Дипломная работа

«Урал батыр эпосында әҙәп-әхлаҡ ҡанундары һәм уларҙы әҙәбиәт дәрестәрендә өйрәнеү»

  • 68 страниц
Содержание

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. УРАЛ БАТЫР ЭПОСЫНЫҢ ПРОБЛЕМАТИКАҺЫ.

1.1 Урал батырҙы өйрәнеү тарихы

1.2 Эпоста ғаилә мөнәсәбәттәре бирелеше

1.3 Урал батыр эпосында яҡшы кешелек сифаттары бирелеше

ИКЕНСЕ БҮЛЕК. УРАЛ БАТЫР ЭПОСЫ НИГЕҘЕНДӘ УҠЫУСЫЛАРҒА БЕЛЕМ ҺӘМ ТӘРБИӘ БИРЕҮ

2.1 Әхлаҡи тәрбиә биреүҙә Урал батыр эпосы

2.2 Әҙәбиәт дәрестәрендә эпосты өйрәнеү методтары, алымдары

2.3 Класстан тыш сараларҙа Урал батыр эпосы

ЙОМҒАҠЛАУ

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

Введение

Актуаллеге. Башҡорт халыҡ ижады бик боронғо эпик ҡомартҡыларға бай. Улар башҡорт халҡының милли үҙенсәлеклеген генә түгел, ә кешелек йәмғиәтенең йәшәү мәғәнәһен, ғүмер, үлем хаҡында уйланыуҙарын да сағылдыра. Бындай эпик ҡомартҡылар башҡорт халҡының ғына мираҫы түгел, ә бар кешелек өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки улар әҙәм затының рухи тамырҙарын сағылдыра.

Халҡыбыҙҙың мәшһүр эпик ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосы үҙе үк рухи хазиналар йыйылмаһы. 1910 йылда Ғәбит сәсән Арғынбаевтан Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алынған боронғо эпос башҡорт милләтенең донъяға ҡарашын, рухи ҡиммәтәрен генә түгел, ә йәшәйеш хаҡында фәлсәфәүи уйланыуҙарҙы, ижтимағи ҡоролоштоң асылын тәшкил иткән ғаилә ҡороу мотивын, кеше һәм йәмғиәт мөнәсәбәттәрен үҙендә туплаған оло эпик ҡомартҡы.

“Урал батыр” эпосындағы донъяуи хәҡиҡәтте өйрәнеү һәм уны киләһе быуындарға еткереү әҙәми затты кеше итеүсе, мәңгелек ҡиммәттәрҙе үҙендә йөрөтөүсе хазинаны үлемһеҙ итер, был һәр алдынғы ҡарашлы кешенең мөҡҡәдәс бурысы. Эпосҡа мөрәжәғәт итеүселәр уның тәрән фәһемен, дини китаптарҙан һәм боронғо мифтарҙан килгән хәҡиҡәт асылдарын үҙендә туплауын белгертә. Уларҙы күпме генә өйрәнеп тә, ҡабат-ҡабат тикшереп тә әҫәрҙә сағылыш тапҡан кеше ғүмеренең мәғәнәһен сағылдырған төшөнсәләрҙе айҡап бөтөп булмай.

Шуға ла, һәр быуын әҙәбиәтселәр “Урал батыр”ға йыш ҡына мөрәжәғәт итергә, халыҡтың йәшәйешен, кешенең ғүмер асылын билдәләүсе нәмәләрҙе уҡыусыға еткерергә бурыслы. Бөгөнгө көндә әҙәбиәт ғилемендә боронғо эпик ҡомартҡы йөкмәткеһе, идея-проблематикаһы, художество үҙенсәлектәре, поэтикаһы йәһәтенән яҡшы өйрәнелгән. Уның башҡа бөтә донъяға билдәле эпостар менән рухи һәм сюжет-ара бәйләнештәре асыҡланған. Әммә әҫәрҙең проблематик донъяһын, әйтеүебеҙсә, тулыһынса иңләп бөтөп булмай, сөнки ул асылда, бөтә ижтимағи ҡоролшто, шәхес яҙмышын, мәңгелек философик төшөнсәләрҙе үҙ эсенә ала. Тимәк, эпостың идея-тематик донъяһы кешелек йәмғиәтенең һәр артылышында өйрәнеү актуаль, уға мәңгелек ҡиммәтәр хазинаһы тип мөрәжәғәт итергә тейешбеҙ.

Теманың өйрәнелеү кимәле. “Урал батыр” эпосы инде тиҫәтәләгән йылдар буйы фольклорсылар, әҙәбиәтселәр, философтар, ижтимағи фәндәр вәкилдәренең иғтибар үҙәгенән төшмәй. Әҫәрҙең йөкмәткеһе һәм ундағы социаль, ижтимғи ҡиммәттәр, фәлсәфәүи һорауҙар байтаҡ тикшеренеүселәрҙең иғтибар үҙәгендә булды.

«Урал батыр» эпосына был йәһәттәнн фольклорсы ғалимдарыбыҙ М.Сәғитов [Сәғитов М.М. Башҡорт халыҡ эпосының мифологик һәм тарихи нигеҙҙәре. Өфө, 2009.], Ә.Харисов [Харисов Ә. Рухи тамырҙар. Өфө, 1984.], К.Мәргән [Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961.], Ә.Сөләймәнов [Сөләймәнов Ә.М. Башҡорт халҡының ҡарһүҙе. Өфө, 2011.], С.Галин [Галин С. Башҡорт халҡының ауыҙ тел ижады. 2 се баҫ., үҙгәрешле. Өфө, 2009], Ф.Нәҙершина [«Урал-батыр»: Башкирский народный эпос .Уфа, 2003.], Г.Юлдыбаева һәм башҡа тикшеренеүселәр мөрәжәғәт итте.

Эпоста ғаилә мотивы, үлем һәм үлемһеҙлек проблемалары, батыр һәм халыҡ мөнәсәбәте айырым ғилми-тикшеренеү мәҡәләләрендә лә өйрәнелде.[ Дәүләтҡолов Ә. “Урал батыр” ҡобайырының әхлаҡи-этик рухы. Өфө, 1999. – 100-106-сы бб.]

