Дипломная работа
«Художестволы донъя картинаһы тураһында төшөнсә»
- 25 страниц
ИНЕШ
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. Һан категорияһын өйрәнеүҙең ғилми нигеҙҙәре
1.1. Һан категорияһының тел ғилемендә өйрәнеү тарихы
1.2. Һан категорияһын белдереүсе тел саралары
ИКЕНСЕ БҮЛЕК. Художестволы донъя картинаһы тураһында төшөнсә
2.1. Художестволы текста һан категорияһын белдереүсе тел саралары (лексика, грамматика, метфоралар, һандар)
2.2. “Ырғыҙ” романы һәм уның тәржемәһен һан категорияһының белдерелеүе йәһәтенән өйрәнеү
ЙОМҒАҠЛАУ
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ
Бөгөнгө көндә һан категорияһы тел картинаһының мөһим категорияларының береһе, уларһыҙ художестволы телдәге күплек һәм берлек мәғәнәләрен күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Һан категорияһы һүҙҙәрҙең күплек мәғәнәһен белдереүҙә, әҙәби тел картинаһында мөһим роль уйнай. Улар ярҙамында һүҙҙең генә түгел, ә айырым һөйләмдең семантик мәғәнәһе тулылана, һан төшөнсәһе художествол тел картинаһында бай семантик төшөнсмәләрҙһе белдереп, төрлө тел саралары ярҙамында белдерелә.
Теманың актуаллеге. Башҡорт теленең һан категорияһын өйрәнеү бөгөн телдең замана йоғонтоһона бирелеүенә бәйле актуаль мәсьәлә. Телдең лексик составындағы байтаҡ берәмектәр исем һүҙ төркөмөнә ҡарай, уларҙың күбеһе, әлбиттә, ҡабул ителгән теоретик закондарға бик үк буйһоноп бармай. Глобализация күренештәренең көсәйеүе телде замана елдәренән һаҡлау, уны яңы шарттарға яраҡлаштырыуҙы һорай, әле етмешенсе йылдарҙа, совет осоронда әйтелгән теоретик фекерҙәр менән генә башҡорт тел ғилеме артабан үҫешә алмай. Хатта һан категорияһы кеүек нигеҙҙәр мәсьәләһендә лә лә әҙәби телдең эволюцияһы процесында яңы фекерҙәр, күҙәтеүҙәр кәрәк. Һан категорияһын өйрәнеүҙең актуаллеген ошоға бәйле инҡар итерлек түгел.
Һан категорияһы башҡорт тел ғилемендә сағыштырмаса ентекле өйрәнелгән өлкәләрҙең береһе. Уның теоретик нигеҙҙәрен булдырыу әле башҡорт теле хаҡында тәүге хеҙмәттәргә - академик Н.К. Дмитриевтың «Грамматика башкирского языка» [Дмитриев, 1957]. ишле китаптарына барып тоташа. Артабан иһә уны тикшереүгә Жәлил Кейекбаев та үҙ өлөшөн индерҙе, уның башҡорт теленең морфологик төҙөлөшө буйынса мәҡәләләре һан категорияһын өйрәнеү нигеҙҙәрен һалды [Кейекбаев, 2002].
60-80-се йылдарҙа башҡорт теленең һан категорияһы хаҡында теоретик фекерҙәр системалаштырылды, улар тел ғилеменең бер нигеҙе төҫөн алды. Морфология ғына түгел, бөтә тел ғилеме өлкәһендә ҙур эшмәкәрлек алып барған Ғ.Ғ. Сәйетбатталов, Н. Ишбулатов, М. Зәйнуллин кеүек ғалимдарҙың төрлө хеҙмәттәрендә һан категорияһының синтаксик функциялары, стилитик мөмкинселектәре һәм яһалышына бәйле фекерҙәрҙе табырға мөмкин [Ишбулатов, Зәйнуллин, 1987; Сәйетбатталов Ғ.Ғ., 1966].
