Творческая работа

«БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ БАЛАЛАРҘЫҢ ИЖАДИ ҺӘЛӘТТӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ИНТЕРАКТИВ УҠЫТЫУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫН ҠУЛЛАНЫУ (Проект Интерактивные технологии)»

  • 31 страниц
Содержание

ИНЕШ

I БҮЛЕК. УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ ИЖАДИ ҺӘЛӘТТӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ИНТЕРАКТИВ ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҠУЛЛАНЫУҘЫҢ ТЕОРЕТИК НИГЕҘЕ….2

1.1. Ижади һәләт үҫтереүҙең дидактик нигеҙҙәре….2

1.2. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһында инновацион технологиялар….10

II БҮЛЕК. БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ БАЛАЛАРҘЫҢ ИЖАДИ ҺӘЛӘТТӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘИНТЕРАКТИВ УҠЫТЫУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫН ҠУЛЛАНЫУ…14

2.1. Интерактив уҡытыу технологияһы тураһында төшөнсә….14

2.2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙәинтерактив уҡытыу технологияһы алымдары….17

ЙОМҒАҠЛАУ….27

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ….29

Введение

«Өфөлә һәм Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һәр ваҡыт өйрәнәсәктәр… Мин уҡытыусыларҙы уҡытыу сифатын күтәрергә, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ итергә саҡырам»

Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З.Хәмитов

Инновацион проекттың актуаллеге. Тормош шарттары ҡырҡа үҙгәреш кисергән осорҙа мәктәптә балаларҙы уҡытыу методикаһы заманға ярашлы яңыртыуҙы талап итә. Был йәһәттән ғалимдарыбыҙ, тел белгестәре тарафынан төрлө методик ҡулланмалар, яңы әсбаптар, фәнни мәҡәләләр яҙыла.

Уҡытыусы, фәнде ни өсөн һәм нисек уҡытыуы, ниндәй һөҙөмтәләргә иҫәп тотоуынан сығып, аныҡ маҡсат ҡуйырға һәм үҙ методик концепцияһын төҙөргә тейеш. Бының өсөн дөйөм методик һәм дидактик принциптарҙы төплө белеү мөһим. Педагог үҙ предметынан тыш методика, педагогика, психология өлкәһендә лә белемле булһа, эффектлы алымдарҙы һайлап, уҡытыу, тәрбиә биреү бурысын комплекслы хәл итә.

Билдәле педагог Л. В. Занков: “Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш”, - ти. Ҡыҙыҡһынған бала ғына белем, яңылыҡ эҙләй. Уҡыусыларыбыҙ дәрескә теләк менән килһен өсөн, уларҙа сәм, ҡәнәғәтләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ дәрестәр үткәреү мөһим.

Предметҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн традицион булмаған дәрес төрҙәрен йышыраҡ ҡулланыу отошло, сөнки уҡытыу методикаһын камиллаштырыуҙа, материалды үҙләштереүҙә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ.

Хәҙерге донъя һәм ил кимәлендә уҡыу йорттары өсөн эшләнелгән төрлө һәм күп яҡлы яңылыҡлы педагогик технологиялар билдәле.Мәғарифты модернизациялау, милли мәғарифты үҫтереү һәм камиллаштырыу процесында был инновацион технологиялар әүҙем ҡулланыла башланы.

Беҙҙең ҡарамаҡҡа, балаларҙа предметты, телде өйрәнергә теләк,ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тыуҙырыуҙа иң отошло алымдарҙың береһе - интерактив уҡытыу технологияһы. Бөгөн белем биреү даирәһендә киң танылыу ала барған был технология, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланыу тапмаған әле.

Шуны күҙ уңында тотоп, беҙ рус телле һәм башҡа милләт балаларының ижади һәләттәрен үҫтереүҙә интерактив уҡытыу технологияһының эффектлы булыуын нигеҙләүҙе төп маҡсат итеп алдыҡ.

Төп маҡсатҡа ярашлы түбәндәге конкретбурыстарбилдәләнде:

1. Тема буйынса фәнни – методик әҙәбиәтте, дәреслектәрҙе, электрон дәреслектәрҙе, уҡыу программаларын байҡау;

2. Ижади һәләтте үҫтереүҙә яңы технологиялар ҡулланыуҙың әһәмиәтен билдәләү;

3. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә интерактив уҡытыу технологияһын ҡулланыуҙың эффектлы булыуын нигеҙләү.

Маҡсат һәм бурыстар түбәндәге принциптар ярҙамында тормошҡа ашырға мөмкин:

- коммуникатив йүнәлеш принцибы;

- дифференциация һәм интеграция принцибы (һәр уҡыусының мөмкинлеге һәм шәхси һәләтен иҫәпкә алыу);

- күргәҙмәлелек (ижади – тематикпапкалар, таблицалар, таратмаматериалдар, яҙыусыларҙың портреттары, сюжетлы картиналар йыйылмаһы, ребустар, кроссвордтар һ.б.)

- системалыҡ һәм эҙмә – эҙлелек;

- аңлайышлылыҡ (һәр дәресте, аңлатҡан материалды, мәғлүмәтте бала ҡабул итерлек кимәлдә ойоштороу);

- үҙаллылыҡ һәм әүҙемлек (уҡыусыларҙың актив эшсәнлеге арҡаһында ғына ижади һәләтте үҫтереп була).

Проекттың методологик нигеҙе. Ғөмүмән алғанда, интерактив уҡытыу методикаһы үҙенең сығышы менән Г. Гегель, А. Дистервег, Д. Дьюи, Я. А. Коменский, И. Г. Песталоцци, Ж.-Ж. Руссо, Ф. Фребель, Н. А. Добролюбов, К. Д. Ушинский, Н. Г. Чернышевский, А. С. Макаренко, В. А. Сухомлинский кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәренә нигеҙләнә. Ә башҡорт телен уҡытыу процесында ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙе яҡтыртҡан педагогик хеҙмәттәр (М.Х.Иҙелбаев, Т.Ә.Биҡҡужина, И.Ә.Шарапов, Б.Б.Ғафаров, Р.Ғ.Аҙнағолов, Т.Х.Аслаев, Ф.С.Исҡужина һ.б.), яңы технологияларҙы ҡулланыуға нигеҙ булған методик хеҙмәттәр (М.И.Баһауетдинова, Г.Н.Йәғәфәрова һ.б.), башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының эш тәжрибәләре (Х.Н.Тапаҡов, Г.И. Фәхрисламова, Ф. Н. Тажетдинова,Ф. М. Аҙнабаева һ.б.) проектты башҡарыу барышында методик йүнәлеш бирҙе.

