Дипломная работа

«Фольклор мечетлинского района»

  • 65 страниц
Содержание

ИНЕШ 5

I БҮЛЕК. МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫНА ДӨЙӨМ ХАРАКТЕРИСТИКА 8

1. Мәсетле райоынының ҡыҫҡаса тарихы 8

I БҮЛЕК. ЕР-ҺЫУ ҺӘМ КӨНКҮРЕШ, АУЫЛДАР ТАРИХЫ МЕНӘН БӘЙЛЕ ФОЛЬКЛОР МАТЕРИАЛДАРЫ 24

2.2. Мәсетле районының риүәйәттәре 24

Әхмәт һәм Йүкәле күлдәре 24

Суйын төбәк 24

2.2. Мәсетле районының легендалары 29

2.3. Сеңләүҙәр, йырҙар, мөнәжәттәр 34

ЙОМҒАҠЛАУ 50

ӘҘӘБИӘТ 53

ҠУШЫМТА 58

Введение

Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡытыусылар үҙ эшмәкәрлегендә күпселек осраҡта фольклорға мөрәжәғәт итә. Шуның өсөн дә сығарылыш квалификация эшендә тап шул фольклорҙы ҡулланыуҙы маҡсатҡа ярашлы тип таптыҡ. Легенда-риүәйәттәр – халыҡ ижадының иң сағыу жанрҙарының береһе. Хәл-ваҡиғаларҙы бәйән итеү характерын иҫәпкә алғанда улар хикәйәгә тартым. Легендаларға, ғәҙәттә романтик рух, күтәренкелек хас: ҡасандыр, борон-борондан, кеше уларҙы бәхәсһеҙ булған хикәйәт итеп ҡабул иткән, ысын күңелдән ышанған. Был әйтелгәндәр беҙҙең яҡтың, йәғни төнъяҡ-көнсығыштың, легенда риүәйәттәренә лә ҡағыла. Ә беҙҙең сығарылыш квалификация эшебеҙҙең темаһы: «Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә ерле фольклор материалын ҡулланыу (Мәсетле районы миҫалында)».

Эштең актуаллеге. Киң мәғлүмәт, дөйөм компьютерлаштырыу, глобалләштереү заманында халҡыбыҙҙың рухи ынйыларына, атап әйткәндә, легенда-риүәйәттәргә мөрәжәғәт итеү бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда үтә ваҡытлы һәм актуаль. Рухи ҡиммәттәрһеҙ, үткәндәрһеҙ бөгөнгөнө, киләсәкте күҙаллау бик ауыр. Рухиәткә, асылға ҡайтыу халыҡтың нигеҙен, үҙ ҡиммәтен һаҡларға ярҙам итәсәк. Ерле фольклорҙы өйрәнеү, уны туплау, йәмғиәтселектең иғтибарына еткереү бөгөнгө фән өсөн оло бурыстарҙың береһе булып тора.

Ғилми яңылығы. Хеҙмәттә әҙәбиәт дәрестәрендә ерле фольклор материалдарын файҙаланыу мөкинлектәре, юлдары тәҡдим ителде, уның әһәмиәте билдәләнде. Мәсетле районының легенда-риүәйәттәрен дәрестә һәм кластан тыш эшмәкәрлектә өйрәнеү методикаһы бирелде.

Теманың өйрәнелеү кимәле. Ғөмүмән башҡорт легендалары һәм төрлө ышаныуҙарға ҡоролған хикәйәләр хаҡында тәүге яҙма мәғлүмәттәр, Ә.М. Сөләймәнов, Ф.А. Нәҙершина (Нәҙершина, 1998; 8) фекеренсә, X быуатҡа ҡайтып ҡала. 922 йылда башҡорттар араһында булып киткән ғәрәп хәлифәте илсеһе Әхмәт Ибн Фадлан яҙмаларында башҡорттарҙың мәжүси ышаныуҙары хаҡында ифрат ҡиммәтле материалдар бар. Төрлө дәүерҙә легенда-риүәйәттәрҙе рус ғалимдары, тикшеренеүселәре В. Татищев, П. Рычков, П. Паллас, И. Лепехин, П. Кудряшев, В. Юматов, М.В. Лоссиевский, С. Рыбаков һ.б яҙып ала, өйрәнә, төркөмләй (Молчанова, 1983; 26). Мөхәмәтша Буранғолов – Октябрь революцияһына тиклем үк халыҡ ижады әҫәрҙәрен йыя башлаған һәүәҫкәр фольклорсы 20-30-сы йылдарҙа фольклор материалдарын туплай һәм популярлаштыра.

Хәҙерге осор ғалимдарына килгәндә, төньяҡ-көнсығыш риүәйәттәрен өйрәнеүҙә Ғәйникамал Мирхәева, Ризуан Хажиевты индереп була.

Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эштәрҙе ойоштороуҙа ла фәнни нигеҙҙә эшләнгән методика, дидактик материалдар төп арсенал булып тора. Кластан тыш эштәрҙе ойоштороу методикаһын үҫтереүгә Н.К. Крупская, А.В. Луначарский, Ғ.М. Әҙһәмова, М.Ғ. Ғималова, Ә.З. Ниғмәтуллин, В.А. Сухомлинский ҙур хеҙмәт өлөшө индергән (Ахметшин, 1976; 27).

Диплом эшенең бурыстары һәм маҡсаттары. Сығарылыш квалификация эшенең төп маҡсаты булып, легенда-риүәйәттәрҙе башҡорт фольклоры системаһында өйрәнеү, «легенда» һәм «риүәйәт» терминдарының айырмаһын аныҡлау, Мәсетле районы фольклорын йыйыу, уларҙы тикшереү, ерле фольклор материалдарын әҙәбиәт дәрестәрендә файҙаланыу һәм системалы өйрәнеү тора. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

– Башҡорт фольклоры системаһында легенда-риүәйәттәрҙең әһәмиәтен өйрәнеү һәм билдәләү;

– «Легенда», «риүәйәт» терминдарын асыҡлау;

– Әйле ырыуы тарихын яҡтыртыу;

– Мәсетле районының фольклорын йыйыу; уларҙы системаға һалыу, дөйөм күҙәтеү яһау;

– Башҡорт халыҡ ижадын мәктәптә өйрәнеү методикаһына байҡау яһау;

– Мәктәптә ерле фольклорҙы өйрәнеүгә арналған дәрес өлгөләре менән танышыу.

Хеҙмәттең объекты: Мәсетле районы, ә предметы – район ерендәге ер-һыу объекттары, ауыл-ҡасаба атамалары, фольклоры.

