Реферат
«Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауылының тапонимдары»
- 25 страниц
Инеш.
1.1.Дәүләкән топонимдарының барлыҡҡа килеүе.
1.2. Ҡыҙрас ауылының килеп сығышы.
1.3.Ҡыҙрас ауылының ер - һыу атамалары.
1.4. Ҡыҙрас ауылының диалекты .
Йомғаҡлау.
Башҡортостан сал Уралдың бөтмәҫ моң һәм матурлыҡ донъяһы. Уның йылғалары, күлдәре, тау һәм далалары ер хәтерен, ошо изге ерҙә йөҙәр, меңәр йылдар буйы ғүмер иткән ата – бабаларыбыҙ хаҡында хәтирәләр һаҡлай. Йылдар үтеү менән был хәтирәләр халыҡ хәтеренең алтын ҡаҙнаһына , рухи хазиналарына әүерелә, һәр дәүер уға үҙ өҫтәлмәләрен индерә, рухи хазиналар байып, тулыланып, бер аҙ үҙгәрештәр кисереп халыҡ телендә , халыҡ күңелендә йәшәй һәм баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡы булып быуындан – быуынға тапшырыла бара. Ил тарихын, ер тарихын, ата- бабалар тураһында хәтирәләр һаҡлҡусыларҙың береһе – географик атамалар.
Топонимдартураһында китаптар, йыйынтыҡтар, шулай уҡ газета – журнал биттәрендә һуңғы осорҙа фәнни – популяр мәҡәләләрҙе йышыраҡ күрергә була. Фәндең был тармағы өлкәһендә етди тикшеренеүҙәр үткәрелә, тыуған яҡтың географик атамаларынөйрәнеүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Газета – журналдарҙа, махсус йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуа,. Мине лә был өлкә үҙенә йәлеп итте.
Географик атамалар ул ифрат күп һәм бик тә үҙенсәлекле. Уларҙың берәүҙәре тыуған илдең ынйы бөртөктәре һымаҡ балҡыуы, икенселәре үҙҙәрендә үткән замандарҙың, шанлы ваҡиғаларҙы сатҡыларын һаҡлауы менән үтә лә ҡиммәтле. Ә тыуған ер матурлығы, туған тәбиғәттең төрлө төҫтәре һәм үҙенсәлектәре, хайуандар, ҡоштар донъяһы, ер – һыу атамаларында, йәғни тапонимдарҙа сағыла. Топонимия, дөйөм алғанда, ил һәм халыҡ тормошо, ер һәм тәбиғәт донъяһы тураһында мәғлүмәттәр һаҡлаусы ғәжәйеп бер ҙур сығанаҡ ул.
Исемдәр донъяһына яңылары өҫтәлә килә, һәр дәүер, һәр халыҡ үҙенең аҫыл ижад өлгөләрен индерә.Ябай ғына күренгән атама, шулай итеп, фән өсөн үтә ҡиммәтле сығанаҡҡа әүерелә. Ә был атамаларҙың ысынлап та халыҡ тарихын сағылдырыр байлыҡҡа әйләнһен өсөн уны өйләнеүсе фәндең үҙен үҫтерергә, был йәһәттән тәрән эҙләнеүҙәр алып барыр кәрәк.
Топонимдарҙың төп функцияһы адрес, ориентир булыуҙан тора. Фәҡҡәт шул мәнфәғәттән сығып ҡына кешеләр тауға,йылғаға, күлгә, ауылға, ҡалаға һәм башҡа географик объекттарға исем ҡушҡан. Был исемдәр донъяһында телдең икһеҙ- сикһеҙ байлыҡтары ла, балҡып торған матурлығы ла, тапҡырлыҡ һәм зирәклек тә ҙур сағылыш тапҡан.
Исемдәр донъяһына яңылары өҫтәлә килә, һәр дәүер, һәр халыҡ үҙенең аҫыл ижад өлгөләрен индерә. Ябай ғына күренеш атама, шулай итеп, фән өсөн дә ҡиммәтле сығанаҡҡа әйләнә. Ә был атамаларҙың ысынлап та халыҡ тарихын сағылдырыр байлыҡҡа әйләнһен өсөн уны өйрәнеүсе фәндең үҙен үҫтерергә, тәрән эҙләнеүҙәр алып барырға кәрәк.
