Дипломная работа

«Лингвокультурологический анализ концепта «количество» в русском и башкирском языках»

  • 75 страниц
Содержание

Инеш.7

I БҮЛЕК. ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИЯ ҺӘМ КОНЦЕПТТАРҘЫҢ ӨЙРӘНЕЛЕҮ ТАРИХЫ

1.1. Тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихы.19

1.2. Башҡорт тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихы.27

II БҮЛЕК. ГӨЛСИРӘ ҒИЗЗӘТУЛЛИНАНЫҢ ПОВЕСТАРЫНДА “ҺАН” КОНЦЕПТЫ

2.1 Гөлсирә Ғиззәтуллинаның повестарында “һан” концептына лингвокультурологик анализ.35

2.2 Гөлсирә Ғиззәтуллинаның повестарында “һан” концептының лексик-семантик үҙенсәлектәре .61

Йомғаҡлау.64

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге.75

Введение

Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы. Тел аша оло быуын йәш быуынға үҙенең тормош тәжрибәһен, өгөт-нәсихәттәрен, рухи байлығын тапшыра килгән. Фәҡәт тел генә ата-бабаларҙың үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәккә өмөт-хыялдарын, тормошон аңларға ярҙам итә. Милли мәҙәниәттең формалашыуында һәм үҫешендә лә туған тел иң көслө сара һанала. Туған тел – милли мәҙәниәттең нигеҙе һәм тәшкил итеүсеһе. Һәр халыҡтың тарихи үҫеше, йәшәйеше телдән башлана. Тел халыҡтың бөтә эшмәкәрлегенең нигеҙендә ята. Кешене кеше иткән, шәхес иткән – ул туған тел. Шуға ла телде һәм мәҙәниәтте уларҙың бөтә нескәлектәрендә өйрәнеү, белеү мотлаҡ. Тел менән мәҙәниәт бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Туған телдән башҡа милли мәҙәниәтте күҙ алдына килтереп булмай, шул уҡ ваҡытта туған тел менән милли мәҙәниәт араһына тигеҙлек билдәһе лә ҡуйып булмай, сөнки телдең дә, мәҙәниәттең дә үҙҙәренә хас формаһы һәм йөкмәткеһе бар. Милли мәҙәниәт менән тел араһындағы бәйләнештәр күп яҡлы һәм ҡатмарлы. Шуға күрә халыҡ тормошон, мәҙәниәтен һәм телен лингвокультурология фәне һәр яҡлап ентекле өйрәнә.

Лингвокультурология, XXI быуатта үҫеш юлына баҫып, телде аралашыу ҡоралы итеп кенә түгел, ә милләттең мәҙәни күрһәткесе итеп ҡарай. Мәҙәниәттең нескәлектәре телдә сағылыш таба, тел, үҙ сиратында, милләттең үҫешендә мөһим роль уйнай, халыҡтың тарихи үткәнен, эске донъяһын, менталитетын сағылдыра. Лингвокультурология, Маслова фекеренсә, лингвистика һәм культурология

Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә тел менән мәҙәниәттең үҙ-ара бәйләнешенә иғтибар артҡандан-арта бара. Милли мәҙәниәт – ифрат ҡатмарлы күренеш. Тел менән мәҙәниәт кешенең аң кимәлен, образлы фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, донъяға ҡарашын формалаштыра, донъяны танып белеүҙә ярҙам итә. Һәр халыҡтың телендә халыҡтың үткәне, бөгөнгөһө, ғөрөф-ғәҙәттәре, рухи һәм милли мәҙәниәте сағылыш таба. Тел ярҙамында беҙ милләттең менталитетын, ата-бабаларҙың донъяға, йәмғиәткә ҡарашын, фекерен күрә алабыҙ.

фәндәренең сигендә барлыҡҡа килгән һәм телдә сағылыш тапҡан, нығынып ҡалған халыҡ мәҙәниәтенең күренештәрен тикшергән фән [Маслова, 2001:29].

Илебеҙҙә барған үҙгәрештәр һәр кемде үҙенең үтелгән юлына һәм киләсәгенә яңыса ҡарарға мәжбүр итә. Һүҙ беҙҙең көндәргә тиклем лингвистар тарафынан телдең структур берәмеге итеп кенә ҡаралды, ә уның социаль һәм мәҙәни мәғәнәһе күҙ уңында тотолманы. Тик һуңғы йылдарҙа ғына төрлө өлкәләрҙә эшләгән ғалимдар тарафынан тел һәм мәҙәниәт, тел һәм телмәр, тел һәм аралашыу мәсьәләләре өйрәнелеп, был терминдар йәнәш ҡарала башланы.

Теманың актуаллеге. Лингвокультурологияның иң төп төшөнсәһе булып концепт тора. Концепттарҙы тикшереү барышында тотош халыҡтың, милләттең менталитеты, донъяға ҡарашы, тарихы сағылыуын билдәләп үткәйнек. Башҡорт телендә лә концепттарҙы тикшереүгә арналған хеҙмәттәр һаны бермә-бер арта, бигерәк тә кешенең эске донъяһын, мораль-этик һәм әхлаҡ нормаларын билдәләүсе концепттарға иғтибар ҙур. Беҙҙең тарафтан өйрәнелгән “намыҫ” концепты ла ошондай төркөмгә ҡарай һәм Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһында тикшерелә. Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре кешенең шәхес булараҡ формалашыуында ҙур роль уйнай, ә яҙыусының ижадын лингвокультурологик планда анализлау теманың актуаллеген бермә-бер арттыра.

Диплом эшебеҙҙең өйрәнелеү объекты - Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһы.

Эшебеҙҙең тикшерелеү предметы булып иһә дилогияла сағылған “намыҫ” концептының лингвокультурологик үҙенсәлектәрен өйрәнеү тора.

Эштең маҡсаты. “Мәңгелек урман” дилогияһында халҡыбыҙҙың үткәне, рухи мәҙәниәте, аҡылы сағылған, мәңгелек һорауҙар күтәрелгән. Ошо әҫәрҙә “намыҫ” концептының ҡулланылышын асыҡлау һәм тикшереү, лингвокультурологик күҙлектән анализлау – беҙҙең төп маҡсатыбыҙ. Төп маҡсат менән бер рәттән түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

 эштең теоретик нигеҙҙәрен өйрәнеү, лингвокультурология өлкәһендәге хеҙмәттәр менән танышыу, уларҙы анализлау;

 концепт төшөнсәһенең асылын асыҡлау;

 Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһында “намыҫ” концептын тикшереү;

 әҫәр материалында концептты лексик-семантик, морфологик һәм синтаксик планда анализлау.

Тикшеренеүҙә ҡулланылған методтар һәм алымдар. Сығарылыш эшен башҡарыу процесында лингвокультурологик анализ методы, әҫәрҙәге тел һәм мәҙәниәт бәйләнешенең “намыҫ” төшөнсәһендә сағылышын билдәләүҙә, күтәрелгән проблеманы асыҡлауҙа һайлап алған материалды күҙәтеү, һығымта яһау методтары ҡулланылды.

Тикшеренеүҙең төп материалын түбәндәге хеҙмәттәр тәшкил итте:

 Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһы;

 лингвокультуролик планда яҙылған фәнни хеҙмәттәр, монографиялар, мәҡәләләр;

 филологик һәм энциклопедик хеҙмәттәр.

Диплом эшебеҙҙең ғилми яңылығы түбәндәгеләр менән билдәләнә:

 тел ғилемендә тәү башлап Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһынан “намыҫ” концепты һайлап алынды, лингвокультурологик һәм лексик-семантик планда анализланды;

 диплом эшендә “намыҫ” концептын аңлатҡан һөйләмдәр лингвистик һәм мәҙәни күҙлектән тикшерелде.

Сығарылыш квалификация эшенең теоретик һәм практик әһәмиәте. Тикшеренеү һөҙөмтәләре башҡорт теле лексикаһын лингвокультурологик аспектта өйрәнгәндә, мәктәптәрҙә, педагогия колледждарында һәм юғары уҡыу йорттарында башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте дәрестәрендә ҡулланылырға мөмкин. Шулай уҡ эш һөҙөмтәләре махсус курстар уҡығанда, студенттарға тел, әҙәбиәт, мәҙәниәт кеүек фәндәрҙән курс һәм диплом эштәре яҙғанда сығанаҡ, методик ярҙам була ала. Һайлап алған материалды һүҙлек рәүешендә лә баҫтырып сығарырға мөмкин.