Теманың ғилми яңылығы. “Урал батыр”ҙа әхлаҡи-этик йөкмәткене тәшкил итеүсе ғаилә мотивын, шәхес менән йәмғиәт һорауҙарын һәм әҙәп-әхлаҡ нормаларын эпостың фәлсәфәүи проблематикаһы менән бәйләп өйрәнеү эшебеҙҙең темаһын көнүҙәк һәм әҙәбиәт ғилеме өсөн яңы итә.

Тикшеренеүҙең обьекты итеп“Урал батыр” эпосы алынды.

Тикшеренеү эшебеҙҙең предметын эпоста һүрәтләнгән кешелек йәмғиәтенә бәйле әҙәп һәм әхлаҡ нормалары тәшкил итте.

Тема буйынса теоретик һәм практик материалды өйрәнеү; “Урал батыр” эпосында сағылған ғаилә мотивын, батыр һәм халыҡ мөнәсәбәттәрен, мәңгелек төшөнсәләрҙе, әхлаҡи тәрбиә проблемаларын өйрәнеп, системаға һалыу тикшеренеү эшебеҙҙең маҡсаты булды.

Ғилми эштең практик әһәмиәте. “Урал батыр” эпосында әҙәп һәм әлхаҡ нормалары буйынса алып барылған тикшереү эше артабан да был тема менән ҡыҙыҡһыныусыларға кәрәкле материал була ала. Эш семинарҙарҙа, докладтар өсөн методик ҡулланма була ала.

Фрагмент работы

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. «УРАЛ БАТЫР» ЭПОСЫНЫҢ ПРОБЛЕМАТИКАҺЫ

1.1 «Урал батыр» эпосын өйрәнеү тарихынан

«Урал батыр» эпосын баҫып сығарыу һәм өйрәнеү эштәре бары тик ХХ быуаттың 60-сы йылдарында ғына башлана. Эпосты беренсе булып билдәле фольклорсы-ғалим Кирәй Мәргән “Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары” тип исемләнгән монографияһында “Урал батыр” эпосын анализлауға тотош бүлек бағышланған.

Әйткәндәй, башҡорт фольклоры ғилемендә донъя күргән был монография иң тәүгеһе. Ғалим хеҙмәтендә башҡорт халыҡ эпосының сағыштырмаса күп төрлөлөк һәм күп сюжетлылыҡ менән айырылыуын билдәләй һәм ҡайһы бер халыҡтарҙағы “Джангар”, “Калевала” кеүек эпик әҫәрҙәрҙең бер генә эре ваҡиға тирәһендә ойошҡанлығын әйтеп үтә.

Артабан ул бер әҫәрҙең йөкмәткеһенең икенсе бер әҫәрҙә дауам ителеүе тураһында фекерҙәр әйтә.

Был оҡшаш сюжет йә идея-тематик эпик йөкмәтке, ҡомартҡыларҙа хәрәкәт итеүсе бер үк исемдәге герой йә образ булыуы ихтимал.

Ғалим ошо турала былай тип яҙа: “. “Аҡбуҙат” үҙе “Урал батыр” сюжетының дауамы кеүек яңғырай. Был әҫәрҙәрҙең икеһендә лә бер үк образдар – Аҡбуҙат менән алмас ҡылыс хәрәкәт итә”.

Артабан ул ҡайһыһы ҡасан барлыҡҡа килеүен билдәләүҙең шаҡтай ауыр мәсьәлә икәнлеге тураһында әйтеп, шулай ҙа теге йәки был әҫәрҙең сюжет ҡоролошонда йәмғиәттең үҫеш картиналары, дәүерҙең ижтимағи этаптары, шул мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыуын билдәләй. Шунан сығып, теге йәки был әҫәрҙең тыуыу дәүерен билдәләү мөмкинлеген фаразлай. Шул фекерен йомғаҡлап, ул былай тип яҙа: “Эпик репертуарға ингән сюжеттарға анализ яһау эшен “Урал батыр” иселе әҫәр менән башларға тура килә. Сөнки был әҫәрҙә башҡорт халҡының фекерләү үҫешендәге иң боронғо дәүерҙәрҙең береһе сағылыуына иғтибар йүнәлтә. Әммә тәбиғәт “хужаларына ҡаршы көрәшә башлаған осоро “сереле көстәр” бойондороҡлолоғонан әкренләп ҡотола барыуы, кешенең активлаша, көрәшә һәм еңә башлауы күрһәтелә, тип яҙа ул “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” хеҙмәтендә.

“Урал батыр” әҫәре ике версияла билдәле, береһе- иң күләмлеһе ҡобайыр, икенсеһе – әкиәтләшкән варианты, ти ул. Ике варианттың да ҡыҫҡаса вариантын һөйләп бирә.

Ғалим Урал батыр образына , уның батырлығына туҡтала.

1.2 Эпоста ғаилә мөнәсәбәттәре бирелеше

Тормош, булмыш, йәшәйеш, йорт-илдең, халыҡтың яҙмышы әйләнеүгә, ғаилә ҡороуға, нәҫел-нәсәпте ишәйтеүгә бәйле. Тереклек итеүҙең ғилләһе — парлы, йәрле булыу, ҡушылыу-түлләнеү, бала бағыу, донъяны дауам итеү. Был — изге йола ла, кире ҡаҡҡыһыҙ ҡанун да. Халыҡ аҡылынса, әйләнеү — көйләнеү, өйләнмәгәндең тамыры ҡорор, өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булмағандың иле лә булмаҫ[ Бәҙретдинов С. Халҡым хазинаһы. Өфө, 2011. 214-се б.].