1.2. Ҡыҙрас ауылының килеп сығышы
Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, был ауылға VIII быуат урталарында Ҡара-Табын волосы Нуғай улы старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаев нигеҙ һалған. Ул 1772 Йылда Юлай Аҙналин менән бергә польша һуғышында ҡатнашҡан яугир/полковник дәрәжәһенә барып еткән. Ағаһы Ильяс. Икеһе бер-береһе менән килешә алмайынса, Ильяс Туҡ буйына айырылып китә. Ҡыҙрас ҡарт ауылға нигеҙ һала һәм ауыл Ҡыҙрас исемен йөрөтә башлай.
Аылда төрлө нәҫелдәр, аралар бар: тауыҡтар, торналар, сыуаштар, ҡалмыҡтар йәшәй. Ҡыҙрас ҡарттан тауыҡ нәҫеле киткән, Ильяс ҡалмыҡ нәҫеленән ҡыҙ алып донъя көткән, унан ҡалмыҡ нәҫеле барлыҡҡа килгән.
Ҡыҙрас ауылында Балғажы тауы бар. Ололар Һөйләүенсә, Балғажы исемле егет Ҡаңны- Төркәй ауылынан килеп, Ҡыҙрас ауылындағы бер ҡыҙ менән таныша, улар шунан һуң ошо тауҙа осраша торған булғандар. Шуға күрә тауға халыҡ Балғажы тигән исем биргән.
Бынан тыш бында Ҡырлытау, Емеректау, Ҡаршытау, Ҡарауыл тауы, Мәтәү тауы, Үрсәкә тауы, Яланғас морон, Уртатау, Сәүкә мороно тигән тау исемдәре бар.
Сәүкә мороно тауында йәйә менән уҡ һүрәте бар.Ололар уны меңдәр ырыуының тамғаһы тип тә әйтәләр.
Ҡыҙрас ауылының ике яғынан да Сәрмәсән йылғаһы ағып ята. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл мәҙәниәт йорто, медпункт, ауыл советы идараһы, ҙур китапхана эшләй.
1.3.Ҡыҙрас ауылының ер - һыу атамалары
Сәрмәсән йылғаһы
Сәрмәсән йылғаһының килеп сығыуын халыҡ төрлөсә әйтә. Беренсенән, аңлауыбыҙса “һәрмәү” һәм аффикс ялғауынан килгән “сән” йылғаны аңлата. Әлеге ваҡытҡа ҡәҙәр кешеләр был йылғаны Сәрмәсән һәм Ҡармасан тип йөрөткәткәндәр.
Икенсенән, ҡайһы берҙәре уйлай, был гидроним агротонимомдан килгән ти. Аңлауыбыҙса, был һүҙ «сәрмә» сыуаш телендә лә «йылғаны» ә «сән» һүҙе – һинеке тигәнде аңлата. Ысынлап та, был күренештә барҙыр ниндәйҙер мөғжизә. Бүздәк районының иң оло йылғаһы Сәрмәсән. Әлеге ваҡытта уны Ҡармасан түгел, ә Сәрмәсән тип йөрөтәләр. Был йылға Бөтә Башҡортостан далалары буйлап талғын ғына ағып, сылтырап ята.
Асылыкүл
Ҡыҙрас ауылынан йыраҡ түгел, Боранғол ауылы янында Норатау менән Иҫке Ыҙма тоташ бер тау булған элгәре. Тирә- яғы урман, ти. Беҙҙең халыҡ һунарға йөрөгән, йәйләүгә сыҡҡан.
Бер йәйге төндө дауыл ҡупҡан. Ер күккә, күк ергә тоташҡандай, ти. Төн буйына булған был дауыл. Ҡарттар намаҙ уҡып, ҡорбан салғандар, ахырзаман тип уйлағандар.