Диплом эшенең апробацияһы. Диплом эше һөҙөмтәләре фәнни-ғәмәли конференцияларҙа докладтар рәүешендә яҡтыртылды һәм түбәндәге йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыҡты:

 Сатвалова Г.М. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһында “намыҫ” концептының лексик-семантик асылы // Гуманистическое наследие просветителей в культуре и образовании: материалы Международной научно-практической конференции 11 декабря 2009 г. – Уфа: Издательство БГПУ, 2009. – 400 с. С. 95-98.

 Сатвалова Г.М. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһында “намыҫ” концептының структур-семантик йөкмәткеһе // Преподавание родных языков в образовательных учреждениях РБ: материалы круглого стола: - Уфа: Издательство БГПУ, 2009. – 268 с. С. 114-117.

 Сатвалова Г.М. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһында “намыҫ” концептының Төлкөсура образы аша бирелеше // Роль молодежи в инновационной модернизации России: материалы межрегиональной научно-практической конференции: - Уфа, 2010. С. 121-124.

 Сатвалова Г.М. Национальная специфика концеепта «совесть» в дилогии Нугумана Мусина «Вечный лес» // Азиатско-Тихоокеанский регион: история и современность - IV: материалы международной научно-практической конференции студентов и аспирантов (19-22 мая 2010 Г) – Улан-Удэ: Издательство Бурятского госуниверситета, 2010. С. 175-177.

Диплом эшенең структураһы. Сығарылыш квалификацион эш инештән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.

Фрагмент работы

I БҮЛЕК. ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИЯ ҺӘМ КОНЦЕПТТАРҘЫҢ ӨЙРӘНЕЛЕҮ ТАРИХЫ

Теле барҙың – иле бар, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, телһеҙ халыҡ, телһеҙ милләт – үле. Тел булмаһа, халыҡтың мәҙәниәте үҫешендә ҙур ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә: сәнғәт, әҙәбиәт үҫеше туҡтала. Ә был бөтә халыҡты, милләтте һәләкәткә алып килә. Һәр кеше ысын Кеше булыр өсөн туған телен, Тыуған илен яратырға һәм һаҡларға тейеш.

Борон-борондан мәшһүр аҡыл эйәләре, әҙиптәр кешелек донъяһында тылсымлы көскә эйә булған телдең бөйөклөгөнә, нәфислегенә һоҡланғандар һәм уның йәмғиәттә тотҡан урынын билдәләгәндәр. Кеше үҙенең ысын йөрәктән сыҡҡан матур хистәрен, күңел түрендә ятҡан тәрән кисерештәрен бары тик тел аша белдерә. Тел ярҙамында кешеләр бер-береһе менән аралаша һәм фекер алышалар. Тел аралашыу, аңлашыу ҡоралы ғына түгел, ул халыҡтың рухын да, тәбиғәтен дә, тормош-көнкүрешен дә сағылдыра. Тел – ул тарихи күренеш [Ғәләүетдинов, 2008: 5].

Боронғо яҙма иҫтәлектәрҙәге тел үҙенсәлектәре аша беҙ элек йәшәгән ата-бабаларыбыҙҙың тормошон, көнкүрешен, улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе күҙ алдына килтерәбеҙ, үҙебеҙҙе – туған тамырҙарыбыҙҙы күрәбеҙ.

Тел – үҙенең сикһеҙ байлығы һәм ғәжәп киң мөмкинлеге менән ысынбарлыҡты сағылдырыусы күренеш. Телдең был тиклем бай мөмкинлеге кешенең үтә ҡатмарлы һәм быуаттар төпкөлөнән килгән эшмәкәрлеге дауамында үҫә барған, тел шул ерлектә үткерләнгән, шымарған, эшкәртелгән.

Тел – кешеләрҙең аралашыу сараһы. Шуға күрә ул, бер яҡтан, кешенең күп төрлө һәм сикһеҙ ҡатмарлы эшмәкәрлеген ойоштороу, икенсе яҡтан, кешелектең культура һәм хеҙмәт тәжрибәһен туплау һәм һаҡлау, шул тәжрибәне быуындан быуынға тапшырыу ҡоралы ла булып иҫәпләнә [Псәнчин, 2003: 3 ].

1.1. Тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихы

Тел – мәҙәниәттең көҙгөһө, сағылышы, быуындан-быуынға милли мәҙәниәттең хазинаһын тапшырыусы сара. Бөтә тел ғилеме мәҙәни-тарихи йөкмәтке менән һуғарылған, уның предметы – тел, ә тел, үҙ сиратында, мәҙәниәттең нигеҙе булып тора.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Р.М. Фрумкина билдәләүенсә, XX быуаттың аҙағында кешелек донъяһы “үҙенә күрә бер көрсөк” менән бәрелеште: фәндә кеше тураһында төп мәғлүмәтте барлыҡҡа килтереүсе һәм уның аңын үҫтереүсе мәҙәниәткә иғтибар бирелмәй [Фрумкина, 1992:86-88].

Ю.С. Степановтың фекеренсә, күп осраҡта кешелек донъяһы когнитив картиналар һәм моделдәр аша кеше аңына барып етә, ә донъя күҙ алдына мәҙәни күҙлектән һәм халыҡ теле аша килеп баҫа. Тел генә философтарҙың һәм ғалимдарҙың теоретик уйҙарын күрһәтә. Күренекле ғалим М. Хайдеггер ҡарауынса, тик тел, тәү сығанаҡ булараҡ, кешенең көнкүреш донъяһын сағылдырып ҡына ҡалмай, ә шул кеше йәшәгән ысынбарлыҡты тыуҙыра. Бындай контекста тел ғилеме бөтә төр фәндәрҙең методологияһы өсөн стратегик әһәмимәткә эйә [Маслова, 2001:26].

Г.О. Винокур билдәләүенсә, һәр тел ғилеме өлкәһендә эшләүсе ғалим, мәҙәниәтте өйрәнгәндә, мәҙәниәттең үҙен түгел, ә ошо мәҙәниәткә ҡараған телдең тикшеренеүсеһе була [Винокур,1959:46].

XXI быуаттың тел ғилеме иһә телде коммуникатив ҡорал түгел, ә халыҡтың мәҙәни коды булараҡ ҡарау юлын аса. Был мәсьәләне тәү башлап немец ғалимдары ағалы-энеле Гриммдар тикшерә. Был ҡараштың фундаменталь нигеҙен В. Гумбольдттың хеҙмәттәрендә лә күрергә була. Мәҫәлән, ул “минең халҡымдың теленең сиктәре минең донъяға ҡарашымдың сиктәрен белдерә” тип әйтә. Рәсәйҙә иһә Ф.И. Буслаев, А.Н. Афанасьев, А.А. Потебняның хеҙмәттәре билдәле.

Телде һәм мәҙәниәтте айырылғыһыҙ бер система итеп ҡарауҙа В. Гумбольдттың ҡараштары ҙур роль уйнай. Уның фекеренсә, “тел – халыҡ рухы”, ул – халыҡтың “материаль мәҙәниәте”. Мәҙәниәт, тәү сиратта, телдә сағылыш таба. Ул – мәҙәниәттең саф ысынбарлығы, кешене мәҙәниәткә индереүсе бер сара. Тел донъяны милли-мәҙәни ҡараш аша билдәләй [Постовалова, 1988:38].

Тел – мәҙәниәтте тыуҙырыу, үҫтереү, һаҡлау ҡоралы, шул уҡ ваҡытта ул уның бер өлөшө булып та тора, сөнки тел ярҙамында материаль һәм рухи мәҙәниәттең ысынбарлыҡта объектив рәүештә йәшәгән емештәре тыуа.

