Дипломная работа
«Названия орудий труда на башкирском языке башҠорт телендӘ эш Ҡоралдары атамалары ҺӘм уларҘы мӘктӘптӘ башҠорт теле дӘрестӘрендӘ Ҡулланыу»
- 130 страниц
Инеш…3
I БҮЛЕК. Башҡорт телендә эш ҡоралдары атамаларының лексик-семантик үҙенсәлектәре….…7
1.1. Ер эшкәртеү шөғөлө менән бәйле эш ҡоралдары атамалары….7
1.2. Ағас эшкәртеүҙә ҡулланылған эш ҡоралдары….18
1.3. Ҡортсолоҡ кәсебе менән бәйле эш ҡоралдары….26
1.4. Тормош-көнкүрештә файҙаланылған эш ҡоралдары….30
II БҮЛЕК. Эш ҡоралдары лексикаһының һүҙьяһалыш ысулдары.33
2.1. Башҡорт теленең эш ҡоралдары лексикаһының яһалыу юлдары….….33
2.1.1. Лексик-семантик һүҙьяһалыш ысулы.33
2.1.2.Морфологик һүҙьяһалыш ысулы.37
2.1.3. Лексик-морфологик һүҙьяһалыш ысулы.40
2.1.4. Лексик-синтаксик һүҙьяһалыш ысулы.42
2.2. Эш ҡоралдары лексикаһының килеп сығышы….45
2.2.1. Төп башҡорт һүҙҙәре….45
2.2.2. Үҙләштерелгән һүҙҙәр.…49
III БҮЛЕК. Башҡорт теле дәрестәрендә лексика бүлеген уҡытыу юлдары….….58
3.1. Башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыу….58
3.2. Башҡорт теле дәрестәрендә эш ҡоралдары лексикаһын өйрәнеү….66
3.3. Эш ҡоралдары атамаларын һүҙьяһалышты өйрәнгәндә ҡулланыу алымдары….…71
Йомғаҡлау….95
Ҡулланылған әҙәбиәт….99
Ҡушымта….105
Тел ғилемендә конкрет телдәрҙең лексикаһын өйрәнеү һәр ваҡыт мөһим һәм актуаль булып тора. “Төрки халыҡтарының үткәне тураһындағы тарихи белешмәләр бик аҙ йәки бөтөнләй булмаған саҡта, лексика төрки телле халыҡтарҙың яҙма әҙәбиәткә ҡәҙәре булған дәүерҙәге боронғо йәшәү урындары, көнкүреш шарттары тураһында бай мәғлүмәт бирә ала ” .
Башҡорт телен һәм уның лексикаһын фәнни нигеҙҙә өйрәнеү Октябрь революцияһынан һуң башлана. Ул осорҙа башҡорт телен тикшереү билдәле тюрколог Н.К. Дмитриев исеме менән бәйләнгән. Ул үҙенең тел ғилеме буйынса “К изучению башкирского языка” тигән мәҡәләһендә башҡорт лингвистикаһының проблемаларын ентекле күҙәтә . Н.К. Дмитриев лексикология мәсьәләренә лә иғтибар итә. “Название соколов в соколятнике царя Ивана Михайловича” хеҙмәтендә ул башҡорт телендә параллелдәре булған ундан артыҡ исем килтерә . 1930 йылда уның “Башҡорт телендә ғәрәп элементтары” тигән мәҡәләһе баҫылып сыға. Бынан һуң Н.К. Дмитриевтың “Башҡорт телендә рус теленән алынған һүҙҙәр”, “Башҡорт телендә варваризмдар” тигән мәҡәләре донъя күрә. Башҡорт теленең лексикаһына арналған был хеҙмәттәре уның “Строй тюрских языков” тигән бер томлыҡ һайланма хеҙмәттәрендә тупланған .
Башҡорт лексикаһын һәр яҡлап тулы рәүештә өйрәнеү Ж.Ғ. Кейекбаевтың хеҙмәттәрендә күренә. Уның “Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” китабында “Башҡорт теленең лексикаһын тулыраҡ һәм системалы өйрәнеүгә ынтылыш яһалған” .
Башҡорт лексикаһының айырым һорауҙары Ҡ.З. Әхмәров, Ә.Ғ. Биишев, Т.М. Ғарипов, Н.Д. Ғарипова, В.Ш. Псәнчин, Ф.Ғ. Хисаметдинова, М.Ғ. Усманова, Э.Ф. Ишбирҙин, М.Х. Әхмәтов, Н.Ф. Суфьянова, Л.Х. Сәмситова, З.Ә. Хәбибуллина, Г.Н. Йәғәфәрова, Х.Д. Ишбулатова һ.б. ғалимдарҙың мәҡәләрендә һәм монографияларында тикшерелгән.
Лексикологияны өйрәнеүгә башҡорт диалектологтары ҙур өлөш индергәндәр. Мәҫәлән, диалектик лексика, уның структур һәм семантик үҙенсәлектәре Н.Х. Мәҡсүтова хеҙмәттәрендә тикшерелгән . Башҡорттарҙың башҡа халыҡтар менән телмәр бәйләнештәренә С.Ф. Миржанова ҙур иғтибар бирә . З.Ә. Хәбибуллинаның монографияһы махсус лексиканың ҡатламдарын килеп сығышы яғынан тикшереүе, боронғо төрки сығанаҡлы һүҙҙәрҙе өйрәнеүе менән ҡиммәтле .
Башҡорт тел ғилемендә ҡәрҙәш булмаған телдәрҙән үҙләштерелгән лексика тулыһынса өйрәнелгән. Мәҫәлән, рус теле һәм рус теле аша ғәрәп, фарсы телдәренән ингән һүҙҙәрҙең яҡынса үҙләштерелгән осорҙары, уларҙың төп семантик һәм структур күсештәре билдәләнгән. Һуңғы йылдарҙа башҡорт теле һүҙлек составының тарихи үҫешенә, фин-уғыр, башҡорт-монгол, башҡорт-ҡыпсаҡ мөнәсәбәттәренә, шулай уҡ һүҙлек составының төрлө тармаҡтарын өйрәнеүгә иғтибар артты .
Тикшеренеүҙең актуаллеге. Хәҙерге ваҡытта айырым төрки телдәр буйынса күп кенә материалдар йыйылған. Улар теоретик һығымталар яһау өсөн нигеҙ була ала. Башҡорт ғалимдары тарафынан баҫылған ғилми хеҙмәттәрҙә лексикологияның айырым тармаҡтары, шул иҫәптән игенселек, баҡсасылыҡ лексикаһына ҡараған ҡайһы бер һүҙҙәр ниндәйҙер кимәлдә сағыла, уларҙың диалект варианттары күрһәтелә, бер нисә лексик-семантик төркөмгә лингвистик анализ яһала. Мәҫәлән, Э.Ф. Ишбирҙин башҡорт телендәге игенселеккә һәм баҡсасылыҡҡа ҡараған лексиканың үҙенсәлектәрен тикшереп, боронғо башҡорттарҙың хужалығында үҫешкән малсылыҡ менән менән бергә ер эшкәртеүҙең дә ҙур урын алыуын асыҡлай .
Башҡорт теленең һүҙлек составындағы эш ҡоралдары терминдарына ҡараған һүҙҙәрҙең бер өлөшө башҡорт һөйләштәре һүҙлектәрендә, русса-башҡортса һүҙлектәрҙә, 1993 йылда донъя күргән ике томлы “Башҡорт теленең һүҙлегендә”, башҡорт халҡының материаль һәм рухи культураһын өйрәнеүгә арналған тарихи, этнографик һәм археологик хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт тел ғилемендә лексикологияның был ҡатламына ҡараған һүҙҙәр махсус рәүештә өйрәнелмәгән. Был хәл беҙҙең сығарылыш квалификацион эше темаһының актуаллеген билдәләй.