Иртән дауыл тымып ҡалған.Ел дә юҡ, дауыл да юҡ, ти. Ҡараһалар – алдарында көҙгө кеүек күл ята. Төшһәң – тәнең, ташлаһаң – тәңкәң күренә, ти. Күлдең матурлығына һоҡланып: «Ҡайһылай аҫыл күл» тигәндәр.
Асылыкүлдең исеме шунан ҡалған.
Асылыкүл һыуы – шифалы һыу. Рәсәйҙән килгән батшаларға алыпбарғандар уның һыуын.
Асылыкүлдең майҙаны 23,5 кв. км, оҙонлоғо 8 км, киңлеге 5 км, уртаса тәрәнлеге 5,1 метр.
Асылыҡай буйы, ай, аҫыл таш,
Юрмый буйҡайҙары ҡырсын таш.
Эскәйҙәрең бошһа, йөрәгең янһа,
Асылыкүлгә килеп тә, күңелең ас
Асылыҡай буйы, ай аҫыл таш,
Юрмый буйҡайҙары йәшел таш.
Асылыҡай буйында үҫкән ҡыҙҙар
Нәҙек кенә билле, ҡара ҡаш.
Ыласын күле
Ҡыҙрас ауылы эргәһендә бик матур күл бар. Был күлдә балыҡтар ҙа бик күп ти. Яҙғы ташҡын ваҡытында Дим йылғаһы менән күл бергә кушыла,йәй көнөндә бөтә ауыл халҡы күлдә һыу инә. Был күл дә өҫтән ҡараһаң ылысынға оҡшаған тиҙәр,шуға ла Ыласын күле тип йөрөтәләр.
Сирмеш күле
Ауылдың ситендә, Дим яры буйында,айырым бер йорт булған. Уның хужаһы ауылдағылар менән бик аралашып бармаған.Төп кәсебе-балыҡсылыҡ, мурҙа, йылым үргән, ҡош- ҡорт оялары,суман (талдан эшләнгән ҙур һауыт иген һалыу өсөн) ,шуларҙы эшләп һатыу кәсебе менән шөғөлләнеп көн күргән. Балыҡ һалыу урынын, күлде ”Сирмеш күле” тип атайҙар. Ирле- ҡатынлы батып үләләр был күлдә.
Һәр кеше үҙенең еренең тарихын белергә бурыслы, сөнки топонимия фәне лә, һәр бер региондың географикңҙенсәлектәре менән бергә, унда йәшәгән халыҡ һәм уның теле, тарихы, рухи һәм материаль культураһы. Элекке замандарҙа йәшәгән, йә һуңғараҡ күсеп килгәнхалыҡтар тураһында икһеҙ- сикһеҙ күп һәм төрлө мәғлүмәттәр һаҡлаусы үҙенсәлекле бер хазиналар ҡумтаҙы ул.
Тыуған ер төшөнсәһен туған телһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Сөнки кеше үҙенең туған телен белмәһә, уның Тыуған иле булмаясаҡ. Киләсәк быуын тыуған илендә йәшәһен, үҙ телендә һөйләшһен тип, беҙҙең ата- бабаларыбыҙ ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәгән, күпме ҡорбандар бирмәгән. Әммә туған телен һаҡлап ҡалған.
Халҡыбыҙҙың киләсәге, башҡорт иленең һәм теленең яҙмышы – беҙҙең ҡулыбыҙҙа. Тыуған Уралыбыҙҙың мөғжизәле тәбиғәтен, бөтмәҫ- төкәнмәҫ байлығын һаҡлап ҡалырға кәрәк.
Тема: | «Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауылының тапонимдары» | |
Раздел: | Разное | |
Тип: | Реферат | |
Страниц: | 25 | |
Цена: | 800 руб. |
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
- Цены ниже рыночных
- Удобный личный кабинет
- Необходимый уровень антиплагиата
- Прямое общение с исполнителем вашей работы
- Бесплатные доработки и консультации
- Минимальные сроки выполнения
Мы уже помогли 24535 студентам
Средний балл наших работ
- 4.89 из 5
написания вашей работы
У нас можно заказать
(Цены могут варьироваться от сложности и объема задания)
682 автора
помогают студентам
42 задания
за последние сутки
10 минут
время отклика