Курсовая работа

«Башҡорт телен дәүләт теле итеп уҡытыуҙа компьютер технологияһын ҡулланыу»

  • 27 страниц
Содержание

ИНЕШ.

БҮЛЕК. ФӘННИ ӘҘӘБИӘТТӘ ПРОБЛЕМАНЫ ӨЙРӘНЕҮ КИМӘЛЕНӘ ҠЫҪҠАСА АНАЛИЗ

МЕТОДИКАЛА ҠУЛЛАНЫЛЫШ ТАПҠАН ЯҢЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАРҒА КҮҘӘТЕҮ.

БЕЛЕМ БИРЕҮҘӘ ҠУЛЛАНЫЛҒАН КОМПЬЮТЕР ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ.

БЕЛЕМ БИРЕҮҘӘ МӘҒЛҮМӘТИ АРАЛАШЫУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫН ФАЙҘАЛАНЫУ

БАШҠОРТ ТЕЛЕН УҠЫТЫУҘА ҠУЛЛАНЫЛҒАН ЭЛЕКТРОН ДӘРЕСЛЕКТӘР

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ КОМПЬЮТЕР ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫН ФАЙҘАЛАНЫУ

ЙОМҒАҠЛАУ.

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ.

Введение

Компьютер технологияларының белем биреүҙә әһәмиәте бик ҙур. Ул грамматик материалдың бөтә үҙенсәлектәрен бер урынға туплай, өйрәнеү ваҡытты күберәк бүлергә булышлыҡ итә. Шулай уҡ тәҡдим ителгән материал үҙ аллы белем алыуҙа таяныс булып тора. Компьютер технологияларын төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Компьютер технологиялары ҡулланып үткәрелгән дәрестәр уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уның кәйефенә яҡшы тәьҫир итә һәм теманы өйрәнеүгә теләк уята. Шулай уҡ дәрестә уҡыусы билдәле бер тема өҫтөндә эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡуллана белергә, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәнә.

Тикшереүҙең аҡтуаллеге. Эшебеҙҙең актуаль булыуы,- шуның менән билдәләнә: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер технологиялар ҡулланып ләкин практик йәһәттән өйрәнелеп бөтөлмәгән. Шуға күрә лә башҡорт тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә компьютер технологияларын өйрәнеү һәм был технологияларҙы практикала ҡулланыу эшебеҙҙең актуаллеген асыҡлап тора.

Курс эшенең маҡсаты. Курс эшенең төп маҡсаты булып, башҡорт теле дәрестәрен компьютер технологияларын ҡулланып үткәреү юлдарын күрһәтеү. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

1) Фәнни әҙәбиттә тикшерелгән яңы технологияларҙы анализлау;

2) Башҡорт теле дәреслектәре буйынса төҙөлгән электрон дәреслектәрҙе өйрәнеү һәм анализлау;

3) Дәрестә компьютер технологиялар ҡулланыу мөмкинлектәрен асыҡлау;

4) Башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыу алымдарын тәҡдим итеү;

Эштең яңылығы: тикшеренеүҙә башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологияларын файҙаланыу юлдары асыҡлана.

Теоретик әһәмиәте. Эшебеҙҙә яһалған һығымталар башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыуҙа әһәмиәтле булыуы, дәрес өлгөләре үткәргән саҡта файҙалы булыуы мөмкин. Шулай уҡ был эшебеҙ башҡорт теле методикаһын үҫтереүҙә бер өлөш булып торор.

Фәнни әҙәбиәт өлкәһендә, башҡорт, рус һәм татар телдәре буйынса эшләүсе компьютер технологияһын өйрәнгән ғалимдарҙың ғилми эштәре тикшеренеүҙең методологик нигеҙе булып хеҙмәт итте. Тикшеренеү барышында И. Ю. Гац, Г. К. Селевко, С.В. Гурьев, М.М. Шәкүрова, Г. И. Талипова, М.Х. Иҙелбаев, Р. Ғ. Аҙнағолов, М. С. Дәүләтшина, М.И Баһауетдинова, Г. Н. Йәғәфәрова һәм башҡа ғалимдарҙың хеҙмәттәре өйрәнелде.

Курс эшенең предметы булып башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙә ҡулланылған компьютер технологиялары тора.