Ә.М. Аҙнабаев, В.Ш. Псәнчин, Э.Ф. Ишбирҙин хеҙмәттәрендә башҡорт теленең тарихзи эволюцияһы процесында һан категорияһының формалашыуы мәсьәләләре ҡаралды [Аҙнабаев, Псәнчин, 1976; Ишбирҙин, 1985].
Яңыраҡ донъя күргән хеҙмәттәрҙән Э.Ф. Рәхимованың “Башҡорт һәм рус телдәрендә һан категорияһы” тикшеренеүе иғтибарҙы йәлеп итә. Ғалим ике телдә һан категорияһының исем һүҙ төркөмө миҫалында сағылышына сағыштырма анализ үткәрә [Рәхимова, 2007].
Шулай ҙа аталған хеҙмәттәрҙәге фекерҙәрҙе бергә туплап, башҡорт теленең һан категорияһына тарихи һәм хәҙерге көн планында тикшереүебеҙ теманың яңылығын билдәләй.
Курс эшенең тикшереү объекты булып башҡорт теленең морфологияһы алына, предметы – исемдәрҙең һан категорияһы.
Хеҙмәттең төп маҡсаты – хәҙерге башҡорт телендә һан категорияһының нигеҙҙәрен өйрәнеү.
Унан сығып эштә түбәндәге маҡсаттарға өлгәшеү мөһим.
Хәҙерге башҡорт теленең һан категорияһы телдең оҙайлы тарих үҫеше һөҙөмтәһе. Уның эволюция процестарын, төрки һәм башҡорт тел ғилемендә тикшерелеү тарихын асыҡламайынса, хәҙерге нигеҙҙәренә төшөнөү мөмкин түгел. Шуға ла һан аффикстарының һәм мәғәнәләренең өйрәнеү тарихын күҙәтергә кәрәк.
Икенсенән, хәҙерге башҡорт телендә һан категорияһы мөһим урын биләп тора. Уның теоретик нигеҙҙәрен яҡтыртыу һәм әҙәби тел миҫалында функциональ үҙенсәлектәрен тикшереү, хәҙерге телдә барған процестар аша үҙгәрештәрен өйрәнеү зарур.
Ғилми эштең структураһына килгәндә, ул инештән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән торасаҡ. Хеҙмәттең практик әһәмиәте уны башҡорт теленең морфологияһын өйрәнгәндә файҙаланыу мөмкинселегендә тора.
Был тикшереүҙең төп үҙенсәлеге шунда: ул башҡорт һәм рус телендәге һан категорияһын әҙәби тел миҫалдары аша өйрәнеү формаһында барасаҡ. Был беренсенән, башҡорт теленең ҡайһы бер морфологик үҙенсәлектәрен асыҡлап ҡына ҡалмай, әҙәби телдә һан категорияһының сағылышы мәсьәләләрен дә асыҡлаясаҡ.
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. Һан категорияһын өйрәнеүҙең ғилми нигеҙҙәре
1.1. Һан категорияһының тел ғилемендә өйрәнеү тарихы
Төрки тел ғилемендә һан категорияһын тикшереү нигеҙҙә уның боронғо тамырҙарын өйрәнеү һәм тарихи ҡомартҡылар нигеҙендә һан формаларының үҫешен күҙәтеү аша барҙы.
Башҡорт теленең һан категорияһының формалары боронғо Орхон-Енисей яҙмаларында уҡ сағыла. Белеүебеҙсә, оҙайлы дәүер төрки халыҡтары өсөн уртаҡ тел йәшәгән. Боронғо телдә айырыуса һан категорияһының күплек формалары йыш сағылыш таба. Улар берлек формаларынан айырмалы рәүештә боронғо төрки телдә мөһим урын тота.