Проекттың ғилми яңылығы:интерактив уҡытыу технологияларын ҡулланып, башҡорт (дәүләт) теле дәрестәрендә балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеген нигеҙләү.

Өйрәнеү объекты:башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, кластан тыш сараларҙа интерактив уҡытыу технологияһын ҡулланыу процесы.

Өйрәнеү предметы:башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләттәренең үҫеше.

Гипотеза (фараз). Әгәр:

- мәктәптә уҡыусының рухи үҫешенә йоғонто яһаған технология алымдарын ҡулланып, хәҙерге талаптарға тулыһынса яуап бирерлек заманса дәрестәр, кластан тыш саралар үткәрелһә,

- уҡыусыларҙа Тыуған илгә, телгә, ерле халыҡҡа ихтирам, ыңғай мөнәсәбәт, ҡыҙыҡһыныусан ҡараш тәрбиәләнһә,

- ижади һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе психологик мөхит, мөмкинлектәр тыуҙырылһа,

уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәк.

Фрагмент работы

I БҮЛЕК. УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ ИЖАДИ ҺӘЛӘТТӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ИНТЕРАКТИВ ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҠУЛЛАНЫУҘЫҢ ТЕОРЕТИК НИГЕҘЕ

1.1. Ижади һәләт үҫтереүҙең дидактик нигеҙҙәре

Башҡорт телен уҡытыу методикаһы бөгөнгө заман талаптарына бәйле. Йәмғиәттә барған төрлө үҙгәрештәр мәғариф өлкәһенә лә үтеп инә. Билдәле булыуынса Республикала башҡорт теле дәүләт теле итеп иғлан ителгәс һәр бер мәктәптә башҡорт телен уҡытыу, балаларҙы милли мәҙәниәт, сәнғәт менән таныштырыу, икенсе милләт балаларын башҡорт телендә һөйләшергә, аңлашырға өйрәтеү мәсьәләләре бигерәк тә актуаль. Һуңғы арала йыш яңғыраған: «Башҡорт теле уҡытылырға тейешме?» тигән һорауға Башҡортостан президенты Р.З.Хәмитов: «Өфөлә һәм Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һәр ваҡыт өйрәнәсәктәр… Мин уҡытыусыларҙы уҡытыу сифатын күтәрергә, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ итергә саҡырам»тип яуап ҡайтарҙы. Бөгөнгө көн уҡытыусыһынан ошо мәсьәләләрҙең юғары кимәлдә ыңғай хәл ителеүендә ижади эшмәкәрлек талап ителә. Ижади эш төрҙәре башҡорт теле дәрестәрендә телде өйрәнеүҙә мөһим сараларҙың береһе.

Ижади эш төрҙәрен ҡуллана белеү үҙе үк уҡытыусының профессиональ йөҙөн билдәләй. Ижади уҡытыусы – ул заман талабына яуап биреүсе ысын уҡытыусы. Күп төрлө конкурстарҙа, ҡала, Республика күләмендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә лә еңеүселәрҙе тап ижади эшләй белеүҙәренә ҡарап баһалайҙар.

Һәр уҡыусы – ижади ҡабатланмаҫ шәхес. Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ. Уға ниҙәр яҙыу, биҙәү уҡытыусынан тора. Халҡыбыҙ традицияларына тоғро ҡалып, беҙ сәсән телле, тура фекерле, йор һүҙле, зирәк аҡыллы быуын үҫтерергә бурыслыбыҙ.

Шуның өсөн мәктәптә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүенә күп иғтибар бирергә кәрәк.

Педагогтар һәм психологтар М.С.Скаткин, Г.И.Щукин, Ә.З.Рәхимовтар фекеренсә ижади фекерҙе, һәләтте һәр балала үҫтерергә мөмкин.

Ә нимә һуң ул ижад?

Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә «Ижад» һүҙе түбәндәгесә аңлатыла:

1) Фән һәм культура байлыҡтарын тыуҙырыу өлкәһендәге эшмәкәрлек; 2) шул эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе. Ә ижади эш – ижад нигеҙендә барлыҡҡа килгән әҫәр.

Беҙҙеңсә, ижад – ул шәхестең, фекерҙең даими үҫеше, ниндәйҙер яңылыҡты яҡшыраҡ белергә теләп, күберәк һәм тиҙерәк эшләргә ынтылыш ул. Ижади эшмәкәрлектә кеше үҫешә, тәжрибә туплай, тәбиғи һәләттәрен аса, ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә. Ижади шәхес – ул милли ғорурлыҡ һәм илдең ысын байлығы. Бөтә йәшәйешкә, тормошҡа ижади ҡараш булғанда ғына кешенең бөтә һәйбәт сифаттары үҙенән – үҙе үҫешә ала.

Профессор Ә.З.Рәхимов раҫлауынса, ижад – кеше мейеһенең ябай тәбиғи функцияһы . Кеше баланы уҡытҡанда ла, аш – һыу әҙерләгәндә лә, әйбер һатҡанда ла ижад итә белергә тейеш. Ижад – ул эшмәкәрлек төрө түгел, ә уның бер стиле. Бер үк кеше үҙенең ижади һәләтен төрлө эштә күрһәтә ала.

Мәҫәлән, кеше талантлы ғалим, бына тигән оратор, оҫта ойоштороусы булырға мөмкин. Шуға күрә уҡытыусының төп бурысы – һәр балала ижади һәләтте күреп, уны үҫтерергә тырышыу. Таланттың ваҡытында асылғаны яҡшы.

Ижади һәләт үҫтереүҙе педагогик күренеш булараҡ тикшергәндә шул асыҡлана: материал нигеҙендә тыуған төрлө ситуацияларҙы уҡыусыларҙың үҙ аллы хәл итеүендә генә тормай, бында уҡытыусының аңлатмаһы ла, баланың репродуктив эшмәкәрлеге лә бар. Материалды үҙ аллы үҙләштергәндә уҡытыу процесы ижади эшкә генә ҡоролорға тейеш түгел. Уҡытыуҙың баланың аң-белем кимәлен үҫтереүгә йүнәлтелеүе мотлаҡ, был осраҡта ижади ситуациялар репродуктив алымдар менән ҡатнашып китергә мөмкин. Уҡыусы кешелектең белем юлын ҡабатларға тейеш түгел, әлбиттә. Әммә уның дөйөм принциптары баланың ижади үҫеше өсөн айырыуса мөһим.