Мәсетле районы Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында Әй йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. Төньяҡтан Свердловск өлкәһенең Красноуфимск, Әртә райондары, көнсығыштан Башҡортостандың Балаҡатай, көньяҡтан Ҡыйғы, көнбайыштан Дыуан райондары менән сиктәш (Султанов, Ахкамова, Бикташева, 2010; 25).

Мәсетле районы 1930 йылдың 20 авгусында барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә район территорияһы 1 557 квадрат километр. Яҡынса 25 мең кеше йәшәй. Мәсетле районында күпселек башҡорттар, урыҫтар йәшәй. Арала татарҙар бар. Район үҙәге булып Оло Ыҡтамаҡ тора (Ғафаров, 2010; 55).

Эштең теоретик һәм практик әһәмиәте: Эш барышында фольклор материалдары буйынса мәғлүмәттәр йыйылды. Диплом эшенең һөҙөмтәләрен башҡорт-халыҡ ижады өлкәһендә артабан үткәреләсәк тикшеренеүҙә ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ, курс һәм диплом эштәре яҙғанда ярҙамсы сығанаҡ.

Тикшеренеү эшенең сығанаҡтары: Фактик материалдар башҡорт халыҡ йыйынтыҡтарынан, мәҡәләләрҙән алынды.

Тикшеренеү методтары: диплом эшен яҙғанда синтезлау һәм сағыштырыу, аналитика алымдары ҡулланылды.

Диплом эшенең структураһы: инеш өлөштән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора. Инеш өлөшөндә сығарылыш квалификация эштең актуаллеге, ғилми күҙлектән өйрәнелеүе, ғилми эштең маҡсаты һәм бурыстары, тикшеренеү алымдары һәм методтары яҡтыртыла.

Тәүге бүлек Мәсетле районының ҡыҫҡаса тарихы һәм ғилми яҡтан өйрәнелеше, Әйлеләр тураһында белешмә. Ырыу тарихы өйрәнеүгә арнала.

Икенсе бүлектә ер-һыу һәм көнкүреш, ауылдар тарихы менән бәйле риүәйәт һәм легендалар өйрәнеү кеүек темалар тикшерелде.

Өсөнсө бүлек әҙәбиәт дәрестәрендә урындағы фольклорҙы файҙаланыу, башҡорт әҙәбиәте дәресен ерле фольклор материалдарына бәйле үткәреү темаһына яҙылды.

Фрагмент работы

I БҮЛЕК. МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫНА ДӨЙӨМ ХАРАКТЕРИСТИКА

1. Мәсетле райоынының ҡыҫҡаса тарихы

Үткәнебеҙҙең билдәһеҙлеге һәр саҡ ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Шулай ҙа ғалимдар фекере менән килешергә тура килә. Хәҙерге башҡорт ырыуҙарының Әй төбәгенә ысынлап та XIV быуаттарҙа күсенеүҙәрен шәжәрәләрҙәге мәғлүмәттәр ҙә дөрөҫләй.

Әйле шәжәрәһен күренекле яҙыусы Тажетдин Ялсығол (1767-1838) яҙған. Уның «Болғар тарихы» әҫәрендә «Әйле шәжәрәһе» теркәлгән. Был хеҙмәттә, Күҙәй һәм Ҡошсо тигән башҡорттар бер туған, тип әйтелә. Күҙәй менән Ҡошсо яҡынса 1350-1360 йылдарҙа тыуған. Улар Алтын Урҙала Туҡтамыш хан идара иткән осорҙа йәшәгән. Ә Ҡошсолар шәжәрәһендә (Һөләймән ауылы) ҡошсолар үҙҙәренең Туҡтамыш хан биләмәләрендә булыуын теркәгән. Тимәк, шәжәрәләге һәм тарихтағы вҡиғалар киҫешә. Мәҫәлән, 1391 йылда Миәс үҙәнендә Туҡтамыш хан менән Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре араһында ҙур алыш булған. Шәжәрәлә ҡошсолар һәм күҙәйҙәрҙең тап ошо ерҙәрҙә донъя көткәндәре һөйләнелә. Тимәк, улар ҡот осҡос яуҙан ҡасып, ҡошсолар – Әй, күҙәйҙәр – Йүрүҙән буйҙарында төпләнергә мәжбүр булған (Ғафаров, 2010; 21).

Тап ошо ваҡыттан ҡошсолар үҙҙәренең төп ауылын (ҡышлау урындарын) Ҡошсо тип билдәләгән. Боронғо ваҡытта һәр бер башҡорт ырыуы үҙенең төп ауылын ырыу исеме менән атаған. Миҫалға Әй, Йүрүҙән йылғалры буйындағы ырыу ауылдары: Әйле (Айлино – Силәбе өлкәһендә), Мырҙалар (Салауат районында), Дыуан, Һарт (Дыуан районынд), Балаҡатай (шул исемле районда), Таҙ-Дыуан йәки Дыуан-Мәсетле, Сәлйот (Мәсетле районында) әле лә бар. Тарихта ике Ҡошсо ауылы билдәле булған, үенескә ҡаршы, хәҙер улар юҡ. Һорау тыуа : улар ҡайҙа булған?

«Башкирскя ойкономия веков» (Өфө, 1991) йыйынтығында өс Ҡошсо ауылы теркәлгән.

№469. Богданова (Богдан Кущи), Ҡошсо волосы, Бөрө өйәҙе, тәүге тапҡыр 1724 й. иҫкә алына;

№1134. Кущи (2 дер.). Ҡошсо волосы, Өфө өйәҙе рәсми документтарҙа 1717 йылда беренселәй теркәлгән (Мәҡсүтова, 1976; 51).

1795 йылғы тәүге халыҡ иҫәбен алыу материалдарында («ревизская сказка»ла) был ауылдар теркәлмәгән. Йәғни улар 1730-1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙа зыян күргән ауылдар була түгелме?

Был мөһим проблема әлегәсә ғалимдар тарафынан да тикшерелмәгән, сөнки 1735-1740 йылдарҙа ихтилал батша ҡатилдары тарафынан рәхимһеҙ баҫтырылған, улар ҡылған енәйәттәр, вәхшилектәрҙе йәшереп ҡалыу маҡсатында теркәлмәгән. Шуға ла беҙҙең төбәктә ихтилалдың барышы һәм эҙемтәләре сер булып ҡала.

Ул осорҙо тикшергән ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә, был ихтилалда Ҡошсо старшинаһы Күҙәш Рахманғолов (волость үҙәге Һабанаҡ ауылынан) батша властарына тоғро ҡалған, тип әйтелә. Оло Аҡа тарихында Б. Дәүләтбаев ошо ваҡиға тураһында Күҙәштең В. Н. Татищевҡа яҙған хатынан өҙөк килтерә. Күҙәш: «Беҙ ҡамауҙа, Әй буйында ныҡ урында ултырабыҙ, әлкин беҙгә йәшәүе ауыр,» - тип яҙ һәм Красноуфим эргәһенә ауылға күсергә рөхсәт һорай. Татищев уға ярҙамға 300 кешелек отряд ебәрә (Дәүләтбаев, 2012; 21).