Туй йолаларының, ғаилә ҡороу ғәҙәттәренең, рәүешенең генетик тамырҙары бик боронғо дәүерҙәргә барып тоташа. Көнитмеш, йолалар, ир-егет, ҡатын-ҡыҙ, ғаилә мөнәсәбәттәре, дәрт, мөхәббәт халыҡ ижадында киң сағылған. Ундағы мәғлүмәттәр серле, фәһемле, танып белеү йәһәтенән әһәмиәтле, тере һыу һымаҡ, донъяны, тормошто йәшәртерлек, йәнләндерерлек. Грек мифологияһында һөйөү, матурлыҡ, йәнә әйләнеү һәм түлләнеү алиһәһе Афродита ләззәт, нәзәкәтлек менән кешеләрҙең күңелендә мөхәббәт тойғолары уята һәм үҙе лә ғашиҡ була. Мәҫәлән, алиһә Парисҡа Еленаның һөйөүен вәғәҙә итә һәм ҡауышыуҙарының ныҡлығын күҙәтә. Мифологияға нигеҙләнгән «Урал батыр» эпосында ла мөхәббәт, ғаилә күренештәре һүрәтләнә. Тыуған ер, ил өсөн ҡара көстәргә, яуыздарға, залимдарға ҡаршы көрәш әйләнеү, түл йәйеү, ғаилә мөнәсәбәттәре күренештәре менән үрелеп бара. Бында тормош ысынбарлығы, борон заманда ҡыҙ эҙләү, һайлау, ғаилә ҡороу рәүеше, йолалары, халыҡтың әйләнеүгә ҡарашы, был тәңгәлдә тупланған аҡылы сағыла. Борон-борон заманда ла, унан һуң да, йәғни кешелек донъяһының һәр мәлендә лә мөхәббәт, ғаилә темаһы көнүҙәк булып ҡала.

Тәүарихтан билдәле булыуынса, ҡанбабалар тупраҡҡа орлоҡ һалып, уның шытыуын Ер-инәнең түлләнеүе, йомортҡала тере йән яралыуҙы түллек нигеҙе, башланғысы тип аңлаған.

Олуғ поэтик ҡомартҡы «Урал батыр»ҙа Урал менән Шүлгәнде донъяға тыуҙырыусылар — Йәнбирҙе менән Йәнбикә. Урал батырҙың Ҡатил батша ҡыҙынан тыуған улы — Яйыҡ, Гөлөстандан — Нөгөш, Һомайҙан — Иҙел, Шүлгәндең Ай ҡыҙы Айһылыуҙан тыуған улы Һаҡмар атлылар.

Мифик заттар ҙа парлы, йәрле. Күк һәм ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡатындары — Ҡояш менән Ай, уларҙың ҡыҙҙары — Һомай менән Айһылыу. Һомай Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡҡа, улдары Урал менән Шүлгәнгә үҙенең кемлеген түбәндәгесә әйтеп бирә:

Ерҙә һис кем тыумаҫтан,

Берәү аяҡ. баҫмаҫтан,

Ҡуш булырга йәр эҙләп,

Ерҙә һис кем тапмагас,

Бүтән йәндән һайларга

Берәүен тиц күрмәгәс, —

Күккә осоп йәр эҙләп,

Айҙы, Ҡояшты күҙләп,

Үҙенә йәр һайлаган,

Мкеһен дә арбаған,

Бар ҡоштарга баш булган

Самрау тигән атам бар.

Был мәғлүмәттән аңлашылыуынса, хатта ки ерҙә һис кем тыумаҫтан, Самрау батша ҡуш булырға тиң күрер йән-йәр эҙләй, күҙләй, һайлай һәм арбай, Ҡояш инә иһә Йәншишмәнән һыу алып, бәпесен йыуҙыра, үҙ нурына һуғара, балаһы ла илде нурға күмә. Иран, Һин-достан, Ҡытай, Египет, Греция мифтарында ла мәңгелек идеяһы, йәр һайлау күҙаллана, Ер һәм Күк ирле- ҡатынлы пар итеп ҡабул ителә.

Әйткәндәй, күңелгә хуш йәр эҙләү, тиң күрешеп ҡауышыу, ғаилә ҡороу, бала һөйөү, бәпләү бәхетенә ирешеү, балалы йорт нурлы йорт булыу — кешелек өсөн хәҡиҡәткә әйләнгән күренеш.

Боронғолар аҡылынса, ҡатын-ҡыҙҙың ир затына тәбиғи ынтылышы уның һөйөүендә сағыла, ә һөйөүҙә — хислелеге, наҙлылығы, ҡылығы, әҙәбе. Ҡатын-ҡыҙ һөйөү йөрөтөүсе һәм уны бүләк итеүсе, таратыусы, ир кеше иһә ҡот биреүсе, табыусы, булдырыусы булараҡ сығыш яһай. Никахҡа ингән, ғаилә ҡорған кеше фәҡәт үҙе өсөн генә йәшәй алмай, үҙен генә ҡайғыртһа — ғаилә тарҡала. Әлбиттә, йәрҙәр бөтөнләй бер йәнгә, бер тәнгә әйләнмәй. Ғаилә мөнәсәбәттәренең ныҡлығы — бер-береңде аңлауҙа, тулыландырыуҙа, хөрмәтләүҙә, мөхәббәтте һаҡлауҙа. Ғаилә барлыҡҡа килгән мәлдән үк ир һәм ҡатын әҙәм нәҫелен ишәйтеүсе, йәмғиәтте һәм йәшәйеште, ғөмүмән, донъя ҡотон һаҡлаусы булып тора.

«Урал батыр» эпосында аңлатылыуынса, йәшәйештең, үлемһеҙлектең асылы — үҫемлек, тереклек донъяһының алмашынып тороуында: «Инәнән тыуған берәү ҙә был донъяла үлмәһә, үҙ миҙгеле еткәндә һис йәшеллек бөтмәһә, — унан беҙгә ни файҙа? Ҡайһылар йылға ике-өс түлләһә, бүтән йәндәр ҡаңғырып, ашарына тапмаһа, һис бер йылға аҡмаһа, саф шишмәләр сыҡмаһа, ерҙәге һыу тынсыһа, — шул саҡта беҙ нишләрбеҙ? Үлемдән ҡурҡыр йән булһа, ҡотолорға юл эҙләр, түл йәйергә уйлаһа, илде гиҙеп яй эҙләр».

Боронғо аҡыл эйәләренең ҡарашынса, мәңге яңырып торған тәбиғәт һымаҡ, кеше лә яңырырға — балаларын һәм балаларының балаларын ҡалдырырға тейеш. Нәҫелде дауам итеү — кешенең иң мөһим бурысы. Һөйөшөү, өйләнешеү — әҙәм нәҫелен бар иткән, йәшәткән ғәйәт ҙур көс-ҡөҙрәт. Ҡушылыу, түлләнеү кешеләргә тәбиғәт тарафынан бирелгән асыл.

