Башҡорт шиғриәтендә шағирәләрҙең бермә-бер артыуында Ә. Таһирова шәхесе йоғонтоһон күрмәү мөмкин түгел.
Теманың өйрәнелеү кимәле. Ижaдының өлгөpөп тулышып еткән ocopoнда Әнисә Таһиpoва үҙен aйыpыуса coнеттар oҫтаһы һәм тәржемәсе булаpаҡ тaнытты һәм oшo өлкәлә шиғриәткә өр-яңы пoэтик сифаттaр өҫтәне, тип әйтергә кәрәк. Башҡорт шиғриәтенә тaнһыҡ булғaн сонет шәлкемдәре жaнрындa ныҡышмaлы эш итеүе менән оҫтa үтеп инә. Ҡaсaндыр Я. Ҡoлмoй, М. Хәй ижaдынaн һуң беp ни тиклем oнoтoлoп тoрғaн жaнрҙы яңынан балҡытып ебәрҙе, йәғни уның туҡтaуһыҙ эҙләнеүҙәpe һөҙөмтәһе һәм тaбыштары лa тап ошо жанpҙа күренә. Боронғо ошо жанрҙы тергеҙеү һәм шиғриәтебеҙгә индереү йүнәлешендә эш иткән остаздарыбыҙҙы ла телгә алып китмәй булмай: А. Игебаев, Ҡ.Аралбай, Я. Ҡолмой (Ҡолмой Я. Күңел ҡояшы: шиғырҙар, сонеттар. – Өфө, 1990), М. Ямалетдиновтарҙың тырышлығы оло маҡтауға лайыҡ.
Әлеге көндәрҙә шиғриәттең ошондай ҡатмарлы төрө менән үҙҙәренең ижадын байытыусылар һирәк. Әҙибә үҙе әйтеүе буйынса: «Жанр күп һүҙлелекте ҡабул итмәй, төп шарт – фекер тығыҙлығы. Уңышлы сонеттар аһәңле булыуы, образдарҙың, картиналарҙың сағыулығы менән айырыла, уның ҡанунлаштырылған ун дүрт юлы үҙе үк шуны талап итә. Ә башҡорт сонеты башҡортса яңғырарға, телдең нескәлектәренә, моңона бойһонорға тейеш» [Ильясова, 2005: 65]. Эйе, ул сонет жанрына өр-яңы һулыш бирҙе.
Күп яҡлы талант эйәһенең тәржемәсе булараҡ эшмәкәрлеге иң аҙ өйрәнелгән өлкә һаналһа ла, тәржемәләре уның ижадын донъя кимәленә күтәрҙе. Тәржемә – ул бөйөк эш, кешелектең үҫеш юлында хәл иткес күренештәрҙең береһе. Тәржемәнең иң нескәһе, иң ҡатмарлыһы, иң ауыры – шиғри тәржемә. Бер телдән икенсе телгә күсергәндә оригиналға тиң шиғри яңғырашҡа ирешеү aсылдa хыял ғына булып ҡaлa, сөнки бындaй тәpжемә вaҡытындa телдең мoңoн, аһәңен, тaпҡыpлығын, шул хaлыҡҡа хaс тел мәргәнлеген юғaлтмай һaҡлaп ҡaрa. Шуға ла авторҙың сонет жанры үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм бер ни тиклем кимәлдә тәржемә эштәрен байҡау – актуаль мәсьәләләрҙең береһе.
Әнисә Таһированың бай ижады Ә. Хәбировтың «Йырым менән донъя яҡты» [Хәбиров, 1997: 34] кеүек мәҡәләләренән тыш системалы рәүештә өйрәнелмәгән. Шуға күрә лә уны айырым жанрҙарға бүлеп ҡарау отошлораҡ. Тимәк, үҙенең әйткәндәренән тыш, башҡа ғалимдарыбыҙҙың да фекерҙәрен иҫәпкә алып, һәр йүнәлеште айырым төплөрәк өйрәнеү маҡсаты билдәләнелә.
Ошонан сығып эшебеҙҙә түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
- сонет жанры менән төптән өйрәнгән ғалимдарҙың хеҙмәттәре менән танышыу, теоретик нигеҙҙәрен һәм башҡорт әҙәбиәтендә уның урынын күрһәтеү;
- ошо хеҙмәттәргә таянып, темаyың эстәлеген асыу;
- Ә. Таһирова сонеттарының жанр тәбиғәтен билдәләү;
- әҙибәнең лирик жанрҙар системаһындағы үҙенсәлектәрен өйрәнеп, миҫалдар менән дәлилләү;
- тәржемә өлкәһендә башҡарған оло хеҙмәттәрен өйрәнеү;
- Ә. Таһирова сонеттарын яңы талаптарға ярашлы рәүештә мәктәптә өйрәнеү юлдарын билдәләү;
- авторҙың тормош юлына һәм биографияһына байҡау яһау.
Сонет һәм лирик жанрҙар йүнәлешендә ғалимдар тарафынан төҙөлгән бик күп ғилми хеҙмәттәрҙе өйрәнеп, Әнисә Таһирова ижадын өйрәнеү һәм уны яңы талаптарға ярашлы мәктәптә өйрәнеү юлдарын билдәләү эштең ғилми яңылығын тәшкил итә.
Тикшеренеү обьекты: башҡорт әҙәбиәте һәм уны уҡытыу методикаһы.
Тикшеренеү предметы: Әнисә Таһирова ижады: шиғырҙары, сонеттары, тәржемәләре.
Ғилми эштең методологик нигеҙен К. Әхмәтйәнов, Ғ. Хөсәйенов, Ғ. Рамазанов, Р. Бикбаев, Ә. Хәбиров кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәре тәшкил итте.
Практик әһәмиәте. Әнисә Таһирова ижады мәктәп программаһында өйрәнелмәй тиерлек. Шуға күрә, был эште кластан тыш сараларҙа, әҙәби түңәрәктәрҙә ҡулланырға мөмкин. Фәнни хеҙмәт башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, студенттарға, аспиранттарға һәм дә уҡыусыларға уңай. Шулай уҡ әҙәбиәт өлкәһендә ҡайнап йәшәгән, Әнисә Таһирова ижадына битараф булмаған тел һөйөүселәргә кәрәкле һәм фәһемле хеҙмәт булыр һәм мәғариф өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр практик өлкәлә лә, уҡытыу процесында ла ошо эште ҡуллана ала.
Апробация. Был хеҙмәттең төп талаптары һәм һығымталары түбәндәге мәҡәләләрҙә сағылыш тапты:
1.Ғөбәйҙуллина Ҡ.Р. Аҫылташтар шаңын юлдаш итеп // Ағиҙел, 2013, №5, 158-160-сы биттәр;
2.Ғөбәйҙуллина Ҡ.Р. Әнисә Таһирова ижадында пейзаж лирикаһы // Актуальные проблемы лингвокультурологии и лингводидактики [Текст]: материалы международной научно-методической конференции, посвященной юбилею доктора педагогических наук, профессора Раисы Губайдулловны Давлетбаевой. – Уфа: изд-во БГПУ, 2015. – 105-108 с.
3. Ғөбәйҙуллина Ҡ.Р. Мостай Кәрим шиғриәтендә мөхәббәт лирикаһының сағылышы // Материалы Международной научно- практической конференции, «Творчество Мустая Карима и мировая художественная культура», приуроченной к 95-летие народного поэта Республики Башкортостан. – Уфа, 2014. – Стр. 330-333.
Ғилми эштең структураһы. Сығарылыш квалификация эше инештән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәттәр исемлегенән һәм дә ҡушымталарҙан тора. Беренсе бүлектә Әнисә Таһирова ижадына тулыһынса баһа бирелә, уның тәржемә өлкәһендәге хеҙмәттәре баһалана, лирик жанрҙарҙың һәр төрөнә анализ эшләнелә һәм һәр береһе миҫалдар менән дәлилләнелә. Икенсе бүлек тулыһынса сонет жанрына арналып, ошо жанрҙың теоретик нигеҙҙәре ҡарала һәм башҡорт әҙәбиәтендә уның тотҡан урыны билдәләнелә. Бынан тыш мәктәп уҡыусыларына был ижад төрөн нисек итеп яңы талаптарға ярашлы мәктәптә өйрәнеү юлдары күрһәтелә. Мәктәп программаһында айырым бер эш төрө итеп һаналған шағирәнең биографияһын өйрәнеү юлдары сағылыш таба.