Курс эшенең теоретик әһәмиәте. Башҡорт теле методикаһында ошо йүнәлештә алып барылған тикшеренеү дауамы булып тора.

Курс эшенең практик әһәмиәте. Эш барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланылып дәрестәр үткәрелде, компьютер технологиялары менән эшләүҙә әсбаптар, күргәҙмәлектәр йыйылды, фәнни әҙәбиәт өйрәнелде. Курс эшенең һөҙөмтәләрен башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыуҙа файҙаланырға мөмкин. Хеҙмәт шулай уҡ курс һәм диплом эштәре яҙғанда ярҙамсы сығанаҡ була ала.

Курс эшенең структураһы. Курс эше инештән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.

Фрагмент работы

I БҮЛЕК . ФӘННИ ӘҘӘБИӘТТӘ ПРОБЛЕМАНЫ ӨЙРӘНЕҮ КИМӘЛЕНӘ ҠЫҪҠАСА АНАЛИЗ

1.1 МЕТОДИКАЛА ҠУЛЛАНЫЛЫШ ТАПҠАН ТЕХНОЛОГИЯЛАР.

Һуңғы 20 — 25 йыл эсендә бик күп яңы педагогик технологиялар барлыҡҡа килде һәм уҡытыусылар ҡарамағына тәҡдим ителде. Беҙ иһә башҡорт теле предметына яҡын килә торған йәки ошо предметҡа алып килеү мөмкинлеге булған технологияларға туҡталабыҙ.

М. И. Баһауетдинова менән Г. Н. Йәғәфәрова билдәләүенсә башҡорт телен уҡытыуҙа отошло тип һаналған технологиялары бар, шуларҙың бер нисәүен ҡарап үтәйек:

1) проблемалы уҡытыу (уҡытыусы ярҙамында проблемалы ситуациялар булдырып, уҡыусыларҙың үҙ аллы сисеүе). Проблемалы уҡытыу технологиялаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн иң киҫкен мәсьәләләр һайлап алына, проблеманы хәл итеү моделе төҙөлә, уҡытыусының оҫталығынан уҡыусының активлығы тора. Проблемалы ситуация уҡыусыны әүҙемләштереүсе эш-биремдәр, һорауҙар ярҙамында тыуҙырыла. Уҡытыусы уҡыусыларҙы ҡаршылыҡлы күренеш менән таныштыра, уны сисеү юлдарын табырға тәҡдим итә. Бер үк күренеште төрлөсә хәл итеү юлдары билдәләнә, ярҙамсы һорауҙар ҡуйыла. Проблеманы сисеү барышында уҡыусылар яңы белем үҙләштерәләр, мәғлүмәт алалар.

2) А.С. Границкаяның адаптив системаһы (төп иғтибар уҡыусыларҙың үҙ аллы эшенә, уҡытыуҙы индивидуалләштереүгә йүнәлтелә. Уҡыү-уҡытыу процесында уҡытыу тиҙлеге һәм ысул-алымдар уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәренә ярашлы һайланыла).

3) Хеҙмәттәшлек технологияһы (уҡытыусы менән уҡыусының бергә эшләүе, улар араһында субьект-обьект түгел, субьект-субьект мөнәсәбәттәре күҙҙә тотола).

4) В.Ф. Шаталовтын терәк схемалар системаһы (материал блоклап өйрәнелә. Уны үҙләштергәндә терәк схемаларға, терәк конспекттарға таяныла, өйҙә шулар буйынса ҡабатлау үткәрелә. Дәрестә матерал бер нисә тапҡыр тикшерелә. Тәүҙә уҡыусыларҙың үҙләштереү дәрәжәһе асҡлана, икенсе тапҡыр ҡабатлағанда алынған белемдәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу иғтибар үҙәгендә була).

Терәк схемалар аша уҡыусыларҙың белемдәрен ҡалыплаштырыу.

5) Н.Н. Светловскаяның белем биреүҙә интеграция проблемалары технологиялары (уҡытыу процесында төрлө фәндәр ҡушып өйрәнелә, бер проблема төрлө фән күҙлегенән яҡтыртыла, шуның менән мәсьәләнең төплө үҙләштерүенә өлгәшелә). Был технология иһә телде киң йүнәлештә алып барыуын талап итә. Тел бер фән менән генә сикләнеп ҡалмай, ә төрлө яҡлап өйрәнелә.