Сығарылыш квалификацион эшенең маҡсаты. Сығарылыш квалификацион эшенең төп маҡсаты булып башҡорт телендә эш ҡоралдарын аңлатҡан лексикаға бәйле булған һүҙлек составын асыҡлау һәм системалы өйрәнеү тора. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
- эш ҡоралдары лексикаһына ҡараған һүҙҙәрҙе туплау;
- эш ҡоралдары терминдарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе лексик-семантик төркөмдәргә бүлеү;
- эш ҡоралдарын аңлатҡан һүҙҙәрҙең яһалышын өйрәнеү;
- эш ҡоралдары терминдарын килеп сығышы күҙлегенән өйрәнеү;
- башҡорт теле дәрестәрендә эш ҡоралдары лексикаһын өйрәнеү.
Сығарылыш квалификацион эшенең объекты булып хәҙерге башҡорт әҙәби теленең лексикаһы, башҡорт теленең күп һанлы һөйләштәре, йәнле һөйләү теле, халыҡ ижады үрнәктәре, предметы булып башҡорт телендәге эш ҡоралдарын атамаларын аңлатҡан лексикаһындағы һүҙҙәр тора.
Сығарылыш квалификацион эшенең теоретик һәм практик әһәмиәте. Сығарылыш квалификацион эшенең һөҙөмтәләрен башҡорт теленең лексикология өлкәһендә артабан үткәреләсәк тикшеренеүҙәрҙә ҡулланырға мөмкин. Хеҙмәт шулай уҡ башҡорт теле дәрестәрендә һәм ғилми семинарҙарҙа башҡорт теленең махсус лексикаһы буйынса ярҙамсы сығанаҡ була ала.
Сығарылыш квалификацион эшенең сығанаҡтары. Фактик материал дөйөм башҡорт теленең һүҙлек составынан, аңлатмалы, диалектологик, рус-башҡорт һәм башҡорт-рус теле һүҙлектәренән, лексиканы төрлө яҡлап өйрәнеүгә арналған мәҡәләләрҙән, йыйынтыҡтарҙан алынды.
Апробацияһы. Тикшеренеү һөҙөмтәләре төбәк-ара, республика һәм вуз-ара кимәлендә үткән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа яҡтыртылды (Сборник научных работ студентов и аспирантов вузов РБ. – Уфа, 2007. – С. 196-198; Материалы конкурсных работ студентов вузов РБ. – Уфа, 2008. – С. 241-242; Инновационный потенциал молодежной науки. I том. – Уфа, 2009. – С. 253-255; Преподавание родных языков в образовательных учреждениях РБ. – Уфа, 2009. – С. 198-199; ХХV Всероссийская конференция обучающихся “Юность. Наука. Культура”. – Москва, 2010. – С. 188-189).
Сығарылыш квалификацион эшенең төҙөлөшө. Сығарылыш квалификацион эше инештән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән, ҡушымтанан тора.
I БҮЛЕК. БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ЭШ ҠОРАЛДАРЫ АТАМАЛАРЫНЫҢ ЛЕКСИК-СЕМАНТИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ
Эш ҡоралдарын аңлатҡан атамалар араһында мәғәнәүи бәйләнештәрҙе асыҡлау өсөн һүҙҙәрҙе лексик-семантик төркөмдәргә бүлеп тикшереү мотлаҡ. Был бүлектең төп маҡсаты – атамаларҙы лексик-семантик төркөмдәргә бүлеү, һәр төркөмдөң лексик берәмектәрен тикшереү. Һүҙҙәрҙе төрлө семантик төркөмдәргә ҡәтғи бүлеп булмай, шуға ҡайһы бер атамалар ике йәки өс төркөмгә ҡарарға мөмкин. Был эш ҡоралының бер нисә функция үтәүе, һүҙҙең төрлө варианттары булыуы менән бәйләнгән. Шуға күрә һәр лексик-семантик төркөмдөң сиген тулыһынса билдәләп булмай, ул – үҙгәреүсән.
Беҙ был эшебеҙҙә эш ҡоралдары лексикаһының хужалыҡтағы төрлө тармаҡтар менән бәйле дүрт лексик-семантик төркөмөн анализлайбыҙ:
1. Ер эшкәртеү шөғөлө менән бәйле эш ҡоралдар;
2. Ағас эшкәртеүҙә ҡулланылған эш ҡоралдары;
3. Солоҡсолоҡ кәсебе менән бәйле эш ҡоралдары;
4. Тормош-көнкүрештә файҙаланылған эш ҡоралдары.
1.1. Ер эшкәртеү шөғөлө менән бәйле эш ҡоралдары атамалары
Борон-борондан башҡорттар күсмә тормошта йәшәгән һәм уларҙың төп хужалыҡ тармағы булып малсылыҡ булған . Шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт халҡының, йәнле һөйләү телмәрендә таралған игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдарына иғтибар итһәң, улар бик яҡшы үҫешкән, етмәһә, уларға ҡараған һүҙҙәрҙең нигеҙен төп төрки һүҙҙәре тәшкил итә. Шулай итеп, төрки халыҡтары өсөн, шул иҫәптән башҡорттар өсөн дә, малсылыҡ менән бер рәттән борон-борондан игенселек менән баҡсасылыҡ та яҡшы билдәле булған хужалыҡ тармаҡтарына ҡарай.
Беҙҙең тарихсылар ҙа, яҙыусылар ҙа башҡорт халҡының ата-бабалары тураһында һүҙ алып барғанда, йыш ҡына уларҙың күсмә халыҡ булыуын телгә алалар. Был хаҡта ике томлыҡ “Башҡорт теленең һүҙлеге”ндә бирелгән күскенсе, күсмә, күсәбә һүҙҙәренең аңлатмаларында килтерелгән миҫалдарға ғына иғтибар итегеҙ: “Күскенсе башҡорттарға был. Таналыҡ буйы мөләйем күренгән” (Ҡ.Аралбаевтан); “Күптән, күптән булған ваҡиға был. Ул саҡта әле беҙҙең ата-бабалар күсмә тормошта йәшәгән” (З.Биишеванан); “Һалҡын ҡыш, ҡара урмандар күсәбә ата-бабаларыбыҙҙы ултыраҡлыҡҡа күсергә. зарурат иткән” (Г. Хөсәйеновтан). Ата-бабалар тигәнде ике төрлө аңларға була: 1. Хәҙерге башҡорттарҙың ата-бабалары; 2. Хәҙерге башҡорттарҙың башҡорт халҡы барлыҡҡа килгәнгә тиклемге боронғо төрки йәки дөйөм алтай ата-бабалары. Уларҙың икеһе ике төрлө төшөнсә. Билдәле булыуынса, беҙҙең башҡорт халҡы берҙәм халыҡ булараҡ Көньяҡ Урал буйҙарында ойошҡан, йәғни улар ҡайҙалыр икенсе бер ерҙә халыҡ булып ойошоп, һуңынан Урал буйҙарына күсеп килеп ултырмаған. Урал буйында халыҡ буйып ойошҡас, башҡорттар ултыраҡ тормошта йәшәй башлағандар – ҡаҙаҡ далаларында, Волга аръяғында йәки алыҫ Себер яҡтарында күсеп йөрөмәгәндәр: улар йәшәгән, биләп торған ерҙәренең билдәле сиге булған. Киреһенсә, һуңыраҡ башҡорт ерҙәренә күсеп килгән ҡыпсаҡ ырыуҙары, монгол халҡының ярсыҡтары, башҡорттарға ҡушылып, ултыраҡ тормошҡа күскән. Башҡорт халҡының алыҫ ата-бабалары – боронғо төрки халыҡтарының да йәшәү шарттары бер төрлө булмаған: уларҙың ҡайһы берәүҙәре күсмә малсылыҡ һәм баҫҡынсылыҡ менән йәшәһә, күп кенә өлөшө боронғо осорҙарҙан уҡ ултыраҡ тормошта ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән . Быны традицион ер эшкәртеүгә ҡараған лексик төркөмдә дөйөм төрки һүҙҙәренең төп урынды алыуы ап-асыҡ күрһәтеп тора.