Мәктәптә баланың ижади һәләтен үҫтереү ғәмәлдә нисек тора һуң? Яҙған шиғырын, нәҫерен йә хикәйәһен бала иң элек үҙенең уҡытыусыһына күрһәтә. Уныһы ҡарап сыҡҡан була ла \"Һәйбәт яҙылған, берәй газетаға ебәр\", - тип баланы маҡтарға тотона. Маҡтау кәрәк әлбиттә. Баланың әҫәренә анализ биреү, нисек яҙырға өйрәтеү өсөн ауыҙ асып һүҙ әйтер ине лә, был тәңгәлдә уның үҙенең белеме юҡ. Тимәк, мәктәптә лә, юғары уҡыу йортында ла уҡыусының ижади һәләте асылмай, үҫтерелмәй ҡала. Шуға күрә сәсәнлек мәктәбен тергеҙеү кәрәк .

Бөгөнгө мөһим бурыстар балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙең формаһын, методтарын һәм сараларын камиллаштырыуҙы талап итә. Бындай талаптарҙы хәл итеү өсөн уҡытыусының ижади эҙләнеүе бик мөһим. Ижади эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе булараҡ һуңғы йылдарҙа йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө буйынса стандарт булмаған яңы төр дәрестәр: лекция дәресе, зачет дәресе, семинар дәресе, практикум дәресе, экскурсия дәресе, уйын дәресе, интеграль дәрес, йәғни ҡушылған һ.б. барлыҡҡа килде. Бында яңы төр дәрестәр уҡыусыларҙа материалды әүҙем танып белеүгә, туған тел закондарын ҡыҙыҡһынып өйрәнеүгә. Уны ғәмәлдә ҡуллана алыуға ынтылыш һәм тырышлыҡ тәрбиәләй. Шул рәүешле әсә теле уҡытыуҙың сифатын яҡшырта барып, уҡытыусы баланың ижади үҫеш мөмкинлектәрен киңәйтә, арттыра.

Ижади һәләт үҫтереү методикаһын традицион алымдар һәмтикшеренеүселәр тарафынан индерелгән яңы йүнәлештәрҙең үҙенсәлекле ҡатнашмаһында тыуған уҡытыу тибы тип аңларға кәрәк. Ижади һәләт үҫтереү бөтә уҡыусыларға ла тап килә, әммә мәсьәләнең ҡуйылышы һәм киҫкенлеге уҡыусының фекерләү ҡеүәһенең үҫкәнлегенән тора.

Баланың ижади һәләтен үҙеңә ышанмаған, эргәһендәгеләрҙең теләген һәм ҡыҙыҡһыныусанлығын хөрмәт иткән, тирә йүндәге бар ваҡиғаларға ла иғтибарлы, әммә башҡаларға оҡшатырыға тырышмаған, үҙ юлын булдырырға ынтылған шәхес тәрбиәләү тигән һүҙ ул. Ҡыҙғаныска ҡаршы, мәктәптә белем биреү процесы уҡытыусыға һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен етерлек кимәлдә асыу мөмкинлеге бирмәй. Беҙ әлегә тиклем тигеҙләү һәм мәжбүр итеү, бөтә уҡыусыларға бер төрлө ҡараш принциптарына нигеҙләнеп, етмешенсе-һикһәненсе йылдар моделенән ситкә китә алмайбыҙ.

Ижади һәләтте үҫтереү үҙ эсенә уҡытыу-тәрбиә сараларының бөтәһен дә һыйҙыра: быңда хеҙмәт һәм әхләк тәрбиәһе лә, уҡыуға ынтылыш уятыу ҙа бар. Хатта ябай ғына физик хеҙмәт тә ижади башҡарылырға мөмкин. Ижади һәләтте үҫтереүҙең йөкмәткеһе киң: проблемалы уҡытыу, китап менән эшләү, уҡыу тиҙлеген күтәреү, тасуири уҡыу, хикәйә, шиғыр, әкиәттәр яҙҙырыу, картиналар өҫтөндә эш, яҙыусылар менән осрашыуҙар һ. б.

Һәләтле балалар — илебеҙҙең киләсәге ул. Ләкин ябай мәктәптәрҙә, гимназия, лицейҙарҙа ла балаларҙың һәләтен үҫтереү өсөн айырым шарттар тыуҙырылмаған. Сит илдәрҙән айырмалы рәүештә, беҙҙә ундай балаларҙы уҡытыуҙың махсус программалары юҡ. Сит илдәрҙең, уҡытыусы-новаторҙар тәжрибәһен өйрәнеп социаль адаптация, стандарт булмаған-фекерләү, инициатив һәм активлыҡ, ҡыҙыҡһыныу һайлап алыу кеүек заман проблемаларын хәл иткан һәләттәрҙе асыу һәм үҫтепеү темаһын программаға индерергә тейеш. Программаның төп принциптарын системалылыҡ, комплекслылыҡ, эҙмә-эҙлелек, стандартлаштырыуҙан һәм ҡабатлауҙан ситләшеү, ҡыҙыҡһыныу, активлыҡ нигеҙендә эшләү күсәгилешлек, ысул һәм алымдарҙың-төрлөлөгө, балаларҙың йәшенә ҡарап нервы психик эшмәкәрлектәрен иҫәпкә алыу тәшкил итә.

Ижади эштәрҙе бәләкәй синыфтарҙан уҡ башларға, һөҙөмтәһе буйынса әҙәби ижадҡа һәләтле балаларҙы асыҡларға һәм улар менән айырым шөғөлләнергә кәрәк. Уларға иғтибарлыраҡ булып, эштәрен ентекле анализлау, дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим. Әҙәби темаларға инша яҙҙырыу, әҫәрҙәргә күренештәргә, геройҙарға үҙҡарашыңды, баһаңды белдереүҙе талап итеү ҙә ыңғай һөҙмтәләр бирә.