Ҡошсо старшинаһы Күҙәшкә тынғылыҡ бирмәүселәр Айып бей менән Дыуанлы старшинаһы Мандар Ҡарабаев була. Улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулашыуына Күҙәштең тирә-йүнгә мишәрҙәрҙең күсеп ултырыуына ризалыҡ биреүе сәбәпсе була. Айып бейҙең элекке өҫтөнлөктәрен юғалтыуын да иҫәпкә алырға кәрәктер. Ул төп ауылдан – Ҡошсо уылынан булырға тейеш. Айып бейҙең Күҙәш, Сарыҡай, Һабанғол менән 1729-1731 йылдарҙа Тевкелев (Тәфтиләү) етәкселегендәге делегация составында Кесе, Урта Жуз(хәҙерге Ҡаҙағстан) ханы Абдулхәйергә барыуы тарихта билдәле. Күҙәштең атаһы Рахманғол Хамматовтың 1728 Әйле старшинаһы менән әйлеләрҙән айырылып сығыуы һәм межаларҙы килешеү юлы менән хәл итеүе тарихы документтарҙа теркәлгән (А. Асфандияров «История сел и деревень Бшкортостана», 2001 г.). Был осорҙа Ҡошсо ауылы ситтә ҡалған. Ул ниндәй ауыл һуң?

Мәләкәҫ ауылы 1795 йылғы «ревизская сказка»ла «төп ауыл» тип теркәлгән. Быға ауыл ҡарттары яуап бирә. Улар,беҙҙең ата-бабалар Мәләкәҫкә йылғанан биш саҡрым үрҙәге Ярославканан (Яраҫты ауылынан) күсеп ултырған, тип һөйләрҙәр ине. Ысынлап та, был урыҫ ауылы сирәүе эргәһендә хәҙер ҙә мосолман зыяратының урыны бар. Б. Дәүләтбаев «Большая Ока» китабында яҙыуынса, урыҫтар күсенгәс, зыяратта сусҡалар йөрөүенә ҡошсолар ялыу ҙа яҙған (Ғафаров, 2012; 23).

Ярославка ауылына нигеҙ һалыусы Көнгөр өйәҙе урыҫтары 1802 йылда килешеү төҙөй. Килешеүгә ярашлы улар Ярослава (Яраҫты) йылғаһы Мәләкәҫ йылғаһына ҡойған урынға нигеҙ һалырға рөхсәт ала. Урыҫтар ауылға исемде Яраҫты (урыҫса Ярослава) йылғаһы исеменән сығып Ярославка тип ҡушалар. Башҡорттар һуңынан уны үҙҙәренсә Яраҫтау тип йөрөтә башлай. Ә элекке башҡорт ауылы, исемен юғалтып мәләкәҫтәр тарафынан «төп ауыл» тип кенә йөрөтөлә, шул рәүешле «ревизская сказка»ла теркәлә. Тимәк, ҡошсоларҙың төп ауылы – Ҡошсо ауылының хәҙерге Ярославка уынында булғанына шик ҡалмай.

Хәҙерге быуын кешеләре Мәләкәҫ йылғаһы буйындағы тағы ике башҡорт ауылынан – Хиуа (Вознесенка) менән Таҙтүбәне (Тастуба) лә белмәй, сөнки улар тарихи сығанаҡтарҙа теркәлмәгән. Был ике ауылда ла мосолманы зыяраты булыуы билдәле (Ғафаров, 2010; 58).

Вафа Әхмәҙиев 1980-се йылдарҙа Балтас районында экспедиция ваҡытында бер бабайҙан ҡыҙыҡлы мәғлүмәт яҙып ала. Был ҡарт үҙенең ата-бабаларының Таҙтүбәнән булыуын еткерә.

Вознесенканың тәү атамаһы Хиуа тиҙәр. Ундағы башҡорттарҙың ҡайҙа күсенеүҙәре билдәһеҙ.

Ҡошсолар Мәләкәҫкә һәм Ләмәҙтамаҡҡа күсенә. Әле һаман Мәләкәҫтә лә, Ләмәҙҙә лә ике аймаҡтың «аҙаш» урамдары – Мәтәй һәм Туғыҙ бар. Легендала ла үҙҙәрен ҡәрҙәштәр тип атайҙар.

Икенсе Ҡошсо ауылы тураһында Б. Дәүләтбаев «Твое шежере» хеҙмәтендә яҙған инеш һүҙендә, Абдулла ауылының башҡорт осо Ҡошсо булған, тип яҙа. Тарихтан билдәле булыуынса, Абдуллаға татарҙар (Көнгөр осор) һәм типтәрҙәр (Типтәр осо) 1724 йылғы һәм унан һуңғы килешеүҙәргә ярашлы килеп ултыралар. Башҡорт осоноң тәү исеме Ҡошсо булыуы мөмкин, сөнки «Башҡорт осо» атамаһының татарҙар, типтәрҙәр килгәс кенә барлыҡҡа килүенә шиҡ ҡалмай (Ғафаров, 2008; 56).

Ауылдың Абдулла исеме тарихи сығанаҡтарҙа 1726 йылда иҫкә алынып, аҫаба башҡорт Абдулла Иванов тип теркәлгән. Урыҫ фамилияһы «Иванов» ғәжәпкә ҡалдыра, сөнки ул заманда был төбәктә урыҫтар булмаған. Әгәр был башҡорт суҡынған булһа, исеме Абдулла булмаҫ ине. Тимәк, килешеүҙе (договорҙы) иҫке төрки теленән урыҫсаға тәржемә иткәндә хата киткән «Ибеней – Ибнейҙы» Иванов тип яҙғандар булып сыға түгелме (Галин, 2009; 8).

Эйе,тарихыбыҙҙың асылмаған серҙәре етерлек. Уларҙы беҙ архивтарҙағы тарихи сығанаҡтар аша ғына аса алабыҙ.

Әлегә тиклем ҡошсоларҙың Әйле ырыуына ингән бәләкәй ырыу тип атанылар. Ә бит ҡошсолар Әй һәм Ҡариҙел йылғалары буйҙарында 40-лап ауылға нигеҙ һалған. Шулай булғас, Ҡошсо ырыуының тарихы ентекле өйрәнеүгә лайыҡ.

Ҡошсо ауылдары исемлеге:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА

1. Абдулла (Оло Ҡошсо ырыуы) – 1726 йылда тәүләп иҫкә алына.