Шулай уҡ Әнисә Таһирова сонеттарының жанр тәбиғәтенә лә бер ни тиклем ҡылыҡһырлама бирелеп кителә. Йомғаҡлауҙа дөйөм һығымталар яһала һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге күрһәтелә. Ғилми хеҙмәтебеҙҙең аҙағында шағирәнең тормош һәм ижад юлы буйынса, яңы уҡыу-уҡытыу талаптарына ярашлы рәүештә төҙөлөп, киңәйтелгән дәрес планы бирелә.
II БҮЛЕК. ӘНИСӘ ТАҺИРОВА ИЖАДЫН МӘКТӘПТӘ ӨЙРӘНЕҮ
2.1. Шағирәнең биографияһын өйрәнеү
Башҡорт әҙәбиәте мәктәп программаһында төплө өйрәнелгән фәндәр араһында айырым урын алып торғандарҙан һанала. Уҡыу предметы булараҡ, ул мәктәп уҡыусыларының аң үҫешенә, донъяға булған ҡараштарының ныҡлабыраҡ формалашыуына, үҙеңде төрлө яҡтан камиллаштырыуға ҙур этәргес көс яһай. Башҡа фәндәр менән сағыштырып ҡарағанда ла, балаларға әхлаҡи-этик тәрбиә биреүҙә һәм уларҙың эске рухи донъяһын, күңелен, аң-белемен байытыуҙа ла әҙәбиәттең, ижад серҙәренең, китап донъяһының мөмкинлеге ифрат киңерәк. Икенсе яҡтан ҡарағанда, әҙәбиәт сәнғәттең бер төрө һанала – ул һүҙ сәнғәте. Был осраҡта матур әҙәбиәт уҡыусыларҙа эстетик тәрбиә биреү сығанағы булып тора. Нәфис әҙәбиәттең идея-эстетик йөкмәткеһе уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Балалар әҫәр менән тәүге тапҡыр танышҡанда ябай уҡыусы, йә күҙәтеүсе генә булып ҡалмай, ә шунда барған ваҡиғаларҙың «актерына», ҡатнашыусыһына, хатта тәнҡитсеһенә лә әйләнә, ҡайһы ваҡытта геройҙарҙың иң яҡын иптәше һәм дуҫы булып китә, күпселек осраҡта уның менән бергә йәшәй, ҡайғыра, шатлана. Әҙәби әҫәрҙәр һәр ваҡытта ла логик һәм образлы фекерләүгә алып килә, йәғни уҡыусыға тәьҫир итеп, уның күңеленә үтеп инә, хис-тойғоно ҡабыҙып ебәрә һәм эмоциональ-эстетик кисерештәр уята.
Художестволы әҙәбиәттең белем һәм тәрбиә биреү функцияһынан тыш, уның социаль яҡтан да ҙур роль уйнағанын да оноторға ярамай. Тап башҡорт әҙәбиәтен, уның үткән тарихын өйрәнеү, бөгөнгөһө менән танышыу, үҫеш юлдарын тикшереү уҡыусыларға халыҡ һәм милләт яҙмышын тәрәнерәк аңларға ярҙам итә, милли үҙаңды үҫтерә, туған халҡына, теленә һәм иленә һөйөү тәрбиәләй. Яңы һулыш менән заман проблемаһын яҡтыртып, уны дөрөҫ юлда хәл ителешен асҡан юғары художестволы әҫәрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе, айырыуса туған тел проблемаһы киҫкенләшкән заманда, яңы үҫеп килгән быуынға ныҡ тәьҫир итә. Ошондай әҫәрҙәрҙе уҡып бала фекерләү ҡеүәһен арттыра, телмәрен байыта, матур әҙәби телдә һөйләргә һәм яҙырға өйрәнә.
«Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә, ошо өлкәгә ҡараған сараларҙа, кисәләрҙә, шағир-яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа, фәнни конференцияларҙа балаларҙың уҡыу культураһы камиллаша: әгәр мәктәптә үҙ аллы уҡыу күнекмәһе бирелгән икән, киләсәк тормошта ла улар китаптан ситкә тайпылмаясаҡ, ә был – кешенең рухи кимәлен, мәҙәни сифатын билдәләүсе төп факторҙың береһе булып тора. Тимәк, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының төп бурысы – әҙәбиәт дәрестәрен юғары теоретик һәм методик кимәлдә үткәреп, балаларға төплө белем генә түгел, ә тәрбиә биреү, уларҙы рухи яҡтан байытыу, һәр береһен ижади шәхес, иң мөһиме киләсәктә илебеҙгә кәрәкле кеше итеп үҫтереү. Юҡҡа ғына әҙәбиәтте «тормош дәреслеге» тип атамайҙар. Уның ыңғай йоғонтоһо һөҙөмтәһендә уҡыусылар тағы ла үҙҙәрен уратып алған донъяны, ысынбарлыҡты, тирә-йүндәге кешеләрҙе һәм тормошто тәрәнерәк төшөнә» [Ғафаров, 1984: 34].
Әҙәбиәттең тәрбиәүи һәм белем биреү мөмкинлектәре тик шунда асыла, әгәр ҙә уны мәктәптә өйрәнеүҙе дөрөҫ ойоштора белһәң генә. Ә был йүнәлештәге эштәрҙе бар яҡтан методика фәне үҙ өҫтөнә ала, йәғни маҡсаттарын, принциптарын һәм алымдарын хәл итә.
«Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы – мәктәп программаһына индерелгән әҙәбиәт фәнен өйрәнеү юлдарын күрһәткән педагогик фән. Ул һис шикһеҙ дөйөм философик методологияға нигеҙләнеп үҫә һәм тормошҡа, әҙәбиәт ғилеменә, педагогикаға тығыҙ бәйләнештә тора. Икенсе төрлө әйткәндә, әҙәбиәт уҡытыу методикаһын педагогика менән әҙәбиәт ғилеме араһында үҙ урынын ныҡлы тапҡан фән тип тә ҡарарға мөмкин. Уның структураһы мәктәптә әҙәбиәт уҡытыу процессын яҡтырта” [Ғималова, 1982: 46]. Ошонан сығып төп элементтарҙы ла билдәләй алабыҙ: уҡытыусының маҡсаты (ни өсөн уҡытырға?) – уҡыу предметы (нимә уҡытырға?) – уҡытыуҙың алымдары (нисек уҡытырға?) – уҡытыусы һәм уҡыусы эшмәкәрлеге (ниндәй белем, күнекмә үҫтерелергә тейеш?). Тимәк, әҙәбиәтте уҡытыуҙы уңышлы атҡарып сығарыуҙа һәм дә ойоштороуҙа иң тәү сиратта уҡытыусының үҙ фәнен төплө белеүеһәм шуны тулы кимәлдә еткерә белеүе мөһим шарттарҙан һанала. Шуға күрә лә ул әҙәби белемен тулыландырыу, камиллаштырыу һәм киңәйтеү өҫтөндә юғары уҡыу йортонда ла, балалар менән эшләгән саҡта ла һәр ваҡыт шөғөлләнергә бурыслы. Яңы ғына мейестән сыҡҡан әҫәрҙәрҙе уҡып барыу, яҙыусылар, шағирҙар ижадына арналған монографиялар, тәнҡит мәҡәләләре менән даими танышыу, ғөмүмән, әҙәби процесты күҙәтеү уҡытыусы өсөн мотлаҡ һанала. Ошондай маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы аңлап эш иткәндә генә ул әҫәрҙе анализлау методтарына эйә була һәм быға уҡыусыларҙы ла ала.