Ижади эштәр менән мәктәптә үк ҡыҙыҡһына башлаған күпселек уҡыусылар үҙенең киләсәген юғары уҡыу йорттары менән бәйләй. Ундайҙар артабан уҡытыусы, журналист булманы йәки фән өлкәһендәэшләйме, яҙыусы йәки шағир буламы, үҙ хеҙмәтенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараусы, әҙәби ижадҡа әүәҫ һөнәр эйәһенә әүерелә. Баланың йыйылыштарҙа әҙәби телдә, логик яҡтан бәйләнешле, стилисгик яҡган дөрөҫ итеп сығыш яүауын талап итеү, йәғни ораторлыҡ сәнғәте нигеҙҙәрен биреү - уҡытыусы эше.

Бөгөн ижади эҙләнеүҙәр, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү һәм уны көндәлек эштә файҙаланыу уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең профессиональ ихтыяжына әүерелде. Был - заман талабы. Шуға эйә булмайынса, һөҙөмтәле эш, матур күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкин дә түгелдер.

Ижади һәләтте үҫтереү — башҡорт телен уҡытыу методикаһының ҡатмарлы өлөшөн тәшкил итә. Был шуның менән аңлатыла: ижади фекерләргә өйрәтеү, әҙәби телдең нормалар системаһын, законлылыҡтарын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланырға уҡытыу конкрет бер тема менән генә сикләнмәй, ә башҡорт теле буйынса программала күрһәтелгән бөтә материалды өйрәнеү барышында, бөтә уҡыу йылдарында ла дауам итә. Ижади һәләтте үҫтереү эштәренең йөкмәткеһе, уның тел материалына бәйләнеше хәҙерге тел уҡытыу методикаһында ентекле өйрәнелмәгәнгә күрә, башҡорт теле уҡытыусыһының ижади һәләтенә һәм дәресте дөрөҫ алып барыу оҫталғына ла таянырға тура килә. Кеше фекерен, теләк һәм хистәрен башҡаларға һөйләү телмәре аша еткерә. Ул ни тиклем нығыраҡ үҫешкән, камиллашкан булһа, бала үҙ фекерен шул тиклем еңелерәк тасуирлай, башҡаларҙы ла тиҙерәк аңлай. Бөйөк методист К.Д.Ушинский һөйләү һәләтен «белем шишмәһе» тип атай. Уныңса, тел - иң яҡшы уҡытыусы, аҡыл өйрәтеүсе, шул уҡ ваҡытта тирә-яҡ мөхит менән таныштырыусы ла. Телмәр үҫтереүҙә балала кешелек сифаттары тәрбиәләү ҙә, ижади фекерләү һәләтен үҫтереү ҙә күҙ уңында тотола.

Бөгөнгө мөһим бурыстар балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙең формаһын, методтарын һәм сараларын камиллаштырыуҙы талап итә. Бындай талаптарҙы хәл итеү өсөн уҡытыусының ижади эҙләнеүе бик мөһим. Ижади эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе булараҡ һуңғы йылдарҙа йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө буйынса стандарт булмаған яңы төр дәрестәр: лекция дәресе, зачет дәресе, семинар дәресе, практикум дәресе, экскурсия дәресе, уйын дәресе, интеграль дәрес, йәғни ҡушылған һ.б. барлыҡа килде. Бындай яңы төр дәрестәр уҡыусыларҙа материалды әүҙем танып белеүгә, туған тел закондарын ҡыҙыкһынып өйрәнеүгә. Уны ғәмәлдә ҡуллана алыуға ынтылыш һәм тырышлыҡ тәрбиәләй. Шул рәүешле әсә теле уҡытыуҙың сифатын яҡшырта барып, уҡытыусы баланың ижади үҫеш мөмкинлектәрен киңәйтә, арттыра.

Заключение

Уҡыу-уҡытыу уйындары (ролле уйындар, имитация, эш уйындары һәм белем биреүсе уйындар).

Балалар өсөн уйын - донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы.Баланың йәмғиәттәүҙенә урын табыуында ла уйындар мөһим әһәмиәткә эйә. Уйын барышында бала үҙенең коллективҡа мөнәсәбәтен билдәләй, күмәк һәм уртаҡ уй менән эш итергәөйрәнә, уның күңелендә иптәшлек, дуҫлыҡ, нәфислек тойғолары тәрбиәләнә. Был- беренсенән. Икенсенән, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Был физиологик процесс булһа, балаларыбыҙҙы йәмғиәтебеҙөсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләүебеҙҙең икенсе күренеше — психологик процесс та уйындың айырылғыһыҙөлөшө булып тора. \"Мин балалар ойошмалары уйын менән байытылырға тейеш тип иҫбат итәм,- тип яҙа А. С. Макаренко,- хәтерҙән сығармағыҙ, беҙ, бөтәһенән элек, уйынға ҙур ихтыяжы булған баланың айырым бер үҫеш осоро тураһында фекер йөрөтәбеҙ. Ул ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Бала ни тиклем матур уйнаһа, шундай итеп матур эшләйәсәк тә…\" Бала тормошонда мөһим урын биләгән уйындарҙы уҡытыу процессына йәлеп итеүҡиммәтле һөҙөмтәләргә алып килә. В. А.Сухомлинский былай тип яҙғайны: \"Уйынһыҙ тулы ҡиммәтле үҫеш юҡһәм була ла алмаясаҡ. Уйын — ул ғәйәт ҙур яҡты тәҙрә, уның аша баланың рухи донъяһына аң-белемдең, төшөнсәләрҙең йәнләндереүсе ағымы ҡойола. Уйын — ул белергә тырышыусанлыҡһәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡ усағын ҡабыҙыусы осҡон\". Уҡыусыларҙа өйрәнелә торған фән менән ҡыҙыҡһыныу, уны белеүгәһәм уҡыуға теләк тәрбиәләү — иңәһәмиәтле бурыстарҙың береһе. Был бурыстарҙы үтәүҙә уҡыу процессында мауыҡтырыу элементтарын ҡулланыу ҙур әһәмиәткә эйә. Мауыҡтырыу — ул уҡытыу эшендә уҡыусыларҙа фәнгәҡарата ҡыҙыҡһыныу, белем алыуға ынтылыш тәрбиәләү маҡсатында төрлө методик алымдар, дидактик ысулдар ҡулланыу. Ул үҙенең билдәле бер маҡсатҡа йүнәлдерелгән булыуы менән айырылып тора. Үҙләштереүгә ауыр булған материалды күнелһеҙ итеп өйрәтеүгәҡарағанда, уны мауыҡтырғыс һәм күңелле итеп аңлатыу маҡсатҡа ярашлыраҡ. Башҡорт телен бала өсөн сит тел булараҡөйрәтеү процесында уйындарҙы файҙаланыу уҡыусыны белем алыуға, уҡырға дәртләндерә, унда фән менән ҡыҙыҡһыныу уята. Шулай итеп, уҡыу процесын интенсивлаштырыуҙың, телгәөйрәтеүҙең иң уңышлы алымдары араһында уйындар төп урынды алып тора. Уйын — ул телде өйрәтеүҙең төп ҡоралы, уҡыу процесында балаларҙы күңелле һәм эшлекле рәүештә телде өйрәтеүгәҙур этәргес, эмоциональ стимул биреүсе сара. Ул шулай уҡ телде өйрәтеүҙә эстетик коммуникатив белем алыу мотивацияларын берләштереүсе төп көс булып ҡалалыр, тип уйлайым. Сөнки уйын алымдарына таянғас, дәрес ялҡытҡыс, эс бошорғос мәжбүри процестан, мәжбүри уҡыуҙан дәрестән ләззәт, йәм табып уҡыуға әйләнә. Минеңүҙемә лә, уҡыусыларыма ла бындай төр дәрестәр бик оҡшай. Дәрестәремә яратып йөрөйҙәр, башҡорт телен ихлас өйрәнәләр.

