Дипломная работа

«БашҠорт телендӘ орнитологик атамалар ҺӘм дӘрестӘ ҺҮҘлек ӨҪтӨндӘ эш»

  • 104 страниц
Содержание

ИНЕШ….….3

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. Орнитологик лексиканы өйрәнеүҙең теоретик нигеҙҙәре….6

1. 1. Орнитологик лексиканы өйрәнеүҙең әһәмиәте….6

1. 2. Башҡорт телендә ҡош атамаларына дөйөм күҙәтеү.….9

ИКЕНСЕ БҮЛЕК. Башҡорт телендә орнитологик лексика…23

2.1. Этимологик классификация….23

2.2. Һүҙьяһалыш классификацияһы….….35

ӨСӨНСӨ БҮЛЕК. Һүҙлек эше – башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереүҙең төп ысулдарының береһе….….39

3.1. Телмәр үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу юлдары….39

3.2. Уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын формалаштырыуҙа һүҙлек менән эшләү….43

Йомғаҡлау….48

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге….50

Ҡушымта…55

Дәрес өлгөләре….….66

Введение

Башҡорт теле лексикаһын ғилми өйрәнеү асылда уҙған быуаттың урталарында башланып китә. Ж.Ғ. Кейекбаев “Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы"1 китабында башҡорт лексикаһын өйрәнеүгә ҙур ғына урын бирә. Артабан башҡорт теленең лексикаһы фәндә төрлө ғалийүнәлештә өйрәнелгән һәм өйрәнелә. Башҡорт тел ғилемендә ойкономия, топонимия, йәғни дөйөмләштереп әйткәндә, ономастика2, этнономия3, мифологик, этнографик, аш-һыу һ.б. лексикаһы айырым тема булараҡ төплө тикшерелгән.

Башҡорт телендә ҡош-ҡорт атамалары лексик күҙлектән айырым тема булараҡ өйрәнелмәгән. Әммә бөтөнләй иғтибарҙан да ситтә ҡалған тема, тип әйтеп булмай. Башҡортостан ҡоштары буйынса күренекле тел белгесе Э.Ф. Ишбирҙиндың “Башҡортостан ҡоштары” тигән китабы донъя күрҙе4. Был китап авторҙың күп йылдар буйына йыйылған мәғлүмәттәр нигеҙендә яҙылған. Күп кенә ҡоштарҙың исемдәре төҫтәренә, тауыштарына, ҡылыҡтарына, ҙурлыҡтарына, йәшәү урындарына ҡарап бирелгән. Тимәк, уларҙы белмәйенсә, исемдәрҙең килеп сығышын да аңлап булмаясаҡ. Йыш ҡына бер үк исем менән төрлө яҡта төрлө ҡошто атап йөрөтәләр. Бындай ҡыйынлыҡтарҙан ҡотолоу өсөн, ҡоштар донъяһын ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Ҡоштарҙың ҙурлыҡтарын, төҫтәрен, ҡылыҡтарын, йәшәү урындарын һәм шарттарын, сығарған тауыштарын, йылы яҡтарға китеү-китмәүҙәрен, күплеген, туҡланған аҙыҡтарын, ояларын, йомортҡаларының төҫөн һәм һанын, балаларының сығыу ваҡытын һәм башҡа бик күп нәмәләрҙе өйрәнеү кәрәк.

Иң ғәжәпкә ҡалдырғаны — айырым кешеләрҙең ҡош исемдәрен бик аҙ белеүе. Ҡайһы берәүҙәр 10-15, ә иң күп белгәндәре 45-50 ҡоштоң ғына исемен әйтә алалар. Беҙҙең яҡтарҙа 300-ләп ҡоштоң булыуын иҫкә төшөрһәң, был күп түгел, әлбиттә. Ә тотош халыҡ өсөн бөтәһе лә билдәле. Бер кеше әйтә алмағанды икенсеһе белә, икенсегә билдәһеҙҙе өсөнсөһө иҫләй. Хәҙер инде асыҡтан-асыҡ әйтеп була: халыҡҡа билдәһеҙ булған, исемһеҙ бер генә ҡошсоҡ та юҡ. Ошоға тиклем сығарылған тәржемә һүҙлектәргә 50-60-лап ҡына ҡоштоң исеме сағылыш алған. Әҙәбиәттә әүҙем ҡулланылған ҡош атамалары ла шунан артыҡ түгел.