Мөхтәр Сәғитов «Башҡорт халыҡ эпосы» мәҡәләһендә яҙыуынса: «Әҫәрҙә кешелек, тереклек — мәңгелек, әммә кешеләр, тереклек эйәһе быуын-быуын килеп-китеп тора, һәм был — мәңгелек заң тигән фәлсәфә үткәрелә»[ Сәғитов М. Башҡорт халыҡ эпосы. Өфө, 1981 17-себ.]. Үлемһеҙлектең, тормошто дауам итеүҙең сараһы: түл йәйеү, байманлыҡта түлләү, бала сығарыу, табыу, бала — бауырым, тиеү. Ғүмерҙең дауамы — бала. Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат. Күп бала тыуһа — бик яҡшы, бер бала тыуһа ла— яҡшы, берәү ҙә тыумаһа — бәхетһеҙлек.

Кешелектең боронғо дәүерендәге һәм унан һуңғы осорҙағы тормош, ғаилә рәүеше сағылған «Урал батыр» эпосты йәншишмәләй рухи сығанаҡ. Был әҫәрҙә халыҡ йолаһы – ғаилә өсөн ҡыҙ һайлау киң сағыла. Ҡатил илендә «ҡыҙы һайлай егетен, үҙе һайлай ҡыҙ-ҡырҡын, ҡалғандары тағы ла үҙҙәренә һайлайҙар». Ҡыҙҙар һайлап йөрөгәндә Ҡатил аҡһаҡалды саҡыртып, һылыуҙың тешен тикшертеп, үҙе уның алһыу йөҙөн, йәнә күкрәктәрен ҡапшап, билен тотоп ҡарай, битенән үбеп, һарайға был ярар, ти. Дүрт ҡол күтәргән алтын тәхет өҫтөндә ултырып, аҡһаҡалдар эйәртеп, батша ҡыҙы майҙанда рәт торған бар егетте аралап, йәр һайлай, оҡшарҙайын тапмай. Ахыр сиктә Уралға килеп етә, туҡтап уға һүҙ ҡуша һәм алма бирә, уны һарайға алып барырға аҡһаҡалға ымлай. Халыҡ: «Батша ҡыҙы һөйҙө бит! Батша кейәүе булды бит!» — тип шау килә. Бер аҡһаҡал Уралға йола аңлатып, кейәү булдың беҙгә, тип, уның арҡаһынан һөйә, юл башларға була. Мәгәр Урал быға күнмәй, аҡһаҡалдарға эйәреп, һарайға китмәй. «Мин ят йоланы белмәйем, эш аҙағын күрәйем, аҙаҡ барһам, барырмын, ҡыҙҙы эҙләп табырмын» — тип, батша ярандарының һүҙен кире ҡаға. Батша ҡыҙы асыуланып, Урал янына килеп, үпкә һүҙҙәрен әйтә:

Егет, һине һайланым һарайыма барырга.

Алма биреп ымланым,

Мине тицгә алманын,,

һарайыма барманың,

Кире ҡаҡтың һүҙемде,

Бөтә ҡолдар алдында

Ҡара иттең йөҙөмдө.

Күреүебеҙсә, батша ҡыҙын тиңгә алмау, уның һүҙен

кире ҡағыу йөҙөн ҡара итеүгә бәрәбәр. Хатта Ҡатил

тәхетенән төшөп төкөрөк сәсә: «Ҡайһы ырыу егеттән

минең ҡыҙым хурланған? Ниңә йолам боҙаһың, ниңә

бармай һуҙаһың?» Урал ят йоланы һөймәүен белдергәс,

уның сит кеше икәнлеген белгәс, аҡһаҡалдар,

батырҙар, батша яҡлылар уға ҡыҙҙы биреүҙән, уны

кейәү ҡылыуҙан көнләшә.

Ҡатил батырҙарын еңгәс, барыһы ла димләшкәс, халыҡ һүҙен тыңлап, Урал ҡыҙҙы ала, туй яһай. Мәгәр туй уҙғандан, бер нисә көн булғандан һуң, ары китә, сәфәрен дауам итә. Батыр, иҫен-аҡылын юйып, һөйөү шауҡымына бирелмәй, ҡыҙ менән мауыҡмай, уның төп ниәте — донъяны үлемһеҙ итер тере һыу табыу. Күреүебеҙсә, Ҡатил батша илендәге хәл-ваҡиғаларҙа ир-егет, ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәттәренә, һөйөүгә бәйле күренештәр тасуирлана: йәр һайлау; ҡыҙҙың һаулығын, һомғоллоғон ҡарау; егетте алма биреп ымлау; ҡыҙҙы ят кешегә биреүҙән көнләшеү; йола боҙоусыға нәфрәт, яза; күңеле хуш иткәнде яҡлап, ҡыҙҙың атаһына ялбарыуы.

Бөтә йылан-яуызды тар-мар иткәс, Урал йыланға ҡаршы күп йыл буйы һуғышҡан Алғыр тигән ирҙе башлыҡ итеп ҡуя, бары ла димләгәс, уның (Кәһкәһәнең сер һарайында күргән, ынйы менән биҙәлгән, ебәк менән уралған) һылыу ҡыҙы Гөлөстанды ала. Халыҡ араһынан бер ҡарты, иң олоһо, өлкәне, донъяла күп күргәне Уралға әйткәнсә, «ил батыры — батырҙан, батыр ирҙән тыуар ул; был батырҙан ҡот йәйгән, батыр ҡыҙҙан һөт имгән, — һиңә тиңдәш булыр ул». Шулай итеп, Урал батыр халыҡты яуыз көстәрҙән ҡотҡарған һәр илдә халыҡ һорауы буйынса кәләш ала, туй ҡыла. Үҫеп, буй еткәс, Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел атлы өс улы уға тоғро юлдаш, яуҙа таһыллы ҡулдаш булып, яуыз йәндәрҙе еңә. Урал ҡотонан тыуған батыр бала Иҙел дейеүҙе дөмөктөргәс, Һомай улына: «Батырҙан батыр тыуғанһың, атаңдай батыр булғанһың. Кәүҙәң бала булһа ла, йөрәгең йәш булһа ла, инде үҫеп еткәнһең» — ти.