Белем биреүҙе проектлау технологияһы (эштең этаптарын алдан планлаштырып, шуға ярашлы тикшеренеү алып барыу). Был технология иһә уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе, алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота. Проект эше уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә үҙ-үҙенә баһа бирергә өйрәтә.

Проект технологияһының әһәмиәте бик ҙур. Ул грамматик материалдың бөтә үҙенсәлектәрен бергә йыя һәм бер урынға туплай, өйрәнеү ваҡытын экономияларға ярҙам итә, практик эштәргә ваҡыт күп ҡала. Шулай уҡ тәҡдим ителгән проект уҡыусыға тикшеренеү, үҙ аллы белем алыуҙа таяныс булып тора. Проект методын төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Әммә был тик ошо метод менән генә уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған сығанаҡтарҙа ҡулланырға кәрәк.

6) Л.В. Занковтың үҫтереүсе уҡытыу системаһы (уҡытыусы һәр дәрестә уҡыусының дөйөм үҫешен маҡсат итеп ҡуя).

Филология фәндәре докторы М.Х. Иҙелбаев билдәләүенсә, донъя һәм ил кимәлендә уҡыу йорттары өсөн эшләнелгән төрлө һәм күп яҡлы яңылыҡлы педагогик технологиялар барлыҡҡа килә. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен башҡорт тел һәм әҙәбиәт тәрестәрендә ҡулланырға мөмкин. Бер нисәүен ҡарап үтәйек:

1. Уҡыусы эшмәкәрлеген әүҙемләштереүгә һәм көсәйтеүгә нигеҙләнгән педагогик технологиялар.

● Уйын технологиялары: үҫтереүсе уйындар; эшлекле уйындар; башланғыс, урта, юғары кластарҙағы уйын технологиялары.

Был технологиялар иһә уйын аша балаларҙа телгә ҡыҙыҡһыныу уятырға, тел тураһында мәғлүмәт алыуға булышлыҡ итә. Шулай ҙа был технологияның кире һыҙаты ла бар, дәресте тик уйынға ғына ҡороу килтерә.

2. Уҡыу процессын ойоштороу һәм идара итеүҙе һөҙөмтәлегенә нигеҙләнгән педагогик технологиялар.

● Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы буйынса мәҙәни тәрбиә биреү дифференциацияһы (И. Н. Закатова).

Был технология иһә уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуына нигеҙләнгән.

● Программалап өйрәтеү технологияһы (В.П. Бесьпалько). Уҡыу материалы өйрәтеүле техник сара ярҙамында (ЭВМ, компьютер) торшомҡа ашырыла.

3. Үҫтереүсе технологиялар. Төп башланғысы К. Д. Ушинский, Л.С. Выготский идеяларынан уҡ килә. Уҡытыу-өйрәтеү баланың психологик үҫешен хәрәкәткә килтереүсе төп көс, тип һанала.

● Д.Б. Эльконин – В.В. Давыдовтың үҫтереүсе уҡытыу технологияһы.

● Шәхестең ижадилыҡ сифаттарын күтәреүгә йүнәлтелгән үҫтереүсе системалар (И. П. Волков, Г. С. Альтшуллер, И. П. Иванов)

● Үҙ-үҙеңде үҫтереүгә йүнәлтелгән уҡытыу-тәрбиә технологияһы (Г.К. Селевко).

Профессор Аҙнағолов был технологияларҙың этаплап формалашыуын билдәләп ыңғай һәм кире яҡтарын асыҡлай. Шуларға туҡталып китәйек.

Инновацион технологияларҙы ҡулланыу уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеген үҙгәртә һәм уҡытыу процесын алға этәрә. Мәҫәлән, П.Я Гальперин, Д.Б. Эльконин, А.С. Границкая, В.Ф. Шаталов, Н.Н. Светловская, Л.В. Занков кеүек авторҙарҙың технологиялары уҡытыу эшмәклегендә һәм башҡорт теле, әҙәбиәте дәрестәрендә лә киң ҡулланыла. Ошо авторҙарҙың фекеренсә, эшмәкәрлектән тыш бала белемгә, күнекмәгә эйә була алмаясаҡ. Практик эшмәкәрлек барышында эштең маҡсаты, планы, үтәлеш саралары тураһында күҙаллау баланың эшенә тейешле йүнәлеш бирә. Эште хатаһыҙ үтәү өсөн төп иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә кәрәклекте төшөнөргә тейеш уҡыусы. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, уҡыусыларҙың аҡыл эшмәкәрлеген этаплап формалаштырыу технологиялары барлыҡҡа килгән.