Т. Ғ. Баишев үҙенең «Зоология буйынса терминдар һүҙлеге»ндә 150-гә яҡын ҡоштоң атамаларын бирә5. Уларҙың байтағы рус теленән тәржемә (калька) рәүешендә алынған.

Орнитологик лексиканың халыҡтың тарихы, фекер йөрөтөүе, этнографияһы менән бәйле булыуы был тема өҫтөндә эшләү кәрәклеге хаҡында һөйләй. Орнитологик лексика телдең һүҙлек составының иң ҡыҙыҡлы һәм бай ҡатламы. Телдең һүҙлек составы – оҙайлы тарихи процесс һөҙөмтәһе ул.

Сығарылыш квалификация эшенең маҡсаты – ҡош-ҡорт аталамарына бәйле булған һүҙлек составын асыҡлау һәм системалы өйрәнеү һәм дәрестә һүҙлек өҫтөндә эшләгәндә ҡош-ҡорт атамаларын ҡулланыу методикаһын билдәләү. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

1) башҡорт телендә ҡош-ҡорт атамаларын йыйыу һәм системалаштырыу;

2) башҡорт телендә ҡош-ҡорт атамаларын лексик-семантик төркөмдәргә бүлеү;

3) башҡорт телендә хәҙерге ойконимияны аңлатҡан һүҙҙәрҙең яһалышын өйрәнеү;

4) дәрестә һүҙлек өҫтөндә эшләү методикаһын билдәләү.

Сығарылыш квалификация эшенең объекты булып хәҙерге башҡорт әҙәби теленең орнитологик лексикаһы тора.

Сығарылыш квалификация эшенең предметы башҡорт телендәге ҡош-ҡорт атамаларын классификациялау.

Сығарылыш квалификация эшенең теоретик һәм практик әһәмиәте. Эш барышында лексикология буйынса мәғлүмәттәр йыйылды. Сығарылыш квалификация эшенең һөҙөмтәләрен башҡорт теленең лексикология өлкәһендә артабан үткәреләсәк тикшеренеүҙәрҙә ҡулланырға мөмкин. Хеҙмәт шулай уҡ курс һәм диплом эштәре яҙғанда ярҙамсы сығанаҡ була ала.

Сығарылыш квалификация эшенең сығанаҡтары. Фактик материал дөйөм башҡорт теленең белешмә һүҙлектәренән, ҡош-ҡорт атамаларын төрлө яҡлап өйрәнеүгә арналған мәҡәләләрҙән, йыйынтыҡтарҙан алынды.

Сығарылыш квалификация эшенең төҙөлөшө. Сығарылыш квалификация эше инештән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән, ҡушымтанан тора.

Фрагмент работы

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. ОРНИТОЛОГИК ЛЕКСИКАНЫ ӨЙРӘНЕҮҘЕҢ ТЕОРЕТИК НИГЕҘҘӘРЕ

1. 1. Орнитологик лексиканы өйрәнеүҙең әһәмиәте

Әҙәби телдең лексикаһы, лексик нормалары әле лә формалашыу һәм үҫеү процесын кисерә. Бөгөнгө көндә лә лексик нормаларҙы юлға һалыу, элек ҡабул ителгән берәмектәрҙе яңылары менән алмаштырыу, һүҙҙәрҙең мәғәнә нескәлектәрен асыҡлау буйынса ҙур эштәр алып барыла.

Башҡорт теленең һүҙлек составын төрлө аспекттарҙа тикшереү һуңғы йылдарҙа ярайһы уҡ уңыштарға өлгәште. Башҡорт һүҙьяһалышы буйынса тикшеренеүҙәр (Т.М.Ғәрипов, М.Х. Әхмәтов, К.Ғ.Ишбаев), һүҙҙәрҙең төҙөлөшө һәм этимологияһы буйынса эҙләнеүҙәр (Э.Ф.Ишбирҙин, А.Ғ.Шәйхулов, Ш.В.Нафиков), этнографик һәм ономастик лексикаларға арналған хеҙмәттәр (Ф.Ғ.Хисаметдинова, А.Ә.Камалов, Р.З.Шәкүров, Р.Н.Һаҙыева, Л.И.Хөсәйенова һ. б.) быға асыҡ миҫал була ала.