Батырҙарҙың батырына кейәүгә сығыу, батырҙан ҡот алыу, түл йәйеү йолаһы Шәреҡ донъяһында киң таралған күренеш. Әйтәйек, «Искәндәрнамә», «Хөсрәү вә Ширин» кеүек әҫәрҙәрҙә лә батыр, ҡөҙрәтле ирҙәргә барған, булған ерҙәрендә ҡыҙ бирәләр. Сөнки ғәйрәтле, ҡуш йөрәкле, сәләмәт ирҙән ҡот алғанда, бала тапҡанда, киләсәк быуын да ҡотло, ил-йорт та ҡеүәтле була.

Урал батыр , эпоста һүрәтләнеүенсә, өс тапҡыр өйләнә: тәүҙә – үҙе ењгән Ҡатил батшаның ҡыҙына, икенсе мәртәбә, Ҡәһҡәһәне тар-мар иткәс, Алғыр батырҙың Гөлөстан исемле ҡыҙын ала, ә өсөнсө кәләше – Самрау батша ҡыҙы Һомай. Әммә бында ғалимә А.С. Мирбадалеваның хаҡлы раҫлауынса, “өс тапҡыр өйләнеү мосолманлыҡ менән бәйләнмәгән, ә патриархат осорондағы боронғо никах формаларының сағылышы булып тора. Был осорҙа никах мөнәсәбәттәре әле нығынып етмәгән һәм ваҡытлы характерҙа булған”. Урал батырҙың өс никахтан тыуған өс батыр улы – Иҙел, Яйыҡ, Нөгөш үҫеп етә һәм аталарының юлын дауам итергә, илен, халҡын ҡурсалап алышҡа сығырға әҙерләнә. Улар өсөһө өс яҡтан атаһына ярҙамға килеп ҡушыла. Шүлгән менән Айһылыуҙың улы Һаҡмар ҙа, Урал батыр яҡлы булып, көрәшкә күтәрелә.

Боронғоларҙың ҡарашынса, батырҙар ҡотоноң, затының нәҫеле, киләсәк быуыны ҡатынға ҡарағанда ҡим- мәтерәк вә баһалыраҡ. Мәгәр ҡатын-ҡыҙ тәүге сиратта инәй (донъяға тыуҙырыусы, һөт имеҙеүсе) булараҡ ҡәҙерле һәм хөрмәтле. Ғөмүмән, төрки халыҡтарында әүәл-әүәлдән ҡатын-ҡыҙға ихтирамлы мөнәсәбәт күҙаллана. Әйтәйек, улдар тирмәгә ингәндә тәүҙә инәһе, шунан атаһы менән баш эйеп иҫәнләшкән. Егет ҡыҙҙы әүрәтеп хур итһә, һис кисектергеһеҙ әйләнергә дусар ителгән. Ә ирле ҡатынды көсләүсе үлем язаһына тарттырылған. Йола буйынса тол ҡатын яҙмыш ҡосағына ташланмаған, еңгәһен алған ир-егет уның тураһында үҙ йәмәғәте кеүек хәстәрлек күрергә тейеш булған.

Шулай итеп, “Урал батыр” эпосында ғаилә мотивы мифологик ҡараштарға бәйле үҫтерелә, Уралдың һәр лдән кәләш алып түл йәйеүе, киләсәк быуынға башланғыс биреүе үлемһеҙлектең бер символы тип ҡарала. Эпостан халыҡтың ғаиләгә ҡарата ышаныуҙары, ҡараштары үҫеп сыҡҡан, улар халыҡта төрлө йола-ғөрөф-ғәҙәттәр формаһында һаҡланған.

“Урал батыр” эпосында батыр һәм халыҡ мөнәсәбәте – төп темаларҙың береһе. Ул халыҡтың әхлаҡи ҡараштарының, ынтылыштарының батыр һынында сағылыуында, эпос геройының халыҡ хыялдарын тормошҡа ашырыуында, уның мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуында күренә.

М. Сәғитов яҙыуынса, Урал батыр - эпостың баш ҡаһарманы. Урал - халыҡ күрергә теләгән идеал — батыр образы. Был образды һүрәтләүҙә ырыу ҡоролошо осорона хас һыҙаттар өҫтөнлөк алһалар ҙа, башҡорт халҡының һуңғыраҡ дәүерҙә халыҡ батырҙарына ҡарата ҡуйған юғары талаптары, теләктәре сағылмай ҡалмаған. Уралдың бөтә эштәре, батырльгктары кешелеккә үлемһезлек эҙләү мотивы менән бәйле. Ул — беренсе сиратта, бөтә ырыуҙы символлаштырыусы ата-әсә һүҙен тотҡан, йолаларҙы ихтирам иткән батыр. Урал кесе йәштән ырыу йолаларын тайпылышһыҙ үтәй, билдәле бер йәшкә етеп, үҙ ҡулы менән йәнлек тотмайынса, ата-әсәһе аулап килтергән йәнлектәрҙең йөрәген, башын ашамай, ҡабырсаҡҡа һалынған ҡанды ауыҙ итмәй, бөтә тыйыуҙарҙы теүәл үтәй. Урал ғәҙеллекте, ярҙамсыллыҡты алға ала, ырыу, кешеләр, юөтә халыҡ мәнфәғәтен үҙ мәнфәғәтенән өҫтөн ҡуя, ҡыйырһытылғандарҙы, иҙелгәндәрҙе яҡлап көрәшә.

Ҡобайыр Уралды ҙур физик көскә эйә, шул уҡ ваҡытта баҫалҡы, ябай, аҡыллы батыр итеп һүрәтләй. Ул хатта дошмандарын да ҡапыл ғына үлтереп бармай, уларға уйларға, ҡылған ҡылыҡтарын үлсәп ҡарарға, төҙәлергә форсат бирә. Урал батыр Ҡатил батшаны ла, уның ярандарын да кешеләрҙе һәләк итеүҙән баш тарттырырға өгөтләп ҡарай. Тәҡдимдәре кире ҡағылғас ҡына, ул дошмандарын аяуһыҙ юҡ итә. Урал батыр борондан йәшәп килгән «ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ» тигән принцип буйынса эш итә. Ул Шүлгәнде лә тура юлға баҫтырырға тырышып ҡарай, халыҡҡа ҡаршы сыҡмаҫҡа өндәй, әммә Шүл-гән яуызлыҡтан арына алмай. Урал батырҙың эпоста көслө титан итеп һүрәтләнеүе ғәжәп түгел, сөнки уның дошмаңдары ла - иләмһеҙ ҙур, имәнес аждаһа, дейеү, йыландар һәм башҡалар. Уралдың улдары ла ғәжәп көслө, ҙур кәүҙәле батырҙар. Боронғо архаик эпос геройҙарының алып кәүҙәле, ҙур физик көслө булыуҙары - ғәҙәти күренеш. Уның сере шунда: эпос һәм уны ижад итеүсе халыҡ үҙ батырын яман көслө, ғәләмәт ҙур яуыз дошмандарға ҡаршы торорлоҡ, уларҙан өҫтөнөрәк ҡаһарман итеп күрергә теләгән.