Хәҙерге Башҡортостандың урта һәм төньяҡ өлөштәрендә йәшәгән һәм нигеҙен фин-уғыр, иран сығышлы халыҡтары тәшкил иткән башҡорттарҙың төп хужалығы ер эшкәртеү, игенселек булып, малсылыҡ ярҙамсы хужалыҡ тармағы һаналған. Көньяҡ башҡорттарҙа, киреһенсә, төп хужалыҡ төрө малсылыҡҡа нигеҙләгән, ә игенселек ярҙамсы хужалыҡ булған, сөнки ышаныслы уңыш алыуға тәбиғәт үҙенсәлектәре мөмкинселек бирмәгән. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән көньяҡ башҡорттарын да беҙ күсмә халыҡ тип атай алмайбыҙ, сөнки йәй көндәрен йәйләүҙә үткәргәндән һуң улар үҙҙәренең даими торған ерҙәренә – ҡышлаҡтарына ҡайтҡандар. Билдәле, башҡорттарҙың боронғо, дөйөм төрки осорондағы ата-бабаларының бер өлөшө күсмә халыҡ булғанлыҡтан уларҙа күсмә халыҡтарға хас булған ҡайһы бер матди һәм рухи һыҙаттар һаҡланмай ҡалмаған. Уларға, мәҫәлән, XVII – XIX быуаттарға тиклем һаҡланып килгән ырыу ҡоролошон һәм уның, атрибуттарын, ваҡытлы торлаҡ хеҙмәтен үтәгән тирмә һәм ҡыуыштарҙы, үҫешкән фольклор әҫәрҙәренең булыуын һәм башҡа күп кенә нәмәләрҙе күрһәтергә мөмкин. Ләкин улар бөтә башҡорттарҙың да баштан уҡ күсмә халыҡ булыуын иҫбат итә алмай.
Һуңғы йылдарҙа яһалған археологик асыштар, эҙләнеүҙәр ярҙамында табылған ҡомартҡылар тарихты байыта ғына. Көньяҡ Себерҙә, Урта Азияла, Көньяҡ Уралда, волга буйҙары, йәғни генетика күҙлегенән ҡарағанда, боронғо башҡорт ҡәбиләләре биләгән ерҙәрҙә ураҡ, һабан, кәтмән, ҡул тирмәне, иген игәгес ҡалдыҡтары халыҡтың ер эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәрен иҫбатлай . Боронғо төрки халыҡтарының ата-бабалары Көньяҡ Урал һәм Урал алды территорияларына күсеп килгәнгә тиклем, уларҙың ер эшкәртеү менән шөғөлләнеү йолалары, халыҡтың аш-һыуҙары ғына түгел, ә ошо шөғөлгә бәйләнгән лексика ла аныҡ мәғлүмәт бирә.
Башҡорттарҙың тәүге һәм традицион баҫыу культуралары булып тары, арпа (ашлыҡ), киндер һаналған . Тары, арпа һүҙҙәре төрки халыҡтары менән аралашып килеп ингән, башҡорттар араһында арпаның икенсе атамаһы – “ашлыҡ” һүҙе ҡулланыла, ә Силәбе башҡорттары өсөн ашлыҡ “аҙыҡ” тигән мәғәнәлә йөрөй. Киндерҙе улар туҡыма һуғыу өсөн түгел, ә аҙыҡ өсөн дә үҫтергәндәр.
Иген культуралары иҫәбенә боронғо осорҙарҙан бойҙай, һоло ла инә. Н.А. Халиков яҙыуынса, бойҙай, тары, арпа, киндер болғар-татарҙарының Урта Волга буйҙарына барып урынлашмаҫ элек был шөғөл барлыҡҡа килгәнен раҫлай .
Башҡорттарҙың борон-борондан игенселек, ер эшкәртеү менән шөғөлләнгәнен күрһәтеүсе ҡайһы бер дәлилдәр бар. Мәҫәлән, төнъяҡ башҡорттары яҙ көнө сәсеүгә төшөр алдынан туранан-тура ер, игенселеккә бәйле һабантуй үткәргәндәр. Һуңынаныраҡ был байрам бөтә башҡорттар араһында таралған. ХIХ быуаттарҙың аҙаҡтарынан башлап бөгөнгө көндәргә тиклем һабантуй яҙғы сәсеү эштәре бөткәс үткәрелә башлай. Ер эштәренә бәйле икенсе бер байрам “Ҡарға бутҡаһы” (йәки ҡайһы бер төбәктәрҙә “Ҡарға туйы” йәки “Ҡарғатуй”) үҙенең тамыры менән шулай уҡ бик боронғо осорҙарға, әле башҡорттар мәжүсилектә йәшәгән дәүерҙәргә барып тоташа. Был байрамда бешерелгән бутҡа – төп йола аштарының береһе – игенселеккә бәйле. Байрам барышында әйтелгән теләктәр ҙә ер эшкәртеү эшен сағылдыра: “Ямғырҙар яуһын, ашлыҡ мул булһын, йыл уңышлы килһен”; “Ҡарғаларға ем булһын, баҫыуҙа иген уңһын, ҡарғалар ҙа туҡ булһын, беҙҙең икмәк күп булһын!” һ.б.
Ашлыҡ уңһын өсөн тәбиғәт шарттарының ыңғай булыуы ҙур әһәмиәткә эйә, бигерәк тә ямғыр яуыуы төп шарт булып тора. Оҙаҡ ямғыр яумай торһа, киң һәм тигеҙ таш өҫтөнә ҙур ут яҡҡандар. Таш ныҡ ҡыҙғас, ҡуҙ һәм көлдө ситкә этәреп, ут урынына күнәкләп һыу ҡойғандар.
Төрки халыҡтарында игенселектең боронғо күренеш икәнлеген раҫлаған тағын бер нәмә - игенселеккә ҡараған һүҙҙәрҙең мәҡәл һәм әйтемдәрҙә киң ҡулланылышы. Мәҫәлән, боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларында (V – ХIII быуаттар) бындай мәҡәл һәм әйтемдәр осрай: тонум ҡой йүни тап егүм арпа аш “кейемем – ҡуй йөнө булһа, аҙығым арпа ашы”; тегирмәндә тоғмуш сычған көк кекрәгиңә ҡорҡмас “тирмәндә тыуған сысҡан күк күкрәүенән ҡурҡмаҫ”; бу донъя ичи бир тарығлығ турур, негу эксә мунда ярын ал өнүр “был донъя эсе бер баҫыу һымаҡ, нәмә сәсһәң, бында иртәгә шул үҫер”. Ҡайһы бер мәҡәл һәм әйтемдәр башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре менән мәғәнә яҡынлығы таба: сабанда сандырым болса, өртгүндә иртәш болмас “һабанда ғауға булһа ла, ырҙында әрләш булмаҫ” – башҡортса “Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың” һ.б.