Башҡорт әҙәби телендә күплек күрһәткесе, тамыр йәки нигеҙ һүҙҙең ниндәй өнгә бөтөүенә ҡарап, -лар, -лар; -дар, -дәр; -ҙар, -ҙәр; -тар, -тәр варианттарында йөрөй. Шул уҡ күплек ялғауы ҡайһы бер төрки телдәрҙә тағы ла күберәк фонетик тәрҙәрҙә осрай. Мәҫәлән, якут телендә ул ялғауҙарҙың 16 төрө бар. Төрки тел белемендә был аффиксты, ғәҙәттә, -лар тип кенә йөрөтәләр. Көньяҡ терки телдәрҙә уның тик ҡалын һәм нәҙек варианттары ғына йәрөй. Шуғалыр, бәлки, тюркологияла күплек күрһәткесе тураһында һүҙ сыҡһа, -лар аффиксы тураһында ғына бара.
-Лар аффиксын бер төркөм телселәр үҙаллы һүҙҙән барлыҡҡа килгән тип раҫламаҡсылар. Ундай ҡараштың башында Г. И. Рамстедт тора [Рамстедт, 1957: 27].
Икенселәре -лар аффиксын ҡатмарлы аффикс тип иҫәпләйҙәр һәм уны боронғо күплек йәки йыйыу -л һәм -р күрһәткестәренең ҡушылыуынан яһалған тип раҫлайҙар [Серебренников, 1970: 51; Кононов, 1969: 74]. Н. Поппе алтай телдәрендәге күплек аффиксының йыш комбинациялы булыуын күрһәтә. Әйтергә кәрәк, һуңғы гипотеза дөреҫлөккә яҡын тора һәм өмөтлөрәк. Был гипотеза терки телдәрҙең һәм алтай ғаиләһенә ингән башҡа телдәрҙең факттары менән дөрөҫләнә.
Күп кенә төрки телдәрҙә һәм уларҙың диалекттәрендә -лар һан аффиксы бер генә элементлы ялғау менән дә алмаштырыла. Мәҫәлән, себер татарҙарының телендә хәбәр һөйкәлешенең шаһитлы үткән заманы ике формала параллель ҡулланыла: алдың-ыз һәм алдың-нар (-нар -лар ялғауынын, фонетик варианты ғына). Ҡырғыҙ телендә 2-се зат алмашының күплеге бер нисә вариантта була.
А. Ализаде -з элементы борон -лар, -ләр аффиксының семантик эквиваленты булып йөрөгәнлеген, был үҙенсәлек бигерәк тә ҡылымдың бойороҡ һөйкәлешенең күплектәге 2-се затында асыҡ күренеүен, билинләр формаһында -ләр тулыһы менән билин-из тибындағы һүҙҙең -из аффиксына тап килеүен туранан-тура күрһәтә [Ализаде, 1966: 19]. Н. К. Дмитриев, -ыз ялғауының -лар, -ләр аффиксынә тигеҙ булыуын раҫлаған. Ул был һығымтаны төрөк телендәге бойороҡ һөйкәлешендәге алың-ыз «алығыҙ» ҡылымына ҡаҙаҡ һәм үзбәк телдәрендәге алың-дар һәм олиң-лар формаларының тап килеүенә нигеҙләнеп әйткән. -з күрһәткесенең иң боронғо замандарҙан уҡ күплек аффиксы икәнлеген иҫбат ителгән тип ҡарарға була. В. Котвич ул хаҡта, «иң боронғо ҡомартҡыларҙы — орхон яҙмаларын тикшереү хәҙерге берҙән-бер күплек ялғауы булғанлығын, һирәгерәк ҡулланылғанын күрһәтә; уның менән бер ҡатарҙан -т, -з; -аң-әң, -ғун, -гүн аффикстәре лә файҙаланылған» [Дмитриев, 1956: 66-68; Котвич, 1962: 326].
Монгол телдәрендәге хәҙерге күп кенә аффикстарҙың ҡасандыр ябай булған ике ялғауҙың бергә ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән формативтәр булған. Ҡушылған аффикстар бер үк аффикстарҙың ойошоуынан, ҡабатланыуынан түгел, ә бер үк мәғәнәне биреүсе ике вариант аффикстан тороуы мөмкин; мәҫәлән, күплектә торған аханарнууд «ағайҙар», ноха-сууд «эттәр» һүҙҙәрендә -нарнууд аффиксы синонимик йәки вариантлы -нар+-нууд, ә -сууд , с-+-ууд ялғауҙарынан ойошоп яһалған [Бертагиев, 1969: 54].