Конкрет телдәрҙең лексикаһын өйрәнеү айырыуса мөһим һәм актуаль һанала. Төрки халыҡтарҙың үткәне тураһындағы тарихи белешмәләр бик аҙ йәки бөтөнләй булмаған саҡта, лексика төрки телле халыҡтың яҙма әҙәбиәткә ҡәҙәре булған дәүерҙәге боронғо йәшәү шарттары тураһында бай мәғлүмәттәр бирә ала. Хәҙерге ваҡытта айырым төрки телдәр лексикаһы буйынса күп кенә материалдар йыйылған. Улар теоретик һығымталар яһау өсөн нигеҙ була ала. Мәҫәлән, башҡорт ғалимдары тарафынан баҫылған ғилми хеҙмәттәрҙә лексикологияның айырым тармаҡтары, шул иҫәптән ҡоош-ҡорт атамаларына ҡараған ҡайһы бер һүҙҙәр ниндәйҙер кимәлдә сағыла, уларҙың диалект варианттары күрһәтелә, бер-нисә лексик-семантик төркөмгә лингвистик анализ яһала. Лексиканың системалы характерҙа булыуы хәҙер бер ниндәй ҙә икеләнеү тыуҙырмай. Уның системалылығы иң тәүҙә телдең лексик составын төркөмдәргә бүлеп өйрәнеү мөмкинселеген бирә. Шундай төркөмдәрҙең йыйылмаһы лексиканың дөйөм семантик һәм тематик классификацияһын барлыҡҡа килтерә. Телдең лексик составын системалы күренеш рәүешендә өйрәнеүҙең теоретик нигеҙҙәре (Н.К.Дмитриев, Ж.Ғ. Кейекбаев, В.С. Кубрякова, К.М. Мусаев, Д.Н.Шмелев, М.В. Зәйнуллин, М.Х. Әхтәмов, Э.Ф. Ишбирҙин, Н.Х.Мәҡсүтова, С.Ф. Миржанова һ.б.) хеҙмәттәрендә бирелде.

Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленең һүҙлек составын лексик-семантик төркөмдәргә бүлеп тикшереү бигерәк тә алға китте. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, телдә йөрөгән һүҙҙәрҙе лексик-семантик төркөмдәргә бүлеп тикшереүҙе иң уңышлы, уңайлы һәм маҡсатҡа ярашлы алымдарҙың береһе тип һанарға мөмкин, сөнки бындай алым менән тикшереү барышында телдең һүҙлек байлығы тулыраҡ иҫәпкә алына, оҡшаш мәғәнә берәмектәрен үҙ-ара сағыштырып өйрәнеү еңелләшә, әҙәби телгә килеп инмәгән лексик берәмектәрҙе асыҡлау мөмкинлеге арта. Хәҙерге башҡорт телендәге әһәмиәткә эйә булған лексик-семантик төркөмдәр ентекле һәм төплө тикшерелгән. Уларға, мәҫәлән, түбәндәге лексик-семантик төркөмдәрҙе индерегә мөмкин: балыҡ атамалары, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек терминдары, малсылыҡҡа, игенселеккә, башҡорттарҙың традицион ашамлыҡтарына, кейем-һалымына, йорт-ҡаралды атамаларына һәм башҡа күп кенә төркөмдәргә бағышланған хеҙмәттәрҙе күрһәтергә мөмкин. Был уңыштарға ҡарамаҫтан, әле башҡорт теленең һүҙлек составында бөтөнләй тикшерелмәгән йәки өлөшләтә генә тикшерелгән, етмәһә уларға ҡарап лексик берәмектәрҙең әҙәби телдә етерлек дәрәжәлә булмаған лексик-семантик төркөмдәр ҙә байтаҡ. Уларға, мәҫәлән, үҫемлек, минералдар, бөжәктәр, башҡорттарҙың боронғо һөнәр төрҙәренә (металл, ағас эшкәртеү, туҡыусылыҡ, аусылыҡ, ҡортсолоҡ, им-томсолоҡ һ.б.) ҡараған лексик төркөмдәрҙе индерергә мөмкин. Шулай уҡ башҡорт телендәге ҡош-ҡорт атамаларына ҡараған лексиканың етерлек дәрәжәлә тупланмауын һәм уның ошоға тиклем махсус өйрәнелмәүен билдәләп үтергә кәрәк. Уның ниндәйҙер өлөшө башҡорт һөйләштәре һүҙлектәрендә, русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлектәрендә, башҡорт халҡының материаль һәм рухи культураһына ҡағылышлы тарихи, этнографик хеҙмәттәрҙә сағылыш тапты.