Башҡорттарҙың ер эшкәртеүе тураһында беҙ халыҡ ижадынан да беләбеҙ. Мәҫәлән, Баҡалы районы Яңы-Ҡатай ауылынан яҙып алынған риүәйәт шуны һөйләй: “Ҡатай исемле ҡарт ошо ергә килгәндә, был ерҙәр урман менән ҡапланған була. Ул ағастарын ҡырҡып, тамырҙарын аҡтарып иген үҫтерә башлаған” . Башҡортостандың төньяғында Буя, Танып, Түйә йылғалары бассейнында ата-бабаларыбыҙ нисек иген үҫтергәндәре тураһында шуныһы билдәле: ағастарҙы йә ҡырҡып, йә яндырып баҫыу эшләгәндәр һәм был ерҙе эшкәрткән шул хужа булған. Башта улар күп сәсмәгәндәр, сөнки оҫта игенселәр ул ваҡытта әҙ булған . Ҡалғандары ағас эшкәрткәндәр, йә солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр. Игенселеккә бәйләнешле мәҡәл һәм әйтемдәр ҙә һаҡланып килгән. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: ҡайын йәме туҙ менән, икмәк тәме тоҙ менән; бойҙай бутҡаһы ҡаҙ өмәһенә бәйле; ура белмәгән урағын әрләгән; ҡара ерҙә аҡ икмәк үҫә; бойҙай сәсһәң өҫтөн ал, шалҡан сәсһәң аҫтын ал һ.б.
Башҡорттарҙың ҡасан арыш үҫтерә башлауҙарын асыҡ ҡына әйтеп булмай. Шулай ҙа XVIII быуатта ул Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында таралған булған. “Улар арыш үҫтерәләр һәм төрлө ашлыҡ.”, – тип яҙа 1726 йылда башҡорттар тураһында Ҡазан юлы көнгөр бургомистры Юхнев .
XVIII быуаттың аҙағында П.С. Паллас, И.И. Лепёхин, И.Г. Георги ғилми экспедиция менән башҡорттарҙың ер эшкәртеү шөғөлөн тикшереп күпмелер ваҡыт йәшәп китәләр; уларҙың хеҙмәттәрендә башҡорттарҙың оҫта игенсе булыуҙары тураһында, хәлле башҡорттарҙың иген үҫтереп ҡалаға баҙарға алып барып һатыу иткәндәре билдәле. Шуныһы ҡыҙыҡлы, башҡорттарҙың ошо быуатта уҡ баҫыуҙа иген культураларын алмаштырып сәсеү системаһы барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Йүрүҙән башҡорттары тураһында П.С. Паллас: “Яңы эшкәртелгән ерҙә улар ике йыл бер-бер артлы арпа сәсәләр, ике йыл һоло һәм киләһе ике йыл ужым үҫтерәләр, бер йәки ике йыл баҫыу ял иткәс, яңынан сәскәндәр” , – тигән.
Игенселек тармағына ҡараған эш ҡоралдарының күп булыуын башҡорттарҙың бөтөн территорияға күсенеп йөрөүе хаҡындағы этнографик мәғлүмәттәрҙән уҡып беләбеҙ . Эш ҡоралдары күпселек осраҡта үҙгәреүсән формаға эйә булған. Мәҫәлән, килеләрҙең күбеһе ҡулдан эшләнгән түңәрәк төйгөстән булған. Төньяҡ райондарында үрҙә әйтеп үтелгән төйгөскә бөтөнләй оҡшамаған килеләр ҙә осраған.
XIX – XX быуаттарҙа төньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда ужым культураһы өҫтөнлөк ала. Хәҙерге Ҡариҙел, Нуриман, Иглин райондарында (Өфө юлы, Өфө губернияһында) бойҙай, тары, арпа, ҡарабойҙай сәсһәләр, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында, Ырымбур өлкәһендә (Ор юлы, Ырымбур губернияһында) һоло, арышҡа өҫтөнлөк биргәндәр. Шулай итеп, XX быуаттың баштарында ер эшкәртеү башҡорттарҙың төп шөғөлдәренең береһенә әүерелә.
Башҡорт халҡының боронғо замандарҙан уҡ ер эшкәртеү менән шөғөлләнгәнлеген тағы ла бер нәмә асыҡ күрһәтә. Урманлы ерҙәрҙә сәсеүлек әҙерләү өсөн бөтә донъяла ағас һәм ҡыуаҡтарҙы тамыры менән аҡтарып яндырыу иң боронғо осорҙарҙан билдәле. Башҡорт телендә ошо ысулды сағылдырған һүҙҙәр һаҡланған: бутама – “ағастарҙан таҙартылған сәсеүлек урыны”; көйөклөк, кийөклөк, көйөк, киөк, “ағас ҡыуаҡтарын яндырып, сәсеүлек өсөн әҙерләнгән ер”.
Баҡсасылыҡ XX быуаттың 30-40 йылдарында Башҡортостандың бөтә төбәктәрендә лә тиерлек ныҡлы тарала. Шулай ҙа башҡорттарҙың йәшелсә менән мауығыуы XVIII быуат яҙма ҡомартҡыларында мәғлүмәт табырға мөмкин . Тарихи әҙәбиәттә башҡорттарҙың кантонлыҡ осоронда кәбеҫтә, картуф үҫтереүгә мохтаж булыуҙары тураһында баҫылып үтә. Пермь һәм Силәбе өлкәһе башҡорттары араһында баҡсасылыҡ айырыуса таралған була. Күбеһенсә картуф, һуған, шалҡан, кишер, кәбеҫтә, ҡыяр үҫтергәндәр.
Шулай итеп, XIX быуаттың аҙағы – XX быуат башында ер эшкәртеү, баҡсасылыҡ башҡорттарҙың төрлө төбәктәрендә йәшәүенә ҡарап, ер культуралары ла төрлө була. Ер эшкәртеү, игенселек менән бәйле шөғөлдәр халыҡтың хужалығына, ғөрөф-ғәҙәттәренә үтеп инеп, башҡорттарҙың тормошона үҙгәреш индерә.
Башҡорт телендә игенселеккә, бигерәк тә ер эшкәртеүгә ҡараған традицион (борондан ҡулланылып килгән) ҡорал атамалары бик ҙур лексик мәғәнә төркөмөн тәшкил итмәй. Бындай хәл башҡорт теле өсөн генә хас күренеш түгел. Борон-борондан игенселек менән шөғөлләнгән башҡа халыҡтарҙа ла ошондай уҡ күренеш күҙәтелә, сөнки элек ерҙе сәсеүгә әҙерләү, иген сәсеү, үҫтереү, урыу һәм уңышты эшкәртеү өсөн күп һәм ҡатмарлы ҡоралдар ҡулланылмаған. Тик һуңғараҡ игенде һөнәр-кәсеп (сәнәғәт) нигеҙендә күпләп етештерә башлағас ҡына, ҡатмарлы машиналар һәм ҡулайламалар (трактор, күп төрәнле һабандар, комбайн, элеватор, иген эшкәртеү комбинаттары һ.б.) барлыҡҡа килә башлай. Игенде үҫтереү, етештереү, эшкәртеү төрҙәре лә, алымдары ла үҫкәндән-үҫә бара. XX быуатҡа тиклем игенселек ябай примитив ҡорал-ҡорамалдарға нигеҙләнгән булған: боронғо осорҙағы кәтмән һәм һуҡаны һуңғараҡ тимер һабан алмаштыра, төп тартыу көсө – ат йәки үгеҙ, төп сәсеү ысулы – ҡулдан һибеү, төп уңышты алыу – салғы менән сабыу, ураҡ менән урыу һәм көлтәләргә бәйләү, иген әҙерләү – көлтәләрҙе ҡулдан һуғыу һәм ашлыҡты ҡулдан елгәреү, он һәм ярма әҙерләү – килелә йәки ҡул һәм һыу тирмәндәрендә онтау. Шулай ҙа башҡорт телендә игенселеккә бәйле байтаҡ ҡорал атамалары йәшәп килә.