Һүҙ сәнғәте дәресендә шулай уҡ балаларға белем һәм күнекмә биреү, тәрбиә сараларын тормошҡа ашырыу, уларҙы үҙ алла һәм маҡсатҡа ярашлы эшләргә өйрәтеү кеүек саралар күҙ уңында тотолорға тейеш. Һүҙ уҡытыу методы хаҡында. Ул – «уҡытыусы менән уҡыусы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә балаларҙың белем һәм күнекмәләргә эйә булыуын, яңы формалашыуын, һәләтлектәренең үҫешен тәьмин итеүсе сара» [Ғималова, 1982: 46]. Был процеста уҡытыусы эшмәкәрлеге етәксе ролендә сығыш яһай.
Мәктәптә ҡулланылған методтар уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреүҙең, аңдары үҫешенең берҙәмлеген тәьмин итә. Шуға күрә уҡытыуҙың маҡсаты һәм уҡытыусының бурысы төрлө методтар ярҙамында балаларға тәрән белем һәм күп яҡлы тәрбиә биреүгә, зиһенен һәм тойғоһон, юғары әхлаҡ сифаттарын үҫтереүгә, рухи донъяһын формалаштырыуға, актив шәхес итеп тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала. Әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм һөйөү тәрбиәләү ҙә төп бурыстарҙан һанала. Һөҙөмтәлә балалар әҙәби үҫеш йәһәтенән күкә байыйҙар.
Уҡытыу процесында метод һәм алым төшөнсәһе һәр саҡ берҙәм ҡулланыла. Уларҙы телгә алғанда бер нисек тә айырып һөйләү мөмкин түгел. Практикала ла шулай. Алым – ул икенсе төрлө методтың бер элементы: «Һәр уҡытыу методы уҡытыусы һәм уҡыусы эшмәкәрлегенең бәйләнешен тәьмин итеүсе алымдарҙан тора» [Бабанский, 1981: 45]. Мәҫәлән, дәрестә төрлө типтағы һорауҙар ярҙамында әңгәмә үткәрелә икән, һорау – яуап алымы әңгәмә методын практикала ҡулланыуҙы тормошҡа атҡарыу сараһы итеп ҡарала. Лекция методын ғына алып ҡарайыҡ: уға һөйләү, йомғаҡлау, күргәҙмә ҡулланыу алымдары нигеҙ булып тора.
Уҡыусыларға әҙәбиәт фәненән дәрес биргәндә, уның фән һәм сәнғәт булараҡ үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, икеһен бер ыңғайҙа ҡулланырға кәрәк. «Әҙәбиәтте мәктәптә уңышлы өйрәнеүҙә, – ти күренекле әҙәбиәт белгесе В.Р. Щербина, – әҙәби күренештәрҙең ысынбарлыҡты танып белеү функцияһын, шулай уҡ уның эстетик тәбиғәтен, һүҙ сәнғәте булыу үҙенсәлектәрен асыу дөрөҫ булыр» [Щербина, 1978: 156].
Дәрескә әҙерләнер алдынан, уҡытыусы башта уның маҡсатын һәм йөкмәткеһен асыҡлай, артабан методтарын һәм алымдарын барлап сыға. Теләһә ниндәй дәрестең структураһы һәм деталдәре алдан уйланылған булырға тейеш. Ә уҡытыусының төп маҡсаты – дәрестә уҡыу ситуацияһын тыуҙырыу һәм бөтә этаптарҙы ла (өй эшен ҡабатлау, яңы тема аңлатыу, уны нығытыу, белемде баһалау, өйгә эш биреү һ.б.) ошо ситуацияла сағылдырырға тейеш.
Уҡытыусы дәрескә ҡуйылған талаптарҙы лә үтәргә бурыслы. Уларҙы барлап китәйек:
1. Белеүебеҙсә, һәр дәрестең логикаһы, стиле бар. Шулай булғас, бөгөнгө дәрес кисәгенең дауамы һәм киләһе дәрестең башы булараҡ ойошторолһа, ул күпкә системалы булыуы менән айырылып торор.
2. Дәрестә эмоциональ атмосфера тыуҙырыу. Был осраҡта инде, уҡытыусынан ҙур оҫталыҡ талап ителә, сөнки уйланыу, тынлыҡ, бәхәсләшеү, көлөү – былар барыһы ла дәрескә йәнлелек өҫтәй.
3. Дәрестең фәннилеге. Теге йәки был яҙыусы ижадын, ниндәйҙер әҫәрҙе өйрәнгәндә (бигерәк тә уға анализ эшләгәндә) уҡытыусы үҙ ҡарашына ғына таянып эш итмәй, ә фәни-методик хеҙмәттәргә лә мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, бөтәбеҙгә киң таныш мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән танышҡанда, уға объектив баһа биреү өсөн, уны ентекле өйрәнгән ғалимдарҙың, йәғни Р. Шәкүрҙең, Ә. Вильдановтың хеҙмәттәренә таяныу ҙа ҙур мөмкинселектәр бирә. Әнисә Таһированың сонеттары тураһында һүҙ йөрөткәндә, быға тиклем был ижад төрө менән шөғөлләнгән мәшһүр яҙыусы-шағирҙарҙың, ғалимдарҙың, шул иҫәптән, Я. Ҡолмой, М. Хәй, Ә. Хәбиров, К. Әхмәтйәновтарҙың ғилми эшмәкәрлегенә бер аҙ ҡараш ташлау кәрәк. Проза, поэзия, лраматургия өлкәһендәге эҙләнеү эштәре алып барған ғалимдарҙың эштәре һәр ваҡыт уҡытыусының ҡул аҫтында булырға тейеш. Бындай эштәрҙең әҫәргә анализ яһағанда уҡытыусыға дөрөҫ йүнәлеш бирә. Дәрестәрҙе юғары фәнни-методик кимәлдә ойоштороп, уҡытыусы балаларҙың ҡараштарын формалаштыра, танып-белеү эшмәкәрлеген активлаштыра, әхлаҡи-этик һәм эстетик тәрбиә мәсьәләләрен уңышлы хәл итә.
4. Уҡытыусы тарафынын һайлап алынған ниндәйҙер метод һәм алымдарҙың өйрәнеләсәк әҫәрҙең жанрына, йөкмәткеһенә, шул уҡ ваҡытта стиленә лә тап килергә тейеш. Мәҫәлән, М. Буранғоловтың «Башҡорт туйы» драмаһы мәктәп программаһында ҡаралған. Тимәк, уларҙы тасуири уҡыу ғына етмәй ә ниндәйҙер бер өлөштәрен, мөһим итеп һаналған ваҡиғаларын сәхәнәлләштереү бер ҙә зыянға түгел. Ул баланы әҫәрҙең эстәлегенә нығыраҡ төшөнөргә ярҙам итә, дәрестең эмоциональ кимәлен дә арттыра. Был бигерәк тә әйтеп үтелгәнсә, драма әҫәрҙәрендә ҡыйыу ҡулланыу зарур. Талғын көйҙәр, ҡоштарҙың һайраған, шишмә сылтыраған тауыштарҙы аралаштырып ебәреү бер ҙә зыян итмәҫ. Әнисә Таһирова ижады буйынса үткәрелгән дәрестәрҙе лә төрлө алым һәм методтар ярҙамында ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп үткәреү мөмкинселегенә эйә. Мәҫәлән, авторҙың «Талҡаҫ буйында» тигән тәбиғәткә һоҡланып, ғорурланып яҙған бик матур, тәрән фекерле шиғыры бар. Ошо шиғырҙы уҡыр алдынан Талҡаҫ күле тураһында төрлө видеотаҫмалар, фонояҙмалар, мәшһүр рассәмдәрҙең һүрәттәрен күрһәтеп, өй эше итеп ошондай һүрәттәр төшөрөргә биреп ҡайтарылһа, беҙҙең уйлауыбыҙса, бик отошло була.