Монгол телдәрендә -дууд кеүек күплек ялғауы ла бар. Был аффикста ике -д элементы уу оҙон һуҙынҡыһы аша бер-береһенә өҫтәлеп килгән.
Күплектең ҡатмарлы аффиксы тунгус-маньчжур телдәрендә лә бар. Мәҫәлән, эвенк телендә «күплек формаһының -сал, -сэл, -сол аффиксы ғәҙәттәге -р ялғауы менән параллель ҡулланыла. Мәҫәлән, берлектәге орон «йорт боланы» күплектә орорсоросал, берлектәге мурин «ат» күплектә мурир//мурисал». Шуға оҡшаш хәлде негидаль телендә лә күҙәтәбеҙ: унда -сал, -сэл, -сол күплек аффиксы ғәҙәттәге -л формалы күплек аффиксы менән параллель ҡулланыла ала: зо: “өй”.
Шулай итеп, монгол һәм тунгус-маньчжур телдәрендә лә төрки телдәрҙәге билин-из//билин-ләр формаларын хәтерләткән күплек формаһындағы һүҙҙәр бар. Тимәк, ул телдәрҙә лә боронғо күплек күрһәткестәренән ҡушылып яһалған яңы ҡатмарлы комплекс беренсел ябай аффикс менән семантик яҡтан бәрәбәр һәм бер-береһен алмаштыра алалар. Шунан сығып, хәҙерге эвенк һәм негидаль телдәрендәге -сал ялғауы (комплексы) составында күплектең ике күрһәткесе бар: -с һәм -л. Был гипотеза файҙаһына шул уҡ алтай телдәренең факттары ла күрһәтеп тора [Рамстедт, 1957: 57].
Эвенк һәм негидаль телдәрендәге -сал ҡатмарлы аффикс икәнлеген, уның, атап әйткәндә, күплектең ике күрһәткесенән ялғанып үҫеүен хәҙерге маньчжур телендә әле лә беренсел элементтан торған -са -сә // -со // -си ялғауҙарының актив ҡулланылыуы һәм уларҙың күплек мәғәнәһен юғалтмауы күрһәтеп тора [Пашков, 1963: 19-20].
Шул рәүешле, барлыҡ алтай телдәрендә күплек күрһәткесенең шул уҡ мәғәнәлә булған боронғо ябай аффикстәрҙың контаминация юлы (бер-береһенә үрелеү) менән яһалыуын күрәбеҙ.
Төрки телдәрҙең аффикстарында ике тартынҡы йәнәш килә алмай. Тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: алтай телдәрендә киң һәм тар һуҙынҡылар фонетик функция үтәп кенә ҡалмайҙар, ә грамматик сара булып та сығыш яһайҙар: киң һуҙынҡылар — күплекте, пространствоны, тар һуҙынҡылар күберәк берлекте белдерәләр.
Монгол телдәрендәге тар һәм киң һуҙынҡыларҙын, сиратлашыуы һандар араһында ла бар: долон «ете» — далан «етмеш».
Төрки телдәрҙә алмаштарҙың күплек формаһы яһалышында эске флексия ҡатнашмай, ә берлектәге алмаш нигеҙенә күплектең боронғо күрһәткесе -з (г), ҡайһы бер телдәрҙә яңы ҡатмарлы ялғау -лар-ләр ҡушыла. Мәҫәлән, боронғо төрки би «мин» — би-з «беҙ», си «һин» — си-з «һеҙ», о «ул» — о-лар-лар «улар». Шулай ҙа эске флексия төрки телдәрҙә лә алмаштарҙың күплек формаһы яһалышында күренә: башҡорт һәм татар телдәрендә ул — алар. Төрөкмән һәм ҡумыҡ телдәрендә шу алмашы яҡын предметты, шо алыҫыраҡ предметте күрһәтеү өсөн ҡулланыла.