2. Борғатья (Оло Ҡошсо) – 1792 й.

3. Мәләкәҫ (Оло Ҡошсо) – 1792 й.

4. Сәлйот (Оло Ҡошсо) – 1728 й.

5. Һабанғол (Оло Ҡошсо) – 1728 й.

6. Ләмәҙтамаҡ (Оло Ҡошсо) – 1795 й.

7. Ҡотош (Оло Ҡошсо) – 1776 й.

8. Һөләймән (Оло Ҡошсо) – 1776 й.

9. Айып (Оло Ҡошсо) – 1765 й.

10. Әбдрәхим (Оло Ҡошсо) – 1776 й.

11. Йонос (Оло Ҡошсо) – 1780 й.

12. Тимерәк (Оло Ҡошсо) – 1795 й.

13. Әжекәй (Бәләкәй Ҡошсо) – 1726 й.

14. Оло Ҡыҙылбай (Бәләкәй Ҡошсо) – 1692 й.

15. Терке ауыл (Бәләкәй Ҡошсо) – 1917 й.

16. Тимербай (Бәләкәй Ҡошсо) – 1795 й.

17. Ҡорғат (Бәләкәй Ҡошсо) – 1795 й.

18. Айҙаҡай (Бәләкәй Ҡошсо, Балаҡатай районы) – 1795 й.

19. Йонос (Оло Ҡошсо) – 1795 й.

СВЕРДЛОВСК ӨЛКӘҺЕНДӘ

20. Рахманғол (Оло Ҡошсо) – 1714 й. (1859 йылда 262 башҡорт, 160 типтәр йәшәгән).

21. Өфө – Шигер (Оло Ҡошсо) 167 – й. (1859 й. – 220 башҡорт).

22. Әртә – Шигер (Оло Ҡошсо) – 1647 й. (1859 й. – 156 башҡорт).

23. Ҡуян (Оло Ҡошсо) – 1859 йылда 76 башҡорт йәшәгән.

24. Ғәйнә (Оло Ҡошсо) – 1859 й. 234 башҡорт йәшәгән.

25. Үрмәкәй (Оло Ҡошсо) – 1795 й. (1859 й. – 140 башҡорт).

26. Бишкәү (Бишауыл, Оло Ҡошсо) – 1742 й. (1859 й. – 91 башҡорт).

27. Бәхмәт (Оло Ҡошсо) – 1795 й. (1859 й. – 72 башҡорт).

28. Әжеғол (Оло Ҡошсо) – 1792 й. (1859 й. – 472 башҡорт, 14 типтәр).

29. Үрге Бәйәк (Бәләкәй Ҡошсо) – 1859 й. – 34 башҡорт, 21 типтәр.

30. Бәйәктамаҡ (Бәләкәй Ҡошсо) – 1859 й. – 238 башҡорт, 53 типтәр.

31. Ботҡин (Оло Ҡошсо) – 1795 й. (1859 й. – 183 башҡорт, 61 типтәр).

ЮҒАЛҒАН АУЫЛДАР

32. Таҙтүбә (Тастуба), Дыуан районы – Балтас яғына күсенгән.

33. Хиуа (Вознесенка), Дыуан районы – зыяраты бар.

34. Мәтәле (Метели), Дыуан районы – зыяраты бар.

35. Шиҙәле (Оло Устикин) – 1795 й. , зыяраты бар.

36. Сырбулат (Бәләкәй Устикин) – билдәһеҙ.

37. Бәғҙән – Ҡошсо (Ҡариҙел районы) – 1724. , билдәһеҙ.

38. Баҡый – 1685 й. , билдәһеҙ.

«Устикин ҡасан нигеҙләнелгән?» – тигән һорауға яуап бер, 1800 йыл 1 декабрь килешеүе буйынса ауыл Ҡошсо ерендә нигеҙләнде, тип әйтерҙәр, сөнки архив документы бының дөрөҫ булыуына шик ҡалдырмай. Ә бына 2001 йылда «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан «Западные башкиры» йыйынтығы (1795-1917 йылдарҙа халыҡ иҫәбен алыу материалдары) ауылға 1800 йылда нигеҙ һалыныуы икеле тип раҫлай (Ғафаров, 2008; 56).

1795 йылғы V ревизияла теркәлеүенсә, Устагинский (Шадали) ауылында дәүләт крәҫтиәндәре йәшәгән: ир-аттар – 217 , ҡатын-ҡыҙҙар – 271 кеше (№819, 65-се бит). Һорауҙар тыуа: «Ни өсөн башҡорттарҙың ерен арендалау тураһында килешеү 1800 йылда ғына төҙөлгән? Ниңә килешеүҙә 50 генә йорт күрһәтелгән?» Ысынлап та, ауылға тәүге кешеләр ҡасан килеп төпләнгән һуң? Тарихи мәғлүмәттәрҙе ентекле сағыштырып, яҡынса билдәләргә мөмкин.

Б. Дәүләтбаевтың «Оло Аҡа тарихы» китабында Ҡошсолар ерҙәренә рус крәҫтиәндәренең күсеп ултырыуы тураһында етерлек мәғлүмәт бар. Был бүлек архив материалдарына таянып яҙылған.

Пугачев яуы (1773-1775 йй.) баҫтырылғас, батша властары башҡорт халҡына ҡарата аяуһыҙ саралар күргән: етәкселәр язаланған, ихтилалда ҡатнашыусыларҙың күптәре каторгаға һәм һөргәнгә ебәрелгән, һалымдар артҡан һ. б. Киләсәктә болалар ҡабат ҡупмаһын өсөн, башҡорт ерҙәрендә рус ауылдарын булдырыу сараһы ла йылдам хәл ителә башлай. Ошо колониаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыу арҡаһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Ҡошсо ерендә 25 рус ауылына нигеҙ һалына: 1787 йыл – Таҙтүбә, 1788 – Ямаш, Ләмәҙ (Лемезы), 1793 – Мәтәле. Тимәк, Устикин ауылы ла шул осорҙа нигеҙләнгән булырға тейеш. Ә инде килешеүҙең һуңынан ғына төҙөлөү сәбәбе – иң тәүҙә аҡса түләү мөмкинлеге булмауындалыр.

Сит халыҡта ерҙәренә күсенеүсе дәүләт крәҫтиәндәренә льготалар тураһында батша указы 1797 йылда ғына сыға. Был указ буйынса күскенселәргә түбәндәге льготалар ҡарала: йән башына 12 һум, килеп еткәс тағы ла 5 һум (подъемный), өй һалырға 100 һум түләнә, сәсеү өсөн бушлай орлоҡтар бирелә, ир-ат 3-5 йылға һалымдарҙан һәм хәрби хеҙмәттән азат ителә. Һис шикһеҙ, был льготаларалдан күсенгәндәргә лә бирелгән булырға тейеш (Ғафаров, 2010; 21).