5. Уҡыусының предметҡа булған ҡыҙыҡһыныуын һәм активлығын арттырыу өсөн, дәрестә алым менән методты төрлөләндереп, сиратлаштырып ойоштороу файҙалы итә.
6. Дәрестә уҡыусы шәхесе төрлө яҡлап үҫтерелергә тейеш. Бында белем һәм тәрбиә биреүҙең берҙәмлеге тураһында һүҙ алып барыла. Эйе, был өлөш заман балалары өсөн бик тә мөһим. Сөнки, алда миҫалға килтерелгән шиғырҙы алып ҡарағанда ла, эстәлегендә күпме фәһем һәм тәрбиә ята. Дәрес барышында тәбиғәттең гүзәллегенә, матурлығына һоҡланып ҡалыу – бер, ә ошо матурлыҡты нисек итеп һаҡлап ҡалыу, киләһе быуынға еткереү тураһындағы фәһемле фекерҙәрҙе уҡыусылар менән уртаҡлашыу бөтөнләй икенсе әйбер. «Уҡыусылар, тәбиғәтте һаҡлау, бысратмау өсөн республикабыҙ тарафынан ниндәй саралар ойошторола? Ә һеҙ үҙегеҙ ошо көндәрҙә нимәләр эшләйһегеҙ, киләһе быуынға еткереү өсөн ниндәй эштәр атҡараһығыҙ?» – тигән һоруҙар яуҙырып, төрлө фекерҙәр алынғанда, бик күп ыңғай маҡсаттарға ирешергә була.
7. Дәрестең күргәҙмәле булыуы төрлө яҡтан да уҡыусыларға ыңғай кәйеф өҫтәй, йәғни фонояҙма, плакат, һүрәттәр, видеояҙма, схема, слайдтар кеүек материалдар ҡулланылған осраҡта дәрес күпкә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.
Ә нимә ул дәрес? Алда әйтелеп үтелгән талаптарҙы һәм маҡсат-бурыстарҙы үҙ эсенә алған уҡытыусы һәм уҡыусы араһындағы бер эшмәкәрлекме? Улай ғына түгел шул. Дәрес – мәктәптә уҡытыу процесын һәм балалар эшмәкәрлеген ойоштороуҙың бер формаһы. Ә уның сценарийын яҙыусыһы, шул уҡ ваҡытта режиссеры һәм дирижеры – уҡытыусы. Билдәләнгән бер ваҡыт эсендә (40-45 минут) уҡытыусы төрлө алымдар һәм методтар ҡулланып, дәрестә программа талаптарын үтәй, балаларҙы уҡырға, яҙырға, һөйләргә, фекерләргә өйрәтә, белем һәм тәрбиә бирә.
Дәрес – уҡытыусының ижад емеше, сөнки уҡытыу процесында уның белеме генә түгел, ә методик яҡтан оҫталығы, әҙәби культураһы, күпмелер кимәлдә тәжрибәһе лә сағыла. Актерҙың уйнау һәләте, яҙыусының ижад итеү, рәссамдың һүрәт төшөрөү стиле булған кеүек, уҡытыусының да үҙ эш стиле бар. Әҙәбиәт дәресендә уҡытыусы менән уҡыусының коммуникатив эшмәкәрлеге лә дәресте төрлөләндерә.
«Йәшәйештең үҙенә генә хас булған ҡанундары булған кеүек үк, методик әсбаптарҙа, ниндәй генә әҫәр булмаһын (сәсмә, шиғри), уны өйрәнеүҙең ҡалыптары, йәғни этаптары бүленеп йөрөтөлә.
I.Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү (класта һәм өйҙә уҡыу).
II. Инеш әңгәмә һәм инеш дәрестәр.
III. Әҫәрҙең текст өҫтөндә эш этаптары: тасуири уҡыу; йөкмәткеһен үҙләштереү, һорауҙарға яуап биреү, план төҙөү; текстҡа анализ биреү, темаһын һәм проблемаһын асыҡлау; образдарҙы тикшереп, идеяны билдәләү; тасуири уҡырға өйрәтеү.
IV. Йомғаҡлау дәрестәре: үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу, баһалау, яҙма эштәр үткәреү» [Иҙелбаев, 1988: 67].
Яҙыусының ижадын, тормош юлын, өйрәнеләсәк әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен аңлы, тәрән ҡабул итеүгә әҙерләгәндә инеш дәрестәрҙең роле бик ҙур. Уларҙы үткәреүгә IV-VIII кластарҙа 5-20 минут, ә юғары кластарҙа хатта бер сәғәт тирәһе ваҡыт бүленә. Был дәрестәрҙе икенсе төрлө инеш әңгәмә тип атаһаҡ та була. Бындай дәрестәрҙе үткәреү алымдары ла төрлөсә булыуы мөмкин: уҡытыусы һүҙе, күп осраҡта уҡыусының тормош тәржибәһенә (тормошта күреп, ишетеп һ.б.) нигеҙләнгән ваҡиғалар теҙмәһе, уларға ҡушылып тағы ла һүрәттәр ҡарау, әңгәмәләр үткәреү, техник саралар булдырыу, экскурсиялар ойоштороу һәм башҡалар. Йыш ҡына инеш дәрестәрҙең маҡсаты алдағы дәрестәрҙә үтелгән материал аша сағыштырып үткәрелә. Мәҫәлән, Әнисә Таһированың «Аҡ халатлы ҡыҙҙар» шиғырын үтер алдынан уҡыусылар тормошона бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп китергә кәрәк. Бында уҡыусылар дауахана, ундағы эшләгән апай-ағайҙар, тураһында һөйләп, дарыуханала булып үткән ҡыҙғаныс та, ҡыҙыҡлы ла ваҡиғаларын иҫкә алалар. Аҙаҡ ошоға бәйле фото-һүрәттәр ҡаралып, алынған тәьҫораттары менән сағыштырыла һәм дәрестең темаһы аңлатыла. Шул рәүешле уҡыусылар яңы материалды ҡабул итеүгә әҙерләнә. Шағирәнең «Әсәйемә» исемле шиғыры менән танышыр алдынан, башҡа әҙиптәрҙең әсәгә бағышланған шиғри шәлкемдәрен иҫкә төшөрөүгә ҡоролған әңгәмә үткәрергә мөмкин. «Мөхәббәт тылсымы» сонетын уҡыр өсөн был жанрҙың үҙенсәлектәре иҫкә төшөрөлөп, шиғыр менән оҡшашлығы һәм айырмаһы билдәләнә. Шулай уҡ Әнисә Таһированың «Рәхмәт, Ерем» шиғырын уҡырҙан алда тыуған ил тәбиғәтен, илдәге төҙөлөш һәм үҫештәрҙе сағылдырған картина, открыткалар буйынса һөйләшеү үткәрелә. Тәбиғәт лирикаһын өйрәнеү тәбиғәтте тасуирлау, тәбиғәт менән бәйле иҫтәлектәрҙе, алған тәьҫирҙәрҙе иҫкә төшөрөү менән башлана.
V-VIII кластарҙа һәр яңы әҫәр менән танышыу алдынан уҡыусыларҙы уның кем тарафынан яҙылғанлығын һәм бер ни тиклем күберәк шул шәхес тураһында мәғлүмәттәр еткереү программаның иң мөһим талабы һанала. Эйе, биографик материал яҙыусы тормошо менән уҡыласаҡ әҫәр араһындағы тығыҙ бәйләнеште тойорға этәргес яһай. Мәҫәлән, Әнисә Таһирова әҫәрҙәрен өйрәнгәндә уның үткән бала сағын, уҡыу һәм ижад иткән йылдарын иҫкә алмай мөмкин түгел. Авторҙың Башҡортостан, тыуған ер, ил тураһында яҙылған, мәҫәлән, «Башҡортостанға бағышлау», «Бөйөк Рәсәй – тәңре биләмәһе», «Торатау», «Маҡарыма ҡайттым» һәм башҡа шиғырҙарын өйрәнгәндә, шағирәнең тыуып үҫкән яҡтарына, ғаиләһенә бер ни тиклем ҡараш ташлап үтеү зарур.