Дәрескә белгестәрҙе саҡырыу, экскурсиялар үткәреү. Тел дәрестәрендәбыл алым яҙыусылар, әкиәтсе әбейҙәр,хеҙмәт алдынғылары, күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар үткәреү,тәбиғәткә, музейҙарға экскурсиялар ойоштороу формаһында булырға мөмкин.

Ҡатмарлы һорауҙар буйынса фекер алышыу, проблемалы ситуацияларҙы хәлитеү. Уҡытыусының төп маҡсаты – белем сифаты менән идара итеү өсөн төрлө юлдар һәм алымдар ҡулланып, киләсәктә илдең ысын хужалары була алырлыҡ белемле, аҡыллы, һау - сәләмәт һәм хәҙерге тиҙ үҙгәреүсән донъяға яраҡлаша алған балалар тәрбиәләү. Ә йәмғиәтебеҙ үҙгәрештәрҙе контролдә тотоуға, ижади һәм тәнҡитле фекер йөрөтөүгә, көндәлек һорауҙарҙы ҡыйынлыҡһыҙ хәл итеүгә, үҙ фекерен аныҡ һәм ышаныслы яҡлауға, эҙмә-эҙлекле иҫбатлауға һәләтле уҡыусылар тәрбиәләүҙе талап итә.

Ошо талаптарҙан сығып ҡарағанда, уҡыусыны дәреслектәге ҡағиҙәне ятлап, дөрөҫ итеп һөйләп биреү кеүек эштәр хәҙер ҡәнәғәтләндерә алмай. Алған белемде киләсәктә ҡулланырға өйрәтеү, уҡыусының үҙаллылығын һәм ижади фекерләүен активлаштырыу, һөйләү культураһын тәрбиәләү – тел уҡытыуға ҡуйылған төп талаптар. Кеше фекерләү һәләте булғанда ғына ҡатмарлы хәлдәрҙән сыға ала, асыштар яһай, яңы нәмәләр уйлап таба.

Проблеманы хәл итеүҙә иң отошло интерактив эш алымы - тәнҡитле фекерләү алымы.

Интерактив уҡытыу технологияһына ярашлы тәнҡитле фекерләү алымын ҡулланып эшләгәндә, уҡытыуҙың моделе түбәндәгеләргә нигеҙләнә:

 уҡытыу технологияһының үҙәгендә уҡыусы тора;

 уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙен педагог һәм уҡыусының хеҙмәттәшлеге тәшкил итә;

 белем алыуҙа балалар үҙҙәре актив ҡатнаша;

 уҡытыу процесы уҡыусыларҙың ижади һәләтен, тәнҡитле фекерләүен үҫтереүгә йүнәлтелә.

Тәнҡитле фекерләү – ул:

- мәғлүмәтте тормош тәжрибәһенә таянып ҡабул итә торған ирекле фекер йөрөтөү;

- ижади фекерләү өсөн башланғыс нөктә;

- телде ятлап түгел, ә актив фекерләп өйрәтеү.

Был метод менән эшләгәндә төп ихтибар иң элек балаға һәм уның шәхесенә йүнәлтелгән. Тәнҡитле фекерләү технологияһы менән эшләгәндә уҡытыусы төп мәғлүмәт биреүсе булыуҙан туҡтай һәм технологияның алымдарын ҡулланып, уҡыуҙы белмәүҙән белеүгә этәрә - уртаҡ һәм ҡыҙыҡлы эҙләнешкә алып бара. Технологияның яңылығы шулай уҡ уның дәрестәрҙә ҡулланылған педагогик табыштарында - алымдарында. (ижади эшмәкәрлеккә этәргән «Бонус йый» уйыныһ.б.)

Ижади фекерләү һәләтен үҫтереү буйынса төрлө алымдар ҡулланырға мөмкин: “Идеялар кәрзине”, кластер, “Буталған логик сылбыр”, “Фараздар ағасы”, “Дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған фекерҙәр” һ.б. “Йыуан һәм йоҡа һорауҙар”, “Инсерт”, эссе, синквейн, диаманта, “Түңәрәк буйлап хат”, “Һөйләмде тамамла”, кроссворд, “Хат яҙ” кеүек алымдар отошло.

Дәрестә “Үҙ-ара һорау алыу” алымы бик отошло. Был эш йомғаҡлау этабында, зачет ваҡытында үткәрелә. Уҡыусылар парлап бер-береһенән тема буйынса һорау ала йәки бер тема буйынса иптәшенә һөйләй. Был алым шулай уҡ һүлпән өлгәшеүселәр менән эш өсөн уңайлы. Ундай уҡыусылар уҡытыусыға ҡарағанда класташына яҡшыраҡ һөйләй, яңылышлыҡтан ҡурҡып, ҡаушап ҡалмай, үҙен иркен тота. Уҡыусылар бер-береһен тыңларға, хатаны дөрөҫләргә, объектив булырға өйрәнә.