Шул уҡ 1797 йылда батшаның башҡорттарҙы хәрби сословиеға күсереү тураһындағы указы ла сыға. Башҡортостан контондарға бүленә. Башҡорттар сик буйын һаҡлауға ғәскәр биргән. Хәрби хеҙмәт өсөн кәрәкле бар нәмәне (ике ат, кейем, ҡорал, аҙыҡ-түлек һ. б .) башҡорт үҙе булдырырға, хәстәрләргә тейеш була (Буранғолов, 1995; 6).

Шулай итеп, яуҙан һуң мал-мөлкәтһеҙ ҡалған башҡорттоң ере бар, ә хәрби мөлкәт булдырырға аҡсаһы юҡ. Рус крәҫтиәненең иһә ере юҡ, әммә хөкүмәт уға мул аҡса бирә, тик яңы ергә күсен һәм башҡортҡа бола күтәрергә ирек бирмә генә. Бына шулай батша хөкүмәте «бер атыуҙа ике ҡуян» алған булып сыға.

Ирекһеҙҙән башҡорттар ерҙәрен һатырға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә 50 йыл эсендә Ҡошсо ерҙәрендә рус ауылдары ишәйә, рустар дөйөм халыҡ һанының 56, 3 процентын тәшкил итә; татар, мишәр, типтәрҙәр 15% - ҡа, мариҙар – 12% - ҡа етә, башҡорттар 15% ҡына ҡала. Шуны әйтергә кәрәк, Ҡошсо ырыуының ерҙәре ҙур майҙанда йәйрәп ятҡан, уларға хәҙерге Мәсетле һәи Дыуан райондарының күп өлөшө, Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнсығыш райондары (Красноуфимск, Әртә һ. б.) ҡараған (Галин, 2009; 8).

V ревизияла иҫкә алынған Шадали ауылы тураһында аңлатма биреп китеү кәрәк, тип һанайым. Иң тәүҙә күсенгәндәрҙең йәшәү урыны Шиҙәле шишмәһе буйындағы башҡорт ауылы исеме менән йөрөтөлә. Рустар түбәнерәк Ыҡ тамағына ултырып, ауылдарын Устикин тип исемләйҙәр, уларҙың зыяраты иҫке пекарня янында булған. Хәҙерге Революция урамы һуҙылған урын Бәләкәй Салйот тип йөрөтөлгән. Рус ауылы ҙурайғас, Шиҙәле һәм Салйот ауылдары башҡорттары Әйҙең һул яғына күсенеп, Ҙур Салйот янында Төплөкүл ауылын нигеҙләйҙәр. Ауылдың күсеп улырыуын 1816 йылғы ревизияла уның халҡы тураһында мәғлүмәт юҡлығы раҫлай (Ғафаров, 2008; 9).

Ә 1834 йылғы исемлектә суҡынған, ҡасҡан, һалдатҡа бирелгән, икенсе ауылға күсерелгән күп кеше теркәлгән. Был миҫалдар ауыл халҡының устикиндәр менән аралашыуын сағылдыра.

Хәҙер 200 йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Беҙ башҡорт ауылы Шиҙәленең дә, рус Устикиненең дә ҡасан нигеҙләнеүен аныҡ ҡына билдәләй алмайбыҙ. Фәҡәт ул дәүерҙең ни тиклем ҡатмарлы булыуына төшөнә алабыҙ.

Тарихи хәҡиҡәт шуны раҫлай: Ҡошсо башҡорттары ерҙәренә күсеп ултырған мишәр, мари, татар, типтәр, рустар урындағы башҡорттар менән аралашып, бер-береһенән күп хужалыҡ эштәренә өйрәнгән. Мәҫәлән, башҡорттар ер эшкәртеүҙе үҙләштерһә, рустар ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ, малсылыҡ серҙәрен өйрәнгән.

2000 йылда райондың күп милләтле халҡы Оло Устикиндең 200 йыллығын билдәләне.

Революцияға тиклем был төбәктең ауылдары, төрлө административ-территориаль бүленешкә индерелеп, биләмәләр һәр саҡ үҙгәреш кисергән. XVI-XVII быуаттарҙа себер даруғаһына (юлына), XVIII быуатта Ырымбур, Пермь, XIX быуатта 1865 йылдан Өфө губерналарына ингән, 1798 йылда контон системаһы булдырыла. 1865 йылдан волостар өйәҙҙәргә буйһондоролған. Волостар ырыу исемдәре менән атап йөрөтөлгән. 3-сө контонға (Троицк өйәҙе) әйле, тырнаҡлы, түбәләҫ, һарт, дыуан, оло ҡошсо, балаҡатай ырыуы аулдары ингән.

5-се контонға (Красноуфимск өйәҙе) бәләкәй ҡошсо, һыҙғы, оло ҡошсо ырыуы ауылдары ҡараған. 10-сы контонға (Өфө өйәҙе) урман-күҙәй, ҡаратаулы, мырҙалар ырыуы ауылдары кергән.

Тарих фәнендә башҡорт ырыуҙарын 4 ҙур төркөмгә бүлеп йөрөтәләр: көньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Беҙҙең Әй-Йүрүҙән төбәгендәге башҡорттарҙы төньяҡ-көнсығыш башҡорттары тип исемләйҙәр. Улар үҙҙәре өс ҙур ырыу берләшмәһен тәшкил итә: әйлеләр, ҡатайҙар, табындар. Һәр ырыу берләшмәһе ҙур аймаҡтарҙы үҙ эсенә ала. Әйлеләрҙең ырыу берләшмәһенә: әй, тырнаҡлы, ҡаратаулы, төрөкмән, һарт-әйлеләр, мырҙалар, дыуанлы, оло ҡошсо, бәләкәй ҡошсо, күҙәйҙәр (шайтан, ҡыр, урман, төрөкмән, бүләкәй), һыҙғы, өпәй аймаҡтары инә.