Ҡош-ҡорт атамаларын туплау, ғилми тикшереү буйынса тюркология тел ғилемендә күп кенә фәнни эштәр башҡарылған. Был лексик ҡатлам кешелек тормошоноң төрлө яҡтарын сағылдыра. Ул башҡорт халҡының донңяға ҡарашына, донъя көтөүенә бәйле булған һүҙҙәрҙе үҙ эсенә ала. Килеп сығышы яғынан ҡош-ҡорт атамалары төп башҡорт һүҙҙәренә ҡарай. Төп башҡорт һүҙҙәре дөйөм төрки сығанаҡлы һүҙҙәрҙе һәм башҡорт теленең үҙ һүҙҙәрен эсенә ала. Башҡорт теле ҡош-ҡорт атамалары нигеҙен күпселек төрки телдәре өсөн уртаҡ булған, төрки ерлегендә барлыҡҡа килгән һәм үҫешкән һүҙҙәр тәшкил итә. Төрлө халыҡтар аралашыу һөҙөмтәһендә телдең лексикаһы үҫеше эске ресурстар иҫәбенә генә түгел, ә башҡа күп телдәрҙән һүҙҙәр үҙләштереү нәтижәһендә бара, һүҙлек составы байый.

Хәҙерге башҡорт теле ҡош-ҡорт атамаларында ғәрәп, фарсы, рус һәм башҡа күп телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр юҡ тиерлек.

Шулай итеп, тел ғилемендә конкрет телдәрҙең лексикаһын өйрәнеү һәр ваҡыт мөһим һәм актуаль булып тора. “Төрки халыҡтарының үткәне тураһындағы тарихи белешмәләр бик аҙ йәки бөтөнләй булмаған саҡта, лексика төрки телле халыҡтарҙың яҙма әҙәбиәткә ҡәҙәре булған дәүерҙәге боронғо йәшәү урындары, көнкүреш шарттары тураһында бай мәғлүмәт бирә ала”6.

Шулай итеп, ҡош-ҡорт атамалары – лексиканың иң боронғо ҡатламы. Был төркөм башҡорт теленең төп һүҙлек фондын тәшкил итә.

Ҡош-ҡорт атамаларын йыйыу, системаға һалыу, ғилми тикшереү башҡорт лексикологияһының төп маҡсаты һәм бурыстарының береһе булып тора. Традицион ҡош-ҡорт атамалары төрки телдәре һәм шул иҫәптән башҡорт тел белеме өсөн дә әһәмиәтле лексик-семантик төркөмгә ҡарай.

Шулай уҡ ҡош-ҡорт атамаларын өйрәнеү башҡорт халҡының донъяға ҡарашын, донъяны танып-белеүен асыҡлауға ла ярҙам итәсәк.