«Шағирәнең тормошон һәм ижадын өйрәнгәндә түбәндәге моменттарҙы иҫтә тоторға кәрәк:
1. Тарихилыҡ принцибы нигеҙендә яҙыусының тормошон һәм ижадын ул йәшәгән осор, тарихи шарттар менән бәйләнештә ҡарау.
2. Биографик материалды уҡыусыларҙың тарихи осор тураһындағы белемдәрен киңәйтеүҙә файҙаланыу.
3. Яҙыусының тормошон (программа талап иткән күләмдә) уның ижады менән бәйләнештә ҡарау.
4. Яҙыусының тормошон башҡа яҙыусылар тормошо менән сағыштырып өйрәнеү. Мәҫәлән, бала сағы ауыр шарттарҙа үткән яҙыусыларҙың (М. Горький, Ғ. Туҡай, М. Ғафури. Д. Юлтый һ. б.) бала сағын үҙ-ара сағыштырып, улар өсөн уртаҡ яҡтарҙы билдәләү һәм уның сәбәбен асыҡлау.
5. Яҙыусылар тормошоноң мөһим моменттарын асыҡлау менән бергә шәхесенең индивидуаль сифаттарына, ундағы гүзәл һыҙаттарға иғтибарҙы көсәйтеү, уларға оҡшарға тырышыу теләге уятып, юғары мораль сифаттар тәрбиәләүҙә файҙаланыу, уның өсөн яҙыусы биографияһын үткәндә, дәрестә уның юғары кешелек сифаттарын асып биреүгә ярҙам иткән иҫтәлектәргә, көндәлектәргә, хаттарға һәм лирик шиғырҙарына мөрәжәғәт итеү.
6. Яҙыусының тормошон сағылдырған картиналарҙың репродукцияларын фотоларҙы, китаптарындағы иллюстрацияларҙы, уның тауышы яҙылған пластинкаларҙы, магнитофон яҙмаларын файҙаланыу.
7. Биографик материалды үткәндә, уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү һәләтлектәрен үҫтерә торған алдынғы метод һәм алымдарға таяныу, уларҙы ижади файҙаланыу, стандартҡа, шаблонға юл ҡуймау.
8. Биографик материалды өйрәнеүгә әҙерлекте алдан башлап, уҡыусыларға үҙ аллы эшләү өсөн һорауҙар һәм эштәр системаһын әҙерләү, дәреслектә бирелгән һорауҙар һәм эште ижади файҙаланыу» [Ғималова, 1994: 88]. Мәҫәлән, Әнисә Таһирова биографияһын үтер алдынан уҡытыусы балаларға өй эше итеп уның хаҡында өҫтәлмә иллюстрациялар, материалдар йыйырға эш бирә. Был эштең икенсе этабы – йыйылған материалды системаллаштырыу һәм эшкәртеү (альбомдар, фотовитриналар, күргәҙмәләр яһау, пластинка, магнитофон яҙмаларын туплау һ. 6.). Уҡытыусы аҙаҡ үҙе әҙерләгән күргәҙмә материалдарҙы, шулай уҡ уҡыусылар йыйған иллюстрацияларҙы, уҡыған әҫәрҙәрҙе, кинофильм, опера, балет спектаклдәрҙе ҡарауҙан тыуған тәьҫираттарын файҙаланып әңгәмә үткәрә.
Уҡытыусы был инеш дәрестә шағирә тураһында бер аҙ мәғлүмәт бирә, Ә. Хәбиров, Я. Ҡолмой, Р. Бикбаев кеүек әҙиптәрҙең уның тураһында яҙылған ғилми хеҙмәттәрен дәрестә методик күрһәтмә итеп файҙалана, сонет жанрына тәү башлап нигеҙ һалған сонетсылар ижадына байҡау яһап, миҫалдар менән дәлилләй ала. Әнисә Таһированың бер-нисә фото-һүрәте таҡтала эленеп тороуо ла дәресте күркәмле итә. Уҡытыусы үҙенең йомғаҡ һүҙендә шағирәнең башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны, шиғриәттең, сонет жанрының үҫешенә булышлыҡ иткән роле тураһында бәйән итә. Ошондай эштәрҙе эсенә алған инеш дәрес уҡыусыларҙа данлыҡлы Маҡар яҡтарында тыуып үҫкән Әнисә Таһированың тормошона булған ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә. Уҡытыусы дәрестән тыш биографик материалды дәреслектән уҡып, үҙләштереп, ҡыҫҡаса конспект төҙөп килергә эш биреп ҡайтара. Дәрестә уҡыусыларҙан яҙыусы тормошо хаҡында һөйләтеү, конспекттарын тикшереү, китаптан уҡытыу һәм уҡытыусының йомғаҡлауы рәүешендә үткәрергә мөмкин.
Һәр бер яҙыусының, шул уҡ ваҡытта Әнисә Таһированың тормош юлын үтеүгә әҙерлекте шулай уҡ алдан башларға, бының өсөн уҡыусыларға улар хаҡында түбәнге синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатларға һәм өҫтәмә материал тупларға эш бирергә кәрәк. Яңы материалды үтеү ҙә уҡыусыларҙың дәреслек материалы нигеҙендә өйҙә үҙ аллы төҙөп килгән план йәки конспекттарын тикшереү, уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлау юлы менән алып барыла. Аҙаҡтан уҡытыусы үҙе тулы һәм ентекле итеп йомғаҡ яһай.
Әнисә Таһированың биографияһын һәм уның ижадын өйрәнгәндә мәктәп программаһында тулы бөтөн дәрестәр ҡаралмаған. Бигерәк тә уның тормош юлы бик ентекле алып барылмай. Был осраҡта күберәк кластан тыш дәрестәр, йә иһә саралар үткәреү зарур. Әммә ләкин тота һалып уның шиғри шәлкемдәрен уҡый башлау, йәки ниндәйҙер анализдар яһарға маташыу бер ниндәй ҙә тулы һөҙөмтә биреүе икеле. Шуға күрә лә, шағирәнең биографияһын күҙ уңынан ысҡындырмау хәйерле. Мәктәптә Ә. Таһированың биографияһын өйрәнеүҙең V-VIII һәм юғары кластарҙа үҙенсәлектәре етерлек тип һанайбыҙ. V-VIII кластарҙа, йәғни бәләкәй синыфтарҙа, ғәҙәттә, авторға биографик белешмә ҡыҫҡа битеп бирелә һәм уның тулы булыуы ла мотлаҡ түгел. Ә инде юғары синыфтарға шағирәнең тормош юлын тулыраҡ һәм мәғлүмәтлерәк еткереү өсөн ике алым тәҡдим ителә:
а) тәүгеһендә (тулы бер дәрестә) уҡытыусы Әнисә Таһированың биографияһын тулыһынса үҙе һөйләп бирә, бөтә булған мәғлүмәттәрҙе тик үҙе генә еткерә, ә аҙаҡ әҫәрҙәрен уҡыу, анализлау эштәре башлана;
б) авторҙың тормош юлын айырып алып түгел, ә ижады менән берлектә еткереү, йәғни ижадының үҫеше һәм формалашыуы менән бәйләп өйрәнеү. Был осраҡта этаптарға бүлеп ҡарау ҙа уңайлыҡтар тыуҙыра. Мәҫәлән, шағирәнең тормош юлын һәм ижадын түбәндәге план буйынса өйрәнергә мөмкин:
1. Ә. Таһированың тыуғандан алып урта мәктәпте тамамлағанға тиклемге осор;
2. Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыған йылдары һәм ошо осорҙағы ижады;
3. Күмертау районы (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Ермолаевка урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән йылдары;
4. «Башҡортостан ҡыҙы» журналында һәм Башҡортостан телерадиокомпаниеһында хеҙмәт иткән осоро;
5. Шағирә Әнисә Таһирова ижадының әһәмиәте.