Ҡобайырҙа Урал батырҙың ағаһы Шүлгән менән бергәләп, арыҫландарға атланып, үлемһеҙлек килтереүсе Йәншишмә һыуын эҙләп сәйәхәткә сығыуҙары ентекле хикәйәләнә. Улар ике юл сатында ултырыусы ҡартты осраталар. Аҡ һаҡаллы ҡарт уларға был юлдарҙан китеүҙең мәғәнәһен аңлата. Бындай изгелекле ҡарт - төрки халыҡтар фольклорында киң таралған образ. Ул хадыҡ аҡылын йөрөтөүсе, батырҙарҙың тоғро юлдашы.

Урал менән Шүлгән, йәрәбә һалышып, кемгә ҡайһы юлдан китеүҙе билдәләйҙәр. Шүлгәнгә илау-һыҡтау, ке-шеләрҙең аһ-зарын көндәр буйына тыңлап, ҡыйынлыҡтар күреп бара торған юл сыға, ә Уралдың юлы шатлык, бәхет, иркенлек иленә алып барырға тейеш була. Әммә Шүлгән ғауғалашып, ағай булыуынан файҙаланып, Урал бараһы юлдан китергә теләй. Олоно оло тип таныған, баҫалҡы тәбиғәтле Урал ағаһы теләгенә ҡаршы сыҡмай һәм үҙе ауыр юлдан китә. Артабан эпос уның юл сәфәре, донъя менән танышыуы, ғәҙеллек яҡлап ҡаһарманлыҡтар эшләүе хаҡында хикәйәләүгә күсә.

Урал, оҙаҡ йылдар бара торғас, ҡасып-боҫоп йөрөүсе ҡарсыҡ менән бер ҡыҙҙы осрата һәм уларҙан яуыз Ҡатил батшалығына килеп еткәнлеген белә.

Ҡатил батша иле — яуызлыҡ иле. Ҡобайырҙа Ҡатил төрлө башҡорт ырыуҙарын буйһондороп, иҙеп, йәберләп йәшәүсе, яуыз сит батша рәүешендә күҙ алдына баҫа. Ул, иҫке йолаларҙы тотоп, төрлө ҡорбандар ҡыла. Ҡатил батшалығында мәжүсилек, күп аллаға табыныу хөкөм һөргәнлеге, тәңрегә, ҡоҙғонға, күлгә, утҡа, ата-ба-балар рухына табыныу һәм ҡорбандар килтереү күренә. Урал батыр өсөн кеше һуйыу - вәхшилек, ят йола.

Батша ҡыҙы Урал батырҙы үҙенә йәр итеп һайлай. Әммә Урал уның артынан һарайға бармай. Уның был ҡылығына асыуы килгән Ҡатил батша Уралды йола боҙоуҙа ғәйепләй. Урал Ҡатилға:

Батша тигән нәмәне,

Кеше һуйыр йоланы

Ишетеп тә, күреп тә,

Нисә йылдар йөрөп тә,

Һис бер ерҙә күрмәнем,

Барлығын да белмәнем.

Үлем тигән яуызды

Үлтерергә эҙләйем, —

тип яуап бирә.

Ул үҙенең һүҙенә тоғро булып ҡала, үлемгә дусар ителгәндәрҙе яҡлап, халыҡ өсөн көрәшкә сыға. Урал батырҙың ҡаһарманлығы ошо батшалыҡта һынала. Ул Ҡатил батшаның тау кеүек ҙур, ғәйрәт сәсеп килгән үгеҙен еңә, ләкин уны бөтөнләй һәләк итмәй. Тик уға «кеше көсөнөң өҫтөнлөгөн», ә үгеҙҙең һәм уның тоҡомоноң «кешегә хеҙмәт итәсәген» киҫәтеп ҡуя. Урал батыр Ҡатилдың дүрт бәһлеүәнен, Ҡатил батшаның үҙен, барлыҡ ярандарын үлтерә. Ҡатил батша золомонан яфа сиккәндәрҙе, ҡорбанға әҙерләнгән кешеләрҙе азат итә. Уларҙың араһынан береһен баш итеп һайлата. Урал, Ҡатил батша ҡыҙын алып, туй яһай.

Урал батырҙың юлы артабан йылан, аждаһа иле аша үтә. Ҡәһҡәһә - аждаһа, йыландар батшаһы. Уның аждаһалары кешеләргә йәшәргә ирек бирмәйҙәр, ил батырҙарын йотоп, баш үҫтерәләр. Эпос Ҡәһҡәһәнең аждаһа-йылан илен сит ырыу иле тип һүрәтләй. Унда ла батырҙар, халыҡ бар. Әммә был илдә яуызлыҡ, тупаҫ көс өҫтөн сыҡҡан, кешеләрҙең намыҫы тапалған. Күп батырҙарҙы аждаһалар йоткан, күп халыҡ зинданға ябылған. Был илгә килеп етер алдынан Урал батыр Ҡәһҡәһәнең улы Зәрҡумды үлемдән ҡоткарып алып ҡала. Зәрҡум өйрәтеүе буйынса, ул Ҡәһҡәһәнең сихри көскә эйә булған мөғжизәле ынйы башлы таяғын алырға уйлай. Ҡәһҡәһә мәкерлек менән Уралды юҡ итергә самалай. Ләкин Урал батыр Ҡәһҡәһәнең аждаһа, йыландарын тар-мар итә. Кеше йотоп баш үҫтергән аждаһаларҙың башын киҫеп, батырҙарҙы ҡоткара. Зинданда бикле кешеләрҙе иреккә сығара.