Әйлеләрҙең бик борондан ырыу берләшмәһе, шәжәрәләргә таянып, ярайһы уҡ өйрәнелгән. Күренекле башҡорт яҙыусы Тажетдин Ялсығолов әйле ырыуы шәжәрәһендә ырыуға нигеҙ һалыусы итеп Сәйҙәште атай. Уның атаһы Нурсәйет заманында X быуаттарҙа Ургенч, Хиуа, Кунграт ҡалаларын яулаусы Сәйҙәш Уралға Миәс буйына килеп ултырған һәм Әйле ырыуына нигеҙ һалған тиелә. Ә XII быуатта йәшәгән яҙыусы Ҡол Ғәли «Ҡиссаи Йософ» пэмаһы менән – үлемһеҙ шәхес. Әйле шәжәрәһендә Ҡол Ғәлиҙең Хорезмда 45 йыл мөдәррис булып эшләүе, ә һуңынан Зәй буйында тыуған төйәгендә йәшәүе һөйләнелә. Әйлеләрҙең Минзәлә өйәҙендә лә киң таралыуы билдәле. Тимәк, уларҙың йәшәү географияһы Волга буйҙарынан аҡрынлап Әй үҙәндәренә күсенеүе тарихи ысынбарлыҡҡа тура килә. Быны географик атамалар ҙа иҫбатлай. Әйле ырыуы йәшәгән территорияла бер үк атамалар осрай. Мәҫәлән, Мәләкәҫ, Ямаш, Ыҡ атамалары. Әгәр әйлеләр Волга буйҙарында XVII-XVIII быуаттарҙан йәшәһә, Әй-Йүрүҙән үҙәндәренә уларҙың юлығыуы татар-монголдар осоро менән бәйле, күсенеү дәүере XIV-XV быуаттарҙы үҙ эсенә ала. Быны әйлеләр шәжәрәһе лә иҫбатлай. Тәүге ауылдарға нигеҙ һалыусыларҙың нәҫел быуыны шаһит. Мәҫәлән, Дыуан-Мәсетле шәжәрәһендә ауылға нигеҙ һалыусыларҙың нәҫел быуыны 19 быуын, был 550-560 йыл элек, йәғни 1450-60 йылдарға тура килә (Ғафаров, 2008; 9).

Ата-бабаларға ярым күсмә тормош менән йәшәргә тура килгән, йәйен йәйләүҙә, ә ҡышҡа ауылға ҡышларға ҡайтҡандар. Был төбәктә, улар килгәнсе, уғыр ҡәбиләләренең һунарсылыҡ итеүе билдәле түгел, шулай ҙа уларҙың булыуы мөмкин, сөнки Свердловск өлкәһендәге масиҙар, Пермь өлкәһендә пермяк һунарсылары йәшәүен беләбеҙ, ә уларҙың башҡорттар менән аралашыуы бик мөһим һәм уларҙың аҡрынлап төньяҡҡа ла күсенеүҙәре ихтимал.

Башҡорттарҙың игенселек менән шөғөлләнеүе тураһындағы мәғлүмәттәр 17-се быуаттарға тура килә, уларҙың 13-14-се быуатта уҡ тары, арпа сәсеүҙәре билдәле. Шулай ҙа әйлеләрҙең төп кәсебе малсылыҡ, һунарсылыҡ, ҡортсолоҡ булған. Тәбиғәттең бай булыуы емеш-еләк әҙерләргә мөмкинселек биргән. Тимәк, әйлеләр шул ваҡыттарҙа уҡ төбәкте үҙләштереп ишәйгән, ауылдарға нигеҙ һалған (Максютова, 1976; 23).

1690-1700 йылдарҙа ғына башҡа милләт халҡының Әй төбәктәренә күсенә башлауы документтарҙа салына. Мәҫәлән, 1692 йылда Оло Аҡаға нигеҙ һалыныу мишәрҙәрҙең килеп ултырыуын документаль нигеҙҙә раҫлай. Урыҫтар эҙәрләүенән ҡасып, татар һәм мишәрҙәр 1555-1560 йылдарҙа Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышына күпләп килеп баш төртһәләр, беҙҙең төньяҡ-көнсығышта был процесс 100 йылдан һуң ғына башлана. Был төньяҡ Башҡортостандың Себер ханлығы составында булыуы менән аңлатыла, сөнки төньяҡ-көнсығыш башҡорттары оҙаҡ ваҡыт Рәсәйҙе танымай, тик 17-се быуат башында Себер ханлығы ҡыйратылғас ҡына Рәсәй дәүләте үҙ хакимлығын урынлаштыра (Султанов, Ахкамова, Бикташева, 2010; 25).

Заключение

Шулай итеп, ғилми хеҙмәтебеҙҙә Мәсетле районының фольклорын тикшерҙек. Мәсетле районының ер-һыу атамаларын өйрәнгәндә кешенең практик эшмәкәрлеге һәм рухи донъяһы ерле фольклор менән бәйле булыуы күрҙек, халыҡ араһында йөрөп, ауыҙ-тел ижадын йыйғанда, халҡыбыҙ тарихының ниндәй бай булыуына тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Ысынлап та, кеше – географик обекттарға берҙән – бер исем биреүсе. Топонимдар кешелек йәмғиәте тарафынан географик объекттарҙы үҙләштергән һайын тыуа бара, тау, йылға-күлгә исем биреү йәмғиәт ихтыяждарына ярашлы башҡарыла.

Конкрет материалды жанр күҙлегенән тикшереү телдә йөрөгән күп һанлы башҡорт халыҡ хикәйәләрен нигеҙҙә ике жанрға бүлеп ҡарауға ҡайтып ҡалды. Улар: риүәйәт, легенда. Тикшеренеү эшебеҙҙең дә күп өлөшөн шул ике жанрға арнаныҡ.

Һәр төбәк фольклоры халыҡ тарихын өйрәнеүҙә, милләт этногенезы мәсьәләһен хәл итеүҙә ҡиммәтле материал ул. Географик атамалар урындағы ерҙәрҙә ҡасандыр йәшәгән ырыу-ҡәбиләләр хаҡында мәғлүмәт алырға, борон замандарҙан алып бөгөнгө көнгәсә халыҡ йәшәйешен яҡтыртырға ярҙам итә.

Фольклор прозаһының жанрҙары – быуаттар төпкөлөндә үк формалаша башлап, төрлө тарихи шарттар эсендә үҫешкән үҙ аллы ижад йүнәлеше ул. Риүәйәт һәм легендаларҙың барлыҡҡа килеүе кешелек йәмғиәтендә донъяны танып белеү ихтыяжының тыуыуы менән бәйләнгән. Теге йәки был күренештең, хәл – ваҡиғаның асылын, килеп сығыу сәбәбен аңларға һәм аңлатырға тырышыу, йәғни этиологик мотив – халыҡ хикәйәләренең нигеҙ ташы.

Фольклорҙың ысынбарлыҡҡа булған мөнәсәбәте дәүер һәм жанрҙың үҙенсәлеге менән билдәләнә. Легенда, риүәйәттәрһең тарихи ерлеге ике ҙур йүнәлештә – аң һәм ижтимағи тормош үҫеше күҙлегенән өйрәнеү ҡуйылған проблеманы системалы ҡараш рәүешендә яҡтыртыу мөмкинлеген аса.