Ошондайыраҡ осорҙарға бүлеп ҡарау шағирәнең биографияһы һәм әҙәби эшмәкәрлеге берлектә күҙ алдына баҫтырыла. Ҡайһы ғына әҙипте алып ҡарама, уның тормош юлы нисек кенә өйрәнелмәһен, уға арналған дәрестәр яҙыусының шәхси йөҙөн, тормошта юғары идеалдар өсөн көрәшсе булыуын асырға тейеш.
Шулай итеп, беҙ үҙебеҙҙең сығарылыш квалификация эшебеҙҙә 60-сы йылдар урталарында ғына шиғриәткә яңы һулыш менән килеп инеп, беҙҙең баш особоҙҙа ғына түгел, ә бөтә әҙәбиәт күгенән күренгән бығаса ҡабатланмаҫ балҡыш менән янған серле йондоҙ, шағирә, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, башҡорт халҡының мәшһүр ҡатыны Әнисә Таһирова ижадына байҡау яһаныҡ. Эйе, ул бөгөнгө башҡорт шиғриәтендә үҙ урынын күптән тапҡан һәм һәр яңы ижад емеше менән уны тағы ла нығыта, сағыуландыра барған тыңғыһыҙ эҙләнеүсән һүҙ оҫтаһы. Ул – береһенән-береһе сағыуыраҡ, тәрән хискә ҡоролған ике тиҫтәгә яҡын китап авторы. Ҡайһыныһын ғына алып ҡарама, һәр береһендә һоҡланыуға ҡатыш хәүефләнеү ҙә, ғорурланыу тойғоһона ҡатыш борсолоу ҙа урын алған, әммә шағирә үҙен тәбиғәттең бер емеше икәнен онотмай, ә илһамланып, үткәненә күҙ һирпеп, хәҙерге көнгә шөкөр итеп, киләсәккә өмөт бағлап ижад итә.
Һәр кемдең үҙенә генә хас характер һыҙаттары булған кеүек, ижад кешеләренең дә башҡаларҙан айырып тороусы яҙыу үҙенсәлеге, үҙ манераһы бар. Эйе, йорт-илгә, халыҡҡа дан йырлаған шиғыр-поэмаларын да, уйланыу-һағыштарға нигеҙләнгән элегияларын да, шағирәнең новаторлығын сонеттар тажын да, һоҡланғыс шиғри тәржемәләрен дә, балалар өсөн яҙылған мауыҡтырғыс әкиәт-пьесаларын да күрергә мөмкин уның шиғри шәлкемдәрендә. Ул үҙе лә ҡоралай шикелле шиғриәт болонона башҡаларҙы һиҫкәндереп һәм һоҡландырып килеп сыҡҡандай тойола. Ғөмүмән, идея-тематик һәм жанр тәбиғәте йәһәтенән уның ижады күп яҡлы. Ә иң мөһиме, күп яҡлы ижад менән шөғөлләнгән әҙибәбеҙ шиғриәтенең күп өлөшөн лирика биләп тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алмай китмәй мөмкин түгел. Сөнки Әнисә Таһирова лирикаһы ер күкрәген биҙәр гөлләмә кеүек.
Әнисә Таһированың шиғырҙары, бөтәһе лә бер үк үлсәү, бер үк төрлө һүҙҙәр, бер үк төрлө һүрәтләү саралары менән яҙылһа ла, нигеҙҙә тик тәбиғәт һәм мөхәббәткә арналған булһалар ҙа, гел моңдан яралған. Һәм уны бик үҙенсәлекле шағирә тип иҫәпләмәйенсә булдыра алмайһың. Тимәк, поэзия шундай булырға ла бик хаҡлы, күрәһең. Шағирәнең шиғри шәлкемдәрен уҡығанда, бер әйбер күҙгә ташлана: ер, күк, һыу, һауа ер йөҙөнөң айырылмаҫ бер бөтөнө булған кеүек, ул да мөхәббәт, тәбиғәт һәм илгә булған һүрелмәҫ тойғоларҙы йәнәш ҡуйып һүрәтләй. Уларҙы айырып ҡарау мөмкин дә түгел. Геройыбыҙ ҡай саҡта ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас ярһыу мөхәббәт утында яна, йә иһә әсә күңеле тойған һөйөү хистәрен кисерә, берсә ғорур ҡоралайҙай бейек ҡая-таштарҙы ҡосорҙай булып ашҡынып, нимәгәлер өмөтләнеп алғас, тыныс аҡҡан шишмә кеүек моңһоуланып та ала. Әммә ләкин күңеле түрендә йөрөткән гражданлыҡ тойғоһон бер ваҡытта ла йәшермәй.
Башҡорт шиғриәтендә үрҙә һанап үтелгән ҡабатланмаҫ тойғоларҙың нескә ярашыуынан яралған ҡатмарлы шиғри формаларҙың береһен Әнисә Таһирова ижадынан тыш күҙ алдына килтереп тә булмай. Ул – сонет жанры – поэзияның иң ҡатмарлы төрө. Әнисә Таһирова был өлкәлә ижад итеүсе берҙән-бер шағирә тиһәк тә, һис тә хаталанмаҫбыҙ.
Эйе, ҡасандыр был жанрҙың гүзәл үрнәктәрен милли әҙәбиәт майҙанына сығарыусы М. Хәй булып, бөгөнгө көндә уның һәм сонеттар оҫтаһы Я. Ҡолмойҙың традицияһын тап Әнисә Таһирова дауам итә. Ошо жанрға хас төп ҡағиҙәләр менән эш итеү, әлбиттә, еңелдән түгел, ләкин шағирәбеҙ был һынауҙарҙы күңеленән ташып торған хистәр менән биҙәп, оло уңышҡа иреште.
Ниһәйәт, Әнисә Таһирова, авторҙан ҙур оҫталыҡ, тапҡырлыҡ, мәйеллек һәм камиллыҡ талап иткән, тағы ла шиғриәттең ҡатмарлы бер төрө менән оҫта эш итә. Ул – сонеттар тажы. Тышҡы яҡтан ул цикл кеүек. Әнисә «таж»дарының идея-тематик йөкмәткеһенә һәм художество үҙенсәлектәренә туҡталмайынса ла, тышҡы йәһәттән уларҙың һуш китмәле тырышлыҡ күрһәтеп һәм жанр талаптары алдында ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләнгәнлеген билдәләп үтергә мөмкин. Ысынлап та, таждарҙы уҡығанда шағирәнең сонет жанрына баштан-аяҡ ғашиҡ булғанлағына ышанаһың. Хәйер, быны ул үҙе лә йәшермәй. Сонеттар тажынан торған, бик күп уйҙар тыуҙырған «Йөрәк йәдкәре» исемле йыйынтығы ошо йәһәттән оло маҡтауға лайыҡ. Китап – шағирәнең күңел көҙгөһө.
Балалар өсөн дә байтаҡ әҫәрҙәр ижад итте шағирә. Был бик тә ҡыуаныслы хәл, сөнки уның шиғырҙары, әкиәттәре, пьесалары кескәйҙәрҙең күңел донъяһын яғымлы тел, яҡты уй-ниәттәрҙән яралған сюжеттар менән байыта.
Әнисә Таһирова бер нисә поэма ла ижад итте. «Ағиҙел аманаты» миләттәр дуҫлығы, йәшлек романтикаһы менән һуғарылған булһа, «Апсара мөғжизәһе» Кавказдағы Афон мәмерйәһенән алған тәьҫораттарға нигеҙләнә; «Ҡоһор»ҙа тыуған ерҙең йыртҡыстарса таланыуы һүрәтләнһә, «Ҡуш беләҙек» – ҡатын-ҡыҙҙың, тормоштоң башланғысы булған әсәнең бөйөклөгөнә мәҙхиә.
