Курсовая работа
«Строение диалога в башкирском языке»
- 28 страниц
Инеш.3
1. Башҡорт телендә диалогтарҙың өйрәнелеү тарихы.6
1.1. Тел ғилемендә диалогик текстарҙың өйрәнелеү тарихы .6
1.2. Диалогик телмәр хаҡында төшөнсә.11
2. Башҡорт телендә диалогтарҙың төҙөлөшө.15
2.1. Диалогтарҙың структура – семантик төҙөлөшө.15
2.2. Диалогтарҙа тыныш билдәләренең әһәмиәте.18
2.3. Диалогтарҙың төрҙәре.21
ИНЕШ
Башкорт тел ғилемендә һуңғы йылдарға тиклем телдең тик айырым берәмектәре – өндәр, һүҙҙәр, һуҙбәйләнештәр, һөйләмдәрҙең структур һәм семантик үҙенсәлектәре генә өйрәнелде, йәғни был категорияларҙың грамматик билдәләрен асыклауға бағышланған хеҙмәттәр яҙылды.
Дөйөм тел ғилемендә хәҙерге вакытта диалогик текстың барлыкка килеүе, ҡулланылыу үҙенсәлектәре, уның төрҙәрен, һөйләмдәрҙең диалогтарҙағы үҙ–ара берләшмәһен, структураһын өйрәнеүгә лә ныҡлы иғтибар бирелә башланы. Был – тел ғилеменә бөгөнгө көн талаптарынан сығып ҡарағанда, һис шикһеҙ, теоретик һәм практик әһәмиәтле проблема, сөнки уҡыусыларҙың яҙма һәм һөйләү телмәрендә осраған күп һанлы логик, синтаксик, стилистик хаталарҙың булыуы, нигеҙҙә, уларҙың диалогик текстарҙы төҙөй белмәүенән килә.
Дөйөм тел ғилемендә диалогтарҙың уның төҙөлөшөн өйрәнеүгә бағышланған хеҙмәттәр күп булыуға ҡарамаҫтан, бындай төр текстың дөйөм ҡабул ителгән берҙәм билдәләмәһе әлегесә юк. Ләкин барлык ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә диалогик тексҡа бирелгән билдәләмәне берләштергән бер дөйөм фекер бар: диалог – телмәр берәмеге, ул сағыштырмаса ябай һөйләмдәрҙең кешеләрҙең аралашыуы ваҡытындағы үҙ-ара мәғәнәүи һәм формалы бәйләнеше, уларҙың структур, композицион берҙәмлеге, һыҙык өҫтөнә алына.
Теманың актуаллеге. Һуңғы йылдарҙа ғалимдар ҙа, уҡытыусылар ҙа тел күренештәрен аңлатҡанда диалогик текстар өҫтөндә эшләүҙең әһәмиәте тураһында ғилми һәм методик әҙәбиәттә йыш яҙалар.
Бөгөнгө көнгә тиклем тел ғилемендә диалогик текстарҙың үҙенсәлеген, уларҙы текст булараҡ ойоштороусы сараларҙы тикшереүгә бағышланған хеҙмәттәрҙең һирәклеге был йүнәлештә лингвистикала оло ҡыйынлык тыуҙыра, сөнки диалогтарҙың структура төрҙәрен өйрәнмәйенсә, башҡорт теленең дә төҙөлөшөн тулыһынса асыҡлау мөмкин түгел.
Башҡорт тел ғилемендә диалогтарҙың ойоштороусы синтаксик саралар, бындай төр текстарҙың функциональ үҙенсәлектәре проблемаһы актуаль проблемалар рәтенә инә. Диалогтарҙың художестволы әҙәбиәттәге структур хеҙмәте ентеклерәк өйрәнелеүгә лайыҡ. Диалогтарҙың грамматик мәғәнә асылын хәҙерге әҙәби тел миҫалында тәрәнерәк өйрәнеүҙе талап итә.