Һуҡа “ағастан эшләнгән ер һөрөү ҡоралы”. Информаторҙарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, боронғо осорҙа һуҡа тик ағастан ғына эшләнгән булған. Ерҙе йыра торған өлөшө ҡаты булһын өсөн, уны утта яндырып алғандар, һуңынан ҡырғыслап, ҡайнар май һеңдергәндәр. Һуңғараҡ тимер башлы һуҡалар киң таралған, уның ағасҡа сигәләнгән тимер өлөшөн “һуҡабаш” йәки “һуҡа башағы” тип йөрөткәндәр. Бындай һуҡалар 30-сы йылдарҙа ла ҡулланылған. Тикшеренеүселәрҙең фекеренә ҡарағанда, һуҡа һүҙе – төп славян һүҙе, төрки телдәренә боронғо осорҙарҙа уҡ урыҫ теленән үҙләштерелгән. Урыҫ телендә соха һүҙенең бик киң мәғәнәлә ҡулланылыуын (терәү, асалы таяҡ, аса, бағана) һәм башҡа күп кенә һүҙҙәрҙе яһауҙа ҡатнашыуын иҫәпкә алғанда (сохатый “мышы”, рассоха “саталы ағас”, посох “таяныу ағасы”), был һүҙ ысынлап та башҡорт теленә боронғо осорҙарҙа рус теленән килеп ингән. Әйтергә кәрәк, боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларында “һуҡа” мәғәнәһендә буҡарсы, буҡарсыҡ һүҙҙәре ҡулланылған. Мәхмүт Ҡашғари һүҙлегендә ул буҡурсы формаһында килтерелгән һәм “һабан тимере” тип аңлатылған.
Һабан “тимерҙән эшләнгән ер һөрөү ҡоралы”. Был һүҙ – төп төрки һүҙе. Мәхмүт Ҡашғари һүҙлегендә һабан һүҙенең бер нисә мәғәнәһен килтерә: “һабан”, “ер һөрөү”, “ер һөрөү мәле”, “бөтә кәрәк яраҡтары менән бергә ер һөрөү ҡоралы”. Был мәғәнәләрҙең бөтәһе лә һабан һүҙенең башҡорт телендәге мәғәнәләренә тулыһынса тап килә. Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡ: М. Ҡашғари үҙенең һүҙлегендә сабанда сандыраш болса, өртгүндә иртәш болмас (һабанда ыҙғыш булһа ла, ашлыҡ һуҡҡанда әрләш булмаҫ) тигән әйтем килтерә. Был әйтем мәғәнәһе яғынан һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың тигән башҡорт мәҡәленә яҡын тора. Башҡорт телендә һабандың ерҙе йырта торған өлөшөн атау өсөн махсус төрән тигән һүҙ бар. Был һүҙ башҡа ҡайһы бер төрки телдәрендә лә күҙәтелә: тат. төрән, ҡаҙ. түрен, сыу. терен. Уның килеп сығышы төр- ҡылым тамырына бәйле булырға тейеш. Был һүҙ боронғо төрки телендә (түр- формаһында) “төрөү”, урау, әйләндереү, тәкләп һалыу” мәғәнәләрендә ҡулланылған.
Ҡарлау, ҡарҙау, ҡарнау, һуҡа ҡылысы, һөргөс, шабала “һуҡаға йәки һабанға йәбешкән тупраҡты таҙартыу ҡоралы”. Тәүге өс һүҙҙең тамырында ҡар- ҡылымы ята. Ул өндәрҙең тарихи күсеше нигеҙендә (т д ҙ(з) -р й) яһалған. Шулай булғас, ҡаҙ- һәм ҡар- тамырҙары сығышы яғынан бер үк тамырға (ҡат-) ҡайтып ҡала. Был тамырға ҡушма аффикс -ла, -ҙа, -на, -у ҡушылып, яңы һүҙ яһалған. Һуҡа ҡылысы – мәғәнәһе яғынан асыҡ һүҙбәйләнеш. Һөргөс һүҙе һөр- тамырына -ҡыс ялғауының бер варианты ҡушылып яһалған. Шабала фин-уғыр телдәренән үҙләштерелгән һүҙ: удмурт телендә шабала – “һуҡа һәм һабандың төрәне”.
Көрәк “ер ҡаҙыу һәм ер эшкәртеү ҡоралы”. Боронғо төрки телендә күргәк формаһында ике мәғәнәлә йөрөгән: 1) “көрәк”; 2) “ишкәк”. Башҡорт телендә көрә- ҡылым тамырына исем яһаусы -к ялғауы ҡушылып яһалған.
Ураҡ “ҡул менән иген ура торған ваҡ тешле кәкре тимер ҡорал”. Ураҡ бик боронғо замандарҙан уҡ донья йөҙөндәге күп халыҡтар өсөн иген ура торған берҙән-бер ҡорал булып хеҙмәт иткән; ул хатта боронғо Египет осоронда эшләнгән һүрәттәрҙә лә сағылыш алған. Ураҡ һүҙе боронғо һәм хәҙерге төрки телдәрендә лә бик киң таралған (бор. т.т. орғаҡ; ғағ., ҡаҙ., төр., төрки, үзб., әз. ораҡ; тат. ураҡ; уйғ. орғаҡ; хаҡ. орғах). Был һүҙ боронғо ҡәрҙәш тамырҙар ор-, ора- (башҡ. ур-, ура-) “урау, әйләндереү, ҡамау, төрөү, урап бәйләү” мәғәнәләрендәге ҡылым тамырына бәйле. Күренеүенсә, хәҙерге башҡорт телендә ур- тамыры айырым мәғәнәһе менән нығынған – “ураҡ менән уратып үҫеп ултырған игенде ҡырҡыу”. Тимәк, ураҡ һүҙенең төп мәғәнәһе – “әйләндереп ҡырҡа торған ҡорал”. Боронғо төрки телендә шул уҡ мәғәнәлә баштар һүҙе ҡулланылған, ләкин ул хәҙерге башҡорт телендә сағылыш алмаған.
Салғы, чалғы “ҡул менән иген, бесән саба торған оҙон һаплы ҙур кәкре бысаҡҡа оҡшаған ҡорал”. Был һүҙҙең төрки телдәрендә бик киң таралмауын иҫәпкә алғанда (тат. чалғы; ҡаҙ. шалғы), ул һуңғы осорҙа ҡыпсаҡ нигеҙендә барлыҡҡа килгән булырға тейеш. Һүҙ боронғо төрки телендәге күп мәғәнәле ҡылым тамырынан яһалған (бор. т.т. чал- “һуғыу”, “ташлау, ырғытыу”, “йыйыу, ауҙарыу”).
Сыбағас, шыбағас, тәпәс, тапағыс “оҙон һаплы башына сынйыр тағылған йәки ҡайыш менән ҡыҫҡараҡ таяҡ беркетелгән ашлыҡ һуғыу ҡоралы”. Сыбағас, шыбағас һүҙҙәрен, ғәҙәттә, урыҫ теленән үҙләштерелгән тип билдәләйҙәр һәм ундағы цепь һүҙе менән бәйләйҙәр. Беҙҙеңсә, был һүҙ төп төрки нигеҙҙә килгән. М.Ҡашғари үҙенең һүҙлегендә чып һүҙен килтерә һәм уны “шыйыҡ ботаҡ” тип аңлата. Был һүҙҙән чыбыҡ (сыбыҡ) һүҙе яһалған. Тимәк, сыбағас – ул шыйыҡ, һығылмалы ағас. Тәпәс һәм тапағыс – тапа- һәм уның нәҙек варианты тәпә- тамырынан -ғыс һәм -с ялғауҙары менән яһалған һүҙҙәр.
