Дипломная работа

«Фольклор мечетлинского района и использование его в учебном процессе»

  • 85 страниц
Содержание

ИНЕШ.4

I БҮЛЕК. Мәсетле районына дөйөм характеристика.8

1.1. Мәсетле районының ҡыҫҡаса тарихы.8

1.2. Мәсетле районының бөгөнгөһө.28

II БҮЛЕК. Ер-һыу һәм көнкүреш, ауылдар тарихы менән бәйле риүәйәт һәм легендалар.33

2.1. Ауылдар тарихына бәйле легенда, риүәйәттәр.33

2.2. Топонимик легенда, риүәйәттәр.40

III БҮЛЕК. Ерле фольклор әҫәрҙәрен мәктәптә өйрәнеү үҙенсәлектәре.54

3.1. Әҙәбиәт дәрестәрендә Мәсетле районы легенда һәм риүәйәттәрен файҙаланыу.54

3.2. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрен ерле фольклор материалына бәйле үткәреү.60

3.3. Дәрестән тыш эшмәкәрлектә Мәсетле районы фольклор материалдарын файҙаланыу.68

ЙОМҒАҠЛАУ.79

ӘҘӘБИӘТ.81

Введение

Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡытыусылар үҙ эшмәкәрлегендә күпселек осраҡта фольклорға мөрәжәғәт итә. Шуның өсөн дә сығарылыш квалификация эшендә тап шул фольклорҙы ҡулланыуҙы маҡсатҡа ярашлы тип таптыҡ. Иғтибарыбыҙҙы фольклор жанрына ҡараған легенда-риүәйәттәргә йүнәлтергә булдыҡ. Легенда-риүәйәттәр – халыҡ ижадының иң сағыу жанрҙарының береһе. Хәл-ваҡиғаларҙы бәйән итеү характерын иҫәпкә алғанда, улар хикәйәгә тартым. Легендаларға, ғәҙәттә, романтик рух, күтәренкелек хас: ҡасандыр, борон-борондан, кеше уларҙы бәхәсһеҙ булған хикәйәт итеп ҡабул иткән, ысын күңелдән ышанған. Был әйтелгәндәр беҙҙең яҡтың, йәғни төнъяҡ-көнсығыштың, легенда риүәйәттәренә лә ҡағыла. Ә беҙҙең сығарылыш квалификация эшебеҙҙең темаһы: «Мәсетле районының фольклоры һәм уны уҡыу процесында файҙаланыу».

Эштең актуаллеге. Киң мәғлүмәт, дөйөм компьютерлаштырыу, глобалләштереү заманында халҡыбыҙҙың рухи ынйыларына, атап әйткәндә, легенда-риүәйәттәргә мөрәжәғәт итеү бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда үтә ваҡытлы һәм актуаль. Рухи ҡиммәттәрһеҙ, үткәндәрһеҙ бөгөнгөнө, киләсәкте күҙаллау бик ауыр. Рухиәткә, асылға ҡайтыу халыҡтың нигеҙен, үҙ ҡиммәтен һаҡларға ярҙам итәсәк. Ерле фольклорҙы өйрәнеү, уны туплау, йәмғиәтселектең иғтибарына еткереү бөгөнгө фән өсөн оло бурыстарҙың береһе булып тора.

Ғилми яңылығы. Хеҙмәттә әҙәбиәт дәрестәрендәрле фольклор материалдарын файҙаланыу мөмкинлектәре, юлдары тәҡдим ителде, уның әһәмиәте билдәләнде. Мәсетле районының легенда-риүәйәттәрен дәрестә һәм кластан тыш эшмәкәрлектә өйрәнеү методикаһы бирелде.

Теманың өйрәнелеү кимәле. «Ғөмүмән башҡорт легендалары һәм төрлө ышаныуҙарға ҡоролған хикәйәләр хаҡында тәүге яҙма мәғлүмәттәр, Ә.М. Сөләймәнов, Ф.А. Нәҙершина» [Нәҙершина, 1998: 8] фекеренсә, X быуатҡа ҡайтып ҡала. 922 йылда башҡорттар араһында булып киткән ғәрәп хәлифәте илсеһе Әхмәт Ибн Фаҙлан яҙмаларында башҡорттарҙың мәжүси ышаныуҙары хаҡында ифрат ҡиммәтле материалдар бар. Төрлө дәүерҙә легенда-риүәйәттәрҙе рус ғалимдары, тикшеренеүселәре В. Татищев, П. Рычков, П. Паллас, И. Лепехин, П. Кудряшев, В. Юматов, М.В. Лоссиевский, С. Рыбаков һ.б яҙып ала, өйрәнә, төркөмләй. Мөхәмәтша Буранғолов – Октябрь революцияһына тиклем үк халыҡ ижады әҫәрҙәрен йыя башлаған һәүәҫкәр фольклорсы 20-30-сы йылдарҙа фольклор материалдарын туплай һәм популярлаштыра.

«Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эштәрҙе ойоштороуҙа ла фәнни нигеҙҙә эшләнгән методика, дидактик материалдар төп арсенал булып тора. Кластан тыш эштәрҙе ойоштороу методикаһын үҫтереүгә Н.К. Крупская, А.В. Луначарский, Ғ.М. Әҙһәмова, М.Ғ. Ғималова, Ә.З. Ниғмәтуллин, В.А. Сухомлинский ҙур хеҙмәт өлөшө индергән» [Ахметшин, 1976: 27].