Шағирә үҙен тәржемә өлкәһендә лә һынап ҡараны һәм бик юғары үрҙәргә өлгәште. Уның тәржемәһендә XVIII быуат аҙағы һәм XIX быуат башында йәшәгән рус шағиры, прозаигы һәм драматургы, мәшһүр классик Александр Сергеевич Пушкин әҫәре лә, бөтәбеҙгә таныш булған бөйөк яҙыусылар Михаил Лермонтов, Николай Некрасов, Анна Ахматова, Марина Цветаева, Сергей Есенин һәм егерменсе быуат әҙиптәре Ольга Берггольц, Юлия Друнина шиғырҙары ла оригинал менән ярышырлыҡ сифатта башҡортса яңғыраны.
Шулай уҡ үҙенең шиғырҙары рус һәм татар телдәренә ауҙарылған. 1999 йылда Ҡазанда уның «Ҡуш беләҙек» тип аталған йыйынтығы донъя күрҙе. Матур итеп биҙәлгән, тышлығы менән үк иғтибарҙы йәлеп итеп торған был китапҡа шағирәнең һайланма әҫәрҙәре тупланған.
Әнисә Таһирова ижады, уның шиғырҙары мәктәп программаһында төплө өйрәнелмәһә лә, кластан тыш уҡыу йә сара итеп алыу уҡыусыларға тәрбиәүи маҡсаттан бик күп ыңай һөҙөмтәләр бирә. Шулай уҡ сонеттарын төплө өйрәнеү маҡсатында алда билдәләп үтелгән стандарттарға ярашлы ойоштороу отошло. Сөнки, беренсенән, эш төрҙәре уҡыусыларҙың ижади үҙ аллы фекерләүенә, күренештәрҙе танып белеүенә, сағыштырыуына, анализ һәм һығымта яһай белеүенә йүнәлтелгән булһа, икенсенән, уҡыусының интеллектуаль үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Шулай уҡ, мәҫәлән, Ә.Таһирова ижады йәки сонеттарына ҡағылышлы берәй фекерләүгә ҡоролған эш төрөн әйтә биреү баланың үҙаллылығын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Шағирә үҙенең ижады менән башҡаларҙы ла сәмләндерә, дәртләндерә, тоҡандыра алыуы менән тиҫтерҙәре араһында айырым-асыҡ айырылып тора. Башҡорт шиғриәтендә шағирәләрҙең бермә-бер артыуында Ә. Таһирова шәхесе йоғонтоһон күрмәү мөмкин түгел.
Тарих биттәре бөйөк ижадсыларҙың мәңге үлмәҫ һоҡланғыс илаһи ижадын һаҡлай. Уның яңылары яҙыла. Талантлы, йәйғор булып, донъя күләменән күренер шәхестәр бар. Ана шундайҙарҙың береһе – Әнисә Таһирова… Ул беҙҙең баш особоҙҙа ғына түгел, әҙәбиәтебеҙ йыһаны күгенән күренер балҡыш, яңы яҡтылыҡ, беҙҙең йөрәктәргә күскән йондоҙ! Эйе, балаларса бер ҡатлылыҡ, эскерһеҙлек менән һуғарылған шәлкемдәре күңелде нурға күмә. Бала, үҫмер саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булаһың, күңел сафланып китә. Уның шәхестәргә оло һөйөү, тәрән ихтирам менән яҙылған ижади портреттары, очерктары менән яратҡан яҙыусы, шағир, артистарҙы яңынан танып белергә ярҙам иткән кеүек булды. Иң матур, сабыр, көслө рухлы быуын кешеләрен бөгөнгө уҡыусыға таныта Әнисә Таһирова.
I. Китаптар, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары
1. Башҡорт шиғриәте антологияһы [Текст] / баш мөх. Р. Бикбаев; төҙ. Р. Бикбаев һ.б.– Өфө: Китап, 2001.– 816 б.
2. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-4томдар. – Өфө, 1990-1994. – 456 б.
3. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Программа [Текст] / төҙөүсеһе:ф.ф.к.,доц. Шарипова З.Я. – Өфө. Башҡорт дәүләт университеты, 1994. – 39 б.
4. Башҡорт әҙәбиәтенән программа: V – XI кластар өсөн / Төҙөүселәре М. Ғималова, Ғ. Хөсәйенов. – Өфө, 2003. – 45 б.
5. Бикҡужина, Т.Ә., Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт дәрестәрендә картиналар файҙаланыу (V – VIII кластар). – Стәрлетамаҡ, 1992. – 23 б.
6. Богданова, О.Ю., Леонов С.А., Чертов В.Ф. Методика преподавания литературы. – М., 1999. – 120 с.
7. Выбор методов обучения в средней школе / Под ред. Ю.К. Бабанского. – М., 1981. – С.25.
8. Гаспаров, М.Л. Очерки истории европейского стиха: Метрика. Ритмика. Рифма. Строфа. – М., 1984. – С.320.
9. Герасимов, К.С. Диалектика канонов сонета / Гармония противоположностей: аспекты теории и истории сонета. – Тбилиси, 1985. – С. 17-51.
10. Гроссман, Л.П. Поэтика русского сонета // Борьба за стиль: Опыты по практике и поэтике. – М., 1927. – С. 34.
11. Ғафаров, Б.Б. Туған әҙәбиәт дәрестәрендә лексик-фразеологик күнегеүҙәр. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. – 45 б.
12. Ғафаров, Б.Б. Әҙәбиәт дәрестәрендә яҙма эштәр үткәреү. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. – 47-47 б.
13. Ғафаров, Б.Б. Әҙәби тел күрке. – Өфө: Китап, 1994. – 178 б.
14. Ғафаров, Б.Б. Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү. – Өфө: Китап, 1996. – 67 б.
15. Ғималова, М.Ғ. Урта мәктәптәрҙең IV – VII кластарында башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. – 192 б.
16. Ғималова, М.Ғ. X класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән методик ҡулланма. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1989. – 14 б.
17. Ғималова, М.Ғ., Юлмөхәмәтов М.Б. IV – VII кластарҙа кластан тыш уҡыу дәрестәре. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. – 128 б.
18. Гафаров, Б.Б. Теоретические и методические основы изучения башкирской литературы в школе. – Уфа: Гилем, 2001. – С. 87
19. Ғафаров, Б.Б. Мәктәптә әҫәрҙе йөкмәтке һәм форма берлегендә өйрәнеү. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1992. – 160 бит.
20. Зиннәтуллина, Х.Ш., Байымов Р.Н. IX класта башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. – 54 б.
21. Зиннәтуллина, Х.Ш. Юғары кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен проблемалы уҡытыу. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. – 232 с.
22. Иҙелбаев, М.Х. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. – Өфө, 1988. – 176 б.
23. Килмөхәмәтов, Т.Ә. Халыҡсанлыҡ көсө. Әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, ижади портреттар [Текст] / Р. Мостафина. – Өфө, 1998. – 109-112-cе б.
24. Ҡолмой, Я. Күңел ҡояшы: шиғырҙар, сонеттар. – Өфө, 1990. – 54 б.
25. Таһирова, Ә.А. Алтын буран: шиғырҙар, сонеттар, тәржемәләр, поэмалар. – Өфө: Китап, 2011. – 360 б.
26. Таһирова Ә.А. Ҡоралай. – Өфө: Китап, 1971. – 320 б.
27. Таһирова, Ә.А. Минең аҡсарлағым. – Өфө: Китап, 1974. – 187 б.
28. Таһирова, Ә.А. Йыһан гөлө. – Сонеттар, шиғырҙар, тәржемәләр. – Өфө: «Китап», 2001. – 296 б.
29. Таһирова, Ә.А. Йыһан гөлө. – Сонеттар, шиғырҙар, тәржемәләр. – Өфө: «Китап», 2001. – 360 б.
30. Таһирова, Ә.А. Йөрәк йәдкәре. Шиғырҙар, сонеттар, поэмалар, тәржемәләр. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1996. – 208 б.
31. Таһирова, Ә.А. Умырзая йыры. Шиғырҙар. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1990. – 32 б.
32. Таһирова, Ә.А. Ҡыңғырау сәскә ниңә сыңлай? Шиғри әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. – 32 б.