Кәтмән, кәтмә, кәтмәк, китмән, суҡымыш, матик, матук, тәпке “арҡыры башлы һап ҡуйылған ер эшкәртеү ҡоралы”. М.Ҡашғари һүҙлегендә сағылыш алған һәм “ер ҡаҙыу өсөн ҡулланылған ҡорал” тип аңлатылған. Кәтмән һүҙе фонетик варианттары менән ҡат- > ҡад- > ҡаз- > ҡар- > ҡай- “ҡаҙыу, ҡағыу, сәнсеү” мәғәнәһендәге синкретик тамырҙың (ул, мәҫәлән, башҡорт телендә ҡат-ыу, ҡаҙ-ау, ҡаҙ-ыҡ, ҡар-лау, ҡат-лау һымаҡ һүҙҙәрҙең тамырында бар) нәҙек вариантынан -мә, -мән, -мәк ялғауҙары ҡушылыу юлы менән яһалған . Суҡымыш һүҙе башҡорт теле нигеҙендә суҡы- “нимәнелер осло әйберенән һуҡҡылау, төрткөләү” ҡылымына боронғо осорҙа уҡ -мыш ялғауы ҡушылып яһалған. Һуңғы ике һүҙ урыҫ теленән үҙләштерелгән (< ур. мотыга, тяпка).
Тырма “һөргәндән һуң ерҙе эшкәртеү йәки һалам, бесән йыйыу өсөн тешле ҡорамал”. Башҡорт телендә был ҡорамал ҙурлығы, ҡулланылышы йәки төрө буйынса айырылмай, бер атама менән йөрөтөлә, шуға күрә кәрәк булғанда ҡул тырмаһы (бесән, һалам йыя торған йәки ер йомшартыу өсөн ҡулланылған оҙон һаплы бер рәткә теҙелгән тешле ер йомшартыу ҡоралы), трактор тырмаһы (күп тешле ҙур тырма йәки бер нисә тырма) тип йөрөтәләр. Тырма һүҙе өноҡшатыу тыр- тамырынан яһалған булырға тейеш.
Салыр, салдыр “тамыр ҡаҙыу өсөн үткер тимерҙән һабының төп яғына арҡыры ағас ҡуйып эшләнелгән ҡорал”. Ғәҙәттә, салыр менән һарына, әтлек, ҡуянтубыҡ һымаҡ тамырҙарҙы ҡаҙығандар. Алда күрһәтелгән сал- тамырына -ыр, -дыр ялғауҙарын ҡушыу юлы менән яһалған.
Шулай итеп, борон-борондан башҡорттарҙың төп хужалығы булып ер эшкәртеү һаналған. Быны үрҙә күрһәтелгән ҡорал атамаларының күп булыуы ап-асыҡ күрһәтеп тора.
1.2. Ағас эшкәртеүҙә ҡулланылған эш ҡоралдары
Башҡортостан шарттарында урман кәсебе айырыуса үҫешкән һәм киң таралған. “Урман, - тип билдәләй В.В. Крубер, Башҡортостандағы төп халыҡтың көнкүрешен яҡшы белгән автор, - башҡорттоң донъяһы. Ул шунда үҫкән, урман уны ашата, уға эш хаҡы, йәшәү мөмкинлеге тыуҙыра, йорт кәрәк-яраҡтары өсөн нимә кәрәк булһа, шуларҙың барыһын да бирә” .
XIX быуатта традицион эш төрҙәренән малсылыҡ, һунарсылыҡ һәм солоҡсолоҡ бөтөүгә барған шарттарҙа ағас әҙерләү эштәре күп кенә башҡорттарҙың хужалығында ҙур таянысҡа әйләнә. “Улар өсөн урман кәсептәре – төп йәшәү сығанағы. Был эштәр урман ҡырҡыуҙан һәм ағас материалдарын һатыр өсөн ситкә сығарыуҙан тора.”, - тип әйтелә XIX быуат аҙағындағы архив документтарында .
Башҡортостандың урман кәсептәре араһындағы ағас әҙерләү һәм уны ташыу мөһим урын алып тора. “Уңдырышһыҙ тупраҡлы ерҙәрҙә, - тип уҡыйбыҙ “Памятная книжка Уфимской губернии на 1891 г.” исемле китапта, - ағас әҙерләү халыҡтың төп кәсебе булып тора” . “Урман ҡырҡтылар, һал ағыҙҙылар; шуның менән көн иттеләр.” – тип бәйән ителә төньяҡ башҡорттары риүәйәттәренең береһендә . Шулай уҡ йөтмәткеле мәғлүмәттәр инйәр һәм ҡоҙғон-ҡатай башҡорттары , шулай уҡ Урал тауҙарының көнбайыш битләүендә йәшәгән табын башҡорттары тураһындағы этнографик сығанаҡтар ҙа килтерелә .
Башҡорт тел ғилемендә лексикология буйынса күп кенә материалдар тупланған һәм тематик төркөмдәр буйынса тикшерелгән. Был материалдар артабан дөйөм башҡорт теле лексикологияһын дөйөмләштереп өйрәнеү өсөн ныҡлы материал булып тора. Мәҫәлән, тармаҡ лексикаһы буйынса башҡорт телендә малсылыҡ, балыҡсылыҡ, көнкүреш лексикаһы һ.б. өлкәләрҙә диссертациялар яҡланды, монографиялар донъя күрҙе. Әммә башҡорт тел ғилемендә бөгөнгө көнгә тиклем халыҡтың йәшәү рәүешен яҡтыртҡан бик күп тематик һәм лексик-семантик төркөмдәр өйрәнелмәй ҡала килә.
Башҡорт теленең һүҙлек составындағы эш ҡоралдары терминдарына ҡараған һүҙҙәрҙең бер өлөшө башҡорт һөйләштәре һүҙлектәрендә, русса-башҡортса һүҙлектәрҙә, 1993 йылда донъя күргән ике томлы “Башҡорт теленең һүҙлегендә”, башҡорт халҡының материаль һәм рухи культураһын өйрәнеүгә арналған тарихи, этнографик һәм археологик хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт тел ғилемендә лексикологияның был ҡатламына ҡараған һүҙҙәр махсус рәүештә өйрәнелмәгән. Шуға күрә лексиканың был ҡатламын йыйыу, системаға һалыу һәм ғилми тикшереү башҡорт лексикологияһының актуаль проблемаларының береһе һанала.
Тикшеренеүҙәр барышында эш ҡоралдары терминдары буйынса төп сығанаҡ булып “Башҡорт теленең һүҙлеге” торҙо. Был хеҙмәт башҡорт теленең һүҙ байлығын, шул иҫәптән эш ҡоралдары өлкәһендәге терминдарҙы туплау һәм системаға һалыу буйынса төплө сығанаҡ булды. Тәҡдим ителгән сығарылыш квалификацион эшендә барыһы 120-гә яҡын берәмек ҡаралды. Шуны өҫтәп әйтергә кәрәк, халыҡ һөйләү телмәренең һүҙлек составын йыйыу, уны ғилми нигеҙҙә тикшереү – эштең бер яғы ғына. Һәр бер һүҙ, шул уҡ иҫәптән эш ҡоралдарына ҡараған терминдар ҙа, тик уларҙы ҡулланғанда ғына йәшәй, үҫешә һәм билдәлелек ала. Әгәр улар телдә ҡулланылмаһа, ғилми-популяр, публицистик, матур әҙәбиәт әҫәрҙәрендә сағылыш тапмаһа, улар үле терминдар булып ҡала. Шуға күрә эш ҡоралдары терминдарын йыйып туплау, уларҙы айырым терминологик һүҙлектәргә индереү, халыҡ йәнле һөйләү телмәрендә йөрөгән терминдарҙы норматив һәм башҡа төр һүҙлектәрҙә сағылдырыу ҙур әһәмиәткә эйә.