Ошо уңай менән Ж. Ғ. Киекбаев: «һөйләүсегә яҡын һәм таныш булған күренештәр, предметтәр билдәлелек планында, ә таныш булмаған, алыҫта ятҡан һәм күп һанлы булған предметтар, күренештәр билдәһеҙлек планында ҡабул ителгән», — тип яҙған [Кейекбаев, 2002: 16]. Күплек идеяһы билдәһеҙлек төшөнсәһе менән тығыҙ бәйләнгән, сөнки күплек формалары билдәһеҙ һанды күрһәтәләр: ат-лар һүҙе, мәҫәлән, аттарҙың билдәһеҙ һанын — икенән башлап билдәһеҙ әллә күпмегә тиклемде белдерә.
Алтай телдәрендә күплек һәм билдәһеҙлек төшөнсәләренең үҙ-ара тығыҙ бәйләнеше формаль грамматик планда ла сағыла. Мәҫәлән, Кенсығыш Төркөстандағы X—XIII быуаттарға ҡараған текстарҙың телендә һөйкәлеүҙең беренсе өлөшө күплектә төп килеш формаһында сағылған. Мәҫәлән, тағлар суғы аҡынды «тауҙар һыуы аҡтылар». Эвенк телендә күплектәге тура тултырыусы, ғәҙәттә, балтик буйы фин телдәрендәге кеүек, билдәһеҙ төшөм килештә тора.
Шулай итеп, төрки телдәрҙә киң һуҙынҡылар күплек һәм билдәһеҙлек күрһәткесе булараҡ сығыш яһайҙар, улар күплек аффикстарын барлыҡҡа килтереүҙә актив ҡатнашалар. Тар һуҙынҡылар берлектең һәм билдәлелектең күрһәткестәре булып йөрөйҙәр. Әйтелгәндәрҙән сығып, ни өсөн башҡорт һәм башҡа төрки телдәрҙә күплектә һәм пространство килештәренең ялғауҙарында ирен гармонияһы боҙолғанлығын аңлатып була: бесән уның болононоҡо, боҙоҡлоғо — болон-дар, боҙоҡ-тар. Әгәр ҙә һуңғы миҫалдарҙа ирен гармонияһы һаҡланһа, улар күплек идеяһын сағылдыра алмаҫтар ине, сөнки башҡорт телендә о, ө тар һуҙынҡыларға ҡарай һәм тик билдәлелекте генә күрһәтә ала. Пространство килештәре лә билдәһеҙлек төшөнсәһе менән бәйләнгән, улар билдәле араны ғына белдермәй, ә киң пространствоны күҙ алдында тоталар. Күп кенә төрки телдәрҙә зат алмаштары төбәү-йүнәлеш килештә үҙҙәренең фонетик йөҙөн үҙгәртәләр.
Киң һуҙынҡылар, билдәһеҙлек ялғауы булып, билдәһеҙ семантикалы ҡылым формаларының яһалышында ла ҡатнаша. Мәҫәлән, азербайжан телендә хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымы тар -ы-, -е-; -у-, -ү- һуҙынҡылы аффикстар ҡушылып яһала: алыр «ала», гәлир «килә». Киләсәк заман формаһындағы ҡылым киң -а-, -ә- һуҙынҡылы аффикстар менән барлыҡҡа ки-лә: алар «алыр», гэләр «килер». Әйтелгән күренеш билдәлелек һәм билдәһеҙлек теорияһы ерлегенән ҡарағанда бик законлыҡлы, сөнки ҡылымдың киләсәк заманы билдәһеҙлек төшөнсәһе менән бәйләнгән, үҙенең асылы менән реаль булмаған хәрәкәтте сағылдыра. Нуғай, башҡорт, татар һәм башҡа телдәрҙә ҡылымдың киләсәк заманы бер ни тиклем икенсерәк, ләкин оҡшаш юл менән барлыҡҡа килгән: хәҙерге заман ҡылым нигеҙенә билдәһеҙлек күрһәткесе ролен үтәгән боронғо күплек аффиксы өҫтәлгән. Мәҫәлән, нуғ. бар — бар-ар; тат. чакыр, кил — чакыр-ар, кил-әр; башҡ. саҡыр, кил — саҡыр-ар, кил-әр. Ҡылымдарҙың киләсәк заман формаһының башҡорт, нуғай, татар телдәрендә шун-дай юл менән яһалыуы хәҙерге заман ҡылымдарҙың нигеҙе башланғыста киң һуҙынҡылы булыуы менән аңлатылалыр.