33. Таһирова, Ә.А. Алтын мөгөҙлө болан. Әкиәттәр һәм шиғырҙар. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1985. – 44 б.
34. Таһирова, Ә.А. Яҙҙар бүләк итәм. Шиғырҙар һәм сонеттар. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте,1985. – 96 б.
35. Таһирова, Ә.А. Барһын һиңә яҡты уйҙарым. Шиғырҙар. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1978. – 64 б.
36. Таһирова, Ә.А. Әсә һуҡмағы. Сонеттар, поэмалар. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1988. – 112 б.
37. Таһирова, Ә. А. Ырыуым йолаһы. Шиғырҙар, поэмалар, сонеттар. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1991. – 192 б.
38. Таһирова, Ә.А. Куш беләзек. Шигырьләр, сонетлар. Казан: Татар. кит. Нәшр., 1996. – 384 б.
39. Таһирова, Ә.А. Йондоҙло аҡлан моңо: элегиялар, юморескалар, ижади ортреттар, очерктар. – Өфө: Китап, 2007. – 208 б.
40. Таһирова, Ә.А. Йыландар хакимәһе Айһылыу. Әкиәттәр. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте,1998. – 103 б.
41. Таһирова, Ә.А. Йөрәк йәдкәре. Шиғырҙар, поэмалар, сонеттар, тәржемәләр. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте,1996. – 208 б.
42. Тагирова, А.А. Цветок вселенной.[Текст]:[сонеты, поэмы, стихи, переводы: на башкир. яз] / А. А. Тагирова. – Уфа: Китап, 2001. – 296 c.
43. Хөсәйенов, Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы. – Өфө: Китап, 2010. – 348 б.
44. Шарапов, И.Ә. Әҙәбиәт уҡытыуҙа балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү. – Өфө: Китап, 1995. – 76 б.
45. Щербина, В.Р. Проблемы литературного образования в средней школе. – М.: Просвещение, 1978. – С. 107.
46. Әхмәтйәнов, К. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1965. – 374 б.
47. Әхмәтйәнов, К. Әҙәбиәт теорияһы. Дөйөм мәғлүмәт. Икенсе баҫма. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте. 1985 йыл. – 344 б.
48. Юлмөхәмәтов, М.Б. IV – VIII кластар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә бәйләнешле текст һәм уның төҙөлөшөн өйрәнеү буйынса программа (эксперимент өсөн). – Мәскәү, 1983. – 24 б.
II. Мәҡәләләр
49. Аҙнағолов, Р. Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү алымдары // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2010, №9. – 56 б.
50. Ғарипов, Р. Ҡәҙерленең дә ҡәҙерлеһе – ихласлыҡ / Башҡортостан,1991, 14 декабрь, № 242 (21037). – 4 б.
51. Ғөбәйҙуллина, Ҡ.Р. Аҫылташтар шаңын юлдаш итеп // Ағиҙел, 2013, №5. – 158-160-сы б.
52. Ғәли, М. Рәхмәтлемен һиңә, яҙмышым / Башҡортостан, 1991, 14 декабрь, № 242 (21037). – 20 б.
53. Иҡсанов, М. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә сонет жанры // Ағиҙел, 2012, №11. – 23 б.
54. Ильясова, Й. Әнисә Таһирова: «Шиғырҙарым – йөрәк ауазы» / Башҡортостан. – 2005, 15 ноябрь, № 221 (24500). – 12-16 б.
55. Ильясова, Й. Барһын һиңә яҡты уйҙарым. / Башҡортостан. – 2001/ - 15 ноябрь, № 243 (23505). – 4 б.
56. Ильясова, Й. Баҙрап торған ҡуҙҙар / Йәшлек, 1991, 14 декабрь. – 24-25 б.
57. Йосопов, Х.Ғ. Башҡорт телендә ымлыҡтар // Башҡортоста уҡытыусыһы, 1975, № 3, 50-52-се б.
58. Кинйәбулатов, И. Тәбиғәттең үҙе кеүек серле / Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2001, № 12. – 41-се б.
59. Күзбәков, Ф. Уйға һалыр яҙмыштар // Ағиҙел, 2001, №7. – 76 б.
60. Таһирова, Ә. Моңдар бүләк итте был йөрәк // Ағиҙел, 2011, №11. – 27-30 б.
61. Тимершин, Р. Яҙ килтергән шағир // Башҡортостан, 2013, № 10. – 2 б.
62. Әхмәтйәнов, К. Әҙибә хаҡында / Башҡортостан. – 2005, 15 ноябрь, № 221 (24500). – 7 б.
III. Һүҙлектәр
63. Башкортостан. Краткая энциклопедия [Текст]; гл. ред. Р.З. Шакуров; ред. кол. З.Г. Ураксин (пред.) и др.– Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996.– 670 с.
64. Башҡорт теленең академик һүҙлеге [Текст] / 10 томда. Т. I: (А хәрефе); ф.ф.д., проф. Ф.Ғ. Хисамитдинова ред.– Өфө: Китап, 2011.– 432 б.
65. Башҡорт теленең академик һүҙлеге [Текст] / 10 томда. Т. II: (Б хәрефе); ф.ф.д., проф. Ф.Ғ. Хисамитдинова ред.– Өфө: Китап, 2011.– 568 б.
66. Башҡорт теленең академик һүҙлеге [Текст] / 10 томда. Т. III: (В – И хәрефе); ф.ф.д., проф. Ф.Ғ. Хисамитдинова ред.– Өфө: Китап, 2012.– 864 б.
67. Башҡорт теленең академик һүҙлеге [Текст] / 10 томда. Т. IV: (Й – К хәрефе); ф.ф.д., проф. Ф.Ғ. Хисамитдинова ред.– Өфө: Китап, 2012.– 944 б.
68. Башҡорт теленең академик һүҙлеге [Текст] / 10 томда. Т. V: (Ҡ хәрефе); ф.ф.д., проф. Ф.Ғ. Хисамитдинова ред.– Өфө: Китап, 2013.– 888 б.
69. Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге [Текст] / М.И. Дилмөхәмәтов һ.б.– Өфө, 2002.– 430 б.
70. Башҡорт теленең һүҙлеге [Текст] / I том (А – М) / Агишев И.М. һ.б. / Яу. мөх. Биишев Ә.Ғ. һ.б.– М.: Русский язык, 1993.– 864 б.
71. Башҡорт теленең һүҙлеге [Текст] / II том (Н – Я) / Агишев И.М. һ.б.; яу. мөх. Биишев Ә.Ғ. һ.б.– М.: Русский язык, 1993.– 816 б.
72. Хөсәйенов, Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы. – Өфө: Китап, 2010. – 348 б.
Тема: | «Творческий портрет а. тагировой: перспектива изучения в школе» | |
Раздел: | Разное | |
Тип: | Дипломная работа | |
Страниц: | 93 | |
Цена: | 2300 руб. |
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
- Цены ниже рыночных
- Удобный личный кабинет
- Необходимый уровень антиплагиата
- Прямое общение с исполнителем вашей работы
- Бесплатные доработки и консультации
- Минимальные сроки выполнения
Мы уже помогли 24535 студентам
Средний балл наших работ
- 4.89 из 5
написания вашей работы
У нас можно заказать
(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)
682 автора
помогают студентам
42 задания
за последние сутки
10 минут
время отклика
АЗАТ АЙТКУЛОВ – КУРАИСТ, ПЕДАГОГ, МУЗЫКАЛЬНО-ОБЩЕСТВЕННЫЙ ДЕЯТЕЛЬ (штрихи к творческому портрету)
Дипломная работа:
Творческий портрет ш. янбаева: перспектива изучения в школе
Дипломная работа:
Дневник веры аксаковой как историческая хроника и религиозная исповедь о россии: историко-культурный и методический аспекты изучения в школе
Дипломная работа:
Дневник веры аксаковой как историческая хроника и религиозная исповедь о россии: историко-культурный и методический аспекты изучения в школе