Йыйылған материалдарға таянып, эш ҡоралдары лексикаһының яһалыу ысулдары тикшерелде. Хәҙерге башҡорт теле эш ҡоралдары лексикаһы түбәндәге һүҙьяһалыш ысулдары менән яһалған: лексик-семантик һүҙьяһалыш, морфологик һүҙьяһалыш, лексик-морфологик һүҙьяһалыш, лексик-синтаксик һүҙьяһалыш. Беҙҙең күҙәтеүҙәребеҙҙән күренеүенсә, һүҙьяһалыш ысулдарының продуктивлығы бер түгел. Мәҫәлән, лексик-синтаксик менән морфологик һүҙьяһалыш ысулдары эш ҡоралдары атамаларын яһауҙа иң продуктив ысулдарҙың береһе булып тора.
Эш ҡоралдары лексикаһына ҡараған терминдарҙың килеп сығышын тикшергәндә уларҙың төп өлөшөн төрки сығанаҡлы башҡорт һүҙҙәре тәшкил итә. Шулай уҡ был төркөм лексикаһында терминдарҙың бик күп диалект варианттары булыуы асыҡланды. Был факт башҡорт теленең һөйләштәре бай, әммә ләкин әле тикшерелеп бөтөлмәгән һәм эшкәртелмәгән сығанаҡ икәнлеген күрһәтә.
Халҡыбыҙҙың быуаттар буйына туплаған аҡылы, һәләте, эстетик зауығы, философик ҡарашы, тормош тәжрибәһе уның һүҙ байлығында һаҡланған. Милли рух, милли аң төшөнсәләре лә быуындан-быуынға күсә килгән күрһәткес.
Тел дәрестәрендә Башҡортостан һәм уның халҡына, башҡорт халҡының тарихына, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә арналған темалар өҫтөнлөк итергә тейеш, сөнки шундай материалдар нигеҙендә уҡыусыларҙа халҡыбыҙҙың үткәне, һөнәр-кәсебе, тел байлығы менән ҡыҙыҡһыныу, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләнә.
Һәр телдең лексик составында халыҡтың көнкүрешен сағылдырыусы һүҙҙәр билдәле урын тота. Эш ҡоралдары лексикаһы төшөнсәһе көндәлек хужалыҡ алып барыу менән бәйле булған предметтарҙың атамаларын үҙ эсенә ала. Был төр лексика һүҙлек составының хәрәкәтсән өлөшөнә ҡарай, сөнки йәмғиәттәге үҙгәрештәр иң тәүҙә һәм анығыраҡ эш ҡоралдары лексикаһының семантик үҫешендә сағыла. Тағы ла эш ҡоралдары менән бәйле лексиканы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса билдәле тарихи осорҙоң матди мәҙәниәт хәлен дә асыҡларға мөмкин.
Кешелек тормошоноң билдәле бер яғын сағылдырған был лексик ҡатлам һүҙлек составында ҙур ғына урынды биләмәһә лә, ул – телдең айырып алғыһыҙ өлөшө. Көндәлек тормоштағы әйберҙәрҙе ҡулланмайынса йәшәй алмаған кеүек үк, халыҡтың шөғөлөнә бәйле лексиканы ҡулланмайынса һөйләшеү, аралашыу ҙа мөмкин түгел.
Халыҡ хужалығы, шул иҫәптән эш ҡоралдары менән бәйле атамаларҙы өйрәнеү ихтыяжы милли мәҙәниәттең тергеҙелеүе, үҫеүе, башҡорт теленә иғтибарҙың артыуы менән бәйле. Матди мәҙәниәтте аңлатҡан лексикала этник, мәҙәни һәм тел процестары тураһында информация һаҡлана.
Эш ҡоралдары лексикаһын тикшереү, өйрәнеү, тарих, мәҙәниәт дәрестәре өсөн дә әһәмиәтле, сөнки лексиканың был ҡатламында халыҡтың үткәне, шөғөлө, тормошо тураһында ла бай мәғлүмәттәр һаҡлана.
Шулай итеп, башҡорт теленең был лексик тармағы башҡорт халҡының көндәлек тормошо талаптарынан сығып барлыҡҡа килгән, үҫешкән, камиллашҡан.
Дөйөм алғанда, диплом эше башҡорт теленең эш ҡоралдары лексикаһы тураһында мәғлүмәттәр бирә һәм уны артабан өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр аса. Халыҡтың тарихын да, фольклорын ла, этнографияһын да үҙенә үҙенә туплаған лексиканың был ҡатламы лексик-семантик төркөмдәргә бүлеп ҡарау, киләсәктә лексик планда ғына түгел, ә этнолингвистика, психолингвистика буйынса тикшеренеүҙәр үткәргәндә ҙур ярҙамсы сығанаҡ булыр тип ышанабыҙ.
Дөйөм башҡорт теле лексикаһы эш ҡоралдарын аңлатҡан лексиканы һәр ваҡыт тулыландырып, байытып тороусы сығанаҡ. Был осраҡта “дөйөм башҡорт теле лексикаһы” тигән төшөнсә телдең бөтә лексик байлығын, шул иҫәптән эш ҡоралдары лексикаһының да байлығын үҙ эсенә ала: яҙма әҙәби формаларын ғына түгел, төрлө һөйләштәрҙәге варианттарын да.
I. Монографиялар, китаптар, дәреслектәр
Актуальные проблемы башкирской лексикологии и лексикографии: Сборник статей. – Уфа, 1994 – 149 с.
Ахметьянов Р.Г. Общая лексика материальной культуры народов Среднего Поволжья. – М.: Наука, 1989. – 200 с.
Багаутдинова М.И. Словарь этнографических терминов башкирского языка. – Уфа, 1994. – 53 с.
Баһауетдинова М.И. Туған телем – байлығым: (Башҡортса-русса этнографик терминдар һүҙлеге). - Өфө, 2000 – 79 б.
Баскаков Н.А. Введение в изучение тюрских языков. – М.: Высшая школа, 1969. – 383 с.
Башкирская лексика: Тематический сборник/ под ред. Т.М. Гарипова. – Уфа, 1966 – 222 с.
Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. - Өфө, 1980. – 470 б.
Башҡорт халыҡ ижады. Йомаҡтар. - Өфө: Китап, 2007. – 416 б.
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре / Төҙөүсеһе Кирәй Мәргән. - Өфө, 1960. – 263 б.
Бикбулатов Н.В. Башкирский аул. – Уфа, 1969. – 215 с.
Бикбулатов Н.В., Юсупов Р.М., Шитова С.Н., Фатыхова Ф.Ф. Башкиры: Этническая история и традиционная культура. – Уфа, 2002. – 248 с., 16 с. цв.вкл.
Вопросы лексикологии и лексикографии башкирского языка / Отв. Ред. З.Г. Ураксин. – Уфа, 1983. – 128 с.
Ганиев Ф.А. Суффиксальное словообразование в современном татарском языке. – Казань: Таткнигоиздат, 1974. – 231 с.
Гарипов Т.М. Башкирское именное словообразование. – Уфа, 1959. – 224 с.
Грамматика современного башкирского литературного языка / Отв. ред. А.А. Юлдашев. – М.: Наука, 1981. – 496 с.
Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. – М. – Л., 1948. – 276 с.
Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология. – Өфө, БДУ, 2002. – 388 б.