Интерактив уҡытыу технологияһында компьютер саралары

Интерактив уҡытыуҙа компьютер технологиялары айырым урын алып тора. Бөгөн Ер шарының ҡайһы ғына мөйөшөнә баҡма, был үҫеш компьютер технологияһы менән туранан – тура бәйле. Компьютерҙар беҙҙең тормошта революция яһанылар. Улар мәғариф, сауҙа өлкәһенә, кешеләрҙең тормошона ҙур үҙгәрештәр индерҙеләр. Компьютерҙы табиптар, фермерҙар, уҡытыусылар һәм банк хеҙмәткәрҙәре, инженерҙар, дизайнерҙар ҡуллана. Китаптар, журналдар нәшер иткәндә, төрлө иҫәп – хисап эштәрендә, телевидение һәм киноларҙа махсус эффекттар ҡулланғанда ла компьютер технологиялары ярҙамға килә. Ҡайһы бер һөнәрҙәр тулыһынса компьютерлаштырылған. Уҡыусылар мәктәптә үк төрлө компьютер программаларын өйрәнә башлай. Көндәлек тормошон компьютерһыҙ улар күҙ алдына ла килтермәй: «Контакт»та, «Класташтар»ҙа ултырмаған берәй бала бармы икән? Өйгә эштәрен дә улар компьютер ярҙамында эшләй. Ә ниңә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ла өйгә эште компьютер технологияларын ҡулланып эшләргә бирмәҫкә? 1) уҡыусыларҙың предметҡа ҡыҙыҡһыныуы арта, 2) телде һәйбәтерәк беләсәктәр һәм ижади һәләттәрен үҫтерәсәктәр.

Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө – күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеше (текст, төшөрөлгән графика, слайдтар, реалистик һүрәттәр), стереотауыш (музыка, төрлө тауыштар), анимация (хәрәкәтсән һүрәттәр, видео) берлегендә бирелеүе. Технологияның принцибы - компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы техник саралар ҙа, уҡытыуҙың яңы формалары һәм методтары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш та инә. Хәҙерге заман педагогик технологиялар, мәҫәлән, хеҙмәттәшлектә уҡытыу, проектлау методикаһы, яңы информацион технологияларҙы, Интернет ресурстарын файҙаланыу уҡыу – уҡытыу эшендә шәхесте формалаштырыуҙы бойомға ашырырға ярҙам итә, балаларҙың һәләттәрен, белем кимәлдәрен, ынтылыштарын иҫәпкә алып, уҡытыуҙы индивидуалләштереүҙе һәм дифференциациялауҙы тәьмин итә.

Бөгөнгө көндә белем биреүҙә компьютер – аҡыл эшмәкәрлеген оптималләштереүҙең эффектив сараһы. Ул үҙенең эмоциональ тәҫьире яғынан битараф булыуы менән айырылып тора: компьютер бер ваҡытта ла арығанлығын, насар кәйефен күрһәтмәй, һәм, ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, уҡытыуҙың айырым аспекттарын индивидуалләштереү өсөн иң ҡулайлыһы булып торалыр, моғайын.

Һуңғы йылдарҙа балаларҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн компьютер хәҙерге шарттарҙа иң кәрәкле техник сара булып китте. Уҡыусылар донъяны танып – белеүҙә компьютерҙың мөмкинселектәре менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына, был «машина»ның серҙәренә тиҙерәк төшөнөргә тырыша. Хәҙер был – заман талабы. Тик компьютерҙы урынлы һәм дөрөҫ файҙаланырға кәрәк. Дәрес буйына компьютер йәки интерактив таҡта ҡулланыу бик үк дөрөҫ булмай. Һәр нәмәне сама белеп, компьютерҙың дәрестә ҡуйған маҡсатҡа ирешеүҙә эште нисек еңеләйтеүен асыҡлап ҡулланыу кәрәк. Тәүге электрон дәреслектәр, методик ҡулланмалар, һүҙлектәр башҡорт теле уҡытыусыһына дәрестә компьютер ҡулланыу, ижади асыштарын яңы технологияға һалыу буйынса ярҙам итә.

Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (компьютерҙағы һүҙлектәрҙе файҙаланып); өндәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эш (электрон дәреслектәрҙе, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу);орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу); грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау һ.б. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә компьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар күрһәтергә мөмкин (яҙыусылар, шағирҙар тураһында фоторәсемдәр, видеофильмдар, видеороликтар күрһәтеү, шағирҙар үҙҙәре уҡыған шиғырҙарҙы тыңлатыу; биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү; тасуири уҡыу күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль – кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү һ.б.); уҡылған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу (компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, хатта ҙурыраҡ кимәлдәге эште – видеофильмдар, йәнһүрәттәр төшөрөргә мөмкин). Дөйөм алғанда, был саралар уҡыусыларҙа башҡорт телен үҙләштереүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға , ижади һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итә.

Айырыуса компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороу өсөн ҡулай, сөнки әҙерлеге төрлө булған уҡыусыларға, уларҙың белем кимәленән сығып, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә. Тик иҫтән сығарырға ярамай: компьютер бер ваҡытта ла уҡытыусыны алыштыра алмай, ул тик балаларҙы уҡытҡанда файҙаланылған, уның эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлеген көсәйткән бер сара ғына булып тора. Сөнки, уҡытыу эшендә иң мөһиме – уҡытыусының өлгөһө, уның тәрбиәүи йоғонтоһо.

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа,балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙә компьютер программаларын файҙаланыу мөмкинлектәрен ҡарап үтәйек.

һүҙлек байлығын арттырыу, телмәр үҫтереү

Лексик темаларҙы өйрәнгәндә (мәҫәлән, мәктәп, ғаилә һ.б.), ябай һүрәттәрҙе файҙаланып була. Тәүҙә предметтарҙың һүрәттәре күрһәтелә, исемдәре әйтелә, диктор артынан һүҙҙәр ҡабатлатыла. Һуңынан уҡыусылар һөйләмдәр төҙөйҙәр. Бәләкәй хикәйәләр, әкиәттәр уйлатырға ла мөмкин.