Заключение

Башҡорт теле методикаһы – башҡорт әҙәби телен уҡытыуҙың йөкмәткеһе, принциптары, метод һәм алымдары, уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса белем һәм күнекмәләрҙе үҙләштереү юлдары һәм шарттары тураһындағы фән. Шуға күрә лә белем биреү системаһында тел өйрәтеү предметы булыу менән бер рәттән башҡа фәндәрҙе үҙләштереү сараһы ла булып тора. Әсә телен өйрәтеү, яҡшы белеү уҡыусыларҙың яңы белемде үҙләштереүендә, дөйөм үҫеш кимәлдәрен асыҡлауҙа, фекер йөрөтөү кимәлдәрен күтәреүҙә, киләсәктә йәмғиәт тормошонда актив ҡатнашыуҙа һәм үҙҙәре һайлаған һөнәрҙә уңыштарға өлгәшеүҙә мөһим шарт булып тора.

Шуға күрә лә әсә телен уҡытыуҙың төп бурыстарының береһе әсә телен, уның грамматик төҙөлөшөн яҡшы белгән грамматик, стилистик һәм орфографик яҡтан дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу күнекмәләренә эйә булған, орфорэпик, орфографик һәм пунктуацион яҡтан белемле, тел саралары менән уңышлы файҙалана белеүсе шәхестәр тәрбиәләү, уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу тора тип билдәләйбеҙ.

Уҡыусыны үҙ фекерҙәрен әсә телендә телдән һәм яҙма рәүештә эҙмә-эҙлекле йыйнаҡ, теүәл һәм матур итеп бирергә өйрәтеү, логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү өсөн башҡорт теле дәрестәрендә уҡытыусы төрлө алымдарҙы ҡулланырға бурыслы. Ошо маҡсатта сығарылыш квалификация эшенең өсөнсө бүлегендә һүҙлек эштәре юлдарын билдәләп киттек. Әлбиттә, беҙ билдәләп үткән юлдар менән генә эш төрҙәре сикләнә тип әйтмәйбеҙ. Сөнки һәр уҡытыусы ижади эшләй, дөйөм ҡабул ителгән методтар, ысулдарҙан тыш, бөгөнгө көндә уҡытыусыларҙың ижади эше өсөн мөмкинселектәр күп.

Уҡыусыларҙың ижади танып белеү һәләтлектәрен, үҙ-аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереү, уларҙы үҙ аллы белем алыуға әҙерләү юлы булараҡ та, йәмғиәт тормошонда туған теленең, башҡорт теленең башҡа телдәр системаһында тотҡан урыны тураһында мәғлүмәт биреү юлы булараҡ та

Телде уҡытҡанда ауыр мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә уҡыусыларҙың теоретик һәм практик әҙерлек дәрәжәһе, эш тәжрибәһе етерлек булыуы ла, дәрестә уҡытыусыға кәрәкле китаптарҙың, хеҙмәттәрҙең, алдынғы уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен туплаған фәнни-методик әҙәбиәт менән таныш булыу ҙа мөһим шарт булып тора. Шулай уҡ уҡытыусы лингвистик һәм методик үҙ белемен камиллаштырыуҙа, педагогик оҫталығын үҫтереп торорға тейеш.

Башҡорт теле дәрестәрендә ныҡлы белем биреүгә комплекслы ҡарап, уларҙа аңлылыҡ, милли үҙаң формалаштырыу, милли әҙәбиәт һәм сәнғәт аша әхләҡи-эстетик сифаттар тәрбиәләү бурысы ҡуйыла.

Был бөтә бурыстарҙы ла хәл итеү юлдарының береһе булып һүҙлек эштәрен дөрөҫ ойоштороу тора.

Һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү - китаптағы төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан текстар өҫтөндә эшләүҙе, уларҙы айыра алыуҙа, тирә-йүн тураһындағы белемдәрен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Уҡыусылар уҡыу һәм белем алыу барышында телмәрҙең диалог һәм монолог формаһын төҙөргә өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән донъяуи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итеп, дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белергә, һүҙлектәрҙән мәғлүмәт табырға, энциклопедиялар менән дөрөҫ эш итергә өйрәнәләр; ишеткән, уҡыған тема буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп бирергә, һығымта яһарға өйрәнәләр.

Список литературы

I. Ғилми китаптар, монографиялар

1. Абуталипова Р.Ә. Мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. — Стәрлетамаҡ, 2003.

2. Аҙнағолов Р.Ғ. Башҡорт теленән ҡағиҙәләр йыйылмаһы. – Өфө, 2000.