Диплом эшенең маҡсаттары һәм бурыстары. Сығарылыш квалификация эшенең төп маҡсаты булып, легенда-риүәйәттәрҙе башҡорт фольклоры системаһында өйрәнеү, «легенда» һәм «риүәйәт» терминдарының айырмаһын аныҡлау, Мәсетле районы фольклорын йыйыу, уларҙы тикшереү, ерле фольклор материалдарын әҙәбиәт дәрестәрендә файҙаланыу һәм системалы өйрәнеү тора. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

– Башҡорт фольклоры системаһында легенда-риүәйәттәрҙең әһәмиәтен өйрәнеү һәм билдәләү;

– «Легенда», «риүәйәт» терминдарын асыҡлау;

– Әйле ырыуы тарихын яҡтыртыу;

– Мәсетле районының фольклорын йыйыу; уларҙы системаға һалыу, дөйөм күҙәтеү яһау;

– Башҡорт халыҡ ижадын мәктәптә өйрәнеү методикаһына байҡау яһау;

– Мәктәптә ерле фольклорҙы өйрәнеүгә арналған дәрес өлгөләре менән танышыу.

Хеҙмәттең объекты: Мәсетле районы, ә предметы – район ерендәге ер-һыу объекттары, ауыл-ҡасаба атамалары, фольклоры.

Мәсетле районы Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында Әй йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. Төньяҡтан Свердловск өлкәһенең Красноуфимск, Әртә райондары, көнсығыштан Башҡортостандың Балаҡатай, көньяҡтан Ҡыйғы, көнбайыштан Дыуан райондары менән сиктәш.

«Мәсетле районы 1930 йылдың 20 авгусында барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә район территорияһы 1 557 квадрат километр. Яҡынса 25 мең кеше йәшәй. Мәсетле районында күпселек башҡорттар, урыҫтар йәшәй. Арала татарҙар бар. Район үҙәге булып Оло Ыҡтамаҡ тора» [Султанов, Ахкамова, Бикташева, 2010: 25].

Эштең теоретик һәм практик әһәмиәте: Эш барышында фольклор материалдары буйынса мәғлүмәттәр йыйылды. Сығарылыш квалификация эшенең һөҙөмтәләрен башҡорт-халыҡ ижады өлкәһендә артабан үткәреләсәк тикшеренеүҙә ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ, курс һәм диплом эштәре яҙғанда ярҙамсы сығанаҡ.

Тикшеренеү эшенең сығанаҡтары: Фактик материалдар башҡорт халыҡ йыйынтыҡтарынан, мәҡәләләрҙән алынды.

Тикшеренеү методтары: сығарылыш квалификация эшен яҙғанда синтезлау һәм сағыштырыу, аналитика алымдары ҡулланылды.

Сығарылыш квалификация эшенең структураһы: инеш өлөштән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора. Инеш өлөшөндә сығарылыш квалификация эшенең актуаллеге, ғилми күҙлектән өйрәнелеүе, ғилми эштең маҡсаты һәм бурыстары, тикшеренеү алымдары һәм методтары яҡтыртыла.

Тәүге бүлек Мәсетле районының ҡыҫҡаса тарихы һәм ғилми яҡтан өйрәнелеше, Әйлеләр тураһында белешмә. Ырыу тарихын һәм Мәсетле районының бөгөнгөһөн өйрәнеүгә арнала.

Икенсе бүлектә ер-һыу һәм көнкүреш, ауылдар тарихы менән бәйле риүәйәт һәм легендалар өйрәнеү кеүек темалар тикшерелде.

Өсөнсө бүлек әҙәбиәт дәрестәрендә урындағы фольклорҙы файҙаланыу, башҡорт әҙәбиәте дәресен ерле фольклор материалдарына бәйле үткәреү мәсьәләләре ҡаралды.

Фрагмент работы

II БҮЛЕК. ЕР-ҺЫУ ҺӘМ КӨНКҮРЕШ, АУЫЛДАР ТАРИХЫ МЕНӘН БӘЙЛЕ РИҮӘЙӘТ ҺӘМ ЛЕГЕНДАЛАР

2.1. Ауылдар тарихына бәйле легенда, риүәйәттәр

Ауыл тарихтарында, дөйөм алғанда, миҫалдарҙан күренеүенсә, иң элек ауылға нигеҙ һалыусының исемен мәңгелләштереү күҙгә ташлана. Ни өсөн тигәндә, борон-борондан ер мәсьәләһе киҫкен торған. Аҫабалыҡ ерҙәргә рөхсәтһеҙ заводтар һалыныу һөҙөмтәһендә Урта Рәсәйҙән күпләп, крепостной крәҫтиәндәрҙе күсереп ултыртҡандар. Һөҙөмтәлә ерле халыҡ менән килмешәктәр араһында конфликт килеп сыға. Гел генә һуғышып, тартышып йәшәп булмай, шул арҡала яңы ер эҙләп китергә мәжбүр булалар, ауыл ҡорорлоҡ уңайлы ер табып, шунда нигеҙ ҡорған кешенең исеме уға шул эшмәкәрлегенә баһа рәүешендә бирелер булған.

Ә бер төркөм ауыл исемдәре ер-һыуҙың үҙенсәлегенән сығып бирелгән. Мәҫәлән, Белорет районында Асы ауылы.

Өсөнсөнән, ауылда йәшәүселәрҙең шәжәрәһе йәки аралар исемлеге хаҡында мәғлүмәт бирелә (Ҡошсо).