Легендаларҙа донъя халыҡтарының ижадына хас булған архаик ҡараштарҙың киң сағылыуы ата – бабаларбыҙҙың рухи мәҙәниәте, тарихы дөйөм кешелек мәҙәниәте һәм тарихы ерлегендә барлыҡҡа килгән һәм формалашҡан тигән һығымтаға килтерә. Фольклор прозаһы әҫәрҙәрендә кеше аңының үҫә барыуы, шул айҡанлы боронғо ҡараштарҙың үҙгәреүе кеүек күренештәр ҙә тоҫмаллана.

Хеҙмәтебеҙҙә мәсетлеләрҙең легенда, риүәйәттәрен тикшереп, ошондай һығымтаға килдек: халыҡ хәтере теге йәки был ваҡиғаны иҫтә тотоп ҡына ҡалмаған, уға үҙенең баһаһын да биреп киткән, ул ваҡиғалар ер-һыу исемдәре рәүешендә мәңгелләштерелгән.

Ғилми хеҙмәтебеҙҙең беренсе бүлегендә («Мәсетле районына дөйөм характеристика») Әйлеләр тураһында белешмә. Ырыу тарихы тикшерелеп кителде.

Ғилми хеҙмәтебеҙҙә быға тиклем башҡа тикшеренеүселәр иғтибар итмәгән һәм, нигеҙҙә, шәхсән, тупланған материалға өҫтөнлөк бирелде. Телгә алынған тикшеренеүселәр билдәләгәнсә, ғөмүмән, легенда-риүәйәттәр айырыуса рельефлы урындарҙа таралған, тигән фекергә килдек.

Икенсе бүлектә («Ер-һыу һәм көнкүреш, ауылдар тарихы менән бәйле фольклор материалдары») ер-һыу, ауылдар, аралар, тормош-көнкүреш хәлдәренә бәйле фольклор өйрәнелә, анализлана. Риүәйәт-легендалар, сеңләүҙәр, шиғырҙар, йырҙар айырып ҡарала. Ҡушымтала йыйылған ерле материалға таянып яҙылған бер дәрес өлгөһө һәм кластан тыш сара бирелә. Мәсетле фольклоры ла тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән әле. Уларҙы өйрәнеүгә күп ваҡыт һәм көс һалаһы бар әле. Киләсәк быуындарға тарихты еткереү өсөн фольклорҙы өйрәнеүҙе төп бурыстарыбыҙҙың береһе итеп ҡарарға тейешбеҙ.

Тәбиәғәт серҙәренә төшөнөү, донъяуи хәлдәргә баһа биреү мөмкинлеге кеше аңының үҫеш кимәле менән билдәләнә. Халҡыбыҙҙың аң эволюцияһын, күңел ынтылыштарын сағылдырыу яғынан йырҙарыбыҙҙың, сеңләүҙәребеҙҙең әһәмиәттәрен һис ҡасан да юғалтмай торған ҡиммәтле рухи хазина ул.

Шулай итеп, фольклорҙың тормошто һүрәтләү диапозоны шаҡтай киң, тигән фекергә килдек. Уларҙа кешеләрҙең тирә-йүнде, тәбиғәт күренештәрен, тарихи ваҡиға һәм тормош-көнкүреш хәлдәрен аңлауы донъяға ҡарашы, этик һәм эстетик идеалдары сағылған. Был күп тармаҡлы йөкмәтке, тәбиғи билдәле бер система эсендә конкрет һәм тәрәнерәк асыла.

Список литературы

1. Ахмеров, Р. Б. Наскальные знаки и этнонимы башкир. [Текст] /

Р. Б. Ахмеров Уфа, 1994. С.113.

2. Баишев, Т. Г. Башкирская топонимия. [Текст] / Т. Г Баишев. – Уфа: Китап, 1994. – С. 310.

3. Нәҙершина, Ф. А. Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре. [Текст] / Ф.А. Нәҙершина – Өфө, 1997. 5-се бит.

4. Башҡорт халыҡ ижады: Риүәйәттәр, легендалар – Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1980. – 19-сы бит.

5. Башҡорт халыҡ ижады. – Өфө: Китап, 1997. – 2-се том: риүәйәттәр, легендалар. – 436-сы бит.

6. Буранғолов, М. Сәсәндәр аманаты. [Текст] / М. Буранғолов. – Өфө: Башҡортостан китап нәшрите,1995. -325 бит.

7. Галин, С. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. [Текст] / С. Галин. – 2-се баҫма, үҙгәрешле. – Өфө: Китап, 2009. – 205-се бит.

8. Галин, С. Башҡорт халҡының йыр поэзияһы. [Текст] / С. Галин. – Өфө: 1979.

9. Ғафаров, Б. Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. [Текст] / Б.Б. Ғафаров – Өфө: Китап, 2008.

10. Ғафаров, М. Ф. Әйле башҡорттары. [Текст] / М. Ф. Ғафаров Өфө, 1993. 235 б.

11. Ғафаров, М. Ф. Минең ғәзиз тыуған яғым – Мәсетле. [Текст] /

М. Ф. Ғафаров Өфө, 2010. 229 б.

12. Ғафаров, М. Ф. Мәсетле ере тарих менән бай. [Текст] / М. Ф. Ғафаров Өфө, 2012. 356.

13. Ишбулатов, Н. Х., Усманова, М. Г. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. [Текст] / Н. Х Ишбулатов, М. Г Усманова, – Өфө, Китап, 2000.

14. Йәһүҙин, Т. И. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптә башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеү. [Текст] / Т. И. Йәһүҙин – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,1970.

15. Камалов, А. А. Башкирские географические термины и топонимия. [Текст] / А. А. Камалов – Уфа, 1997. - 330 с.

16. Камалов, А. А. Башкирская топонимия. [Текст] / А. А. Камалов – Уфа: Китап, 1994. – 304-с.

17. Камалов, А. А. Гидронимия Башкирии. Автореф. дис. канд. филол. наук. [Текст] / А. А. Камалов – Уфа, 1969. – С. 21.

18. Кирәй, М. А. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. [Текст] /

М. А Кирәй. Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1961. 388 б.

19. Кузеев, Р. Г. Происхождение башкирского народа. [Текст] / Р.Г. Кузеев – Уфа, 1974. - 570 с.

20. Кузеев, Р. Г. Очерки исторической этнографии башкир. [Текст] /

Р. Г. Кузеев – Уфа, 1957, 1987.

21. Кейекбаев, Ж. Ғ. Хәҙергә башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. [Текст] / Ж. Ғ. Кейекбаев – Өфө:1966.

22. Максютова, Н. Х. Говор башкир долины Ай. [Текст] / Н. Х. Максютова – М.,1 963.