3. Аҙнағолов Р. Ғ. 5-9-сы кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. – Өфө, 1996.

4. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы. – Өфө, 1987.

5. Ахметьянов Р.Г. Общая лексика духовной культуры народов Среднего Поволжья. – М. 1981.

6. Ахметьянов Р.Г. Общая лексика материальной культуры народов Среднего Поволжья. – М. 1989.

7. Башҡорт халыҡ ижады. Йомаҡтар. Төҙөүсеһе Ф.Надршина. – Өфө, 1979.

8. Бухарова Г.Х. Башкирская ономастика в контексте духовной культуры. – Уфа: Гилем, 2006.

9. Малов С.Е. Памятники древнетюркской письменности, – М.,-Л., 1951.

10. Мусаев К.М. Лексикология тюркских языков. — М., 1984.

11. Мусаев К.М. Лексика тюркских языков в сравнительном освещении. —М., 1975.

12. Введенская Л. А., Колесников Н. П. Этимология: Учебное пособие. — СПб.: Питер, 2004. — С. 5.

13. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө, 2009.

14. Ғәлина С.Т. Уҡыу өсөн текстар. – Өфө, 2007.

15. Грамматика современного башкирского литературного языка. —М., 1981.

16. Грамматика тюркских языков. Морфология. –М., 1988.

17. Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. —М.; Л., 1948.

18. Ипполитова Н.А. Текст в системе обучения русскому языку в школе. – М., 1998.

19. Ишбирҙин Э. Ф. Башҡортостан ҡоштары. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.

20. Ишбердин Э. Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. —М.: Наука, 1986.

21. Ишбирҙин Э.Ф. Башҡорт телендә игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары. Өфө, 2002.

22. Ишбулатова Х.Д. Башҡорт теленең тормош-көнкүреш лексикаһы. — Өфө, 2002.

23. Камалов А. А. Башкирская топонимия. – Уфа:Китап, 1994.

24. Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. – Өфө, 1966.

25. Муртазина Ф.Ф.Тесты по ЕГЭ. – Уфа, 2010.

26. Мусаев К.М. Лексикология тюркских языков. -М., 1984. -С. 11.

27. Сиражитдинов Р.А. Башкирская этнонимия : Семантическо-словообразовательный анализ. Автореф. дисс. … канд. филол. наук. – Уфа, 2000.

28. Усманова М.Г. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимии бассейна реки Сакмар. – Уфа, 1994.

29. Усманова М.Ғ., Иҫәнғолова Г.А., Рәхмәтуллина З.Ә. Башҡорт теле: тематик планлаштырыу. Тестар. Методик күрһәтмә. – Өфө, 2011.

30. Хисамитдинова Ф.Г. Башкирская ойконимия XVI-XIX вв. – Уфа: Башкирское книжное издательство, 1991.

31. Шакуров Р.З. По следам географических названий. Топономия бассейна реки Демы. – Уфа, 1986.

II. Ғилми мәҡәләләр

32. Дмитриев Н.К. Арабские элементы в башкирском языке // Строй тюркских языков. —М., 1962. —С.187-201.

33. Дмитриев Н.К. Варваризмы в башкирской речи // Строй тюркских языков. —М., 1962. —С.433-443.

34. Дмитриев Н.К. Русско-башкирские языковые отношения //Строй тюркских языков. —М., 1962.

35. Ишбердин Э. Ф. Контактное развитие лексики башкирского литературного языка //Вопросы историографии башкирского литературного языка. — Уфа, 1986. — С.71-84.

36. Ишбирҙин Э.Ф. Урал-Волга буйы төркийе һәм уның хәҙерге башҡорт әҙәби теленә мөнәсәбәте //Башҡорт әҙәби теле тарихы. —Өфө, 1993.

III. Һүҙлектәр

37. Абаев В.И. Историко-этимологический словарь осетинского языка. Тт. I-IV. – М., 1958.

38. Аҙнағолов Р.Ғ. Башҡортса-русса мәктәп һүҙлеге. – Өфө, 1993.