Дөйөм алғанда, төрки телдәрҙә һан категорияһын өйрәнеү тарихы уның сығанаҡтарын һәм һан формаларының фонетик, морфологик һәм синтаксик пландағы үҫешен ҡарау йүнәлешендә бара.
1.2. Һан категорияһын белдереүсе тел саралары
Башҡорт телендә һан кптегорияһын өйрәнеү нигеҙҙәре Ж.Ғ. Кейекбаев тарафынан һалынды. Уның хеҙмәттәрендә һалынған башланғыстар Н.Х. Ишбулатов, М.В. Зәйнуллин, Э.Ф. Ишбирҙин, Э.Ф. Рәхимова хеҙмәттәрендә дауам ителде.
Ғөмүмән, байтаҡ тюркологтарҙың хеҙмәттәрендә һан категорияһының башҡорт телендәге формаларының үҫеше ҡарала. Шул уҡ ваҡытта уларҙа әйтелгән фекерҙәр башҡорт тел ғилеменең морфология буйынса фундаменталь хеҙмәттәрендә лә файҙаланыла.
Тюркологияла һәм башҡорт тел ғилемендә шарт һөйкәлешендәге ҡылымдарҙың реаль булмаған, үтәлеүе-билдәһеҙ булған хәрәкәтте сағылдыра тип һанала. Уларҙың яһалышында ла аффикстәрҙың составында билдәһеҙлек күрһәткесе -а-, -ә- киң һуҙынҡылары ныҡлы урын алған. Ирен гармонияһы көслө үҫеш алған телдәрҙә лә ялғауҙарҙа киң һуҙынҡылар эҙмә-эҙлекле сығыш яһай. Мәҫәлән, башҡ. тотто, тотошто, тотоштоң Һ. б., ләкин тот-һа. Ирен һуҙынҡылары гармонияһының тәьҫирендә тотһо булырға тейеш һымаҡ, әммә башҡорт телендәге -о- ҡыҫҡа һәм тар өндәр инә.
Шулай итеп, юашҡорт телендәге -лар, -ләр аффикстәрының составындағы -а-(-ә-) һуҙынҡыларын тартынҡыларҙы аралап тороусы ябай өн тип кенә ҡарарға ярамай, ә төрки телдәрҙәге ҡатмарлы аффикстарҙың яһалышы тарихында билдәле бер грамматик функция үтәүсе элемент тә тип уйларға кәрәк.
Башҡорт телендә -лар, -ләр күплек ялғауҙарының башланғысы йыйыу-күплек мәғәнәһен биреүсе -ла, -лә аффиксы рәүешендә булған» тигәне бик ғәҙел фекер: ағач-ла «ағастар», ҡыҙ-ла «ҡыҙҙар», балыҡ-ла «балыҡтар» һ. б. [Ишбирҙин, 1985: 56].
Алтай телдәренең факттары нигеҙ-төрки телендәге -ла аффиксының үҙенән алдағы дәүерҙәрҙә -л рәүешендә генә булып күплек мәғәнәһен биргәнлеген күрһәтә. Мәҫәлән, -л аффиксынан генә торған күплек формаһы әле лә тунгус-маньчжур телдәрендә бар. Мәҫәлән, эвенк һәм эвен телдәрендә: моо «ағас» — мои-л «ағастар»; негидаль: ойон «өй боланы» — ойо-л «өй боланда-ры» һ. б. Гипотезаның реаллеге асыҡ: беренсенән, ябай, бер генә элементтән торған аффикстарҙың ҡушылыуынан ҡатмарлы ялғауҙар формалашыу бөтә төрки телдәргә характерлы; икенсенән, ундай формалар төрки телдәргә ҡәрҙәш һаналған тунгус-маньчжур телдәрендә һаҡланған.