Дүртенсенән, ҡайһы бер ауылдарға бәйле риүәйәттәр сюжетлы риүәйәт төҫөн алған һәм ҡәҙимге риүәйәттәр кеүек, бер нисә вариантта осрай (Мәләкәс).

Әбдрәхим

Әбдрәхим ауылына 1760 йылда Әбдрәхим исемле башҡорт нигеҙ һалған. Ауылдың тәү урыны элек паром йөрөгән урындан бирерәк булған. Элек ошо урын Иҫке йорт тип аталған, ә уға яҡын хәҙерге урамдарҙы Иҫке ауыл тип йөрөтәләр.

Ауылдың бик борондан килгән «Зәхим» тигән ҡушаматы ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Ул хаҡта ололар шундай легенданы бәйән итә:

«– Әбдрәхим тигән кеше яман көслө һәм батыр булған. Бер ваҡыт, ер өсөндөр инде, мәләкәстәр телләшкәне өсөн Әбдрәхимдән үс алырға уйлай. Ул һигеҙ һыбайлыға ҡаршы бер үҙе сыға. Тегеләрҙең төрлөһөн төрлө яҡҡа осора ғына икән баһадир. Дошмандары, түҙә алмайынса, табан ялтыратҡан. Ыйыҡтауға еткәс, был яҡҡа килгән иптәштәрен осратып, улар берләшеп, өймәгешеп кире киләләр икән. Әбдрәхимдең асыуы ҡасҡан, ғәйрәтләнеп ағастарҙы төбө-тамыры менән аҡтарып ала икән дә тегеләрҙең өҫтөнә ырғыта икән. Күҙҙәренә тупраҡ тулып, имгәнеп бөткән дошмандары ҡасырға мәжбүр булған. Шунан, хайран ҡалып: «Был әҙәм заты түгелдер, зәхимдер ул», - тигән улар. Шул ваҡыттан бирле ауылға «Зәхим» ҡушаматы тағылған. Хәҙер ҙә онотолмай әле» [Ғафаров, 2008: 28].

Дыуан-Мәсетле ауылы

Дыуан ул үҙе иҫке төрки телендә «кәңәшмә», «йыйын урыны» тигәнде аңлата. Урыҫтар килеп төпләнгәнгә тиклем хәҙерге Дыуан ауылы урынында төньяҡ-көнсығыш, йәғни Әйле ҡәбиләһенең ырыу башлыҡтары, бейҙәре унда ағымдағы көнкүреш мәсьәләләре буйынса кәңәш ҡорған, кемгә ер, урман бүлеү-бүлмәү, ҡайҙа барымта менән барыу тураһында һөйләшкән, ат сабыштары, уҡтан атыу, көрәш, йүгереү бәйгеләре ойошторған, ҡымыҙ эсеп, ҡурай тартып аҡ тирмәләрҙә табын ҡорған. Бөгөн дә бит төрөк парламенты «дыуан» тип атала. Әммә был атаманың икенсе аңлатмаһы ла бар. Күренекле этнограф Рәил Кузеев дыуан этнонимын монголдарҙағы дурбан менән сағыштыра. ХIII быуатта дурбандар (йәғни «дыуандар») монголдар менән бергә көнбайышҡа күсенгән. Һуңынан улар ҡыпсаҡтар менән аралашҡан һәм тәүҙә Һамар, Ағиҙел йылғалары ярҙарына күсеп ултырған, ә ХIV быуатта Әй буйына килеп сыҡҡан. Ырыу бүленеше йәһәтенән районда бөгөн һарттар һәм тырнаҡлылар йәшәй. Һарт ырыуы сағыштырмаса йәш. Урта Азияла ла Алтын Урҙанан ҡалған һарт ырыуы булғанлығы билдәле һәм уларҙың ҡайһы бер төркөмдәре Уралда йәшәүсе төрки халыҡтарына ислам динен таратыу маҡсаты менән Әй буйҙарына килеп сыҡҡан.

Һабанғол ауылы

Ауылға нигеҙ һалыусы Һабанғол Сарыкоев, был тарихи шәхес 1729–1730 йылда старшина Күҙәш Рахмағолов менән бергә Тевкелев етәкселегендәге делегация составында Ҡаҙағыстанға барыуҙары билдәле. 1737-1740 йылда башҡорт ихтилалында ҡатнашыуы билдәһеҙ, ә Күҙәш Рахманғолов күп тарихи сығанаҡтарҙа иҫкә алына. Ауылға нигеҙ һалыу, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 1742 йылда теркәлә, ә 1737 йылда ихтилалда Һабанғол ауылы баш күтәреүселәр тарафынан ҡамалыуы билдәле. Ауыл исеме Һабанаҡ булып рәсмиләштерелгән.

Йыланыш

Мәсетле районында Йыланыш тип аталған үҙенсәлекле ойконим да бар, был исем урындағы бәләкәй генә ауылға бирелгән һәм бик борондан килә. Ауыл эргәһендә Әйҙең һул ҡушылдығы – Йыланыш йылғаһы аға, лексик-семантик үҙенсәлектәре буйынса ул әйтелгән ойконим менән тап килеп тора. Йыланыш гидронимы һәм ойконимы йылан – «йылан» мәғәнәһендәге һүҙҙән яһалған, ысынлап та, был төбәктең тәбиғи фаунаһында йыландар электән күп булған.