Беренсе этап: баланың дәрескә ҡарашын, мөнәсәбәтен тәрбиәләү.

Икенсе этап: үҙ аллы белем алыу юлдарын күрһәтеү.

Өсөнсө этап: дәрестә аңлаған, алған белеменең моделен төҙөп күрһәтеү.

Дүртенсе этап: дәрес материалын һөйләп аңлытыу, йәғни уҡыусының тышҡы телмәрен үҫтереү.

Бишенсе этап: уҡыусының эске телмәрен үҫтереү, йәғни дәрес материалын эстән һөйләп биреү.

Алтынсы этап: баланың уйлау һәләтен үҫтереү.

Технологияның ыңғай яғы: уҡыусыға үҙ аллы эшләүгә ирек биреү. Кире яғы: теоретик белем биреүҙе сикләй. Методик яҡтан был технология ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы. Балының ижади үҫешенә ирек ҡуйылмай.

Ошонан сығып беҙ нимә әйтә алабыҙ: технологияларҙы уҡытыу эшмәкәрлегендә ҡулланыу кәрәк сөнки уның һәр береһе үҙенсәлекле дөрөҫ итеп ҡулланһаң дәресте ҡыҙыҡлы үткәреүгә мөмкинлек бирә. Уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни-тикшереү эшенә йәлеп ителә. Башҡорт теле дәресендә технологиялар эш барышында уҡыусының кәйефенә тәьҫир итергә һәм теманы өйрәнергә теләк уятырға тейеш. Шулай уҡ дәрестә уҡыусы билдәле бер тема өҫтөндә эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡуллана белергә, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәнә белергә тейеш.

Уҡытыусы быларҙы иҫендә тотоп технологиялар ярҙамында уҡытыуҙың принциптарына таянып уҡытыу эшен алып барырға тейеш.

Инновацион технологиялар ярҙамында уҡытыуҙың төп принциптары:

● модуллек принцибы (уҡыусыларҙы үҙ-аллы эшләүен, блоктарға бүлеп уҡытыуҙы, эҙмә-эҙлелекте талап итә);

● квантивиралау принцибы (уҡыу материалын ентекле, системалы өйрәнеүҙе талап итә);

● когнитивлыҡ принцибы (уҡыусыларға аңлайышлы булыуын талап итә);

Теге йәки был технологияны һайлағанда уҡытыусы өс шартты белергә тейеш:

1) технологияның үҙенсәлеген аңлау (концептуаль нигеҙе, йөкмәткеһе, метод һәм алымдары);

2) ниндәй маҡсат менән ҡулланыу;

3) предметты яҡшы белеү һәм яратыу.

Шулай итеп, яңы технологияларҙы дәрестә ҡулланыу әһәмиәтле. Бындай дәрестәр белем алыуға ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уята, төплө белем алыуына булышлыҡ итә. Уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү, әүҙемлеге, һығымта яһарға, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә.

Заключение

Башҡорт теленә өйрәтеү әлбиттә, еңелдән түгел. Тәүге дәрестәр башҡорт халыҡ ижадына, мәҙәниәтенә, тарихына таянып алып барыла. Унда мауыҡтырғыс уйындар, йыр-бейеү, йәғни, ҡыҙыҡтырғыс эш алымдары ҡулланыла. Был дәрестәрҙең маҡсаты булып телгә һөйөү тәрбиәләү, уның матурлығын күрһәтеү, уны һаҡлау һәм яҡлау торҙо. Башҡорт телен уйын-көлкө менән генә өйрәтеп булмай, уны тәрәнерәк өйрәнеү кәрәк.

Дәрес – ул эҙмә-эҙлекле ижади эш, тирә-йүн һәм ундағы күренештәр тураһында белем, информация алыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек процесы.