Телдең, мәҙәниәттең, этностың үҙ-ара булған бәйләнеш проблемаһы – төрлө дисциплиналар араһында була торған проблемалар менән бер. Телдә этник фекерләү проблемаһын лингвистик философия өйрәнә; этник, социаль һәм төркөм эсендәге аралашыу үҙенсәлектәре тел аспектында психолингвистика тарафынан өйрәнелә. Дөйөм алғанда, был проблемаларҙы философия менән социологиянан алып этнолингвистика һәм лингвокультурологияға тиклемге бер нисә фәндең дөйөм тырышлығы менән генә хәл итеп була.

Тел тығыҙ рәүештә мәҙәниәт менән бәйләнгән: ул мәҙәниәттә барлыҡҡа килә, үҫешә һәм уны сағылдыра. Ошо идея нигеҙендә яңы фән – лингвокультурология тыуа ла инде.

Лингвокультурология – лингвистика һәм культурология сигендә барлыҡҡа килгән һәм телдә сағылыш тапҡан, нығынып ҡалған халыҡ мәҙәниәтенең күренештәрен тикшереүсе фән. Был дисциплиналар фән өлкәһе, үҙенең маҡсаты, мәсьәләһе, методтары һәм тикшеренеү объекты булараҡ, үҙ аллы тармаҡ булып үҫешә [Маслова,2001:17].

Шулай итеп, лингвокультурологияны лингвистиканың XX быуаттың 90–сы йылдарында барлыҡҡа килгән үҙ аллы йүнәлеше тип ҡарарға кәрәк. “Лингвокультурология” терминын һуңғы ун биш йыллыҡта В.Н. Телия етәкләгән фразеологик мәктәптең хеҙмәттәре, шулай уҡ Ю.С. Степанов, А.Д. Арютунова, В.В. Воробьев, В.А. Маслова һ.б. телселәрҙең тикшеренеүҙәре менән бәйле рәүештә ҡарарға мөмкин.

Лингвокультурология фәненең асылына төшөнөү өсөн, беҙгә культурология һәм лингвистика фәндәренең өйрәнеү предметтарына айырым туҡталып китергә кәрәк булыр.

Культурология фәне кешенең тәбиғәткә, йәмғиәткә, тарихҡа, сәнғәткә, шулай уҡ ижтимағи һәм мәҙәни йәшәйештең башҡа даирәләрендә булған мөнәсәбәте аша кешенең үҙаңын тикшерә, ә лингвистика донъяның менталь моделдәре күренешендә телдә сағылған һәм теркәлгән ҡарашын өйрәнә. Ош ике фәндең киҫешендә тыуған лингвокультурологияның предметы булып үҙ-ара тығыҙ мөнәсәбәттә торған тел һәм мәҙәниәт һанала [Воробьев, 1997:13].

Лингвокультурологияла төп иғтибар кешегә, уның мәҙәниәтенә һәм теленә йүнәлтелгән була. Ул телде мәҙәниәттең феномены булараҡ өйрәнә. Был – донъяны милли тел күҙлегенән күреү, ә тел был осраҡта милли менталитетты сағылдырыусы мөһим бер сара булып сығыш яһай.

Лингвокультурология, айырым бер фән булараҡ, үҙенең специфик бурыстарын үтәргә һәм түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш:

 мәҙәниәттең тел концепттарының килеп сығышындағы ролен асыҡлау;

 концептосфераларҙың (мәҙәниәттең төп концепттары йыйылмаһының) үҙенсәлектәренең бирелешен өйрәнеү;

 фәндең төп төшөнсәләрен системалаштырыу, йәғни динамикала (үҫештә) тел менән мәҙәниәттең бәйләнешле проблемаһын тикшереү буйынса аңлатмалы аппарат булдырыу һ.б.

Ошо бурыстарҙы хәл иткән тел берәмектәренең мәҙәни информацияһы имплицит характерҙа булыуын күҙ уңында тоторға кәрәк, был характер тел күренештәрендә йәшеренгән.

Тел һәм мәҙәниәтте тикшереү өсөн лингвокультурология методтары ҡулланыла. Улар тел һәм мәҙәниәттең бәйләнешен анализлауҙа аналитик алымдар һәм операцияларҙы үҙ эсенә ала.

Лингвокультурология лингвистикала, культурологияла һәм социологияла ҡулланылған методтар менән эш итә. Шулай уҡ контент-анализ методикаһы, нарратив анализ, асыҡ интервью, һүрәтләү, классификациялау, интервью, эксперименталь-когнитив алымдар ҙа был өлкәлә ҡулланылған иң төп методтар һанала.

Лингвокультурологияның тикшереү объекты һәм предметы бар. Фәндең өйрәнелеү объекты – мәҙәниәт мәғлүмәттәрен тапшырыусы тел һәм уның ярҙамында тыуҙырылған мәҙәниәттең бер-береһенә йоғонтоһо тураһындағы тикшеренеүҙәр. Тикшереү предметы – һүҙҙең мәғәнәһен (тел берәмектәренең семантикаһын) өйрәнеү (һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр, лексик берәмектәр һәм фразеологизмдар, дини тел берәмектәре: телгә беркетелгән архетиптар, мифологизмдар, ғөрөф-ғәҙәт, йолалар, телдең паремиологик фонды, эталондар, стереотиптар, символдар, метафоралар, образдар, диалектизмдар, телмәр тәртибе, телмәр этикеты һ.б.). Улар мәҙәниәттә символик, эталон, образлы-метафорик әһәмиәткә эйә булып киткәндәр һәм мифтарҙа, риүәйәттәрҙә, ырымдарҙа, фольклор һәм дини дискурстарҙа, поэтик һәм прозаик әҙәби текстарҙа, фразеологик берәмектәрҙә һәм метафораларҙа, символдарҙа һәм паремияларҙа күрһәтелеп, архетипик һәм прототипик кешелек үҙаңының асыштарын йомғаҡлай.

Был фәндең килеп сығышы кешене кеше иткән һәм уның интеллектын үҫтергән мәҙәниәтте өйрәнеү, тикшереү менән бәйле. Тел, үҙ сиратында, мәҙәниәт менән тығыҙ бәйләнгән, ул донъяны аңларға тырышыуҙа, баһалауҙа фекер йөрөтөү процесын булдыра.

В.А. Маслова тикшеренеүҙәренә ярашлы, лингвокультурологияның предметы тип түбәндәге тел берәмектәрен атарға мөмкин:

1. Лингвострановедениены һүрәтләүҙә хеҙмәт иткән һүҙҙәр: уңыш өсөн көрәш. Шулай был төркөмгә ошо милләттең классик яҙыусыларының цитаталары инә. Эквивалентһыҙ лексика ла ошо төркөмдә мөһим урынды алып тора. Улар – билдәле бер мәҙәниәткә генә хас булған күренештәрҙең, предметтарҙың атамалары. Мәҫәлән, башҡорт телендә милли аш-һыуҙы, кейемде белдергән атамаларҙы бер нисә һүҙ менән йәки башҡа сит телдәргә тәржемә итеп булмай, сөнки ул һүҙҙәрҙе белдерерлек эквиваленттар юҡ.

2. Мифологик тел берәмектәре: телдә сағылған архетиптар, йолалар, ырымдар, ышаныуҙар, ғөрөф-ғәҙәттәр. Мәҫәлән: ен алмаштырған, пәрен туйы, ҡот ҡойоу.

3. Телдең паремиологик фонды. Күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр - халыҡ аңының стереотиптары. Бер үк мәҡәл кәңәш тә, теләк тә, киҫәтеү ҙә һ.б. булып тора ла (Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың). Әммә бөтә мәҡәл һәм әйтемдәр ҙә лингвокультурологияның предметы булып тора алмай, сөнки улар бер нисә милләт вәкилдәре өсөн уртаҡ булырға мөмкин. Мәҫәлән: Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ. – Куй железо, пока горячо.

4. Телдең фразеологик фонды – халыҡтың мәҙәниәте һәм менталитеты тураһындағы мәғлүмәттәрҙең ҡиммәтле сығанағы. Уларҙа халыҡтың мифтарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, әхлаҡи ҡараштарын күҙаллап була (айыу майы һөртөү, ете төн уртаһы, һалпы яғына һалам ҡыҫтырыу һ.б.).