Башҡорт, шул иҫәптән терки, телдәрҙе күҙәтеү уларҙа плеоназм күренешенең актив һәм йыш булыуын күрһәтә. Ҡайһы бер төрки телдәрҙә һәм уларҙың диалекттәренд аффикстарҙы плеонастик ҡулланыу факттары асыла килә, төрки-телдәрҙең тарихын өйрәнеү тәрәнәйгән һәм киңәйгән һайын, уларҙың һаны ла арта бара.
Телдә плеоназм күренеше нилектән барлыҡҡа килә һуң? Төрки телдәрҙә плеоназмдың булыуын иҫке аффикстың тәүге грамматик мәғәнәһен юғалтыуы нигеҙендә барлыҡҡа килә; шул арҡала нигеҙҙең үҙгәреүе килен сыға. Әгәр ҙә теге йәки был аффикс үҙенең баштағы мәғәнәһен юғалта башлай икән, ул саҡта ялғау тамыр йәки нигеҙ менән бергә үрелеп үҫә башлай. Был формаға шул уҡ иҫке йөкмәткеле яңы аффикс ҡушыла. Ундай процесс бөтә төрки телдәрҙә хәҙер ҙә күҙәтелә. Мәҫәлән, башҡорт йәнле һөйләү телендә булем һанының аффиксын икеләтә ҡулланыу осрай (бер-әр-ешәр), шул уҡ күренеш алмаштарҙа ла (ҡай-һы-һы, теге-не-һе-н, теге-не-һе-не-ке, ми-не-ке) бар.
Шулай итеп, башҡорт телендә һан категорияһыны грамматик үҙенсәлектәрен тикшереү һөҙөмтәһендә, беҙ тел ғилемендә аталған категорияның әҙәби телдә сағылышы һәм тарихи үҫеше мәсьәләләрен тикшерҙек, яһалышын өйрәндек һәм уға ҡағылышлы үҙенсәлекле процестарҙы күрҙек.
Курс эшендә һан категорияһының грамматик үҙенсәлектәрен тикшереүҙе йомғаҡлап, түбәндәге һығымталарға килергә мөмкин.
Һан категорияһы телдең төп грамматик категорияларының береһе. Төрлө лексик берәмектәргә ҡушылып ул әҙәби телдә мөһим синтаксик, мофологик һәм стилистик функция үтәп йөрөй.
Төрки тел ғилемендә һан категорияһы билдәле ғалимдарҙың (Г.Р. Рамстедт, Г.Ф. Благова, Б.А. Сереьренников, Н.З. Гаджиева, А.Алидзе, Ж.Ғ. Кейекбаев) һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды. Уларҙың хеҙмәттәрендә һан категорияһының тарихи үҫеше, сығанаҡтары мәсьәләләре, хәҙерге төрки телдәрҙәге функциялары ҡаралды.
Шуға ҡарамаҫтан, башҡорт тел ғилемендә лә, тюркологиялала һан категорияһының үҫеше мәсьәләләре тулыһынса хәл ителгән тип әйтеп булмай. Башҡорт теле синтаксик, морфологик үҙенсәлектәре төрлөләнеп, башҡа һүҙ төркөмдәре менән бәйләнештәр тығыҙлаша барған һайын, һан категорияһына ҡарата булрылған дөйөм теоретик нигеҙҙән ситкә тайпылыуҙар, ҡағиҙәләргә һыймаған нәмәләр асыҡланып ҡуя. Тел үҫешә барған һайын уның төрлөлөгө арта, киләсәктә беҙ тикшеренеүҙәрҙә һан категорияһының яңы формаларын күрмәҫбеҙ тимә.