Ишбаев Г.К. Башҡорт теленең һүҙъяһалышы. - Өфө, 1994. – 285 б.
Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. – М., 1986. – 152 с.
Ишбирҙин Э.Ф., Ғәләүетдинова И.Ғ., Халиҡова Р.Х. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. - Өфө: Китап, 1993. – 318 б.
Ишбирҙин Э.Ф. Башҡорт телендә игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары. – Өфө: БДУ, 2002.
Ишбулатов Н.Х. Хәҙерге башҡорт теле. - Өфө, 1972. – 144 б.
Ишбулатов Н.Х. Башҡорт диалектологияһы. - Өфө, 1979. – 85 б.
Ишбулатова Х. Д. Бытовая лекскика башкирского языка: (семантика, структура, источники формирования): дис. канд. филол. наук. – Уфа, 1999.
Ишбулатова Х. Д. Башҡорт теленең тормош-көнкүреш лексикаһы. - Өфө: БДУ, 2002. – 156 б.
Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. - Өфө, 1966. – 275 б.
Крубер В.В. Оренбургская Башкирия в лесохозяйственном и лесопромышленном отношениях. – СПб., 1987.
Кузеев Р.Г. Происхождение башкирского народа: этнический состав, история расселения. – М., 1974. – 570 с.
Кузеев Р.Г, Шитова С.Н. Башкиры. Историко-этнографический очерк. – Уфа, 1963. – 151 с.
Лексическая и грамматическая семантика / Отв. ред. Л.М. Васильев. – Уфа, 1980. – 234 с.
Максютова Н.Х. Восточный диалект башкирского языка. – М., 1976. – 292 с.
Миржанова С.Ф. Северо-западный диалект башкирского языка. – Уфа, 1991. – 228 с.
Миржанова С.Ф. Южный диалект башкирского языка. – Уфа, 1979. – 274 с.
Муллағолов М.Г. Башҡорттарҙа урман кәсебе.– Өфө, 1994.–180 с.
Мурзабулатов М.В. Земледелие зауральских башкир в конце ХIХ – начале ХХ в. // Этнография Башкирии. – С. 105-112.
Мусаев К.М. Лексика тюркских языков в сравнительном освещении. – М., 1975. – 375 с.
Мусаев К.М. Лексикология тюркских языков. – М.: Наука, 1984. – 228 с.
Паллас П.С. Путешествие по разным провинциям Российской империи. Ч. 1-3. – Спб., 1773-1778.
Псәнчин В.Ш., Псянчин Ю.В. Әсә теле. Урта мәктәптең 5 синыфы өсөн дәреслек. 4-се баҫ. - Өфө: Китап, 2003, - 232 б.
Псәнчин В.Ш. “Әсә теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. 5 синыф. 2-се баҫма, үҙгәрешле. - Өфө: Китап, 2000. – 152 б.
Рәхимова Р.К. Татар теленең һөнәрчелек лексикасы. – Казан, 1983. – 160 б.
Руденко С.И. Башкиры. Опыт этнологической монографии. Ч. 2. Быт башкир. – Л., 1925. – С. 253.
Руденко С.И. Башкиры. Историко-этнографические очерки. – М. – Л.: Изд. АН СССР, 1955. – 349 с.
Самситова Л.Х. Реалии башкирской культуры. – Уфа, 1999.
Сафиуллина Ф.С. Хазерге татар әдәби теле. Лексикология. – Казан, 1999. – 228 б.
Терегулова Р.Н. Русские заимствования в башкирском языке. – Уфа, 1957.
Тумашева Д.Ғ. Хазерге татар әдәби теле. Морфология. – Казан, 1978. – 222 б.
Тюркская лексикология и лексикография /Отв. ред. Н.А. Баскаков. – М.: Изд-во АН СССР, 1971. – 312 с.
Уфимцева А.А. Опыт изучения лексики как системы. – М., 1962. – 286 с.
Уфимцева А.А. Лексическое значение. – М.: Наука, 1986. – 240 с.
Фомина М.И. Современный русский язык: Лексикология. – М.: Высшая школа, 1983. – 256 с.
Хабибуллина З.А. Древнетюрские названия животного мира в современном башкирском языке. – Уфа, 2008.
Хисамитдинова Ф.Г., Ураксин З.Г. Башкиры. – М., 2003.
Хозяйство и культура башкир в ХIХ - начале ХХ в. / Сборник статей/. – М., 1979. – 206 с.
Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле: Лексика. - Өфө, 1980. – 70 б.
Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле: Лексикология. Уҡыу ҡулланмаһы. - Өфө, БДУ, 1986. – 136 б.
Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. - Өфө, 1994. – 186 б.
II. Мәҡәләләр
Бейешев Ә. Һүҙ һәм һүҙ ҡулланылышы // Шоңҡар. – 1998. – № 4. – 142-се б.
Гаффарова Ф.Ф. Татар телендә игенселеккә бәйләнешле боронғо төрки лексика // Проблемы лексикологии и лексикографии татарского языка. – Казань, 1992. – 125-130-сы бб.
Ишбердин Э.Ф. Фонетическое словообразование в башкирском языке // Исследования по грамматике башкирского языка: Сб. статей. – Уфа, 1979. – С. 42-46.
Киекбаев Ж.Ғ., Псянчин В.Ш. Башҡорт лексикаһының ҡайһы бер моменттары // Башҡортостан уҡытыусыһы, 1964. – №2. – 28-32-се бб.
Ҡарабаев М. V синыфта “Һүҙъяһалыш” темаһын өйрәнеү үҙенсәлектәре // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2005. – №7. – 37-41-се бб.
Рахимова Р.К. Из земледельческой терминологии татарского языка // Проблемы лексикологии и лексикографии татарского языка. – Казань, 1992. – С. 107-117.
Юлдашев А.А. Сведения по фономорфологии. Словообразование глагола // Грамматика современного башкирского литературного языка. – М.: Наука, 1981. – С. 79-87, 212.
III. Һүҙлектәр
Башкирско-русский словарь. – М., 1958. – 804 с.
Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге. - Өфө, 2002. – 430 б.
Башҡорт теленең һүҙлеге. Ике томда. – М.: Русский язык, 1993. – I том. – 861 б., II том. – 814 б.
Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге. – I том. - Өфө, 1967. – 300 б., II том. – Өфө, 1970. – 327 б., III том. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. – 232 б.
Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге (Төҙөүсеһе И.М. Ғарипов). - Өфө: 1994. – 168 б.
Древнетюрский словарь. – Л.: Наука, 1969. – 676 с.
Дивану Лугатит Турк. Индекс-словарь. – Изд-во “Фан” УзССР. – Ташкент, 1967. – 512 с.
Зәйнуллина Г.Д. Урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса умартасылыҡ һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2001. – 160 б.
Русско-башкирский словарь. – М., 1964. – 985 с.
Тема: | «Названия орудий труда на башкирском языке башҠорт телендӘ эш Ҡоралдары атамалары ҺӘм уларҘы мӘктӘптӘ башҠорт теле дӘрестӘрендӘ Ҡулланыу» | |
Раздел: | Литература и лингвистика | |
Тип: | Дипломная работа | |
Страниц: | 130 | |
Цена: | 1700 руб. |
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
- Цены ниже рыночных
- Удобный личный кабинет
- Необходимый уровень антиплагиата
- Прямое общение с исполнителем вашей работы
- Бесплатные доработки и консультации
- Минимальные сроки выполнения
Мы уже помогли 24535 студентам
Средний балл наших работ
- 4.89 из 5
написания вашей работы
У нас можно заказать
(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)
682 автора
помогают студентам
42 задания
за последние сутки
10 минут
время отклика