5. Эталондар, стереотиптар, символдар. Донъя образлы рәүештә эталондарҙа үлсәнә. Эталон аша әйберҙәрҙең, объекттарҙың, күренештәрҙең үҙенсәлеге һәм сифаты асыла (ағас тел, бүре кеүек ас). Стереотип – эшмәкәрлектең, тәртиптең үлсәме (немецтарҙың теүәллеге, пунктуаллеге, итальяндарҙың ҡыҙыулығы, инглиздәрҙең итәғәтлеге). Символ – мәғәнәһе ниндәйҙер икенсе предмет аша бирелгән төшөнсө (күгәрсен – тыныслыҡ билдәһе, ҡуян – ҡурҡаҡлыҡ символы).

6. Метафоралар һәм образдар. Метафора - ниндәй ҙә булһа берәй нәмә йәки күренешкә уға оҡшаш булған икенсе бер әйбер йәки күренештең үҙенсәлектәрен күсереү (күҙ ҡараһы, ҡылыс танау). Образ – тел берәмектәренең предмет һәм күренештәрҙе тойғолар аша күреү һәләтлеге (ҡыш, тыуған ил образдары).

7. Телдең стилистик ҡоролошо – теге йәки был тел йәшәйешенең төрлө формаларҙағы сағылышы (диалекттарға бүленеше, әҙәби тел).

8. Телмәр аша билдәләнеүсе тәртип – төрлө йәштәге, өлкәләге, ҡатламдағы кешеләр менән аралашҡанда шәхестең үҙен тотоу тәртибе (ҡатын-ир, атай-бала,уҡытыусы-уҡыусы).

9. Телмәр этикеты. Был төшөнсә аҫтында төрлө ситуацияларҙа кешенең телендә сағылған күренештәрҙе аңларға кәрәк (һөйөнсө – шатлыҡлы хәбәрҙе белдерә) [Маслова, 2001:36 ].

Лингвокультурология коммуникатив процестарҙы ла өйрәнә, сөнки уларҙа мәҙәниәттең һәм халыҡ менталитетының, йәғни дөйөм аңының, ғөрөф-ғәҙәттәренең бәйләнеше сағыла. В.А. Маслова үҙенең хеҙмәтендә лингвокультурология фәненең нигеҙ төшөнсәләрен дә айырым билдәләп китә: лингвокультурема, мәҙәниәт тексы, мәҙәниәт контексы, мәҙәниәттең прецедент исемдәре, мәҙәниәт традициялары, мәҙәниәт компетенцияһы һ.б. Был фәндең төшөнсәләр аппаратына тағы ла менталитет, менталлек (ментальность), ғөрөф-ғәҙәт, культура даирәһе, культура тибы һ.б. терминдар өҫтәлә.

Шулар араһынан иң мөһимдәренә туҡталып үтәйек:

 мәҙәниәт концепттары – абстракт төшөнсәләрҙең атамалары, шуға ла бында мәҙәниәт мәғлүмәте төшөнсәһенең үҙәгенә беркетелә;

 мәҙәниәт арауығы – мәҙәниәттең халыҡ аңында йәшәү формаһы (башҡорт мәҙәниәте арауығы, рус мәҙәниәте арауығы һ.б.);

 лингвокультурологик парадигма – донъяға булған ҡарашты этник, социаль, тарихи, фәнни планда сағылдырыусы төл формаларының тупланмаһы. Был категория концепттарҙы, мәҙәниәттең прецедент исемдәрен берләштерә;

 прецедент исемдәр – киң билдәле текстар менән бәйле исемдәр, милләт вәкилдәренең күбеһенә билдәле булған ситуациялар менән бәйле, шулай уҡ дөйөм кешелек культураһына билдәле исемдәр;

 мәҙәниәт фонды – мәҙәниәттең типик вәкиле эйә булған милли һәм донъя мәҙәниәте өлкәһендәге мәғлүмәттәр комплексы, белем дәрәжәһе. Улар – ошо мөһим милли мәҙәниәткә ҡараған төп бөрәмектәр;

 мәҙәниәт концепттары – донъя картинаһының нигеҙ берәмектәре. Уларға намыҫ, яҙмыш, ирек, тыуған ил кеүек абстракт төшөнсәләрҙе индерергә була.

Лингвокультурологияның үҫешендә ике тарихи осор билдәләнә:

1) В. Гумбольт, А.А. Потебня, Э. Сепир хеҙмәттәрендәге сағылышы;

2) фәндең үҙ аллы йүнәлеш булып үҫешеүе.

Был фәндең артабанғы үҫеше уның тарихында өсөнсө дәүерҙе билдәләргә мөмкинлек бирә: ул – лингвокультурологияның фундаменталь дисциплина булараҡ формалашыуы. Беҙ ошо осорҙоң беренсе этабында торабыҙ һәм бөгөн унда түбәндәге йүнәлештәр урын алған:

1. Айырым социаль төркөмдөң, этностың лингвокультурологияһын иң сағыу осорҙарының береһендә, йәғни конкрет лингвокультурологик осраҡтарҙа өйрәнеү;

2. Диахроник лингвокультурология, йәғни этностың билдәле бер ваҡыт арауығында лингвокультурологик торошоноң үҙгәрешен өйрәнеү;

3. Төрлө-төрлө, ләкин бер-береһе менән бәйле булған этностарҙың лингвокультурологик күренештәрен өйрәнгән сағыштырыусы лингвокультурология;

4. Сағыштырма лингвокультуролгия. Бөгөнгө көндә ул бер нисә эш менән шөғөлләнә. Шуларҙың араһында М.К. Голованивскаяның “Французский менталитет с точки зрения русского языка” тигән эше ҡыҙыҡлы һанала. Унда француз менталитеты рус теле һәм мәҙәниәте позицияһы күҙлегенән ҡарала. Анализлау өсөн материал булып рус һәм француз телендәге абстракт исемдәр алынған (аң, намыҫ, фекер, идея һ.б.).

5. Лингвокультурологик лексикография. Был йүнәлеш һүҙлектәр төҙөү менә шөғөлләнә. Тимәк, ошо йүнәлештәр лингвокультурологияның бөгөнгө торошон тәшкил итә.

Лингвокультурология – гуманитар дисциплина, ул тел процестарында сағылған һәм милла телгә һалынған рухи һәм материаль культураны өйрәнә.

Лингвокультурология шулай уҡ этнолингвистика һәм социолингвистика менән тығыҙ бәйләнгән, хатта В.Н. Телия уны этнолингвистиканың бер бүлеге тип билдәләй [Телия, 1996:86].

В.А. Звегинцев этнолингвистиканы үҙ иғтибарын телдең мәҙәниәте, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, йәмғиәттең ижтимағи ҡоролошо һәм, ғөмүмән, милләт менән мөнәсәбәтен өйрәнеүгә йүнәлткән фән тип ҡарай [Звегинцев,1976:86].

Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, этнолингвистика телде ниндәйҙер кимәлдә менталитет аша өйрәнә. Шулай ҙа халыҡтың милли менталитетының телдә сағылышын лингвокультурология фәне тулыраҡ тикшерә.

Хәҙерге этнолингвистиканың үҙәгендә телдең билдәле материаль йәки тарихи-мәҙәни комплекстары менән генә тура килгән лексик системаһы ята. Ә социолингвистика башлыса төрлө йәштәге социаль төркөмдәр теленең үҙенсәлектәрен өйрәнә. Дөйөмләштереп әйткәндә, этнолингвистика этнос тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тикшереп, уны бөгөнгө көн күҙлегенән анализлау менән мәшғүл булһа, социолингвистика тик бөгөнгө материал менән генә эш итә. Ә лингвокультурология фәне, асылда, тарихи һәм хәҙерге тел факттарын рухи мәҙәниәт аша асып бирә. В.Н. Телияның фекере буйынса, лингвокультурология тел менән мәҙәниәттең синхрон мөнәсәбәттәрен өйрәнә: ул тере коммуникатив процестарҙы һәм уларҙа ҡулланылған тел сараларын менталитеты менән бәйле рәүештә тикшерә [Телия,1996:48].