Был эштә беҙ һан категорияһын исем һүҙ төркөмө миҫалында мөһим үҙенсәлектәре буйынса сағыштырып өйрәндек. Әгәр тел эсендә генә уларҙың теоретик үҙенсәлектәре аңлашылып торһа ла, ғилми тикшеренеүҙәрҙең яҡынлығы һәм бер үк ғалимдарҙың башҡорт телендә һан категорияһына нигеҙ һалыуын күҙ уңында тотҡанда, айырмалыҡтарҙың байтаҡ булыуы күҙгә ташлана. Шуға ла грамматик нигеҙҙә һан категорияһының башҡа һүҙ төркөмдәрендәе сағылышы мәсьәләлре лә ентекле өйрәнеүҙе талап итә.
1. Аҙнабаев Ә.М., Псәнчин В.Ш. Башҡорт теленең тарихи морфологияһы. - Өфө, 1976. – 176 бит.
2. Баскаков Н.А. Ввведение в изучение тюркских языков. - М., 1962; 2 изд. М., 1969. – 324 бит.
3. Башҡорт теленең һүҙлеге. I-II том. Рәсәй Фәндәр академияһы. Башҡортостан ғилми үҙәге, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. - М.: Рус. яз, 1993. – 813 бит.
4. Бондарко А.В. Функциональная грамматика. — Л., 1984. – 358 бит.
5. Буслаев Ф. И. Историческая грамматика русского языка. - М., Учпедгиз, 1959. – 451 бит.
6. Виноградов В. В. Русский язык (Грамматическое учение о слове). - М., Высшая школа, 1986. – 314 бит.
7. Вопросы лексикологии и лексикографии башкирского языка. - Уфа, 1983. – 289 бит.
8. Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. – Уфа, 1950. – 310 бит.
9. Дмитриев Н.К. Строй тюркских языков. – М., 1962. – 422 бит.
10. Ғәләүетдинов И.Ғ., Ишбирҙин Э.Ф. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. - Өфө: Китап, 1993. – 258 бит.
11. Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология. - Өфө: Китап, 2005. – 479 бит.
12. Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. - М.: Наука, 1985. – 274 бит.
13. Ишбердин Э.Ф. Очерки истории башкирского литературного языка. - М., 1989. – 221 бит.
14. Ишбулатов Н.Х., М.В. Зәйнуллин. Хәҙерге башҡорт теле. - Өфө, 1987. – 413 бит.
15. Кейекбаев Ж.Ғ. Һайланма мәҡәләләр. — Өфө, 2002. – 271 бит.
16. Кейекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һөм фразеологияһы. - Өфө, 1966. – 224 бит.
17. Кононов Н. Показатели собирательности и множественности в тюркских языках. – Л., 1969. – 228 бит.
18. Милославский И.Г. Морфологические категории современного русского языка. — М.: Просвещение, 1981. – 211 бит.
19. Рахимова Э.Ф. Категория числа в русском и башкирском языках: (на материале имен существительных). – Уфа, 2007. – 152 бит.
20. Серебреннков Б.А. О некоторых частных деталях образования аффикса множественного числа –лар в тюркских языках//Советская тюркология. – 1970. - №1. – С. 45-51.
21. Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. - Өфө, 2000. – 271 бит.
22. Ярцева В. Н. Языкознание. - М., 1998. – 413 бит.
Тема: | «Художестволы донъя картинаһы тураһында төшөнсә» | |
Раздел: | Иностранные языки | |
Тип: | Дипломная работа | |
Страниц: | 25 | |
Цена: | 900 руб. |
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
- Цены ниже рыночных
- Удобный личный кабинет
- Необходимый уровень антиплагиата
- Прямое общение с исполнителем вашей работы
- Бесплатные доработки и консультации
- Минимальные сроки выполнения
Мы уже помогли 24535 студентам
Средний балл наших работ
- 4.89 из 5
написания вашей работы
У нас можно заказать
(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)
682 автора
помогают студентам
42 задания
за последние сутки
10 минут
время отклика