Мәләкәстәр – Бәләкәстәр

Хәҙерге Башҡортостан картаһында Мәләкәс // Мәләкәҫ // Мәләгәҫ // Мәнәгәз тигән исемдәр нигеҙҙә республикабыҙҙың өс төбәгендә урынлашҡан. Беренсеһе Иглин районында: Мәләкәҫ (русса Мелекес, Белекес, Белегез, тарихи әҙәбиәттә Белекес). Икенсеһе төнъяҡ-көнсығышта: Мәсетле районында – Мәләкәҫ ауылы (русса Мелекасово тип яҙып йөрөтөлгән), Салауат районының Әлкә ауылы янында – Мәнәгәз күле һәм Мәнәгәз тауы. Өсөнсө төркөм Төньяҡ Башҡортостанда: Тәтешле районында Мәнәгәз (Манагазово) ауылдары; Балтас районында, йәнә килеп, Мәнәгәз инеше.

«Мәләкәс (тарихи яҡтан Бәләкәс) тигән топонимдарҙың мәғәнәһе ныҡлап төпсөнөп ҡарағандан һуң, ысынлап та, бик ябай – туранан-тура «бәләкәс» булып сыҡты. Ләкин фәндә ҡайһы берҙә тап бына шул бәләкәс кенә нәмәләрҙең серенә төшөнөү ҙә бик ҡатмарлы булып китә торған. Ысын сәнғәт менән оҡшашлыҡ бар бында: камиллыҡ тигән ябайлыҡҡа өлгәшеү улай уҡ ябай ғына эш түгелдер шул ул.

Ғөмүмән, фәндә Мәләкәс тигән атама әле бөгөнгө көнгә тиклем сиселмәгән сер булып килә. Уның хаҡында бер нисә яңылыш аңлатма ла баҫылып сыҡты. Беҙҙең «Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге»ндә лә Мәләкәс – Мәләгәҫ – Мәләгәз һис кенә дөрөҫ аңлатылманы.

Бында мәсьәләнең ябайлығы шунан тора: Мәләкәстәр тураһындағы материалдарҙы бергә йыйып, ул исемдәрҙең русса документтарҙа элекке һәм хәҙерге варианттарын бер-береһе менән сағыштырып ҡарау кәрәк ине. Мәҫәлән, Иглиндәге Мәләгәҫ // Мәләкәҫ йылғаһы рустар хәҙер ҙә Белекес, Белегез тип йөрөтә лә баһа. Академик П.С. Паллас яҙмаларында ла был исем: Белекес. Тарихи документтарҙа тағы бер варианты: Белегес. Был нимә һуң? «Бәләкәс» тигән һүҙ түгелме ни! Эйе, беҙҙең хәҙерге Мәләкәстәр, Мәләгәҫтәр, Мәнәгәздәр (был осраҡта һүҙ аҙағында с өнө яңғырау з өнөнә күскән) һәммәһе лә элекке Бәләкәстәр, бәләкәс йылғалар һәм шул исем менән аталған ауылдар улар. Ә инде Бәләкәстең башҡорт телендә Мәләкәскә әйләнеүе – б һәм м өндәренең сиратлашыу күренеше. Был исем ҡайһы бер осраҡтарҙа заманында рус телендә Бәләкәс көйөнсә инеп, шул формала нығынып ҡалған. (Тимәк, ул саҡта башҡортсаһы ла Бәләкәс булған әле).

Бәләкәстәр–Мәләкәстәр, бөтәһен бергә ҡарағанда, ҡошсо ҡәбиләһе башҡорттарының сама менән һуңғы бер биш йөҙ йыл эсендә күсеп йөрөгән һәм хәҙер ҙә йәшәп ятҡан урындарын күрһәтеп тора. Профессор Р.Ғ. Кузеев билдәләгәнсә, хәҙерге Ульяновск өлкәһендәге Мәләкәс – ҡошсоларының боронғо төйәге. Улар бынан Ыҡ тамағына, ә артабан, Кама яры буйлап, Төньяҡ Башҡортостанға, шунан Әй буйына күскәндәр. Ҡошсо башҡорттары күсеп йөрөгән ерҙәрҙәге урындар, традиция буйынса, Мәләкәс тип аталған. Кама буйында XIV быуат аҙағында Мәләкәс ауылы булған. Туҡтамыш менән һуғыш ваҡытында Тамерлан туҡталып киткән. Унда был исем хәҙер ҙә һаҡланған. Ҡошсо башҡорттарының Әй буйындағы төп ауылы – Мәләкәс» [Камалов, 1994: 16].

Бына тотош бер ҡәбилә тарихы ята ла баһа ошо бәләкәс кенә бер төркөм ер-һыу исемдәрендә.

Юғарыла ҡошсолар үткән юл һәм улар йәшәгән ерҙәрҙәге Мәләкәс – Мәләгәҫ – Мәнәгәз тигән атамалар ап-асыҡ күҙ алдына баҫтырылды. Иглин районындағы Мәләгәҫ иһә бында ла ҡасандыр ҡошсо башҡорттарының килеп урынлашҡан булыуын күрһәтеп тора. Мәсетле, Балтас, Тәтешле райондарындағы Мәләкәстең, Мәнәгәздең һәм шул тирәләге ҡайһы бер бүтән ауылдарҙың төп халҡы – улар инде, әлбиттә, башҡорт халҡының боронғо ҡошсо ҡәбиләһе вәкилдәре. Тарих һәм топонимия материалдары шуны раҫлай.