Иреккә сыҡҡан халыҡ: «Инде, егет, ни эшләйек, ниндәй бүләк бирәйек? Тәңре тиһәк, кешеһең, ни тип әйтеп ҙурлайыҡ?»-тип әйтеүҙәренә былай тип яуап бирә:

Һис бер ҙурлыҡ кәрәкмәй,

Ил батыры шул булыр —

Кеше һөйәр ир булыр,

Һеҙҙең шатлыҡ — минеке,

Минең шатлыҡ — һеҙҙеке.

Илдең барын йыяйыҡ,

Күмәкләп туй ҡылайыҡ.

Арағыҙҙан берәүҙе

Башлыҡ һайлап ҡуяйыҡ.

Ул ил батырының ғүмере лә, эше лә илдән, халыҡтан айырылғыһыҙ булыуын әйтә һәм үҙенең кеше һөйәр батыр булыуы менән ғорурлана. Күп йылдар буйына аждаһа, йыланға ҡаршы һуғышҡан, аҡылы, ғәҙеллеге менән башҡаларҙан айырылып торған Алғыр ҡартты ул Ҡәһҡәһә иленә баш ҡыла. Иреккә сыҡҡан халыҡ Урал батырға рәхмәт йөҙөнән Ҡәһҡәһәлә ҡоллоҡта булған Алғыр ҡарттың ҡыҙы Гөлөстанға өйләнеүен, туй яһауын һорай. Урал батыр аждаһа, дейеүҙәрҙе тамам еңмәй тороп туй яһауҙы иртә һанай. Шул ваҡыт күпте күргән бер ил ҡарты:

— Һәр йыл ғүмер бер батыр

Иле есөн яратыр.

Быуын-быуын үтер ул,

Киләсәк быуын етер ул,

һинең даның ҡалһа ла,

Ҡулда ғәйрәт бөтөр ул.

Ир бөтһә лә, ил бөтмәҫ,

Ил батыры — батырҙан,

Батыр ирҙән тыуыр ул;

Атанан күреп, уҡ юнып,

Өлкәндән күреп, яу ҡыуып,

Ил эсендә үҫер ул.

Батырҙан батыр тыуғанда,

Атаһындай булғанда,

Бер быуын тип һаналған

Илдә ғүмер үтер ул.

Батыр атанан ҡот йәйгән,

Матур әсәнән һөт имгән, —

Һиңә тиңдәш булыр ҡыҙ,

Батырға әсә булыр ҡыҙ, —

тигәс, Урал батыр ҡарттың (халыҡтың) мәғәнәле һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, Гөлөстанды алып туй яһай. Ҡарт, батырҙы - батыр, быуынды быуын алмаштыра, тигән тәбиғәт заңын әйтә, батырҙан батыр тыуасаҡ, тигән фәлсәфәне Уралдың аңына һеңдерә.

Заключение

“Урал батыр эпосының проблематикаһы” тип аталған хеҙмәтемдә халҡыбыҙҙың мәшһүр эпик ҡомартҡыһында әхлаҡи һәм фәлсәфәүи һорауҙарҙың сағылышын өйрәндем.

“Урал батыр” эпосында боронғо кешеләрҙең генә түгел, ә тотош милләтең, кешелек йәмғиәтенең быуаттар буйына тупланған фәһеме, донъяға ҡараштары бирелгән. Эпос - халыҡтың әхлаҡи ҡараштары тупланмаһы. Мәҫәлән, ғаилә ҡороу мотивы әҫәрҙә бик киң планда бирелә. Урал батыр әҫәрҙә өс тапҡырр өйләнә, был боронғо мотивтың үҙенә генә хас әхлаҡи йөкмәткеһе бар. Халыҡта йәшәгән ғөрөф-ғәҙәт шуны һөйләй: ил батырынан батыр тыуыр. Ғаилә ҡороуға бәйле ҡанбабаларҙан уҡ килеүсе йолалар эпоста бермә-бер сағылыш тапҡан. Ғөмүмән, ғаилә ҡороу “Урал батыр”ҙа тереклек итеүҙең ғилләһе тип бирелә, сөнкии парлы, йәрле булыу, ҡушылыу-түлләнеү, бала бағыу- донъяны дауам итеү. Был — изге йола ла, кире ҡаҡҡыһыҙ ҡанун да. Халыҡ аҡылынса, әйләнеү — көйләнеү, өйләнмәгәндең тамыры ҡорор, өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булмағандың иле лә булмаҫ.

“Урал батыр” эпосының икенсе мөһим әхлаҡи ҡануны – ул батырҙың халыҡ өсөн көрәше. Халҡыбыҙҙа борон-борондан йәшәп килеүсе донъяуи ҡараштар шуны һөйләй: ил улы үҙ ҡәүеме өсөн йәнен-тәнен аямаҫҡа, уның бәхете өсөн яу сабырға тейеш. Халыҡ эпоста – батырҙың тоғро юлбашсыһы, уның тәрбиәсеһе, йәшәү мәғәнәһе. Ә батыр – халыҡтың уй-ышаныстарының, хыялдарының сағылышы, уның аҫыл улы.

“Урал батыр” эпосында философик проблемалар ҡуйыла. Мәңгелек хәҡиҡәттәргә халыҡтың ҡараштары, боронғонан килеүсе аманаттар бирелгән әҫәрҙә. Уларҙың береһе – үлем һәм үлемһеҙлек һорауҙары. Урал батырҙың иң беренсел маҡсаты - Әжәлде еңеү. Әммә уның яу юлы, үлем менән көрәше ике фәлсәфәүи хәҡиҡәтте раҫлай. Терелек донъяһы – үлемһеҙ, уның асылында мәңгелек ята. Кеше ғүмере иһә күҙ асып йомған мәл кеүек һәм уны изгелеккә арнау, Урал батыр кеүек юл үтеү зарур. Тап ошондай рух ҡына үлемһеҙ.