39. Ашмарин Н.И. Словарь чувашского языка. – Казань-Чебоксары, 1928-1950. Вып. 1-17.

40. Баишев Т. Г. Терминологический словарь по зоологии. Уфа, 1952.

41. Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. I: (А хәрефе) // Ф. Ғ. Хисамитдинова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2011.

42. Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. II: (Б хәрефе) // Ф. Ғ. Хисамитдинова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2011.

43. Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. III: (В—И хәрефтәре) // Ф. Ғ. Хисамитдинова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2012.

44. Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. IV: (Й—К хәрефтәре) // Ф. Ғ. Хисамитдинова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2012.

45. Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге. — Өфө, 2002. — 430 бит.

46. Башҡорт теленең һүҙлеге. Ике томда / Том I (А— М). — М.: Рус. яз., Том I. Том II.

47. Башҡортса-русса һүҙлек. — М.: Дигора, 1996.

48. Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге. Тт. I-II. – Өфө, 1969 - 1970.

49. Даль В.И. Толковый словарь живого великорусского языка. Тт. 1-4. М., 1955 (многократно переиздавался).

50. Диалектологик сүзлек. Вып. I. – Казань, 1948. Вып. II. – Казань, 1953. Вып III. – Казань, 1958.

51. Диалектологический словарь якутского языка. – М., 1968.

52. Древнетюркский словарь. – Л., 1969.

53. Егоров В.Г. Этимологический словарь чувашского языка. – Чебоксары, 1964.

54. Климов Г.А. Этимологический словарь картвельских языков. – М., 1964.

55. Корнилов Г.Е. Этимологии некоторых чувашских зоонимов // Ученые ЧНИИ. Вып. 46. Чебоксары, 1970.

56. Мусаев К.М. Лексика тюркских языков в сравнительном освещении. – М., 1976.

57. Радлов В.В. Опыт словаря тюрксих наречий: В 4 т. – СПб., 1893-1911.

58. Радлов В.В. Образцы народной литературы тюркских племен. Ч. IV. – СПб., 1872. Ч. IX. – СПб., 1907.

59. Рясянен М. Материалы по исторической фонетике тюркских языков. – М.-Л., 1955.

60. Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г. Русско-башкирский учебный словарь. – Уфа, 2001.

61. ҙзбек шевалари лугати. – Тошкент, 1971.

62. Хисаметдинова Ф.Г., Муратова Р.Т. Русско башкирский, башкирско-русский словарь. – Уфа, 2006.

63. Этимологический словарь тюркских языков. Тт. I-IV. М., 1974 - 1980 (Э.В.Севортян өлеше). Т. V-VI. – М., 1989-2005 (коллектив).

64. Русско-башкирский словарь: в 2 т. — Уфа: Научное издательство “Башкирская энциклопедия”. Т. 1 (А—О). —2005. — 808 стр.; Т 2 (П—Я). — 2005.

65. Усманова М.Ғ. , Саяхова Л.Г, Киньягулова З.И. Башкирско-русский, русско-башкирский учебный словарь. – Уфа, 2006.

66. Усманова М.Г. Башкирско-русский и русско-башкирский словарь, башкирско-русский разговорник. – Уфа, 2006.

67. Хажин В.И. Башҡортса-русса һәм русса-башҡортса кеҫә һүҙлеге, – Өфө, 2000.

68. Әхмәтйәнов Р.Г. . Татар теленең этимологик сүзлеге. – Бирск: Бирск. гос. пед. ин-т, 2004.

Покупка готовой работы
Тема: «БашҠорт телендӘ орнитологик атамалар ҺӘм дӘрестӘ ҺҮҘлек ӨҪтӨндӘ эш»
Раздел: Разное
Тип: Дипломная работа
Страниц: 104
Цена: 2100 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы

У нас можно заказать

(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)

Контрольная на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Решение задач на заказ

Решение задач

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Лабораторная работа на заказ

Лабораторная работа

от 200 руб.

срок: от 1 дня

Доклад на заказ

Доклад

от 300 руб.

срок: от 1 дня

682 автора

помогают студентам

42 задания

за последние сутки

10 минут

время отклика


Возможно Вас заинтересует