Икенсе вариант

Ауыл 1737–1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалынан һуң нигеҙләнгән, тигән фараз нығынды. «Төп ауыл» тигәндән башлайыҡ. «1795 йылғы «ревизская сказка» ла Мәләкәҫ халҡы үҙен «төп ауыл» тип яҙҙырған. Был турала ауыл ҡарттары былай тип һөйләр ине: «Мәләкәҫтәр йылғанан биш километр юғарылағы төп ауылдан, Яраҫтауҙан күсеп килгән. Яу булған заманда халыҡ төрлө яҡҡа күсенгән, беҙҙең туғандарҙың бер өлөшө Ләмәҙгә күскән» [Максютова, 1963: 22].

Ауыл халҡы башҡа мәғлүмәтте хәтерләмәй. 1956 йылдарҙа Р. Кузеев етәкселегендәге тикшеренеүселәр Мәләкәҫте Яраҫтауылдан күсеп килгән «төп ауыл» тип атап («ревизкая сказка» шуны раҫлай), ауылды боронғолар иҫәбенә индергән. Ауыл халҡы үҙҙәренең Ҡошсо ырыуы булыуын белһә лә Яраҫтау ауылының элекке исемен онотҡан. Ауыл һәм уның кешеләре тураһында архив материалдарынан ерҙәрҙе ҡуртымға биреү тураһында килешеүҙәр һаҡланған. Мәләкәҫтәр ата-бабаларының аҫаба ерҙәрен контон осоронда күсеп килгән дәүләт крәҫтиәндәренә һатыу һөҙөмтәһендә Мәтәле, Сальевка, Ярославка ауылдары нигеҙләнә, ә ишәйгән рус ауылдары ҡуртымға ғына бирелгән иҫ китмәле ҙур ерҙәрҙең тулы хоҡуҡлы хужаһына әйләнә.

Яңы Мишәр, Иҫке Мишәр

Мишәр ауылы (Туҡтамыш) – Мишәр антропонимынан алынған. Шәжәрә буйынса Батырҙың ейәне Үтәмештең улы Һарыбулат ауылды нигеҙләгән.

Мәсетле районының ҡыҫҡа энциклопедияһында Яңы Мишәр ауылы нигеҙләнеүе тураһында түбәндәгеләр яҙылған: «Икенсе исеме Иҫәнбай. Дыуан ҡәбиләһенән сығыусылар менән нигеҙләнгән. Шәжәрәгә ярашлы, Ҡарамыш ейәне, Батыр улы Һарыбулар нигеҙләгән». Был шәжәрәне боҙоу: Һарыбулат Ҡарамыштың улы була. Ә. Әсфәндиәров 1758–1833 йылдарҙа йәшәгән Мишәр Шәрипов Мишәр ауылын нигеҙләгән, тип яҙа. Ә Үтәмеш Мишәров 1746–1818 йылдарҙа йәшәгән. Үтәмеш Мишәрҙән 12 йәшкә олораҡ булып сыға. Автор хаталана: Мишәр 1753 йылда тыуа һәм 1823 йылда үлә.

Шулай итеп, Мишәр тураһында архив документтары юҡ. Уның исемен улдары һәм ейәндәре Иҫке Мишәр һәм Яңы Мишәр ауылдары исемдәрендә мәңгелләштерҙе. Иҫке Мишәр ауылы Әй йылғаһының һул ярында урынлашҡан һәм Өфө өйәҙенең 8-се контон составында була. Мишәр тоҡомо бай биләмәселәр булғандар. Күптәре хәрби офицер дәрәжәле. Мәҫәлән, Туңғатаровтар: Бисҡура – йорт яҫауылы, Хәбибулла – йорт сотнигы: Үтәмешовтар: Рәхмәтулла – йорт старшинаһы, улы Хисаметдин – хорунжий, Ниғмәтулла – поход старшинаһы, Ишмөхәмәт – поход яҫауылы. Ишмән – йорт сотнигы, Шәмсетдин Рәхмәтуллин, Шәрәфетдин Шәмсетдинов, Сәйетбаттал Ниғмәтуллин – урядниктар; Туҡтамышовтар: Абдулнасир – поход старшинаһы, Хәсән – старшина ярҙамсыһы, Ғабдулла Рәхмәтуллин – мулла.

Марат Ғафаров билдәләүенсә, «Яңы Мишәр һәм Иҫке Мишәр ауылдары бер ваҡытта барлыҡҡа килгән. Сөнки Туңғатар уның өлкән улы була. Мишәр үҙенең кесе улдары һәм Әй йылғаһының уң ярына сығып, «Иҫке йорт» урынында яңы ауыл нигеҙләнгән. Яңы Мишәр ауылының оло кешеләре лә шундай уҡ фекерҙә. Туңғатарҙың улдары Әйҙең һул ярындағы ауылды аталарының исеме менән атап йөрөткәндәр, әммә һуңыраҡ ауылды беренсе күсенеп килеүсе менән атай башлағандар. Яҡынса 1850 йылдарҙа, «Иҫке йорт»тан Яңы Мишәр күскәндән һуң, шулай исемләнгән» [Ғафаров, 1993: 10].

Йомғаҡлап әйткәндә, һәр бер риүәйәт, һәр бер йыр, һәр бер әкиәт, көләмәс, жанрына хас дөйөм үҙенсәлектәр менән бер рәттән, айырым бер урынға, ауылға, араға, ырыуға хас үҙенсәлектәргә эйә була.