Лингвокультурология фәненең иң төп төшөнсәләренең береһе булып концепт төшөнсәһе тора. Был төшөнсә тел ғилемендә XX-XXI быуаттарҙа актуалләште. Әйтергә кәрәк, ”концепт” термины тел ғилемендә яңы төшөнсә һәм тикшеренеүселәр араһында бер төрлө генә ҡулланылмай, уны һәр ғалим үҙенсә аңлата. Мәҫәлән, А.А. Вежбицкая ошондай билдәләмә бирә: “концепт – исеме булған һәм кешенең донъя тураһында “ысынбарлыҡ” билдәле мәҙәни-тормошто күҙаллауын сағылдырған “идеаль” донъяның объекты”. Һыҙыҡ өҫтөнә алып үтергә кәрәк, был терминды аңлатҡанда, телсе иң тәүҙә “кешегә һәм кеше өсөн булған мәғәнәгә” ориентир ала [Фрумкина,1992:88-90].

Донъя тураһындағы информация кешегә лингвистик канал буйынса килә, шуға күрә ул концепттар донъяһында йәшәй.

Концепт (латин теленән conceptus - күҙ алдына килтереү, төшөнсә) – 1) уй, проект, алдынғы фекер; 2) ҡайһы бер фәнни йүнәлештәрҙә логик төшөнсә [Словарь современных понятий и терминов, 2002:238]. Концепт – тел менән мәҙәниәтте бәйләп өйрәнеүсе лингвоменталь берәмек, йәғни кешенең рухи донъяһының торошон, аң кимәлен һәм тормошҡа ҡарашын сағылдырыусы, “аңдың менталь һәм психологик ресурстары менән кешенең тормош тәжрибәһен, белем кимәлен сағылдырыусы мәғлүмәти структураны” аңларға ярҙам итеүсе фәнни сара [Кубрякова һ.б., 1996:90].

Концепт лингвокультурологияның һәм когнитив лингвистиканың нигеҙ төшөнсәләренән һанала. Лингвокультур йәһәттән концепт күп яҡлы, күп ҡырлы, телдә сағылыш тапҡан менталь күренеш булараҡ күҙаллана. Ул һәр саҡ мәҙәни мөхиткә бәйле була. Донъя тел картинаһы төрлө характеристикаға эйә концепттар тарафынан булдырыла, был хәл төрлө концепттарҙың йәшәүен билдәләй, уларҙы бер-береһенән айыра. Хәҙерге ваҡытта беҙҙең һәм сит ил телселәре был төшөнсәне төрлөсә аңлата, сөнки концепттың структураһы ҡатмарлы.

Хәҙерге көндә тел ғилемендә төрлө тел концепттарын сағыштырып ҡарау мәсьәләһенә иғтибар бермә-бер арта.

Концепттарҙы кеше үҙенең интеллектуаль, рухи, социаль ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн уйлап таба. Кешенең йәмғиәттә тотҡан урыны һүҙҙе нисек ҡуллана алыуы, телмәр мәҙәниәтен генә белеүе менән түгел, ә телдең серҙәренә инә белеүе менән баһалана.

Философтар, ниндәйҙер предметты, күренеште аңлатҡан һүҙҙе тулыһынса аңлаһаң, әйберҙәр донъяһын үҙләштереүе еңелгә тура килә, тип аңлата. Йәмғиәттең тормошҡа ҡарата талаптары үҫә, мәҙәниәт һәм тарих иң беренсе планға күсә, шуға күрә тел ғилеменең төрлө өлкәләрендә ғилми эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр алып барыла.

Ю.С. Степановтың “Константы. Словарь русской культуры” (2004) тигән хеҙмәтендә “дөрөҫлөк”, “закон”, “донъя”, “мөхәббәт”, “йән”, “намыҫ” һ.б. концепттар һүрәтләнә. Был һүҙлектә кешеләрҙең аңында булған төшөнсәләр тураһында түгел, ә рус мәҙәниәтендә булған концепттар тураһында һүҙ алып барыла. Әлбиттә, әйтелгән концепттар ҡайһы бер төркөм кешеләре өсөн тормошта бер нәмә лә белдермәй [Степанов, 2004:10].

Донъя картинаһы төшөнсәһе кешенең донъяны үҙ алдына килтереүен өйрәнеүенән төҙөлә. Әгәр донъя кешенең һәм тирә-яҡтың бәйләнешен тәшкил итһә, донъя картинаһы - кеше һәм тирә-яҡ тураһындағы информацияны эшкәртеү һөҙөмтәһе. Когнитив лингвистар донъяның тел картинаһы концептуаль системала сағылыш табып, физик һәм мәҙәни тәжрибәгә буйһона һәм бәйләнә, тип әйтәләр [Маслова, 2001:64].

Т.И. Кубякованың “Концепты духовности в русской языковой картине мира” (Уфа, 2004) лингвокультурологик һүҙлегендә 55 концепт анализланған. Бында шулай уҡ концепттарҙың мәҡәл-әйтемдәрҙә, фразеологик берәмектәрҙә, әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелеше лә асыҡ сағылыш тапҡан. Шулай уҡ Геркова Ж.Х., Раппопорт Н.В. һ.б. концепттарҙы өйрәнеү өҫтөндә әүҙем эшләйҙәр, мәҡәләләр яҙалар. Мәҡәләләрендә улар тел һәм мәҙәниәт проблемаларын күтәреп, рус, инглиз, француз һ.б. халыҡтарҙың үҙенсәлектәрен, тәртибен, менталитетын асып бирәләр.

Тышҡы донъяның күренештәре һәм предметтары аңында кеше эске образ формаһында сағылған, йәғни донъя картинаһы образдар системаһынан тора. Донъя картинаһына предмет, процесс, билдәләрҙең “фотография”һы ғына түгел, ә субъекттың объекттарға ҡарашы, үҙ позицияһы ла инә.

Һәр кеше үҙе күргән күренештән, хәл-ваҡиғанан үҙенә ниндәйҙер картина тыуҙыра, үҙенең ҡарашын белдерә, икенсе бер күренешкә, хәл-ваҡиғаға ҡарата әҙерлек тыуҙыра һәм ошо уй-фекерҙәр сылбыры дөйөм бер картинаны күҙ алдына баҫтыра.

Заключение

Лингвокультурология – лингвистика фәненең яңы тармағы. Ул, бер яҡтан, милли тел менән мәҙәниәтте өйрәнеүсе фәндәрҙең синтезын тәшкил итә, улар менән сиктәш тора. Икенсе яҡтан, ул телдең үҙенең функцияһын үтәү процесында мәҙәниәт менән бөр бөтөн системаны барлыҡҡа килтереүен дә, уларҙың үҙ-ара бәйләнешкә инеүен дә, бер-береһенә мөнәсәбәтле булыуын да өйрәнә.

Беҙ эшебеҙҙә концепттарҙы өйрәнеүҙең бөгөнгө көндә бик актуаль булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып киттек. Техник, иҡтисади, ижтимағи процесс кешене төрлө юлдарға баҫтыра. Замана проблемалары кешене шәхес булараҡ формалашыу юлдарын да ситләтеп үтмәй. Шуға күрә мәҙәниәт тел менән бер рәттән рухи хазиналарҙы төпләп өйрәнеп, кешелек донъяһына фактик рәүештә килтереп баҫтырыуҙы төп бурысының береһе итеп ала. Хәҙерге ваҡытта кешене рухи яҡтан үҫтереү, камиллаштырыу, донъяны танып белергә өйрәтеү, фекер йөрөтөү процесын үҫтереү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып һанала. Был бурыс тел менән мәҙәниәт бәйләнешенең генә түгел, ә хөкүмәттең, бөтә донъя халыҡтарының төп бурысына әйләнергә тейеш. Миҫал өсөн “менталитет” тигән төшөнсәгә иғтибар итәйек. Ул - һәр бер халыҡ өсөн ата-бабаларҙан тапшырылып килгән милли һыҙаттарҙың эске ойошторолошо, интеллект, айырым бер халыҡҡа ғына хас аң, фекер, күңел төҙөлөшө, эмоциональ торош. Ошоларға таянып, ижтимағи күҙлектән сығып хөкүмәт үҙ эшен алып барһа, донъяла һуғыш, төрлө конфликт кеүек ситуацияларҙы урап үтергә мөмкин булыр ине.