Ғалимдар диалогик текстың төп үҙенсәлектәрен билдәләгәндә уның бәйләнешле, бер бөтөн булыуын, киҫәктәргә бүленеүен һәм мәғәнәүи берҙәмлеген, артабан үҫтерелә алыуын, эҙмә-эҙлелеген, логик һәм структур ойошҡанлығын, тамамланған булыуын билдәләйҙәр. Ә инде бөтөнлөк һәм бәйләнешлелек – текстың иң мөһим үҙенсәлектәре. Был терминдың этимологияһында ла сағылыш тапҡан.
Диалогик тексты өйрәнеүселәр уның башлыса йәнле һөйләү функциональ стиленә ҡарауы, күләм яғынан сикләнеүе, бөтөн телмәр булыуын күрһәтәләр һәм уға төрлө телмәр формаларын индерәләр.
Семантик йәһәттән иһә диалогик текст моно һәм полифункциналь, структураһы буйынса асыҡ һәм ябыҡ, «ҡаты» һәм «һығылмалы» төрҙәргә бүленә.
Башҡорт тел ғилемендә диалогик текст лингвистик тикшеренеүҙәр объекты булараҡ Д. С. Тикеевтың һәм Г.А. Басырова, Г.Д. Вәлиеваның ғилми һәм методик планда яҙылған күп һанлы мәҡәләләрендә, китаптарында сағылыш тапты. Үҙ хеҙмәттәрендә улар диалогик текст синтаксисына һәм төҙөлөшөнә ҡыҫҡаса характеристика бирә, уларҙағы һөйләмдәрҙең үҙ–ара бәйләнеү ысулдарын, диалогты бәйләүсе сараларҙы бай фактик материалға нигеҙләнеп яҡтырта. Лингвистик әҙәбиәттә ҡабул ителгәнсә, диалогик текстағы фраза–ара бәйләнеште барлыҡҡа килтереүсе сараларҙы лексик, лексик–грамматик, синтаксик сараларға бүлеп тикшерә. Текстың структур компоненты булған ҡатмарлы синтаксик бөтөндәрҙең һыҙаттарын асыҡлай.
Ғалимдар фекеренсә, диалогик текст – композицион һәм структур йәһәттән ойошҡан, тейешле саралар ярҙамында грамматик һәм мәғәнәүи яҡтан бөтөн берәмек. Диалогик телмәр һәм уның төҙөлөшө, диалогтың үҙенсәлекле мәсьәләләре тел ғилеменең синтаксис, телмәр мәҙәниәте өлкәләренең тикшереү объекты булып тора.
Диалогик телмәр телдең һөйләү формаһындағы стилдәр рәтенә инә. Телдән диалогик телмәр тотошо менән йәнле һөйләү стиленә инергә мөмкин. Әммә «телдән диалогик телмәр» һәм «йәнле һөйләү стиле» төшөнсәләрен бутарға ярамай. Йәнле телмәр – стилгә ҡарағанда байтаҡҡа киң күренеш. Шулай ҙа йәнле һөйләү стиле, нигеҙҙә, аралашыуҙы телдән һөйләү формаһында тормошҡа ашыра, башҡа ҡайһы бер стиль жанрҙары, мәҫәлән, доклад, лекция, рапорт һ. б. сығыштар теддән тормошҡа ашырыла.
ЙОМҒАҠЛАУ
Башҡорт теленлә диалогик текстар хәҙерге тел ғилемендә таралыу алған текст теорияһына ярашлы ентекле өйрәнелә башланы. Шулай ҙа, диалогик текстарҙың төрҙәре, уларҙың стрктур – семантик төҙөлөшө мәсьәләләре әлеге көндә актуаль булып ҡала килә.
Ғалимдар диалогик текстың төп үҙенсәлектәрен билдәләгәндә уның бәйләнешле, бер бөтөн булыуын, киҫәктәргә бүленеүен һәм мәғәнәүи берҙәмлеген, артабан үҫтерелә алыуын, эҙмә-эҙлелеген, логик һәм структур ойошҡанлығын, тамамланған булыуын билдәләйҙәр. Ә инде бөтөнлөк һәм бәйләнешлелек–текстың иң мөһим үҙенсәлектәре. Был терминдың этимологияһында ла сағылыш тапҡан.