Башта уҡытыусы теманан сығып дәрестең тибын (уҡыу мәсьәләҙе ҡуйыу дәресе, моделләштереү дәресе, уҡыу мәсьәләрен хәл итеү дәресе, ғәмәли эштәр дәресе, рефлексив анализ дәресе, тикшереү эше үткәреү дәресе) күрһәтә, маҡсатын аныҡ итеп билдәләй һәм тейешле дәрес структураһына таянып уның йөкмәткеһен ҡора.

Хәзерге көндә электрон белем сығанаҡтары уҡыу-уҡытыу системаһында айырылғыһыҙ бер тармаҡ булып тора. Республикабыҙ мәктәптәрендә төрлө предметларҙан компьютер технологиялары менән үтәкрерлек кабинеттар, интрактив таҡталар, уҡытыу әсбаптары, программалары булдырылды. Башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу өсөн 5 синыфтан алып 11 синыфҡа тиклем урыҫ телле балары өсөн электрон дәреслектәр сығарылды, итрактив тактала эшләр өсөн программалар булдырылды. Компьютер технологиялары бик ҡулайлы, уҡыусы һәм уҡытыусы өсөн дә. Шуға күрә уҡыусылар уҡытыусылар менән бергәләп компьютер программаларын файҙаланып дәрес һәм класстан тыш саралар өсөн төрлө иҗади эшттәр үтәйҙәр, программалар төҙөйҙәр. Иҗади эштәрҙең тематикаһы дәрестә үзләштергән белемдәрҙе тәрәнәйтеү, актуалләштереү, тормошта ҡулланыуҙы талап итәрлек итеп һайлана.

Курс эшенең маҡсаты булып башҡорт телен Дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа компьютер технологияларын ҡулланышын тикшереү, электрон дәреслектәрҙе ҡарау ине. Компьютер технологияларын башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрсестәрендә ҡулланышын ҡарағанда түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

Презентация эшләү. Бында инде дәрестең темаһынан сығып төрлө программалар ярҙамында (Microsoft Power, Point, Irfan, view, Photo shop, Corel Draw) һүрәттәр ҡулланып ҡыҙыҡлы материал эшләргә мөмкин. Ә киностудия Windows Live программаһы ярҙамында ҡыҙыҡлы сюжеттар төҙөргә мөмкин. Дәрес барышында комьютер мониторында слайдттар күрһәтелеп торһа күрмә хәтер аша ныҡлы белем биреүгә өлгәшә.

Иллюстратив материалдар әҙерләү уҡыусыға шулай уҡ ҡыҙыҡлы һәм отошло ла була.

Sun Rav Test Office Pro прграммалары менән компьютер ярҙамында уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү әһәмиәтле.

Хамелеон 8.1 программаһы буйынса уҡыусыларҙы дөрөҫ яҙырға, орфографик грамоталыҡ, хаталар өҫтөндә эштәр эшләргә мөмкин.

Электрон һүҙлектәр ярҙамында уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу булдырыла; һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, текстарҙы тәржемә өҫтөндә эшләгәндә бик әһәмиәтле.

Электрон дәртәр иһә, урыҫ телле балары өсөн бик ҡулайлы әсбап. Сөнки уларҙы бер эш төрө генә бирелмәй, ә тотош бер материал бирелә

Күреүебеҙсә, заманса инновацион технологиялар, компьютер технологияларын дәрес барышында ҡулланыу уҡыу сифатын арттыра, уҡыусыларҙың үҙ алдында эшләү ҙәләтен үҫтереү, үҙ –үҙенә ышаныс, башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.

Әммә ләкин компьютер технологияларын сама менән ҡулланыу кәрәк. Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, методик маҡсатҡа ярашлы (яңы теманы аңлатыу, нығытыу, йомғаҡлау, контроль эштәр эшләтеү, уҡыусының юелемен тикшереү), уҡыусыларҙың һәм компьютер һаны, компьютерҙа гигиеник талаптарҙы (төрлө гимнастик күнегеүҙәр, уҡыусыларҙы компьютер янында оҙаҡ тотмаҫҡа), иҫтән сығарырға ярамай.

Ғөмүмән әйткәндә, уҡытыусы компьютер менән эшләгәндә һәр бер элементтарын белергә тейеш. Дәрескә ҡуйған маҡсаттарға ирешергә, уҡыусыларға төплө белем бирерлек дәрестәр үткәрергә зарур

Список литературы

1) Аҙнағолов Р.Ғ. Белем биреүҙә яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2009. № 9.