Электрон һүҙлектәр һүҙ байлығын арттырыуҙа ярҙам итәләр. Урыҫ мәктәптәрендә белем алған балалар күберәк русса – башҡортса, башҡортса - русса һүҙлектәрҙе файҙаланалар. Был аңлашыла ла: тәржемә эше йыш бирелә. Аңлатмалы, орфографик һүҙлектәрҙә ҡулланыла. Ижади эштәр башҡарғанда һүҙ байлығы баһалап бөткөһөҙ.

Дөрөҫ яҙырға өйрәтеү

Иң тәүҙә компьютерға «Хамелеон 8. 1» программаһын (уға башҡорт шрифтары һәм клавиатураһы инә) урынлаштырырға кәрәк. Компьютерҙа текстарҙы баҫыу күнекмәләре алына, орфографик грамоталыҡ үҫтерелә.Тәүге әҙерҙә хаталыраҡ, һуңынан инде ышаныслы итеп башҡортса проект, презентациялар эшләп килтерә балалар.

Белем сифатын арттырыу, уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү, мәғлүмәт менән эшләргә өйрәтеү өсөн мультимедиа сараларын ҡулланыу бигерәк эффектлы. Донъяның теләһә ҡайһы мөйөшө менән элемтәгә инеү, аралаша алыу һәм мәғлүмәт алыу юғары техник саралар аша алып барыла. Заманса компьютерҙағы мәғлүмәт һәр кешене ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп эшләнгән. Текст, графика, фото, видео, тауыш, анимация ярҙамында киң мәғлүмәт алыу кәрәкле материалды ҡабул итеүҙе һәм үҙләштереүҙе тиҙләтә, еңеләйтә. Уҡыусы, һәләтенә һәм ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, күңеленә оҡшаған программаны таба, теге йәки был эште башҡара ала. Түбән кластарҙа яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, текстар төҙөү өсөн ябай текст редакторы MicrosoftWord, ә юғары кластарҙа MicrosoftPowerPoint (реферат, доклад, проект өсөн презентациялар эшләү) программаһын ҡулланыу отошло.

Презентация эшләү.Информацион технология ҡулланылған был эш төрөндә уҡыусы үҙенең проект эше, презентацияһы менән сығыш яһай ала. Бында график редакторҙар (MicrosoftPaint, IrfanView, Photoshop, CorelDraw һ.б.) ярҙамында һүрәттәрҙәге етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә, фотографияларҙы ҙурайтырға, киҫергә, музыкаль яҡтан биҙәргә була. Тап ошо эш төрҙәре уҡыусыларҙың бай фантазиялы икәнлеген, ижади ҡомары барлығын күрһәткән фактор булып тора. Слайдтарҙы компьютер мониторында, мультимедиа проекторы аша экранда күрһәтеп, күрмә хәтер аша ныҡлы белем биреүгә өлгәшеп була.

Мультимедиа сараларын кластан тыш эштәрҙе ойоштороуҙа файҙаланыу уңайлы һәм нәтижәле. Төҫлө графиктар, текст, фото, тауыш һәм анимация ярҙамында кисәләр үткәргәндә киң мәғлүмәт биреп була.

Компьютер ярҙамындаиллюстратив материалдар, дидактик карточкалар әҙерләү. Кәрәкле материалдарҙы (ребустар, кроссвордтар, төрлө һүрәттәр һ.б.) компьютерҙа ла, сканер ярҙамында ла эшләргә мөмкин. Был да ижади эш төрҙәренең береһе. Тик кроссворд, ребустар төҙөргә генә яратҡан балалар ҙа бар.

Компьютер ярҙамында уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, баһалау.Был осраҡта тест программалары күҙ уңында тотола. SunRavTestOfficePro программаһын ҡулланып, төрлө тестар төҙөргә була. Уҡыусылар үҙҙәре лә тестар төҙөйҙәр. Был эш кәрәк:уҡыусылар тест эшләү технологияһына өйрәнә, тест һорауҙарына яуап биргәндә аптырап – юғалып ҡалмаҫҡа өйрәнәләр.

Шулай итеп, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса компьютер технологияларын ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә, ижади һәләттәрен үҫтереүгә ярҙам итә, уҡыусылар үҙ аллы эшләргә өйрәнә, үҙҙәрендә ышаныс тоя, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уяна.

Йомғаҡлау

Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү мәсьәләһе бөгөнгө көндә актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Сөнки, баланың һәләтен асыу – күп яҡлы һәм ҡатмарлы эш. Ул төплө әҙерлек, алдан планлаштырыуҙы һәм системалы эш алып барыуҙы талап итә. Ижади һәләтте үҫтереүҙең йөкмәткеһе киң. Был эш йылдар буйына дауам итә. Уҡытыусы һәр баланың фекерен ихтирам итеп, уны тыңларға, йүнәлеш бирергә һәм үҫтерергә тейеш. Шулай уҡ баланың хыялына юл асырлыҡ ситуациялар булдырыу ҙа бик мөһим.

Күп йылдар буйына ҡулланылып килгән традицион формалағы ижади эш төрҙәре бер төрлө, ялыҡтырғыс тойола башланы. Яңы этапҡа күсеү, яңы алымдар менән эшләү талап ителде.

Хәҙерге донъя һәм ил кимәлендә уҡыу йорттары өсөн эшләнелгән төрлө һәм күп яҡлы яңылыҡлы педагогик технологиялар билдәле.Мәғарифты модернизациялау, милли мәғарифты үҫтереү һәм камиллаштырыу процесында был инновацион технологиялар әүҙем ҡулланыла башланы.

Беҙҙең ҡарамаҡҡа, балаларҙа предметты, телде өйрәнергә теләк,ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тыуҙырыуҙа иң отошло алымдарҙың береһе - интерактив уҡытыу технологияһы. Бөгөн белем биреү даирәһендә киң танылыу ала барған был технология, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланылыу тапмаған әле.