Айырым бер халыҡ үҙенең тарихын тел аша үҙләштерә, тел был осраҡта мәғлүмәт биреү процесын ғына башҡармай, ә шәхестең аңына үтеп инеп, донъяға, уның үткәненә, хәҙергеһенә, киләсәгенә ҡарата бер картина булап формалаша.

Донъя мәҙәниәтен белмәйенсә, теге йәки был типик образдың аңын, интеллектуаль торошон, рухи байлығын аңлауы ауыр. Телдә сағылған тарихи, этник, социаль, фәнни, мәҙәни концепттарҙы, категориаль һүҙҙәрҙе, мәҙәниәт исемдәрен лингвокультурологик парадигма берләштерә, ул, үҙ сиратында, тел формаларын тәшкил итә.

Һәр бер кеше шәхес булараҡ үҙенең тормошон, ролен, шәхси эштәрен мораль-этик нормаларға таянып формалаштыра. Тел һәм мәҙәниәттә сағылған концепттарҙың ҡайһы берҙәрен кеше үҙ тормошонда ҡуллана йәки ҡулланмай, йәғни төшөнсәләрҙең күптәре уның аң кимәлен тәшкил итмәй, уның өсөн мөһим булған концепттар шәхси тормошон төҙөргә, донъяға ҡараш булдырырға ярҙам итә. Шуға күрә донъя мәҙәниәтендә булған концепттар һәр береһе тел һәм мәҙәниәттә сағылыш таба.

Диплом эшендә беҙ Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” әҫәрендә “намыҫ” концептын тикшерҙек. Инештә эштең маҡсаты, актуаллеге, алдыбыҙға ҡуйылған мәсьәләләр, теоретик һәм практик әһәмиәте сағылдырыла. Беренсе бүлек ике параграфтан тороп, беренсеһендә дөйөм тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихы хаҡында һүҙ алып барылды. Был өлөштә беҙ лингвокультурология фәне тураһында белешмә, уның нигеҙендә формалашҡан төшөнсәләрҙең аңлатмаһын биреп, уларҙы фактик күренештәр менән бәйләнек, был фәндең йүнәлештәрен, бурыстарын, методтарын һанап үттек. Шулай уҡ теоретик материалдар үҙебеҙ күтәргән проблема менән бәйләнде, концепттар төрлө ғилми эштәрҙә анализланды, тикшерелде. Бүлектең икенсе параграфы иһә башҡорт лингвокультурологияһына арналды, ғалимдарҙың исемдәре аталып китеп, уларҙың хеҙмәттәрен туҡталып киттек, анализланыҡ. Шул уҡ ваҡытта башҡорт тел ғилемендә был фәндең яңы үҫеш алыуы әйтелеп китте, тикшерәһе мәсьәләләр күп булыуына иғтибар ителде.

Икенсе өлөштә беҙ дилогия миҫалында “намыҫ” концептына лингвокультурологик күҙлектән анализ яһаныҡ, уның образдар системаһы, ярҙамсы концепттар ярҙамында тормошҡа ашыуын асыҡланыҡ. Шулай уҡ, бөгөнгө көн проблемалары менән сағыштырып, уларҙың шәхес формалашыуына булышлыҡ итеүсе ролен билдәләнек һәм уның бөгөн бик актуаль булыуын да асып бирҙек. Әҫәрҙең уҡыусылар тарафынан яратып уҡылыуында тел сараларының да әһәмиәте ҙур, сөнки һүҙ һәм уның формаларының дөрөҫ ҡулланылышы романдың идея-тематик йөкмәткеһен байытыуға килтерә.

Һуңғы бүлектә башҡорт телен лингвокультурологик йүнәлештә өйрәнеү мәсьәләләрен ҡарап, тел дәрестәрендә “Мәңгелек урман” дилогияһының ролен, уның тел сараларын анализланыҡ, практик өлөштә иһә әҫәр буйынса ойоштороп була торған эш төрҙәренә туҡталдыҡ.

Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһы әйтелгәндәрҙе тағы ла бер ҡабат раҫлаусы әҫәр булды. Яҙыусының тел ынйылары аша беҙ “намыҫ” концептын анализланыҡ һәм һығымталыр яһаныҡ - былар барыһы ла бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы эш булды. Эштең һөҙөмтәләре киләсәктә башҡорт теле, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәренә, кластан тыш сараларҙа ҡулланылыр, тип ышанабыҙ.

Шулай итеп, романда “намыҫ” концептын анализлау яҙыусының яҙыу һәм тасуирлау манераһын, ысулын, уның әҙәби стилен һәм оҫталығын, теленең байлығын тағы бер ҡат иҫбат итте.

Список литературы

I. Монографиялар, китаптар, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары

Абаев В.И. Язык и мышление. – М., 1948. – 363 с.

Абдуллина Ф.Ф., Усманова М. Ғ. Башҡорт теле: Уҡыусылар, уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма. - Өфө, 1999.-200 б.

Аверенцев С.С. Попытки объясниться: Беседы о культуре. - М., 1998. - 256 с.

Авоян Г.Г. Значение в языке // Философский анализ. – М., 1985. - 315 с.

Азнабаев A.M., Псянчиы В.Ш. Историческая грамматика башкирского языка. – Уфа, 1983. – С. 6-20.

Акбашева А.С. Анализ литературного произведения. – Стерлитамак: СГПИ, 1997. – 54 с.

Аҙнабаев Ә.М., Латыпова Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. – Өфө: Китап, 2006. - С. 8.

Арнольдов A.M. Введение в культурологию. - М., 1994. - С. 13-251.

Арутюнов СЛ., Багдасаров А.Р. и др. Язык – культура - ЭТНОС. - М., 1994. - С. 28-397.

Арутюнова Н.Д. Типы языковых значений. Оценка. Событие. Факт. - М., 1988. - 233 с.

Арутюнова Н.Д. Язык и мир человека. – М., 1998. – 356 с.

Ахмеров К.З. Формирование и развитие башкирского литературного языка. – Уфа, 1952. – 62 с.

Аҙнағолов Р. Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингводидактик нигеҙҙәре. - Өфө, 2001. – 136 б.

Бабушкин А.П. Типы концентов в лексико-фразеологической семантике языка. – Воронеж, 1996. – 189 с.

Башҡорт теле. Педагогия училищелары өсөн дәреслек / Төҙ. Ж.Ғ. Кейекбаев һ.б. - Өфө, 2004. - 352 с.

Бейеш Әкрәм. Тел хикмәттәре. — Өфө: Китап, 1999. — 8-се б.

Бенвенист Э. Общая лингвистика. — М., 1974. — С. 23-361.

Винокур Г.О. Избранные работы по русскому языку / Сост. и ред. С. Г. Бархударова. — М.: Учпедгиз, 1959. — 46-сы б.

Воробьев В.В. Лингвокультурология. Теория и методы. – М, 1997. –13-сө б.

Гужева Ф.К. Трудные вопросы синтаксиса и пунктуации. – Киев: Рад. Школа, 1981. - С. 25-93.

Ғәләүетдинов И.Ғ. Башҡорт әҙәби теле тарихы. – Өфө: Китап, 2008. – 5-се б.

Дмитриев Н.А. Некоторые вопросы методики изучения синтаксиса на филологическом факультете. - Омск, 1969. - 78 с.

Дридзе Т.М. Язык и социальная психология. - М., 1980. - 283 с.

Зайнуллин М.В., Зайнуллина Л.М. Общие проблемы лингвокультурологии: Курс лекций. – Уфа: РИЦ БашГУ, 2008. – С. 7.

Звегинцев В.А. Предложение и его отношение к языку и речи. – М.: Изд-во Моск. ун-та, 1976. – С.86.

Зайнуллин М.В. Модальность как функционально-семантическая категория. - Саратов, 1986. - 124 с.