“Урал батыр” эпосының төп идеяларының береһе – изгелек менән яуызлыҡ көрәше. Ул эпостың образдар системаһының бүленешендә, әҫәрҙә буйынан-буйға үткәрелеүсе дуалистик ҡараштарҙа сағыла. Эпоста ыңғай образдар булған Йәнбикә ҡарсыҡ менән Йәнбирҙене, Урал батыр менән улдары Яйыҡ, Иҙел, Һаҡмар, Нөгөштө, мифик Аҡбуҙаттыизгелек өсөн көрәшә. Әҫәрҙең кире образдары - Урал батырҙың яуыз дошмандары, башҡорт мифологияһында киң таралған аждаһа, дейеү, ендәр, йыландар һәм уларҙың батшалары — Ҡатил, Әзрәҡә, Зәрҡум, шулай уҡ кешелектең яуыз дошмандары яғына күскән Шүлгән батыряуызлыҡ яһилдары. Әҫәр халыҡтың ышанысын, уның яҡты киләсәккә өмөтөн раҫлай – Урал батыр дошмандарын еңә, изгелек еңеп сыға, йәнле тереклек донъяһы иркен һулыш ала.

Шулай итеп, “Урал батыр” эпосында кешелек йәмғиәтенең аҡыл-фәһеме, халҡыбыҙҙҙың әхлаҡи ҡараштары, мәңгелек фәлсәфәүи хәҡиҡәттәр бирелгән. Әҫәр күпселек дини китаптар, кешелек тарихындағы мифтар менән ауаздаш. Был иһә эпос нигеҙендә ятҡан идеяларҙың бик борондан килеүсе хәҡиәт булыуын раҫлай.

Список литературы

I

1. Башҡорт фольклоры. IV сығарылыш. Өфө: Китап, 2000. 425 б.

2. Бәҙретдинов С. Халҡым хазинаһы. Өфө, 2011. 345 Б.

3. Валеев Д. Ж. Нравственная культура башкирского народа. Уфа, 1989. 347 с.

4. Галин С. Башҡорт фольклоры. Өфө, 1975. 215 б.

5. Галин С. Башкирский мифологический эпос. Уфа, 1999. 312 б.

6. Галлямов С. «Урал батыру» — 4000 лет. Уфа, 1995. 311 с.

7. Давлеткулов А.Х. Отражение истории этноса и его социально-духовной жизни в эпической поэзии башкир: социально-философский анализ: автореф. докт. флософских наук. Уфа, 2011. 36 с.

8. Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961. 421 б.

9. Нәҙершина Ф. Халыҡ һүҙе. Өфө, 1983. 231 б.

10. Сөләймәнов Ә.М., Рәжәпов Р.Ф. Башҡорт эпик ҡомартҡыларының мифологик нигеҙҙәре. Өфө: Ғилем, 2006. 274 б.

11. Сөләймәнов Ә.М. Башҡорт халҡының ҡарһүҙе. Өфө, 2011. 516 б.

12. Сәғитов М.М. Башҡорт халыҡ эпосының мифологик һәм тарихи нигеҙҙәре. Өфө, 2009. 279 б.

13. Сәғитов М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. Өфө, 1987. 230 б.

14. Харисов Ә. Рухи тамырҙар. Өфө, 1984. 321 б.

II

15. «Урал-батыр»: Башкирский народный эпос / Авт. проекта, сост., ред., вступ. ст., коммент. Ф. Надршина (на башк., рус., англ. яз.). Уфа, 2003. 516 б.

III

16. Байымов h. Боронғо башҡорт әҙәбиәте йәки уны милли йәһәттән бөтәйтеп буламы?//Башҡортостан. - 2005. - 7 декабрь.

17. Дәүләтҡолов Ә. “Урал батыр” ҡобайырының әхлаҡи-этик рухы//Башҡорт әҙәбиәте мәсьәләләре. Әҙәбиәт. Фольклор. Әҙәби мираҫ. Өфө, 1999. – 100-106-сы бб.

18. Мөхәмәтйәнов С. “Урал батыр” эпосында йәшәү һәм үлем төшөнсәләре//Республиканские Киекбаевские чтения: материалы научн.-практ. конференции. Стерлитамак, 2008. – 177-180-се бб.

19. Сәғитов М.М. Мифологияға нигеҙләнгән героик ҡобайырҙар// Башҡорт фольклоры. IV сығарылыш. - Өфө: Китап, 2000. – 38-81-се б,.

20. Хөббөтдинова Н. Архаик һәм әңы эпоста герой образының кәүәҙәләндерелешендәге уртаҡлыҡтар// Башҡорт фольклоры. IV сығарылыш. - Өфө: Китап, 2000. – 231-237-се б,.

21. Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. - Өфө, 1961.

22. Ғималова М.Г. V-VI кластарҙа башҡорт әһәбиәтен уҡытыу методикаһы. - Өфө, 1994.

23. Хөсәйенов Ғ.Б. “Урал батыр” эпосының поэтикаһы. – “Ватандаш”, 2003, № 9.

24. Башҡорт әҙәбиәте: 9 синыф өсөн дәреслек/ Ғ.Б. Хөсәйенов 3.б. - Өфө, 2002.

25. Әҙәбиәт – хрестоматия. 9 синыф өсөн. / Т28. : Ғ.Б. Хөсәйенов. - Өфө, 2002.

26. Туған әҙәбиәт. Урта мәктәптең 8 синыф уҡыусылары өсөн дәреслек – хрестоматия. / Автор-төҙ. М.Ғ. Ғималова, Ғ.Б. Хөсәйенов. - Өфө, 2005.

27. Башҡорт әҙәбиәтенән программа. / Төҙ. : М.Ғималова, Ғ.Хөсәйенов, А.Байҙарин. - Өфө, 2003.

28. Ситдикова Г. “Урал батыр” эпосында космогония. – “Ватандаш”, 2003, № 10

Покупка готовой работы
Тема: «Урал батыр эпосында әҙәп-әхлаҡ ҡанундары һәм уларҙы әҙәбиәт дәрестәрендә өйрәнеү»
Раздел: Иностранные языки
Тип: Дипломная работа
Страниц: 68
Цена: 1900 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы

У нас можно заказать

(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)

Контрольная на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Решение задач на заказ

Решение задач

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Лабораторная работа на заказ

Лабораторная работа

от 200 руб.

срок: от 1 дня

Доклад на заказ

Доклад

от 300 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

42 задания

за последние сутки

10 минут

время отклика


Возможно Вас заинтересует