Диалогик тексты өйрәнеүселәр уның башлыса йәнле һөйләү функциональ стиленә ҡарауы, күләм яғынан сикләнеүе, бөтөн телмәр булыуын күрһәтәләр һәм уға төрлө телмәр формаларын индерәләр
ҠУЛЛАНЫЛҒАН СЫҒАНАҠТАР ҺӘМ ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ
1. Бикбай Б. Һайланма әҫәрҙәр. 4 том. – Өфө: Китап, 1972. – 206 бит.
2. Валиева Г.Д. Структурно–семантическая организация описательных микротекстов в башкирском языке. – Уфа: БашГУ, 2002. – 154 с.
3. Гаджиева Н.З. Основные пути развития синтаксической структуры тюркских языков. – М.: Наука, 1973. – 252 с.
4. Гальперин И. Р. Текст как объект лингвистического исследования. – М., 2014. – 175 с.
5. Диалог: лингвистические и методические аспекты / Под ред. З.Н. Афинской. М. : Изд-во МГУ, 2007. – 158 с.
6. Дәүләтшина Һ. Ырғыҙ. – Өфө: Китап, 1974.– 510 бит.
7. Закиев М. 3. Татарская грамматика. Синтаксис. – Казань, 2012. – Т. III. – 533 с.
8. Золотова Г.А. Коммуникативные аспекты руссокго синтаксиса. – М.: Наука, 2014. – 187 с.
9. Исҡужина Ф.С. Текст меннән эш төрҙәре//Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2010. – №4. – 32–36–сы биттәр.
10. Исҡужина Ф.С., Вәлиева Г.Д. Башҡорт телендә текст теорияһы һәм методикаһы. – Өфө: Китап, 2011. – 210 бит.
11. Искужина Ф.С. Текст и средства его организации в башкирском языке (на материале произведений художественной литературы). – Уфа: РИО БашГУ, 2002. – 124-се бит.
12. Искужина Ф.С. Некоторые особенности структуры текста (на материале башкирского и русского языков)//Актуальные проблемы сопоставительного языкознания и межкультурные коммуникации. Материалы научной конференции. Ч. 2. – Уфа, 1999. – С. 67–69.
13. Искужина Ф.С. Основные признаки заключительных предложений синтаксического целого//Башҡортостан республикаһының телдәр тураһындағы законы һәм ике теллелек мәсьәләләре. Конференция материалдары. – Өфө, 2000. – Б. 72–73.
14. Иҫәнғолов Ф. Арыш башағы. – Өфө: Китап, 1974. – 287 бит.
15. Кейекбаев Ж.Ғ. Туғандар һәм таныштар. – Өфө: Китап, 1972.– 289 бит.
16. Кәрим М. Һайланма әҫәрҙәр. – Өфө: Китап, 1998. – 410 бит.
17. Лосева Л. М. К изучению межфразовой связи // Русский язык в школе. –2009. – № 1. – С. 11–44.
Тема: | «Строение диалога в башкирском языке» | |
Раздел: | Литература и лингвистика | |
Тип: | Курсовая работа | |
Страниц: | 28 | |
Цена: | 3000 руб. |
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
- Цены ниже рыночных
- Удобный личный кабинет
- Необходимый уровень антиплагиата
- Прямое общение с исполнителем вашей работы
- Бесплатные доработки и консультации
- Минимальные сроки выполнения
Мы уже помогли 24535 студентам
Средний балл наших работ
- 4.89 из 5
написания вашей работы
У нас можно заказать
(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)
682 автора
помогают студентам
42 задания
за последние сутки
10 минут
время отклика
Концепт «солнце» в русской и башкирской языковой картине мира
Дипломная работа:
Концепт «дружба» в башкирских и русских народных пословицах и поговорках и его использование в учебном процессе
Дипломная работа:
Глагол движения в башкирском языке
Дипломная работа:
Пространственная модель мира в башкирской топонимии и её использование в лингвокраеведении
Магистерская работа:
Средства формирования идеала женщины в башкирском фольклоре и литературе