2) Башҡорт теле. Башҡорт мәктәптәренең 5-6 синыфтары өсөн электрон дәреслек, 2007 й.

3) Башҡортса өйрәнәйек: электрон дәреслек /төҙ. Х.А.Толомбаев Дәүләтшина М.С., Сиражетдинов З. Ә.

4) Башҡорт теле: 7-8-се синыфтар өсөн компьютер дәреслеге / Проект авторы З. Ә. Сиражетдинова. Дәреслек Мәғәриф министырлығы тарафынан раҫланған уҡыу программаһы.

5) Башҡорт теле: 9-10-сы синыфтар өсөн компьютер дәреслеге / Проект авторы З. Ә. Сиражетдинова. Дәреслек Мәғәриф министырлығы тарафынан раҫланған уҡыу программаһы.

6) Башҡорт әҙәбиәте: 5-9-сы синыфтар өсөн әҙәбиәт буйынса электрон ҡулланма.

7) Башҡорт теле дәресендә уҡыусыларҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереү өсөн проект технологияһын ҡулланыу.

8) Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр.

9) Урыҫса- башҡортса һүҙлек (УраксинЗ.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)

10) Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.

11) Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.

12) Дөйөм һүҙлек.

13) Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. – Өфө: НМЦ “Педкнига”, 2008. – 208 б.

14) Биккужина Т. Ә. Мәктәптә һүҙ төркөмдәрен өйрәнеү. – Өфө: Китап, 1997.

15) Биккужина Т. Ә. Мәктәптә һүҙ төркөмдәрен өйрәнеү. – Өфө: Китап, 2001

16) Гац И. Ю. Методический блокнот учителя русского языка.

17) Гурьев С.В. Информационные компьютерные технологии как эффективное средство в образовательном процессе детей старшего дошкольного возраста. РГПУ г. Екатеренбург.

18) Гомулина Н. Н. Применение новых информационных и телекоммуникационных технологий в школьном образовании. Диссертация. М., 2003

19) Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы.-Өфө.З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте. 2009. 126 бит.[текст]

20) Иҙелбаев М. Х. Хәҙерге заман технологиялары һәм яңылыҡлы дәрестәр // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2012. № 3.

21) Информационно-коммуникационные технологии в подготовке учителя технологии и учителя физики: в 3-х ч. Ч. 3. Сборник материалов научно-практической конференции / отв. ред. А. А. Богуславский – Коломна : Коломенский гос. пед. институт, 2008 – 72.

22) Махортова О.Ю. Использование компьютерных технологий при обучении родному языку учащихся начальной школы. БГУ. Белгород. 2004.

23) Осин А.В. Мультимедиа в образовании: контекст информатизации. – М.: Агентство «Издательский сервис», 2004.

24) Панюкова С.В. Концепция реализации личностно-ориентированного обучения при использовании информационных и коммуникационных технологий. – М.: Изд-во РАО, 1998, с. 7.

25) Селевко А.Г. Современные информационно-технические средства в школе. – М.: Народное образование, 2002.

26) Селевко Г.К. Современные образовательные технологии: Учебное пособие. – М.: Народное образование, 1998. – 256 с.

27) Селевко Г.К. Педагогические технологии на основе активизации, интенсификации и эффективного управления УВП. М.: НИИ школьных технологий, 2005.

28) Тимонина В.Ю. Диалог о роли компьютера в преподавании русского языка // Русский язык в школе. – 2006. – №4.

29) Толомбаев Х.А. Бүләк дәреслегенә методик ҡулланма.-Өфө Китап.1997.[текст]

30) Фәхрисламова Г. И. Дәрестә мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2008. № 9.

Покупка готовой работы
Тема: «Башҡорт телен дәүләт теле итеп уҡытыуҙа компьютер технологияһын ҡулланыу»
Раздел: Разное
Тип: Курсовая работа
Страниц: 27
Цена: 950 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы

У нас можно заказать

(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)

Контрольная на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Решение задач на заказ

Решение задач

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Лабораторная работа на заказ

Лабораторная работа

от 200 руб.

срок: от 1 дня

Доклад на заказ

Доклад

от 300 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

42 задания

за последние сутки

10 минут

время отклика


Возможно Вас заинтересует