Заключение

Шулай итеп, ғилми хеҙмәтебеҙҙә Мәсетле районының фольклорын тикшерҙек. Мәсетле районының ер-һыу атамаларын өйрәнгәндә кешенең практик эшмәкәрлеге һәм рухи донъяһы ерле фольклор менән бәйле булыуы күрҙек, халыҡ араһында йөрөп, ауыҙ-тел ижадын йыйғанда, халҡыбыҙ тарихының ниндәй бай булыуына тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Ысынлап та, кеше – географик обекттарға берҙән – бер исем биреүсе. Топонимдар кешелек йәмғиәте тарафынан географик объекттарҙы үҙләштергән һайын тыуа бара, тау, йылға-күлгә исем биреү йәмғиәт ихтыяждарына ярашлы башҡарыла.

Конкрет материалды жанр күҙлегенән тикшереү телдә йөрөгән күп һанлы башҡорт халыҡ хикәйәләрен нигеҙҙә ике жанрға бүлеп ҡарауға ҡайтып ҡалды. Улар: риүәйәт, легенда. Тикшеренеү эшебеҙҙең дә күп өлөшөн шул ике жанрға арнаныҡ.

Һәр төбәк фольклоры халыҡ тарихын өйрәнеүҙә, милләт этногенезы мәсьәләһен хәл итеүҙә ҡиммәтле материал ул. Географик атамалар урындағы ерҙәрҙә ҡасандыр йәшәгән ырыу-ҡәбиләләр хаҡында мәғлүмәт алырға, борон замандарҙан алып бөгөнгө көнгәсә халыҡ йәшәйешен яҡтыртырға ярҙам итә.

Фольклор прозаһының жанрҙары – быуаттар төпкөлөндә үк формалаша башлап, төрлө тарихи шарттар эсендә үҫешкән үҙ аллы ижад йүнәлеше ул. Риүәйәт һәм легендаларҙың барлыҡҡа килеүе кешелек йәмғиәтендә донъяны танып белеү ихтыяжының тыуыуы менән бәйләнгән. Теге йәки был күренештең, хәл – ваҡиғаның асылын, килеп сығыу сәбәбен аңларға һәм аңлатырға тырышыу, йәғни этиологик мотив – халыҡ хикәйәләренең нигеҙ ташы.

Фольклорҙың ысынбарлыҡҡа булған мөнәсәбәте дәүер һәм жанрҙың үҙенсәлеге менән билдәләнә. Легенда, риүәйәттәрһең тарихи ерлеге ике ҙур йүнәлештә – аң һәм ижтимағи тормош үҫеше күҙлегенән өйрәнеү ҡуйылған проблеманы системалы ҡараш рәүешендә яҡтыртыу мөмкинлеген аса.

Легендаларҙа донъя халыҡтарының ижадына хас булған архаик ҡараштарҙың киң сағылыуы ата – бабаларбыҙҙың рухи мәҙәниәте, тарихы дөйөм кешелек мәҙәниәте һәм тарихы ерлегендә барлыҡҡа килгән һәм формалашҡан тигән һығымтаға килтерә. Фольклор прозаһы әҫәрҙәрендә кеше аңының үҫә барыуы, шул айҡанлы боронғо ҡараштарҙың үҙгәреүе кеүек күренештәр ҙә тоҫмаллана.

Хеҙмәтебеҙҙә мәсетлеләрҙең легенда, риүәйәттәрен тикшереп, ошондай һығымтаға килдек: халыҡ хәтере теге йәки был ваҡиғаны иҫтә тотоп ҡына ҡалмаған, уға үҙенең баһаһын да биреп киткән, ул ваҡиғалар ер-һыу исемдәре рәүешендә мәңгелләштерелгән.

Ғилми хеҙмәтебеҙҙең беренсе бүлегендә («Мәсетле районына дөйөм характеристика») Әйлеләр тураһында белешмә. Ырыу тарихы тикшерелеп кителде.

Ғилми хеҙмәтебеҙҙә быға тиклем башҡа тикшеренеүселәр иғтибар итмәгән һәм, нигеҙҙә, шәхсән, тупланған материалға өҫтөнлөк бирелде. Телгә алынған тикшеренеүселәр билдәләгәнсә, ғөмүмән, легенда-риүәйәттәр айырыуса рельефлы урындарҙа таралған, тигән фекергә килдек.

Икенсе бүлектә («Ер-һыу һәм көнкүреш, ауылдар тарихы менән бәйле риүәйәт һәм легендалар») ер-һыу, ауылдар, аралар, тормош-көнкүреш хәлдәренә бәйле фольклор өйрәнелә, анализлана. Риүәйәт-легендалар айырып ҡарала.

Ғилми хеҙмәттең өсөнсө бүлегендә («Халыҡ ижады әҫәрҙәрен мәктәптә өйрәнеү үҙенсәлектәре») әҙәбиәт дәрестәрендә һәм дәрестән тыш сараларҙа нисек итеп риүәйәт, легендаларҙы уңышлы файҙаланыу алымдары байҡап кителә, башҡорт әҙәбиәте дәресе һәм дәрестән тыш сараны ерле материалга бәйләп үткәреү өлгөһө булараҡ дәрес планы бирелә.

Мәсетле фольклоры ла тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән әле. Уларҙы өйрәнеүгә күп ваҡыт һәм көс һалаһы бар әле. Киләсәк быуындарға тарихты еткереү өсөн фольклорҙы өйрәнеүҙе төп бурыстарыбыҙҙың береһе итеп ҡарарға тейешбеҙ.