Искужина Ф.С. Текст и средства его организации в современном башкирском языке (на материале произведений художественной литературы): Учебное пособие. – Уфа: БГУ, 2002. - 124 с.

Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка / Отв. Ред. З.Г. Ураксин. – М., 1986. - С. 11 – 18.

Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы. – Стәрлетамак, 2002. – 242 б.

Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. – Өфө, 1966. – 20-се б.

Маслова В.А. Лингвокультурология. – М.: Академия, 2001. – 17-64-сы бб.

Маслова В.А. Когнитивная лингвистика: Учебное пособие. – М.: ТетраСистемс, 2005. – 256 с.

Постовалова В.И. Лингвистическая гипотеза и ее обоснование. – Дисс. на соиск. ученой степени доктора филол. наук. – М., Институт языкознания АН СССР, 1988. – С. 38.

Псәнчин В.Ш. Һүҙ тылсымы. - Өфө, 1996. – 154-192-се бб.

Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Күнегеүҙәр менән. - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте”, 2003. – 3-сө б.

Самситова Л.Х. Лингвокультурологическая концепция обучения башкирскому языку и родным языкам в образовательных учреждениях Республики Башкортостан. – Уфа, 2010. – С.16-21.

Саяхова Л.Г. Комптентностный подход к изучению русского языка в учебниках для 10-11 классов школ гуманитарного профиля с обучением на тюркских языках: Пособие для учителя. – СПб.: филиал изд-ва “Просвещение”, 2009. – 62 с.

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең ябай һөйләм синтаксисы. - Өфө: Китап, 1999. – 352 б.

Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы. - Өфө: Китап, 2002. – 432 б.

Телия В.Н. Русская фразеология. Семантический, прагматический и лингвокультурологический аспекты. М.: Шк. «Языки рус. культуры», 1996. – С.48-86.

Тикеев Д.С. Изучение синтаксиса сложного предложения башкирского языка. – Стерлитамак: СГПИ, 1991. -6-50-се бб.

Тикеев Д.С. Хәҙерге башҡорт теле: лексика. II киҫәк. -Өфө, 1979.- 79 б.

Хисаметдинова Ф.Г., Гильмитдинова Н.Э. Родной Башкортостан: научно-популярное издание по курсу «История, литература и культура Башкортостана». – Уфа: Сонико, 1992. – 91-се б.

Фрумкина Р. М. Концептуальный анализ с точки зрения лингвиста и психолога /концепт, категория, прототип/. – Научно-техническая информация РАН, серия 2, № 3, 1992. – С.1–8.

Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология: Уҡыу ҡулланмаһы. - Өфө. 1986. - 136-сы б.

Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. - Өфө, 1994. – 186 б.

Юлдашев А.А. Грамматика современного башкирского литературного языка. - М.: Наука, 1981. - 495 с.

Язык и культура: Учебное пособие по спецкурсу / Отв. ред. Л.Г. Саяхова. - Уфа: БГУ. - С. 42.

II.Авторефераттар, диссертациялар

Афанасьева О.В. Семантическая структура концепта «время» и ее отражение во фразеологических системах английского, испанского и русского языков: Автореф. дисс. канд. филол. наук. – Казань, 2007. –

22 с.

Дударева З.М. Контрастивное исследование концептуальной сферы «время» в русской и башкирской языковых картинах мира: Автореф. дисс. докт. филол. наук. – Екатеринбург, 2005. – 47 с.

Иванова Е.Ф. Пословичная концептуализация мира (на материале английских и русских пословиц): Дисс. д-ра филол. наук.- СПб, 2003. – 415 с.

Милованова Г.Н. Концептуализация понятий «язык» и «родной язык» в языковой картине мира (на материале русской, немецкой и японской лингвокультур): Автореф. дисс. канд. филол. наук. – Нальчик, 2006. – 18 с.

Слышкин Г.Г. Лингвоклуьтурные концепты и метаконцепты: Автореф. дисс. канд. филол. наук. – Вологоград: Изд-во Волгоград. Гос. Ун-та, 2004. – 39 с.

Щербина В.Е. Концепт «время» во фразеологии немецкого и русского языков: Авторреф. дисс. канд. филол. наук. – Уфа, 2006. – 16 с.

III. Мәҡәләләр

Агонен М.А. Концептуальная и национальная языковая картина мира (на материале концепта “Хлеб” в произведениях Ф. Абрамова “Братья и сестры”, “Две зимы и три лета”) Антропоцентрическая апрадигма лингвистики и проблемы культурологии // Материалы Всероссийской научной конференции с международным участием. Т. 1. – Стерлитамак: СГПА, 2006. – С. 248-250.

Аҙнағолов Р. Тел сараларын синтаксик нигеҙҙә өйрәнеү // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2005, №9. – 41 б.

Арутюнова Н.Д. Образ: (опыт концептуального анализа) // Референция и проблемы текстообразования. – М., 1988. – С. 16-25.

Буркхарт Ф. Язык, социальное поведение и культура // Образ мира в слове и ритуале. – М., 1992. – С. 98-135.

Вейсгербер Й.Д. Язык и философия // Вопросы языкознания. – 1993, №2. –С. 98-135.

Воробьев В.В. Лингвокультурология: теоретические аспекты Лингвокультурологические проблемы подготовки педагогических кадров для башкирских школ. – Уфа, 1988. – С. 23-26.

Галиева А.Д. Лингвокультурологическое содержание концепта «закон» и развитие профессиональной речи курсантов-юристов // Межкультурная коммуникация: к проблеме формирования толерантной языковой личности в системе вузовского и школьного лингвистического образования. Часть I - Уфа, 2001. – С. 90-94.

Гарипов Т.М., Кузеев Р.Г. Язык, этнос и культура как экзистенциальные факторы человечества // Язык и культура. – Уфа, 1995. – С. 50-58.

Дударева З.М. Концепт «жизнь» в башкирской языковой картине мира // Ядкяр, 2004, 32. – С. 57-64.

Зайнуллин М.В. К вопросу о теоретических проблемах современной башкирской лингвистики // Башкирское филологическое образование: история, современность, перспективы. – Стерлитамак, 2007. – С. 11-15.

Зайнуллин М.В. О выражении экспрессивности и эмоциональности в башкирских народных сказках // Фольклор народов РСФСР. – Уфа, 1976. – С. 45-49.

Зәйнуллин М.В. Туған тел һәм милли культура // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2005, 310. – С. 36-37.

Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт тел ғилеменең көнүҙәк проблемалары // Лингвокультурологические проблемы подготовки педагогических кадров для башкирских школ. – Өфө, 1998, 27-29 – сы б.

Зайнуллина Л.М. Об этнокультурной специфике концептуализации внеязыковой действительности // Ядкяр, 2003, №1. – С. 78.

Иҫәнғолова С.С. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ лингвомәҙәни йүнәлештә өйрәнеү мәсьәләләре // Преподавание родных языков в Башкортостане (в рамках государственной программы “Народы Башкортостана”): Материалы круглого стола. – Уфа: БГПУ. – 2007. – 157-159- сы б.

Максимов Л.Ю. Понятие языковой системы в школьном курсе русского языка (Актуальные проблемы и возможные решения) // “Русский язык в школе”, 1994, №4.

Самситова Л.Х. Семантизация культурных концептов в башкирской языковой картине мира // Проблемы Востоковедения, № 3 (45), 2009. – С. 86 – 91.

Сәмситова Л.Х., Ижбаева Г.Р. Мостай Кәримде тел шәхесе булараҡ характерлауҙа “намыҫ” концептының роле (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы миҫалдында) // Гуманистическое наследие просветителей в культуре и образовании: Материалы IV Международной научно-практической конференции. – Уфа: БГПУ, 2009. – 79 – 87 бб.

Самситова Л.Х. Репрезентация культурных концептов в башкирской языковой картине мира (на материале стихотворений Р. Шакура) // Народы и культуры Южной Сибири и сопредельных территорий: история, современное состояние, перспективы. II том: Материалы Международной научной конференции, посвященной 65-летию Хакасского научно-исследовательского института языка, литературы и истории. – Абакан: Хакасское книжное издательство, 2010. – С. 124 – 128.