23. Максютова, Н. Х. Восточный диалект башкирского языка (В сравнительно-историческом освещении). [Текст] / Н. Х. Максютова – М.: Наука, 1976. С. 292.

24. Максютова, Н. Х. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. [Текст] / Н. Х. Максютова – Уфа: Китап, 1996. – С. 228.

25. Султанов, Ю. Ю, Ахкамова, Н. Ф. Бикташева, Г. К. Мечетлинский район РБ: Энциклопедия [Текст] / Ю. Ю. Султанов, Н. Ф. Ахкамова, Г. К. Бикташева. Уфа: Мир печати, 2010. 284 с.

26. Мәхмүтов, М. И. Мәктәптә мөстәкыйльлек тәрбиялаү. [Текст] / Мәхмүтов М. И. Казан, 1964.

27. Мәргән, К. Башҡорт халҡының эпик ҡобайырҙары. [Текст] / К. Мәргән – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1961. -432 бит.

28. Мирхәйева, Ғ. Ә. Тарих яҙыр инем ташына [Текст] / Мирхәйева Ғ. Ә. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2001. – 160 б.

29. Минһажетдинова, М. Ҡәләмдә ҡөҙрәт бар. [Текст] / М. Минһажетдинова – Өфө: Китап,1995.

30. Молчанова, О. Т. Опыт сравнительно-исторического и типологического исследования тюркской топонимии Горно-Алтайской Автономной области. . [Текст] / Молчанова О.Т – М., 1983. – С.3 87.

31. Ахметшин, Б. Г. Народные сказки, легенды, предания и были Башкирии. – Уфа, 19. – С.17 – 24; Ахметшин Б. Г. К вопросу об изучении эногенических преданий-легенд башкир // Фольклор народов РСФСР: Межвузовский научный сборник. [Текст] / Б. Г. Ахметшин – Уфа 1976. -. 65 - 72 с.

32. Ниғмәтуллин, Р. Х. Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эштәр. [Текст] /

Р. Х Ниғмәтуллин – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. – Һүрәттәре менән 128 бит.

33. Нәҙершина, Ф. А. Халыҡ хәтере. Монография. [Текст] / Ф. А Нәҙершина – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.

34. Нәҙершина, Ф. А. Халыҡ хәтере. [Текст] / Ф.А Нәҙершина – Өфө: Халыҡ һүҙе. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983

35. Сулейманов, А. М. Исторические основы и идейно-эстетические функции топонимических легенд и преданий башкирского народа. Автореф. дисс. канд. филолог. наук. [Текст] / А. М. Сулейманов – Уфа, 1973.

36. Сөләймәнов, Ә. М. Әкиәттә хәҡиҡәт. [Текст] / Ә. М. Сөләймәнов – Өфө: Китап,1997.

37. Сәғитов, М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. [Текст] / М. Сәғитов – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. - 259 бит.

38. Хәрисов, Ә. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. [Текст] / Ә Хәрисов – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965. 39. Хисамитдинова, Ф. Г. Географические названия Башкортостана: Материалы для историко-этимологического словаря. [Текст] / Ф .Г. Хисамитдинова – Уфа, 1992. - 125 С.

40. Шакуров, Р. З. Топонимия бассейна реки Дема. [Текст] / Р. З Шакуров – Автореферат кандидатской диссертации. – М., 1973.

41. Шакуров, Р. З. По следам географических названий: топонимия бассейна реки Демы. [Текст] / Р. З Шакуров – Уфа, 1986. - 356 бит.

42. Шарапов, И. Ә. Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты өйрәнеү. [Текст] / И. Ә. Шарапов – Өфө: Китап, 2008. - 96 бит.

43. Шәкүр, Р. З. Исемдәрҙә ил тарихы. [Текст] / Р. З Шәкүр – Өфө: Китап, 1993. - 270 б.

44. Шәкүр, Р. З. Башҡорт диалектологияһы. [Текст] / Р. З Шәкүр – Өфө, 2011. – 219 б.

45. Шәкүр, Р. З. Сыңрау торналар иле. [Текст] / Р.З Шәкүр – Өфө: Китап, 1990. - 325 бит.

46. Шитова, С. Н. Традиционные поселения и жилища башкир. С. Н. Шитова.

47. Янғужин, Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. [Текст] / Р. З. Янғужин– Өфө, 1995, 1998.

II. Мәҡәләләр

48. Баишев, Т. Г. Поговорим о топонимике и топонимических названиях [Текст] / Т. Г. Баишев. // Башҡортостан уҡытыусыһы, - 1961. - №4. - С. 32–48.

49. Әхмәтшин, Б. Башҡорт таусыларының ҡайһы бер легендалары [Текст] / Б. Әхмәтшин // Ағиҙел. 1968. № 1. Б. 116 – 120.

50. Ғафаров, М. Ф. Иҫке Мишәр, Яңы Мишәр ҡасан нигеҙләнгән [Текст] / М. Ф. Ғафаров // Мәсетле тормошо, – 2010. - №3. – С. 2.

51. Ғафаров, М. Ф. Мәләкәҫкә – 275 йәш [Текст] / М. Ф. Ғафаров // Мәсетле тормошо, – 2013. - №22. – С. 3

52. Сөнәғәтуллин Р. Өңташ ниндәй серҙәр һаҡлай? [Текст] / Р Сөнәғәтуллин // Мәсетле тормошо, - 2013. - №42 – С. 2.

53. Файзрахманова, С. Әбдрәхим ауылына – 245 йыл [Текст] /

С. Файзрахманова // Мәсетле тормошо, - 2006. - №16 – С. 5.

III. Һүҙлектәр

54. Древнетюркский словарь. – П., 1969. - 520 с. Краеведческий словарь-справочник. Под ред. Ю. А. Бугрова. Курск, 1997.

55. Краеведческий словарь-справочник. Под ред. Ю. А. Бугрова. Курск, 1997.

56. Краткий топонимический словарь. Под ред. В. А. Никонов – М.: Мысль, 1966. – 509 С.

57. Словарь топонимов Башкирской АССР. – Уфа, 1980. - 485 С.

58. Справочник личных имен народов РСФСР. – М, 1979. - 471 С.

59. Русса-башҡортса тел терминдары һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2002. - 260 б.

60. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге. – Өфө, 2004. - 136 б.

Покупка готовой работы
Тема: «Фольклор мечетлинского района»
Раздел: Литература и лингвистика
Тип: Дипломная работа
Страниц: 65
Цена: 1900 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы

У нас можно заказать

(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)

Контрольная на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Решение задач на заказ

Решение задач

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Лабораторная работа на заказ

Лабораторная работа

от 200 руб.

срок: от 1 дня

Доклад на заказ

Доклад

от 300 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

42 задания

за последние сутки

10 минут

время отклика