Тәбиәғәт серҙәренә төшөнөү, донъяуи хәлдәргә баһа биреү мөмкинлеге кеше аңының үҫеш кимәле менән билдәләнә. Халҡыбыҙҙың аң эволюцияһын, күңел ынтылыштарын сағылдырыу яғынан йырҙарыбыҙҙың, сеңләүҙәребеҙҙең әһәмиәттәрен һис ҡасан да юғалтмай торған ҡиммәтле рухи хазина ул.

Шулай итеп, фольклорҙың тормошто һүрәтләү диапозоны шаҡтай киң, тигән фекергә килдек. Уларҙа кешеләрҙең тирә-йүнде, тәбиғәт күренештәрен, тарихи ваҡиға һәм тормош-көнкүреш хәлдәрен аңлауы донъяға ҡарашы, этик һәм эстетик идеалдары сағылған. Был күп тармаҡлы йөкмәтке, тәбиғи билдәле бер система эсендә конкрет һәм тәрәнерәк асыла.

Список литературы

I. Китаптар, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары

1. Ахмеров, Р.Б. Наскальные знаки и этнонимы башкир. [Текст] /

Р. Б. Ахмеров. – Уфа, 1994. – 113 с

2. Баишев, Т.Г. Башкирская топонимия. [Текст] / Т. Г Баишев.– Уфа: Китап, 1994.– 310 с.

3. Нәҙершина, Ф.А. Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре. [Текст] / Ф.А. Нәҙершина – Өфө, 1997. 5-се б.

4. Башҡорт халыҡ ижады: Риүәйәттәр, легендалар – Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1980. – 19-сы б.

5. Башҡорт халыҡ ижады. – Өфө: Китап, 1997. – 2-се том: риүәйәттәр, легендалар. – 436-сы бит.

6. Буранғолов, М. Сәсәндәр аманаты. [Текст] / М. Буранғолов. – Өфө: Башҡортостан китап нәшрите,1995. -325 б.

7. Галин, С. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. [Текст] / С. Галин. – 2-се баҫма, үҙгәрешле. – Өфө: Китап, 2009. – 205-се б.

8. Галин, С. Башҡорт халҡының йыр поэзияһы. [Текст] / С. Галин. – Өфө: 1979.

9. Ғафаров, Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. [Текст] / Б.Б. Ғафаров – Өфө: Китап, 2008.

10. Ғафаров, М.Ф. Әйле башҡорттары. [Текст] / М. Ф. Ғафаров. - Өфө, 1993. 235 б.

11. Ғафаров, М.Ф. Минең ғәзиз тыуған яғым – Мәсетле. [Текст] /

М. Ф. Ғафаров. - Өфө, 2010. 229 б.

12. Ғафаров, М.Ф. Мәсетле ере тарих менән бай. [Текст] / М. Ф. Ғафаров Өфө, 2012. 356 б.

13. Ишбулатов, Н.Х., Усманова, М.Г. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. [Текст] / Н. Х Ишбулатов, М. Г Усманова, – Өфө, Китап, 2000.

14. Йәһүҙин, Т.И. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптә башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеү. [Текст] / Т. И. Йәһүҙин – Өфө: Башҡортостан Китап нәшриәте,1970.

15. Камалов, А.А. Башкирские географические термины и топонимия. [Текст] / А. А. Камалов – Уфа, 1997. - 330 с.

16. Камалов, А.А. Башкирская топонимия. [Текст] / А. А. Камалов – Уфа: Китап, 1994. – 304-с.

17. Камалов, А.А. Гидронимия Башкирии. Автореф. дис. канд. филол. наук. [Текст] / А. А. Камалов – Уфа, 1969. – С. 21.

18. Кирәй, М.А. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. [Текст] / М. А Кирәй. Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1961. 388 б.

19. Кузеев, Р.Г. Происхождение башкирского народа. [Текст] / Р.Г. Кузеев – Уфа, 1974. - 570 с.

20. Кузеев, Р. Г. Очерки исторической этнографии башкир. [Текст] / Р.Г. Кузеев – Уфа, 1957, 1987.

21. Кейекбаев, Ж.Ғ. Хәҙергә башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. [Текст] / Ж. Ғ. Кейекбаев – Өфө:1966.

22. Максютова, Н.Х. Говор башкир долины Ай. [Текст] / Н. Х. Максютова – М.,1 963.

23. Максютова, Н.Х. Восточный диалект башкирского языка (В сравнительно-историческом освещении). [Текст] / Н.Х. Максютова – М.: Наука, 1976. С. 292.

24. Максютова, Н.Х. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. [Текст] / Н.Х. Максютова – Уфа: Китап, 1996. – С. 228.

25. Султанов, Ю.Ю, Ахкамова, Н.Ф. Бикташева, Г.К. Мечетлинский район РБ: Энциклопедия [Текст] / Ю. Ю. Султанов, Н. Ф. Ахкамова, Г. К. Бикташева. Уфа: Мир печати, 2010. 284 с.

26. Мәхмүтов, М.И. Мәктәптә мөстәкыйльлек тәрбиялаү. [Текст] / Мәхмүтов М. И. - Казан, 1964.

27. Мәргән, К. Башҡорт халҡының эпик ҡобайырҙары. [Текст] / К. Мәргән – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1961. -432 бит.

28. Мирхәйева, Ғ.Ә. Тарих яҙыр инем ташына [Текст] / Мирхәйева Ғ. Ә. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2001. – 160 б.

29. Минһажетдинова, М. Ҡәләмдә ҡөҙрәт бар. [Текст] / М. Минһажетдинова – Өфө: Китап,1995.