Сәмситова Л.Х. Һөйләм төҙөлөшө – синтаксистың нигеҙе // Башҡортостан уҡытыусыһы, № 3, 2010. –бб.

Сәмситова Л.Х. Башҡортостан республикаһы мәғариф учреждениеларында башҡорт теленә һәм туған телдәргә уҡытыуҙың лингвокультурологик концепцияһы // Филологические науки: современность и перспективы. II Биишевские чтения. Часть 2. Актуальные проблемы изучения и преподавания языков : Материалы Международной научно-практической конференции. – Стерлитамак, 2010. – 295 – 298 бб.

Самситова Л.Х. Актуализация культурных концептов в башкирской языковой картине мира (на материале стихотворений М. Карима) // Сохранение и развитие родных языков в условиях многонационального государства: проблемы и перспективы: Материалы Всероссийской научно-практической конференции. – Уфа: БГУ, 2010. – С. 242 – 248.

Самситова Л.Х., Ижбаева Г.Р. Концепты “война” и “мир” в башкирской языковой картине мира (на материале повести М. Карима “Долгое-долгое детство”) // Вестник БГПУ, № 2 (21), 2010. – 54 – 65.

Самситова Л.Х. Культурные концепты триады “Человек – Общество – Природа” в миниатюрах Г. Хусаинова // История и культура народов Евразии: прошлое, настоящее, будущее: Материалы Международной научно-практической конференции. – Уфа, 2010 (в печати).

Самситова Л.Х. Лингвокультурологический аспект образования (о лингвокультурологической концепции обучения башкирскому языку и родным языкам) // Башҡортостан уҡытыусыһы, № 5, 2010. – С.

Самситова Л. Х. Концепт “совесть” в башкирской языковой картине мира // Йәдкәр, №2(37), 2007. – С.66-69.

Самситова Л. Х. Концепт “совесть” в повести М.Карима “Долгое-долгое детство”// Актуальные проблемы башкирской филологии: Региональная научно-практическая конференция. – Бирск, 2006. – 84-87.

Самситова Л.Х. Лингвокультурологическая концепция обучения башкирскому языку и родныи языкам в общеобразовательных учреждениях РБ // Роль классических университетов в формировании среды регионов: Материалы Междунаролной научно-практическрй конференции. – Уфа: БГУ, 2009. – С. 193-197.

Самситова Л.Х. Лингвокультурологические основы обучения башкирскому языку в русскоязычной школе // Актуальные проблемы современного лингвистического образования: Сборник научнг-методических статей. – Уфа: БГУ, 2007. – С. 219-223.

Сәмситова Л.Х. Башҡорт тел картинаһында “намыҫ” концепты (мәҡәл һәм әйтемдәр нигеҙендә) // Труды Стерлитамакского филиала Академии наук РБ. Серия “Филологические науки”. Вып. 2. – Уфа: Гилем, 2006. – С. 100-102.

Сәмситова Л.Х. Башҡорт телен уҡытыуҙың лингвокультурологик нигеҙҙәре Проподавание родных языков в Башкортостане (в рамках Государственной программы “Народы Башкортостана”): Материалы Республиканского Круглого стола. – Уфа: БГПУ, 2007. – С. 113-116.

Самситова Л.Х. Лингвокультурологический концепт «башкирская языковая личность» (на материале пословиц и поговорок) // Актуальные проблемы преподавания языковых и литературоведческих дисциплин в башкирской школе и вузе: Материалы Республиканской научно-практической конференции, посвященной 10-летию образования ФБФ БГПУ. – Уфа, 2003. – С. 78-81.

Самситова Л.Х. Лингвокультурологическая специфика концепта «Родина» (на материале башкирского и русского языков) // Урал-Алтай: Через века в будущее: Материалы III Всероссийской тюркологической конференции, посвященной 110-летию со дня рождения Н.К. Дмитриева. – Уфа: Гилем, 2008. – С. 193-196.

Саяхова Л.Г. Концепция школьного предмета “Русский язык в Республике Башкортостан” // “Башҡортостан уҡытыусыһы”, 1997, № 10.

Телия В.Н. Концептообразующая флуктуация константы культуры "родная земля” в наименовании родина // Язык и культура. Факты и ценности. К 70-летию Ю.С.Степанова. — М., 2001. - 8-се б.

Тикеев Д.С. X-XI кластарҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарата күрһәтмәләр // “Башҡортостан уҡытыусыһы”, 1999, №9, 39-сы б.

Тикеев Д.С. Башҡорт теле уҡытыуҙың лингвокультурологик нигеҙҙәре // “Башҡортостан уҡытыусыһы”, 1997, №3

Фрумкина Р.М. Есть ли у современной лингвистики своя эпистемология? // Язык и наука конца ХХ века./ Ред. Ю.С. Степанов. М., 1992.- С. 88-90.

Фрумкина Р.М. Культурная семантика в ракурсе эпистемологии // Русский язык в национальной школе – 1999, № 4. С. 86-88.

Хайруллина Р.Х. Образно-мотивационные основы фразеологии как отражение национального мировидения // Языки и литературы народов Башкортостана в Евразийском диалоге культур: Материалы региональной научно-практической конференции. – Уфа, 1997. – С. 46-48.

Хайруллина Р.Х. Фразеологическая модель мира как форма классификации фразеологизмов // Научные труды МПГУ им. В.И. Ленина. Серия: Гуманитарные науки. – М., 1996. – С. 265-268.

Хисамитдинова Ф.Г. Актуальные проблемы башкирской этнолингвистики // Ядкар, 1992, 32. – С. 91.

IV. Һүҙлектәр

Башҡорт теленең һүҙлеге: Ике томда / Россия Фәндәр Академияһы. Башҡортостан ғилми үҙәге. Тар., тел һәм әҙ. институты. – М.: Рус. яз., 1993. – 8-се, 521 –се бб.

Краткий словарь современных понятий и терминов. 3-е изд. Под общ. ред. В.А. Макаренко. М.: Республика, 2002. – С. 238.

Кобякова Т.И. Концепты духовности в русской языковой картине мира: (лингвокультурологический словарь). Уфа, Башк. гос. ун-т, 2004. – 158 с.

Кубрякова Е.С., Демьянков В.З., Панкрац Ю.Г., Лузина В.Г. Краткий словарь когнитивных терминов. М., 1966. – 265 с.

Ожегов С.И., Шведова Н.Ю. Толковый словарь русского языка. – М, 2004. – С.741.

Самситова Л.Х. Реалии башкирской культуры: словарь безэквивалентной лексики башкирского языка / Под. ред. проф. М.В. Зайнуллина и проф. Л.Г. Саяховой. – Уфа: Китап, 1999. – 176 с.; 2006. – 216 с.

Словарь современных понятий и терминов. – М.: Республика, 2002. – 342 с.

Степанов Ю.С. Константы. Словарь русской культуры. Изд. 2-е, испр. и доп. — М.: Академический Проект, 2004. — 10 сы б.

Ураксин З.Г. Русско-башкирский фразеологический словарь: 1572 фразеологических оборотов / Под ред. Э.Р. Тенишева. – М.: Рус яз., 1989. – 404 с.

Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. — Өфө:Китап, 2006. – 288 б.

Ураҡсин З.Ғ., Сиразитдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө: Китап, 2006. – 128 б.

Философский энциклопедический словарь. – М.: Сов. Энциклопедия, 1989. – 279 с.

Һаҙыева Р.Н. Башҡорт теленең этнолингвистика һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2006. – 176 с.

Әхтәмов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге. Өфө: Китап, 2006. – 384 б.

Покупка готовой работы
Тема: «Лингвокультурологический анализ концепта «количество» в русском и башкирском языках»
Раздел: Литература и лингвистика
Тип: Дипломная работа
Страниц: 75
Цена: 2100 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы

У нас можно заказать

(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)

Контрольная на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Решение задач на заказ

Решение задач

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Лабораторная работа на заказ

Лабораторная работа

от 200 руб.

срок: от 1 дня

Доклад на заказ

Доклад

от 300 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

42 задания

за последние сутки

10 минут

время отклика