Бөгөн уҡыусы яңы теманы үҙе эҙләүсе, тикшеренеүсе сифатында үҙләштерергә тейеш. Уҡытыусы был осраҡта уҡыусыларҙың актив фекерләү эшмәкәрлеген, аҡылын, зиһенен үҫтереү өсөн йүнәлеш биреүсе, күрһәтеүсе ролен үтәй. Хәҙерге шарттарҙа, мәғлүмәттең күләме ҡырҡа һәм тиҙ үҫкән бер ваҡытта, кәрәген һайлап ала белергә, тәртипкә килтерергә, бәләкәй генә асыш яһап, ҡыуана белергә өйрәтеү, юл күрһәтеү – ауыр эш. Уҡыусы теманы уйлап, фекерләп аңлай икән, уның белеме төплөрәк була. Мәктәптәге традицион, бер төрлө үткәрелгән дәрестәр араһында ғәҙәти булмаған дәрестәр үткәреү уҡыусыларҙың хәтерендә нығыраҡ ҡала, ялҡытҡыс эш төрҙәрен һәр дәрестә ҡат-ҡат башҡарыуға ҡарағанда ҡыҙыҡлы асыштар булғаны уҡыусыларҙың күңеленә нығыраҡ тәҫьир итә, аң даирәһен киңәйтә, ижади эҙләнеүгә теләк тыуҙыра.

Уҡытыусы бындай дәрестәрҙәәҙер белем бирмәй, ә уҡыусыларҙа үҙ аллы эҙләнеү-өйрәнеүгә ынтылыш уятыусы, дәрескә маҡсат һәм уҡыу мәсьәләһен ҡуйырға ярҙам итеүсе, уҡыу эшмәкәрлегенә тейешле йүнәлеш биреүсе, ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуюлдарын табыуҙа ярҙам итеүсе, инициатива өсөн шарттар тыуҙырыусы консультант-координатор ролен үтәй. Уның төп эше — һәр дәрес өсөн уҡыусыларға үҙ аллы белем алыу мөмкинлеген биреүсе интерактив күнегеүһәм биремдәр йыйылмаһын әҙерләү. Шуныһы мөһим: интерактив уҡытыу технологияһына ярашлыүткәрелгән дәрестәрҙә күнегеүһәм биремдәр үтелгәнде нығытыу һәм тикшереү маҡсатында ғына түгел, ә яңы белем алыу өсөн дәҡулланыла.Интерактив формала уҡыу-уҡытыуҙың төп маҡсаты — уҡыусыларҙа үҙ-үҙҙәренә ышаныс, интеллектуаль үҙаллылыҡөсөн комфорт шарттар тыуҙырыу аша уҡыу-уҡытыу процесын уңышлы итеү, үҙ аллы белем алырға өйрәтеү. Әлбиттә, бындай дәрестәрҙе әҙерләүһәм үткәреү еңелдән түгел, әммә юғары һөҙөмтәләр биреүен иҫәпкә алғанда, уҡытыусының хеҙмәте үҙен тулыһынса аҡлай.

Әлбиттә, һәр дәресте тик актив һәм интерактив методтар менән генәүткәреү мөмкин түгел. Мәктәп практикаһында пассив методҡа ла урын бирелергә тейеш. Алдағы һыҙмаларҙан күреүебеҙсә, уҡыу-уҡытыуҙа пассив метод менән эш иткәндә, уҡыусылар уҡытыу объекты булып тора. Дәрестә уларҙың төп функцияһы — уҡытыусы биргән мәғлүмәтте ҡабул итеү. Уның ыңғай яғы — аҙ ваҡыт эсендә күп мәғлүмәтте эҙмә-эҙлекле биреү-алыу мөмкинлеге. Әгәр уҡыусылар алдан уҡүҙ-үҙҙәренә аныҡ маҡсаттар ҡуйып, предметты ентекле өйрәнеүгәәҙер булһа, тәжрибәле уҡы-тыусы был методты оҫта файҙалана ала.

Шулай итеп, уҡыу-укытыу процесынФедераль дәүләт белем биреүҙең яныстандарттары талаптарына яуап бирерлек итеп ойоштороу, дәрестәрҙә эшмәкәрлекле һәм компетентлыҡлыҡарашты реалләштереү, уҡыусыларҙыңәүҙем эшмәкәрлегенә ирешеү өсөнактив һәм интерактив методтарға өҫтөнлөк биреү отошло.

Список литературы

1. Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы.- Өфө: БашДУ, 2010.

2. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу (методик ҡулланма) – Өфө, НМЦ «Педкнига», 2008.

3. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө, 2009.

4. Башҡортса – русса һүҙлек. Ураҡсин З.Ғ. редакцияһында.-М.:Диагора, Русский язык, 1989.

5. Босова Л.Н., Босова А.Ю., Коломенская Ю.Г. Занимательные задачи по информатике. - Москва, 2007.

6. Занков Д.В. Обучение и развитие. – М.,1975, - с.11.

7. Киске Өфө, № 44, 2010 йыл.

8. Мясоед Т.А. Интерактивные технологии обучения. Спец. семинар для учителей. – М., 2004

9. Нурмөхәмәтова А. Мәктәптәрҙә инновацион технологияларҙы үҙләштереү. // Башҡортостан уҡытыусыһы. №2, 2002, - 32-34-се биттәр.

10. Рахимов А.З. Психология творчества. Учебное пособие. – Уфа, 1993,- с.55.

11. Суворова Н. Интерактивное обучение: Новые подходы. – М., 2005.

12. Тапаҡов Х. Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү. // Башҡортостан уҡытыусыһы. №8, 2007. - 31-32-се биттәр.

13. Тимошкина Н.В. Использование компьютерных технологий при изучении природы родного края. // Начальная школа,№3, 2009 – с.92-95.

14. Уҡыу – уҡытыуҙағы яңы технологиялар. // Башҡортостан уҡытыусыһы. №3, 2007. - 43-сө бит.

15. Шарапов Ә.И. Әҙәбиәт уҡытыуҙа балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү. – Өфө: «Китап”,1995.

Покупка готовой работы
Тема: «БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ БАЛАЛАРҘЫҢ ИЖАДИ ҺӘЛӘТТӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘӘ ИНТЕРАКТИВ УҠЫТЫУ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫН ҠУЛЛАНЫУ (Проект Интерактивные технологии)»
Раздел: Разное
Тип: Творческая работа
Страниц: 31
Цена: 750 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы

У нас можно заказать

(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)

Контрольная на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Решение задач на заказ

Решение задач

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Лабораторная работа на заказ

Лабораторная работа

от 200 руб.

срок: от 1 дня

Доклад на заказ

Доклад

от 300 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

42 задания

за последние сутки

10 минут

время отклика


Возможно Вас заинтересует