30. Молчанова, О.Т. Опыт сравнительно-исторического и типологического исследования тюркской топонимии Горно-Алтайской Автономной области. . [Текст] / Молчанова О.Т – М., 1983. – С.3 87.

31. Ахметшин, Б.Г. Народные сказки, легенды, предания и были Башкирии. – Уфа, 19. – С.17 – 24; Ахметшин Б. Г. К вопросу об изучении эногенических преданий-легенд башкир // Фольклор народов РСФСР: Межвузовский научный сборник. [Текст] / Б. Г. Ахметшин – Уфа 1976. -. 65 - 72 с.

32. Ниғмәтуллин, Р.Х. Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эштәр. [Текст] /

Р. Х Ниғмәтуллин – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. – Һүрәттәре менән 128 б.

33. Нәҙершина, Ф.А. Халыҡ хәтере. Монография. [Текст] / Ф. А Нәҙершина – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.

34. Нәҙершина, Ф.А. Халыҡ хәтере. [Текст] / Ф.А Нәҙершина – Өфө: Халыҡ һүҙе. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983

35. Сулейманов, А.М. Исторические основы и идейно-эстетические функции топонимических легенд и преданий башкирского народа. Автореф. дисс. канд. филолог. наук. [Текст] / А.М. Сулейманов – Уфа, 1973.

36. Сөләймәнов, Ә.М. Әкиәттә хәҡиҡәт. [Текст] / Ә. М. Сөләймәнов – Өфө: Китап,1997.

37. Сәғитов, М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. [Текст] / М. Сәғитов – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. - 259 б.

38. Хәрисов, Ә. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. [Текст] / Ә Хәрисов – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965. 39. Хисамитдинова, Ф. Г. Географические названия Башкортостана: Материалы для историко-этимологического словаря. [Текст] / Ф .Г. Хисамитдинова – Уфа, 1992. - 125 С.

40. Шакуров, Р.З. Топонимия бассейна реки Дема. [Текст] / Р. З Шакуров – Автореферат кандидатской диссертации. – М., 1973.

41. Шакуров, Р. З. По следам географических названий: топонимия бассейна реки Демы. [Текст] / Р. З Шакуров – Уфа, 1986. - 356 б.

42. Шарапов, И.Ә. Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты өйрәнеү. [Текст] / И. Ә. Шарапов – Өфө: Китап, 2008. - 96 б.

43. Шәкүр, Р.З. Исемдәрҙә ил тарихы. [Текст] / Р. З Шәкүр – Өфө: Китап, 1993. - 270 б.

44. Шәкүр, Р.З. Башҡорт диалектологияһы. [Текст] / Р. З Шәкүр – Өфө, 2011. – 219 б.

45. Шәкүр, Р.З. Сыңрау торналар иле. [Текст] / Р.З Шәкүр – Өфө: Китап, 1990. - 325 б.

46. Шитова, С.Н. Традиционные поселения и жилища башкир. С. Н. Шитова.

47. Янғужин, Р.З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. [Текст] / Р. З. Янғужин– Өфө, 1995, 1998.

II. Мәҡәләләр

48. Баишев, Т.Г. Поговорим о топонимике и топонимических названиях [Текст] / Т. Г. Баишев. // Башҡортостан уҡытыусыһы, - 1961. - №4. - С. 32–48.

49. Әхмәтшин, Б. Башҡорт таусыларының ҡайһы бер легендалары [Текст] / Б. Әхмәтшин // Ағиҙел. 1968. № 1. Б. 116 – 120.

50. Ғафаров, М.Ф. Иҫке Мишәр, Яңы Мишәр ҡасан нигеҙләнгән [Текст] / М. Ф. Ғафаров // Мәсетле тормошо, – 2010. - №3. – С. 2.

51. Ғафаров, М.Ф. Мәләкәҫкә – 275 йәш [Текст] / М. Ф. Ғафаров // Мәсетле тормошо, – 2013. - №22. – С. 3

52. Сөнәғәтуллин Р. Өңташ ниндәй серҙәр һаҡлай? [Текст] / Р Сөнәғәтуллин // Мәсетле тормошо, - 2013. - №42 – С. 2.

53. Файзрахманова, С. Әбдрәхим ауылына – 245 йыл [Текст] / С. Файзрахманова // Мәсетле тормошо, - 2006. - №16 – С. 5.

III. Һүҙлектәр

54. Древнетюркский словарь. – П., 1969. - 520 с. Краеведческий словарь-справочник. Под ред. Ю. А. Бугрова. Курск, 1997.

55. Краеведческий словарь-справочник. Под ред. Ю. А. Бугрова. Курск, 1997.

56. Краткий топонимический словарь. Под ред. В. А. Никонов – М.: Мысль, 1966. – 509 С.

57. Словарь топонимов Башкирской АССР. – Уфа, 1980. - 485 С.

58. Справочник личных имен народов РСФСР. – М, 1979. - 471 С.

59. Русса-башҡортса тел терминдары һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2002. - 260 б.

60. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге. – Өфө, 2004. - 136 б.

Покупка готовой работы
Тема: «Фольклор мечетлинского района и использование его в учебном процессе»
Раздел: Разное
Тип: Дипломная работа
Страниц: 85
Цена: 2100 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы

У нас можно заказать

(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)

Контрольная на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Решение задач на заказ

Решение задач

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Лабораторная работа на заказ

Лабораторная работа

от 200 руб.

срок: от 1 дня

Доклад на заказ

Доклад

от 300 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

42 задания

за последние сутки

10 минут

время отклика